Доклад
проект на тему

Башҡорт йәштәре ҡоролтайына программа.Башҡорт мәҙәниәте.

 

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл doklad.docx17.72 КБ

Предварительный просмотр:

Садыҡов Айрат, Салауат районы Лағыр мәктәбе уҡыусыһы.

Етәксеһе : Cадыҡова Гөлнур Закир ҡыҙы.

Программа

“Башҡорт мәҙәниәте. Йәш быуында мәҙәниәт аша илһөйәрлекте тәрбиәләү юлдары.”

Маҡсат:

-Бөгөнгө балаларҙа башҡорт халҡының мәҙәниәтен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

-Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, йолаларын һаҡларға, үҫтерергә саҡырыу.

-Йәш быуындың ижади һәләттәрен үҫтереү.

Бурыстар:

-Йәштәрҙең башҡорт мәҙәниәтенә булған ҡарашын билдәләү.

Һәр халыҡҡа үҙ милли  ҡиммәттәре ҡәҙерле. Мин башҡорт. Башҡортостан республикаһы – минең тыуған ерем, изге төйәгем, башҡорт теле – туған телем, милли тарихыбыҙ – ул ата-бабаларыбыҙҙың үткәне, ә мәҙәниәтебеҙ – милли йөҙө. Һәр халыҡтың милли мәҙәниәте – милләттең матди һәм рухи ҡиммәттәре йыйылмаһы, тәбиғәт һәм ижтимағи мөхит менән бәйләнеше. Мәҙәниәт халыҡтың йәшәү рәүешен, динен, тормош-көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, сәнғәтен, ижадын берләштерә.

Тел һәр халыҡтың милли булмышын күрһәтеүсе иң мөһим үҙенсәлек. Бөгөнгө көндә телебеҙҙе һаҡлау иң тәүҙә үҙебеҙҙән тора. Әгәр һәр ата-әсә балаһына үҙ телендә тәрбиә бирһә, үҙ моңон өйрәтһә генә,минең уйымса,  ғәиләлә тәрбиәле бала үҫә.

Ата-бабаларыбыҙ халыҡ ижады өлгөләре, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре аша балаларға тәрбиә биргән. Шуға ла халыҡ ижады, йырҙар, ҡобайырҙар телебеҙҙе балаларға бар байлығында, сафлығында еткереүсе, рухи бәйләнеш булдырыусы тәрбиә мәктәбе булып торған.

Бөгөнгө көндә милли мәҙәниәтебеҙҙе яҡтыртҡан, халҡыбыҙҙың рухи байлығын күрһәткән радио һәм телевидениела тапшырыуҙар бик күп.

Тик бөгөнгө үҫмерҙәр башҡортса тапшырыуҙар ҡараймы һуң? Минең йәштәштәрем интернаттағы уйындар менән мауыға, сит ил киноларын ҡарай.

 

Минең уйлауымса, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен балаларға еткереү һәр ата-әсәнең изге бурысы. Бала саҡта тыңлаған әкиәт, риүәйәттәр, зиһенде, етеҙлекте үҫтереүсе халыҡ мәҡәлдәре, уйындары, йомаҡтары  баланың зиһенен үҫтерә, күңелен байыҡтыра.  Шулай уҡ балалар баҡсаһы балаларҙың милли мәҙәниәтен үҫтереүҙә мөһим урын алып тора.

       Мин мәктәптә уҡыусы үҫмерҙәрҙә башҡорт милли мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү өсөн ошондай программа тәҡдим итер инем

  1. Мәктәптәрҙә фольклор түңәрәктәре ойоштороу. Был түңәрәктәрҙә башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәнеү.
  2. Башҡорт КВН-ын үҫтереү. Башҡорт телендә сығыш яһаусы йәштәрҙе Рәсәй кимәленә сығарыу.
  3. Йыр дәрестәрендә башҡорт халыҡ йырҙары һәм уларҙың тарихын өйрәнеү.
  4. Мәктәптәрҙә башҡорт  музыка ҡоралдарында (ҡурай, ҡумыҙ, думбыра) уйнарға өйрәнеү өсөн түңәрәктәр ойоштороу.
  5. Бейеү түңәрәктәре эшен йәнләндереү.
  6. Башҡорт телендә балалар өсөн кинолар,йәнһүрәттәр төшөрөү.
  7. Башҡорт телендә кисәләр үткәреү.

Беҙ үҙ халҡыбыҙҙың борон-борондан телдән телгә, быуындан быуынға күсеп килгән мираҫын һаҡлап ҡалырға һәм был изге аманатты балаларыбыҙға тапшырырға бурыслыбыҙ ә бының өсөн беҙгә ошо байлығыбыҙҙы өйрәнергә кәрәк.

 

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Доклад:"Эффективность учебного занятия-стимул к успеху педагога и обучающегося" Доклад:" Профессиональная компетенция педагога в дополнительном образовании"

Млтивация ребенка на освоение нового для себя и интересного вида деятельности.Профессионально компетентным можно назвать педагога доп. образования, который на достаточно высоком уровне осуществляет пе...

Доклад к педсовету от 27 марта 2013 г. Тема доклада: «Формирование продуктивных компетенций через участие учащихся в кружковой деятельности».

Развитие творческих способностей  детей является неотъемлемой частью образовательного процесса, который включает в себя не...

Доклад "ФОРМИРОВАНИЕ ИНФОРМАЦИОННО-КОММУНИКАТИВНОЙ КУЛЬТУРЫ ПЕДАГОГА." и презентация к докладу.

Аннотация:В данной работе рассматривается вопрос формирования и повышения информационно–коммуникационной культуры педагога современной школы. «Все течет – все изменяется», - говорили древние. Эт...

Доклад "ФОРМИРОВАНИЕ ИНФОРМАЦИОННО-КОММУНИКАТИВНОЙ КУЛЬТУРЫ ПЕДАГОГА." и презентация к докладу.

Аннотация:В данной работе рассматривается вопрос формирования и повышения информационно–коммуникационной культуры педагога современной школы. «Все течет – все изменяется», - говорили древние. Эт...

Доклад "ФОРМИРОВАНИЕ ИНФОРМАЦИОННО-КОММУНИКАТИВНОЙ КУЛЬТУРЫ ПЕДАГОГА." и презентация к докладу.

Аннотация:В данной работе рассматривается вопрос формирования и повышения информационно–коммуникационной культуры педагога современной школы. «Все течет – все изменяется», - говорили древние. Эт...