Открытый урок
план-конспект урока (9 класс)

Шайхуллина Эльмира Фаузатовна

Урок "Жизнь и творчество З.Валиди "

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл zaki_validi.docx28.16 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы муниципаль районының Ҡышлауйылға ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Тема:   Зәки Вәлидиҙең тормош һәм ижад юлы

(дәрес)

    Төҙөнө: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Фәүзәт ҡыҙы Шәйхуллина

Тема. Зәки Вәлидиҙең тормош һәм ижад юлы

Маҡсат: уҡыусыларҙы З.Вәлидиҙең тормош юлы, ижады менән таныштырыу, тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу, күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре  менән ғорурланыу хисе тәрбиәләүң. Уның башҡорт халҡының азатлығы өсөн көрәшсе булыуын уҡыусылар күңеленә һеңдереү. Тарихи шәхестәрҙе белергә теләк уятыу, уларға ҡарата хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү. Хәтирә жанры тураһында төшөнсә биреү.

Йыһазлау. З.Вәлидиҙең портреты, шағирға арналып эшләнгән альбом, шағирҙың хеҙмәттәре, мультимедия проекторы. Вәлиди тураһында гәзит – журналдарҙа баҫылған мәҡәләләр тупланмаһы, презентация.

 Iэтап.

Ойоштороу.

Маҡсат: белем алыуҙы мотивлаштырыу.

Артикуляцион күнегеү.

Хәйерле көн, алһыу таңдарға!

Хәйерле көн,һайрар ҡоштарға!

Хәйерле көн,зәңгәр күктәргә!

Хәйерле көн, яҡын дуҫтарға!

Психологик комфорт тыуҙырыу .

-Ошондай матур шиғырҙы уҡығас, кәйефтәрегеҙ күтәрелеп киткәндер. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә йылмаяйыҡ, уңыштар теләп, дәресебеҙҙе йылмайыуҙан башлайыҡ.

II этап.

Экранда Н. Нәжми “Көҙән”.

Көҙән — Истанбул,

Истанбул - Көҙән...

Ошо араны

Нисәмә йылдар

Уйҙарҙа гиҙәм...

Көҙән — ул ауыл,

Истанбул ҡала.

Көҙәндә тыуа,

Тыуа бер бала.

Был шиғырҙә кем тураһында һүҙ бара ?

 Уҡытыусының инеш һүҙе.

Уҡыусылар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән Зәки Вәлидиҙең тормош һәм ижад юлына байҡау яһарбыҙ.

-Кем ул Зәки Вәлиди? Ул ҡасан һәм ҡайҙа тыуған? Һеҙ ниндәй хеҙмәттәрен беләһегеҙ?

Экранда Зәки Вәлиди портреты.(презентация)

III этап

Уңыш ситуацияһын ойоштороу.

Ҡунаҡтар менән таныштырыу.

“Йәнтөйәк” гәзите редакторы Имаева Наилә Зәйнулла  ҡыҙы ,7 се класс уҡыусыһы Динара Шәрифханова.

 Яҙыусының биографияһы менән  Имаева Наилә Зәйнулла ҡыҙы таныштырып үтә.

Зәки Вәлиди. ...Был исемде әйтеү менән тарихыбыҙҙың үткәне, бөгөнгө һәм киләсәктә буласаҡ саф һәм сағыу биттәре күҙ алдына баҫа.Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы Вәлидов  — күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы. Шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе, Фәлсәфә докторы (1935), профессор, Манчестер университетының мөхбир докторы (1967).Әхмәтзәки Вәлиди 1890 йылдың 10 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Илсек-Тимер улусының, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Көҙән ауылында тыуған.Әхмәтзәки сығышы менән дин эшмәкәрҙәре Вәлидовтар — Суҡлыҡай ырыуы башҡорттары нәҫеленән була. Әхмәтзәки Вәлиди үҙе иҫкә алғандарҙан билдәле иң элекке ата-бабалары Иштуған булған. Башҡортостан Республикаһының Үҙәк дәүләт тарихи архивында һаҡланған мәғлүммәттәр буйынса, беҙгә уның ҡарт-ҡарт-ҡартатаһының Тайып Иштуған (1750—1837) һәм ҡарт-ҡарт-өләсәһе Гөләндән Мортазина булыуы билдәле, улар икеһе лә типтәр ҡаталамынан сыҡҡандар тип яҙылған. Тайыптың өс улы булыуы билдәле — Әйүп, Хәлит һәм Вәлит (Әхмәтзәкинең ҡарт-ҡартатаһы). Вәлиттең өс ҡатыны һәм ун бер улы булыуы билдәле, улар араһында Әхмәтзәкинең ҡартатаһы — Әхмәтйән дә була. Документтар буйынса Әхмәтйән Вәлидовтың башҡорт булыуы һәм уның ҡатыны Мөхәбъямал Уйылданова булыуы билдәле.1898—1902 йылдарҙа Әхмәтзәки Вәлиди Көҙән ауылы мәҙрәсәһендә башланғыс синыфтарҙа атаһы Әхмәтшаһ Әхмәтйән улы Вәлидовтан һабаҡ ала, ә әсәһе Өммөлхаяттан фарсы телен өйрәнә.1902—1908 йылдарҙа Үтәк ауылында бабаһы (әсәһенең ағаһы) Хәбибназар Мөхәммәткафи улы Һатлыҡов (1862—1921) мәҙрәсәһендә белем алыуын дауам итә.1908—1909 йылдарҙа Ҡазанда «Ҡасимиә» мәҙрәсәһендә уҡый. 1909—1911 йылдарҙа — шул уҡ мәҙрәсәлә төрөк тарихы һәм ғәрәп әҙәбиәте тарихын уҡыта. Шул уҡ ваҡытта 1910 йылдан алып Ҡазан университетында В. А. Богородский һəм Н. Ф. Катановтың тарих һəм лингвистика буйынса лекцияларын тыңлай.

Уҡыусы : 400-ҙəн ашыу фəнни хеҙмəт авторы, шул иҫәптән «Төркиҙəрҙең дөйөм тарихына инеш» (1946), «Тарихи тикшеренеү методологияһы» (1950) һәм башҡалар. 1969 йылда Истанбулда «Хəтирəлəр» (урыҫ телендə 1994 йылда, 1997 йылда һəм 1998 йылда, башҡорт телендə 1996 йылда баҫылып сыға). Был хеҙмəт ХХ быуаттың 1-се сирегендə Рəсəй империяһы һəм ССС-ҙың мосолман халыҡтарының милли-азатлыҡ хəрəкəте, Башҡортостан автономияһы төҙөү тарихтары буйынса ҡиммəтле сығанаҡ булып тора.

IV этап. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү. Әҫәрҙе аңлауҙарын тикшереү.

Маҡсат: телмәр күнекмәләрен үҫтереү өҫтөндә эшләүҙе формалаштырыу.

 «Хәтирәләр” китабынан бирелгән өҙөк менән танышыу.

а) Уҡытыусының тексты башлап уҡыуы.

б) Уҡыусыларҙың сылбырлы уҡыуҙары.

Физминутка:      Ҡурай моңон тыңлау.

Һүҙ музейҙа булып ҡайтҡан Динара Шәрифхановаға бирелә (презентация)

Әхмәтзәки Вәлиди музейы Ишембай районы Көҙән ауылының уртаһында урнашҡан. Ҡаршыда ғына матур мәсет манараһы күтәрелгән. Уның артында – йәшеллеккә күмелгән парк…Музейҙың бинаһы Вәлидовтарҙың элекке йорттары урынына урнашҡан. Нигеҙ ташын 1990 йылда Әхмәтзәки Вәлидиҙең балалары – Субидәй Тыуған һәм Исәнбикә Тыуған һалған. Башҡорт халҡының данлыҡлы улы, донья күләмендәге тарихсы-ғәлим, яҙыусы-публицист, Көнсығыш һәм төрки доньяһы фәлсәфәсеһе, Башҡортстан дәүләтселегенә нигеҙ һалыусы йәмәғәт һәм сәйәси эшлекле Әхмәтзәки Вәлидигә бағышланған музей уның тыуған ауылы Көҙәндә тантаналы рәүештә 1994 йылда асыла. Бында барлығы 2155 предмет теркәлгән, 1495 экспонат төп фондты тәшкил итә, ҡалғандары ярдәмсе предметтар. Экспозицияләр хронологик тәртиптә эшләнгән. Музейда, Вәлидинең ата-әсәһеннән тыш, байтаҡ тыуғандарының фотолары ҡуйылған. Шәжәрә ағасы күп мәғлүмәт бирә.Ҡомартҡылар йорты ошондай: бында Әхмәтзәки Вәлидинең профессор мантияһы, дипломдары, үҙе ҡулланған көнкүреш әйберҙәре, китаптар, улар янында Германиялә һатып алған фотоаппарат та үҙ урынын алған. Музей уртаһында постаментта – Темәстәге Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе кабинетыннан китерелгән өҫтәл! Унда Вәлиди һыҙған Башҡортостан картаһы. Витринала төрлө телдәрҙә баҫылып сыҡҡан китаптары урын алған.Кесе залдың икенсе өлеше ауыл мәдрәсәһен хәтерләтә. Ихатала Вәлитовтар гәиләһенең койоһо. Уны матур итеп уратып алғандар, япма эшләгәндәр.Башҡорт халҡының һөйөклө улы, сәйәсмән, гуманист, фәлсәфәсе, тарихсы-этнограф, социолог, лингвист, педагог һәм яҙыусы-публицист Әхмәтзәки Вәлиди тормошон, көрәшен һәм ижадын сағылдырыусы музей менән танышкас, миндә уның шәхесенә һоҡланыу, уның менән ғорурланыу хисе тағы ла артты.

Уҡытыусы һөйләй:

Ш. Бабич “Зәки – Башҡортостан терәге”.

Башҡорт халҡына көйлө хитап

Башҡорт халҡы, һиңә бер һүҙ әйтәм,

Минең әйткән һүҙҙе тыңлаһаң,

Зәки һеҙҙе һатҡан тигән һүҙгә

Ышанмаҫһың, алйот булмаһаң.

Уйыңа ла алма, башҡорт булһаң,

Әхмәтзәки һеҙҙе һатыр, тип!

Ҡөрьән үбеп, Зәки ғәһед иткән,

Уйлай күрмә, антын тапар, тип.

Башҡорттағы намыҫ, иман менән

Ярһып тибә Зәки йөрәге,

Ҡолаҡ асма дошман ҡотҡоһона!

Зәки – Башҡортостан терәге.

Башын һалып, Зәки эшкә кергән

Етем Башҡортостан бәхетенә,

Валлаһи, ул һатмаҫ Тыуған илен

Донъя аҡсаһына, тәхетенә.

Ышан, ышанғандай бер Аллаңа,

Зәки – һинең тоғро уғылың,

Утҡа бешер Зәки, һыуға төшөр,

Әммә һатмаҫ намыҫ-күңелен...

VI этап.

 Йомғаҡлау

 Уҡыусылар, кем ул З.Вәлиди, уның тураһында нимәләр белгәнегеҙ тураһында тикшереү эшен үткәреп алайыҡ (тест һорауҙарына яуаптар алыу)

1) «Хәтирәләр” китабында нимә тураһында яҙған?

а) тәбиғәт; б) Ватан һуғышы; в) биографияһы.

2) Ул ниндәй ғаиләлә тыуған?

а) бай; б) ярлы; в) мулла ғаиләһендә.

3) Ниндәй телде үҙ аллы өйрәнгән?

а) урыҫ телен; б) сыуаш телен; башҡорт телен.

4) Ғүмеренең күп өлөшөн ҡайһы илдә йәшәй һәм эшләй?

а) Германияла; б) Башҡортостанда; в) Төркиәлә.

5) З.Вәлиди башҡорт халҡы өсөн нимәләр эшләгән?

а) Башҡорт АССР- ын төҙөшөүсе; б) яңы йорттар төҙөшкән; в) матди ярҙам күрһәткән.

 Хәтирә жанры тураһында төшөнсә биреү.

 VII этап.

Рефлексив анализ, баһалау.

Шулай итеп, уҡыусылар, ни өсөн З.Вәлидиҙе башҡорт халҡының бөйөк шәхесе тибеҙ?

Һеҙ тағы ла кемдәрҙе халҡы өсөн йәшәгән һәм көрәшкән тип әйтер инегеҙ?

 Уҡыусыларҙың яуаптарын баһалау.

VIII этап.

Өйгә эш биреү

 З.Вәлиди тураһында интернет силтәренән өҫтәмә мәғлүмәт тупларға .


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Разработка открытого урока по теме: «Географическая оболочка» Урок-открытие

Что такое географическая оболочка? ГО – это взаимосвязь и взаимодействие всех оболочек Земли -  всех сфер Земли.Какие это сферы?Постановка проблемы1.     Ученику дается г...

Открытый урок по алгебре в 7 классе «А» тема: «Уравнения с одной переменной». Открытый урок по алгебре в 7 классе «А» тема: «Уравнения с одной переменной».

Открытый урок по алгебре в 7 классе «А»тема: «Уравнения с одной переменной».презентация по данной теме...

Открытый урок (мастер-класс) по русскому языку, проведённый на Фестивале инновационных идей в региональном образовании «Педагогические открытия 21 века» по теме Урок – исследование. «Предлог». (7 класс)

Тема: Предлог. (Закрепление знаний)Цель урока а) учебная: систематизировать и обогатить знания учащихся о предлоге, на основе заданий-исследований предупредить возможные ошибки в употреблении предлого...

Открытый урок по английскому языку. Открытый урок на активность обучения английского языка». (2 е—5 е классы обучения предмету)

Применение различныхвидов игр на уроке с целью закрепления лексических и грамматических навыков в обучении английскому языку....

3.2.Совершенствование методов обучения и воспитания через проведение открытых уроков/занятий на МО муниципального уровня (экспертный лист оценивания, протокол посещения второго открытого урока от МО муниципального уровня)

3.2.Совершенствование методов обучения и воспитания через проведение  открытых уроков/занятий на МО муниципального уровня (экспертный лист  оценивания, протокол посещения второго открытого у...