Дәрес конспекты
план-конспект урока (6 класс) на тему

Ямалова Лейсян Фархатовна

Рауил Бикбаев “Уралыма”.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл dokument_microsoft_office_word_2.docx25.53 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Рауил Бикбаев “Уралыма”.

Маҡсат: 1. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ижады шиғыр йөкмәткеһе менән таныштырыу. 2. Урал тәбиғәтенең матурлығын күрһәтеү, Тыуған илдең үткәнен белеү, киләсәге тураһында хәстәрлек күреү һәм уны һаҡлау кәрәклеген аңлатыу. 3. Уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.

Уҡытыу методы: күрһәтеү-аңлатыу, эҙләнеү методтары.

Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау-яуаптар, мәҡәл әйтеү,карточкалар менән эш, таҡтала һәм дәфтәрҙә эш, һүҙлек менән эш, уҡытыусының тасуири уҡыуы, уҡыусыларҙың сылбырлы уҡыуы, ИКТ ҡулланыу, ял минуты, дидактик уйын, ижади эш.

Метапредмет буйынса бәйләнеш : дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, үҙ эшеңде, парыңдың эшен тикшерә алыу, билдәне белдерә торған һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу, уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләй белеү, һорауҙарға яуап биреү, үҙ белемеңде бәйәләү.

Шәхси бәйләнеш: туған телебеҙҙең матурлығын аңлау.

Предмет ара бәйләнеш: туған телебеҙҙең матурлығын аңлау.

Принциптар: фәннилек, теория һәм практика берлеге, эҙмә-эҙлеклелек, коммуникатив.

Йыһазландырыу: Р. Бикбаевтың портреты, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, яҙыусылары плакаттары, Урал тауҙары һынландырылған һүрәттәр, ребус, мультимедиа, ҡурай моңо яҙылған аудиотаҫма, магнитофон.

Дәрес барышы.

I. Психологик кәйеф шарттары булдырыу

Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу

У. Һаумыһығыҙ, балалар!

Дәрес Уҡыусыларҙың ҡәйефен күтәреү, рухи күтәренкелек барлыҡҡа килтереү. Эшкә өндәү.

Ҡулдарҙы өҫкә күтәреү

Бер-береңә ҡарау

Уҡытыусы.

Һаумыһығыҙ, һаумы әле,

Ниндәй йылы һүҙ икән!

Күңелдәрҙе иретерлек,

Һәр кемгә лә үҙ икән.

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙе йылмайышып сәләмләйек!

II. Артикуляцион күнегеүҙәр.

Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ.

III. Дөрестең темаһын әйтеү, маҡсатын аңлатыу.

- Бөгөнгө дәрестең темаһын билдәләр өсөн беҙгә кроссворд сисергә кәрәк булыр. Кроссвордты сискәндә үткән дәрестәр темаларын һәм Башҡортостан тураһында белгәндәрегеҙҙе иҫләгеҙ.

. Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы. 2. Ағиҙел йылғаһы башланған тау, Башҡортостандың иң бейек түбәһе. 3. Башҡорт халыҡ йыры, башҡорт халҡының милли гимны. 4. Белем шишмәһе. 5. Башҡортостандың иң ҙур күле. 6. Башҡортостандың тәүге халыҡ яҙыусыһы. 7. Башҡортостанда иң оҙон йылға. 8. З. Биишева тыуған район. 9. Башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарының ҡыллы музыка ҡоралы. 10. Башҡорт халҡының милли батыры. 11. Республикалағы йәштәр гәзите. 12. Тыуған ил.

- Бөгөн дәресте беҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Бикбаевтың тормош юлы һәм ижады менән танышасаҡбыҙ. Шағирҙың “Уралыма” әҫәре менән нимәләр әйтергә теләгәнен, Уралдың үткәнен нисек һүрәтләүен белербеҙ. Уның күңеле ни өсөн тыныс булыуын аңларбыҙ.

IV. Яңы тема.

- Әйҙәгеҙ, хәҙер Башҡортостандың халыҡ шағирҙарын һәм яҙыусыларын иҫкә төшөрәйек. (Уҡытыусы Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙарының портреттарын күрһәтә, уҡыусылар уларҙы атап, тыуған ерҙәрен, уҡылған әҫәрҙәрен әйтә).

1. “Уралыма” шиғыры буйынса эш.

а) Һүҙлек эше.

- Хәҙер бирелгән һүҙҙәрҙе хор менән минең арттан эйәреп уҡығыҙ.

Һын – стан, фигура; ҡын – ножны; килмешәк – переселенец; баҡһам – посмотрю; индәрендә - на плечах.

- Был һүҙҙәр нисек тәржемә ителә?

- Һүҙлек дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.

б) Шиғырҙы тасуири уҡыу.

Уҡытыусы ҡурай моңо аҫтында шиғырҙы уҡый. Уҡыусылар уны рус теленә тәржемә итә һәм үҙ аллы уҡый.

в) Һорауҙарға яуаптар.

-Уралдың үткәнен автор нисек һүрәтләй? (1, 2-се куплетты яңынан уҡып үҙ һүҙҙәре менән һөйләйҙәр).

- Авторға нимә йәшәү көсө бирә? (3-сө куплетта яуап табалар).

- Уның күңеле ни өсөн тыныс? (4-се куплет).

- Һеҙ Урал тураһында тағы нимәләр өҫтәп әйтер инегеҙ? (Боронғо башҡорттар өсөн Тыуған ил һәм Урал төшөнсәһе айырылғыһыҙ булған. Башҡорттарҙың иң изге уйҙары, йырҙары, көйҙәре, легендалары Уралға арналған. Беҙҙең илебеҙҙең тәбиғәте бик бай һәм ғәжәп матур ул. Башҡортостандағы ҡуйы урмандарға, аллы-гөллө сәскәләргә, йәм-йәшел үләндәргә, бейек тауҙарға һоҡланып туймаҫһың).

г) Уҡыусылар тексты ҡысҡырып сылбырлап уҡый.

ғ) Шиғыр өҫтөндә эште йомғаҡлау.

- Шағир үткәне менән ғорурлана: күпме дошман беҙҙең илде баҫып алырға теләгән, ләкин булдыра алмаған; шағир Твуған иленең бөгөнгөһөн ярата, уның менән һоҡлана һәм киләсәге тыныс булырына ышана. Был хис тойғйлар шиғырҙың ҡайһы юлдарында күренә?

- Автор Уралды нимәгә оҡшата?

- Ни өсөн уны ҡандан ҡынға кергән ҡылыс менән сағыштыра?

д) Тыуған ил тураһында мәҡәлдәр.

1. Ребус сисеү: Тыуған илем .

- Мәҡәлде тәржемә итегеҙ.

- Ни өсөн Тыуған ил алтын бишек менән сағыштырыла?

- Тағы ла ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? (Иле бар батыр хур булмаҫ, батыры бар ил хур булмаҫ. Иле юҡтың – көнө юҡ).

.

V. Дәресте йомғаҡлау. Баһалау.

Рефлексия

Дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй ине?

Маҡсатыбыҙға ирештекме?

Нимә белдек?

Кемдәр бик һәйбәт эшләне?

Кемдәр үҙҙәрен маҡтай алалар?

Кем иптәшен маҡтарға теләй? Ни өсөн?

Кем бөгөн алған белемен киләсәктә ҡуллана алам, бөтәһен дә аңланым тип уйлай, йәшел түңәрәк күтәрегеҙ.

Кемгә әле белемен нығытырға кәрәк, һеҙ һары түңәрәк күтәрегеҙ.

Кемгә бөгөн бик ауыр булды, кемгә ярҙам кәрәк ҡыҙыл түңәрәк күтәрегеҙ

Бик тырышып эшләнегеҙ. Рәхмәт!

Баһаларҙы ҡуйырға ярҙам итегеҙ әле, балалар!

Күмәкләп баһалар ҡуйыу

VI. Өйгә эш.

а) Шиғырҙы тасуири уҡырға; б) Урал, уның тәбиғәте тураһында һөйләргә әҙерләнергә; в) бәләкәй генә хикәйә төҙөргә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

План - конспект урока в форме презентации в программе Power Point на немецком языке по теме " Немецкая пресса для подростков" и конспект урока в программе Word к УМК И.Л.Бим., Л.В.Садомовой " Шаги 5" для 9 класса.

Презентация конспекта урока на немецком языке  в программе Power Point по теме "Немецкая пресса для подростков" и конспект в программе  Word показывают некоторые приёмы работы по теме "СМИ" ...

ПЛАН-КОНСПЕКТ УРОКА План-конспект урока в 11 классе «Фотоэффект. Применение фотоэффекта.»

Урок с использованием  ЭОР. В изучении нового материала используется информационный модуль  "Фотоэффект" для базового уровня старшей школы.  В практический модуль входи...

РАЗВИТИЕ РЕЧЕВОГО УМЕНИЯ С ПОМОЩЬЮ МЕТОДА ОПОРНЫХ СИГНАЛОВ-КОНСПЕКТОВ РАЗВИТИЕ РЕЧЕВОГО УМЕНИЯ С ПОМОЩЬЮ МЕТОДА ОПОРНЫХ СИГНАЛОВ-КОНСПЕКТОВ.АНГЛИЙСКИЙ ЯЗЫК.

Говорение на иностранном языке, особенно в монологической форме, представляет большую трудность для учащихся.Обучение с помощыо метода опорных сигналов открывает большие возможности в развитии речи уч...