"Һырдарья (сәхнәләштереү)
материал

Кагарманова Сария Мухамедьяновна

"Һырдаръя" романы буйынса сәхнәләштереү

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл stsenariy.docx14.54 КБ

Предварительный просмотр:

Һырдаръя романы буйынса сәхнәләштереү

1-се күренеш

Тәбиғәт күренешен һынландырыла: ҡоштар тауышы, шишмә сылтырауы ишетелеп ҡала. Сәхнәлә бер төркөм ир-уҙаман.Бейеш инә.

Бейеш. Әссәләмәғәләйкүм.

Бөтәһе. Вәғәләйкүмәссәләм.

Камалетдин. Әйҙә, мосафир, түрҙән уҙ.

1-се башҡорт. Әҙәм балаһын ашайһы ризығы тарта, ти.

Камалетдин. Эйе. Хәҙер һарыҡ һуйҙыртам. Ит бешертәм. Алла бойорһа!

Бейеш (көлә).Минең ҡорһаҡҡа бер һарыҡ ите генә етәме ни? Камалетдин мулла, мин асмын, ике һарыҡ һуйҙырт.

2-се башҡорт. Бисмилла итеп ашаһаң, бер һарыҡ ите әллә нисә кешегә етә.

1-се башҡорт. Кешегә еткән, Бейешкә етмәй шул.

Камалетдин. Ҡорһағыңа шайтан ояламағандыр бит.

Бейеш. Юҡ та. Әммә һарыҡты ашап бөтөрәм.

2-се башҡорт. Әйҙә.улай булғас, бәхәсләшегеҙ.

Камалетдин. Нимәнән?

Бейеш.Бер ултырғанда бер һарыҡты ашап бөтөрмәһәм, саптарымды һиңә бирәм.

3-сө башҡорт. Атһыҙ ҡалһаң, ҡалайтырһың?

Бейеш. Яҙғаны табылыр.

3-сө башҡорт. Табылмаһа?

Бейеш. Йәйәүләп йөрөрмөн.

Камалетдин. Ант ит.

Бейеш. Ант итәм. Отолһам, үпкәләмәм.

2-се күренеш.

Камалетдин ҡыуышы. Камалетдиндың ҡатындары табын әҙерләй. Бер төркөм ир-ат инә.

Камалетдин. Әйҙә, атай, бына бынан ултыр. (атаһын мендәргә ултырта). Әсәһе, беҙгә ҡымыҙ бирһәңсе.

Бибиөмөгөл. Ярай, атаһы. (көбөләге ҡымыҙҙы бешкәк менән бешә-бешә ире алдына ҡуя).

К. атаһы. Бисмиллаһи рахмани рахим.

Камалетдин. Йә, Бейеш батыр, етешеп ултыр.

Бейеш ҡымыһын эсеп бөтә лә туҫтағын тағы һона. Эсеп бөткәс. Аллаға шөкөр, сарсауым баҫылды.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Көньяк Америка" темасын гомумиләштерү

"Көньяк Америка" темасын өйрәнеп бетергәннән соң үткәрелә торган дәрес эшкәртмәсе...

"Көньяк Америка" темасын гомумиләштерү

"Көньяк Америка" темасын өйрәнеп бетергәннән соң үткәрелә торган дәрес эшкәртмәсе...

Исем темасын кабатлау-гомумиләштерү.

рус мәктәпләренең татар төркемендә 3нче сыйныфта татар теле дәресенең эшкәртмәсе...

Ачык дәрес "Белемнәр парады"-"Күзәнәк төзелеше" темасын гомумиләштерү

Мин үзем теге яки бу теманы үтеп бетергәч уздырыла торган йомгаклау дәресләренә зур игьтибар бирәм. Бу очракта укучыларның иҗади эшчәнлеген, логик фикерләү сәләтен үстерү максатыннан чыгып балаларга ш...

"Көчсез буын" уены-"Тереклекнең килеп чыгышы" темасын гомумиләштерү

1. Укучыларның “Тереклекнең килеп чыгышы”темасы буенча ...

"Квадрат һәм рациональ тигезләмәләр чишүне гомумиләштерү" темасына 8 класста КВН-дәрес

" Квадрат тигезләмәләр чишү"темасы 8 класс өчен генә түгел,гомумән, алгебра  курсында  иң әһәмиятле тема. Чөнки гомуми  урта белем бирү мәктәп  базасында алгебрада тигезләмәл...

Күпбуыннар тапкырчыгышы темасын гомүмиләштерү.

Күпбуыннар тапкырчыгышы темасын гомүмиләштерү....