Методический семинар
материал на тему
Методический семинар включает презентацию и пояснительную записку
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 902.69 КБ |
Предварительный просмотр:
Аңлатма яҙыу
Федераль дәүләт мәғариф стандарттарына ярашлы, дәрестәрҙә үҫтереүсе уҡытыу технологияһы әүҙем ҡулланыла.
Башҡорт мәктәптәрендә үҫтереүсе уҡытыу системаһын ҡулланыуҙы теоретик һәм практик яҡтан яҡтыртҡан байтаҡ хеҙмәттәр бар. Ғалимдарыбыҙ Ф. Ф. Аҙнабаева, Л. Г. Саяхова, З. Ғ. Сәхипова, Ы. Ә. Исламғолова, Ф. Ш. Сынбулатова, Р. Ғ. Аҙнағолов, М. С. Дәүләтшина, Ә. Т. Мәүлейәрова, Ә. М. Аҙнабаев, С. А. Таһирова һ.б. ошо уҡытыу системаһына ҡоролған дәреслектәр һәм уҡытыу-методик ҡулланмаларын баҫтырып сығарҙы.
Был уҡытыу системаһы үҙ-ара бәйле 5 принциптан тора:
1)теоретик белем әйҙәүсе ролен үтәй (уҡыу баланың үҫеше өсөн шарттар тыуҙыра, унан 2 аҙым алда бара);
2)уҡытыу юғары ауырлыҡта алып барыла (был материалды ҡатмарландырыу түгел, ә предметтың күп яҡлы бәйләнештәрен асыҡлау, шул айҡанлы күп яңы төшөнсәләр үҙләштерелә);
3)материал шәп темптар менән өйрәнелә (сөнки иң элек предмет бөтөн килеш тикшерелә, шунан өлөштәргә тарҡатылып анализлана, мәсьәләне сисеүҙең дөйөм юлдары асыҡлана);
4)уҡыусыларҙың белем алыу процесын аңлап ҡабул итеүе (был аңлы үҙләштереү принцибы түгел, бала ни өсөн уҡығанын белә, һәр дәрескә маҡсат ҡуя, маҡсатҡа ирешеү юлдарын эҙләнеү юлы менән таба, һөҙөмтәһенән ҡәнәғәтлек кисерә, белем алыуға ҡыҙыҡһыныуы ла көндән-көн үҫә бара);
5)бөтә уҡыусыларҙы ла үҫтереү өҫтөндә системалы эш алып барыла (уҡыусылар дәрестә бөтәһе лә актив ҡатнаша, төрлө ролдәрҙе үтәй, үҙенең һәм иптәштәренең эшенә баһа бирә).
Теоретик фекерләү нигеҙендә йөкмәткеле дөйөмләштереү ята, йәғни бала ниндәйҙер предметтың, күренештең үҫеүсе системаһын анализлап, уның иң төп нигеҙен – башланғысын таба.
Шул дөйөмләштереүгә нигеҙләнеп, бала төп нигеҙҙән вағыраҡ өлөштәрҙең килеп сығыуын аңлай (бөтөндән – өлөшкә).
Теоретик фекерләү :
1)анализ ;
2)планлаштырыу;
3)рефлексия.
Үҫтереүсе уҡытыуҙың маҡсаты – теоретик фекерләү тибын үҫтереү. Ул йөкмәткеле анализ, планлштырыу һәм рефлексив баһалау менән бәйле.
Йөкмәткеле анализ – бөтөндө өлөштәргә тарҡатып тикшереү (тексты һөйләмдәргә тарҡатыу, һөйләмде – һүҙҙәргә һ. б.).
Йөкмәткеле планлаштырыу – ҡуйылған укыу мәсьәләһен сисеү өсөн уҡыусыларҙың төрлө ысулдар эҙләп табыуы.
Йөкмәткеле рефлексия – уҡыусыларҙың уҡыу мәсьәләһен аңлы рәүештә ҡабул итеүе, шул мәсьәләне сискәндә үҙенең үҫешенә дөрөҫ баһа бирә белеүе.
Үҫтереүсе уҡытыу системаһында дәрес структураһы
1.Күҙаллау этабы:
-Өй эшен тикшереү
Өс кимәлдә бирелгән өй эше тикшерелә; дәүләт стандарты кимәле, ярым ижади кимәл, ижади кимәл. Тәүге кимәлдәге өй эштәрен үтәү бөтә уҡыусылар өсөн дә мотлаҡ. Ҡалған ике кимәлде һайлау ирекле. Иң яҡшы ижади эштәрҙе махсус папкаға туплап йыйынтыҡ итеп баҫтырып сығарырға мөмкин.
-Уҡыусыларҙың белемдәрен тигеҙләү
Бөтә нормаль үҫешкән балалар ҙа мәктәп программаһын үҙләштерә ала, бында шик юҡ. Тик барлыҡ уҡыусылар ҙа үтелгән материалды яҡшы үҙләштерһен өсөн нимә эшләргә кәрәклеге һорау тыуҙыра. Был этапта уҡыусылар элек үтелгән материалды ҡабатлап ҡына ҡалмай, бөгөнгө дәрескә кәрәкле белемде иҫкә төшөрә. Уҡыусыларҙың бөтәһе лә бер старт һыҙығында торһон өсөн белемдәре тигеҙләнә.
-Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу
Проблемалы һорауҙар сылбыры ярҙамында уҡыусылар дәрестең маҡсатын һәм уҡыу мәсьәләһен асыҡлай. Уның өсөн уҡыусыларға бирелгән һуңғы һорау яуап таба алмаҫлыҡ булырға һәм кисә алған белемдең етерлек булмауын аңларға ярҙам итергә тейеш. Ошо һорауға яуап эҙләү дәрестең уҡыу мәсьәләһе була ла инде.
-Үҙ эшеүде баһалау
Уҡыусылар ошо этаптағы дөйөм эшкә һәм үҙенең эшенә баһа бирә.
2.Башҡарыу этабы:
-Уҡыу мәсьәләһен проблемалы эштәр формаһында сисеү, эшләнгән эште баһалау
-Парҙар, төркөмдәр менән эшләү
-Уҡыу материалын моделләштереү
-Һығымталарҙы тикшереү
3. Рефлексив баһалау.
Ғалимдар тарафынан ошо рәүештә системаға һалынған методика-технилогиянан сығып, әҙәбиәт һәм тел дәрестәрендә түбәндәге эштәр башҡарыла:
-төркөмдәргә бүленеп балалар күнегеүҙәрҙе эшләй, әҙәби әҫәргә анализ яһай, персонаждарға характеристика яҙа һ. б. Һуңынан теоретик ҡағиҙә сығарылып һығымта яһала
-төрлө уйын алымдары ҡулланыла, уҡыусылар кроссвордтар сисеп кенә ҡалмай, ә үҙҙәре төрлө башватҡыстар төҙөй, шулай логик фекерләү, ижади һәләт үҫтерелә, төҙөлгән башватҡыстарын бер-береһенә биреп яуаптарын табалар, был осраҡта предмет ара бәйләнеш тә булдырыла, мәҫәлән, черчение нигеҙҙәре үҫләштерелә
-ижади ҡомарҙы арттырыу маҡсатында балалар үҙҙәре әкиәттәр, хикәйәләр яҙа.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
М. И. Баһауетдинова, Г. Н. Йәғәфәрова. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу. Өфө, 2009.
М. С. Дәүләтшина. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Өфө, 2010.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Доклад на методическом семинаре "Пути повышения мотивации учащихся", 2009
Доклад на методическом семинаре "Пути повышения мотивации учащихся"...
методический семинар для учителей по теме"одаренность"
В данном материале рассматриваются виды одаренности, различные пожходу к данному вопросу. даются рекомендации для учителей по педагогическому сопровождению одаренности....
Методический семинар Методическая тема: « Здоровьесберегающие технологии. Тайм-менеджмент на уроках русского языка и литературы»
Методический семинар Методическая тема: « Здоровьесберегающие технологии. Тайм-менеджмент на уроках русского языка и литературы» В учебной программе нет предмета, который напрямую был ...

Конкурсное мероприятие " Методический семинар" Методическая проблема " Физический эксперимент как метод активации познавательной и мыслительной деятельности обучающихся".
Уроки без демонстраций и практических работ скучны, поэтому для вовлечения учащихся в активный познавательный процесс я использую наглядность, демонстрационный и фронтальный эксперимент. ...

Методическое выступление на педсовете или на методическом семинаре "Система оценивания учащихся в соответствии с ФГОС "
Данная методическая работа предназначена дляпедагогов,работающих по ФГОС...

Районный профессиональный конкурс «УЧИТЕЛЬ ЗОЛОТОГО АЛДАНА – 2017» Заочный тур «Методическое портфолио» Конкурсное задание «Методический семинар» Обобщение и систематизация опыта по теме: Формирование коммуникативных компетенций на уроках русского язы
Данный материал представляет обобщение опыта работы учителя по теме "Формирование коммуникативных компетенций на уроках русского языка и литературы". Работа включает презентацию и пояснительную ...

Методическая папка к конкурсному заданию "Методический семинар" ("Учитель года-2017")
Представленные задания я применяла на уроках русского языка в V-VII классах в первой четверти. Каждое задание представлено в шести вариантах (по числу рабочих групп, состав которых относительно постоя...
