Внеклассное мероприятие
методическая разработка (8 класс)

Шайхуллина Эльмира Фаузатовна

Внеклассное мероприятие интеллектуальная игра 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon Интеллектуальная игра 60.5 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы муниципаль районының Ҡышлауйылға ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Тема:   Шәйехзада Бабич ижадына арналған интеллектуаль уйын (кластан тыш сара).

    Төҙөнө: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Фәүзәт ҡыҙы Шәйхуллина

Тема:   Шәйехзада Бабич ижадына арналған интеллектуаль уйын (кластан тыш сара).

Маҡсат: Шәйехзала Бабичтың тормошо һәм ижад юлы буйынса үткәндәрҙе иҫкә төшөрөү һәм нығытыу;  шиғырҙар нигеҙендә уҡыусыларҙа  халҡыбыҙ тарихына, телгә, хеҙмәткә һөйөү,ғәҙеллек, эшһөйәрлек,намыҫлылыҡ кеүек ыңғай  сифаттар тәрбиәләү; уҡыусыларҙың хәтерен, иғтибарлылығын, һөйләү телмәрен үҫтереү.

Йыһазландырыу: Шәйехзада Бабичтың портреты, китаптарынан күргәҙмә, шиғырҙары буйынса төшөрөлгән һүрәттәр, мультимедия проекторы, слайдтар,викторина һорауҙары.

Алдан әҙерлек: команда составына кермәгән 4 уҡыусыға эштәрҙе бүлеп биреү (1-биография, 2 – ижады,3 – шиғыр, 4 – йыр)

Кластан тыш сараның алып барылыу тәртибе:

1-се уҡыусы: Шәйехзада Бабичтың тормош юлы тураһында һөйләй: Шәйехзада Бабич Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Әсән ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында, атаһы, Әсән мәхәлләһенең муллаһы, Мөхәммәтзәкирҙең мәҙрәсәһендә ала. 1910 йылда ҡаҙаҡ далаларында ҡаҙаҡ балаларын уҡыта. Шәйехзада Бабич 1911–1916 йылдарҙа Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый. Мәҙрәсәлә ҡулъяҙма рәүешендә сығарылған «Парлаҡ», «Эләктергес» исемле журналдарҙы сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡорт халҡының төрлө ҡыҫымдар арҡаһында ауыр тормош көтөүе, башҡорт ерҙәре мәсьәләләре киҫкенләшеү, әсә телендә яҙма булдырыу, дөйөм белем биреүҙе камиллаштырыу тураһында борсолоп шиғырҙар ижад итә. Өфөлә, Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә әҙәби кисәләр, концерттар ойоштороусыларының береһе була. 1917 йылдың көҙөнән башҡорт милли хәрәкәтенең ҡатнашыусыһы, Автоном Башҡурдистандың Башҡорт өлкә шуроһының сәркәтибе, "Башҡорт" газетаһының мөхәррире, башҡорт йәштәре ойошмаһы "Тулҡын"дың етәксеһе. 1918-1919 йылдарҙа башҡорт ғәскәренең хәрби корреспонденты булып эшләй.
1919 йылдың 28 мартында Башкорт Ғәсҡәрҙәре Ҡыҙылдар яғына күскән ваҡытта староверҙар тарафынан йыртҡыстарса, меңдәрсә өлөштәргә турап үлтерелгән.

2-се уҡыусы Шәйехзада Бабичтың ижады тураһында һөйләй: Шәйехзада Бабичтың 1912 йылда төҙөлгән шиғри ҡулъяҙма йыйынтығы һаҡланып ҡалған. Уның тәүге баҫмалары 1913 йылда «Шура» һәм «Аҡмулла» журналдары биттәрендә Бәбәйчуб, Сытырман, Шөпшә псевдонимдары аҫтында баҫылып сыға.1914 йылда яҙылған «Халҡым өсөн» шиғыры шағирҙың үҙәк әҫәрҙәренең береһе булып тора. Р. Т. Бикбаев буйынса халыҡ Бабичтың ғүмер буйы табынасаҡ оло мөхәббәтенә әүерелә.1916 йылда Бабич төрки телендә баҫылып сыҡҡан «Тормош» гәзите редакцияһына үҙенең «Көтәм» тигән шиғырын алып килә һәм нисек башҡорт телендә яҙылған шулай баҫтырыуҙы һорай, гәзит мөхәррире быны хупламай һәм үҙгәртеп баҫтырырға тәҡдим итә, әммә шағир үҙ һүҙендә ҡала. «Көтәм» шиғырында шағирҙың туған халҡына мөхәббәте, уның киләсәгенә бағлаған өмөттәре һәр юлында күренә..

1918 йылда Бабичтың үҙе иҫән сағында сыҡҡан берҙәнбер баҫмаһы — «Йәш Башҡортостан» китабы нәшер ителә. Был китаптағы шиғырҙар һәм поэмалар, шағирҙың башҡа күп кенә әҫәрҙәре һымаҡ, Башҡортостан автономияһын ойоштороуға бәйле ваҡиғаларға арналған, миллипатриотик рух менән һуғарылған. 1919 йылда донъя күргән «Башҡорт халҡына көйлө хитап» шиғыры Башҡорт милли хәрәкәтенең асылын аңлата.        

 (уҡытыусы тасуири уҡый):

       

Башҡортостан

Арыҫландар үҙ ерен

Залимдарҙан тапатмаҫ,

Таптаймын тип атлаһа,

Башҡорт ҡаны атлатмаҫ.

Ил өҫтөнә сапҡан яу

Башҡорт йәнен ҡаҡшатмаҫ,

Бысраҡ табан аҫтында

Башҡорт намыҫы ятмаҫ.

Башҡортостан — гөлбостан,

Сөнбөлөстан, нурбостан,

Шунда тыуған, шунда үҫкән

Башҡорт атлы арыҫлан!

Башҡортостан баҡсаһы —

Арыҫландар торған ер;

Арыҫландар бабаһы —

Ҡаһармандар йөрөгән ер;

Ҡаһармандар кәүҙәһен

Ҡосаҡлаған, күмгән ер;

Хәләл ҡандар шәүләһен

Күккә тәрсим ҡылған ер.

Башҡортостан — гөлбостан,

Былбылстан, нурбостан,

Шунда тыуған, шунда үҫкән

Башҡорт тигән арыҫлан.

                                                Интеллектуаль уйын.

        Алдан ике команда әҙерләнә (командалар составына  урта звенола уҡыусы балалар инә). Һорауҙар программала бирелгән әҫәрҙәр буйынса алына, улар тулыһынса уҡылырға тейеш.

Жюри ағзалары: әҙәбиәт уҡытыусылары, китапханасы.

        Уйындың шарты: экранда 3 табличка , һәр айырым тема аҫтында 4-әр һорау.Ә ундағы һорауҙар һандар менән билдәләнгән була, шуға күрә команда һорауҙы  белмәйенсә генә һайлай.Әгәр ҙә команда үҙенә эләккән һорауға яуап бирә алмаһа,ул һорауға яуапты икенсе команда йә ҡарап ултырыусылар бирә ала.        

Баһалау: жюри ағзалары  яуаптарҙың дөрөҫлөгөн, тулылығын иҫәпкә ала.

Иң юғары балл- 5.

                                                                                                                                                                                                                     

                                                                                                                                             

   Шиғырҙар буйынса һорауҙар:

  1. Килде заман,инде шатлан,курай,

  Йәмле тауышың илгә яңраһын!

 Был юлдар ниндәй шиғырҙан алынған һәм унда нимә тураһында һүҙ бара?

  • 1-се карточка асылып, һорауға яуап алғандан һуң, алдан әҙерләнгән уҡыусы “Ҡурайҡайға” шиғырын тасуири итеп яттан һөйләп ишеттерә.

  2.«Бәхетем» шиғырында яҙыусы  үҙен кем тип атай ?

3.«Тупраҡ» шиғырендә тупраҡты нимә менән сағыштыра ?

  4. “Айға мендем” шиғыре нисәнсе йылда яҙылған?

“ Иҫтә лә юҡ иҫке сәкмән” әкиәте  буйынса һорауҙар:

  1.Ни өсөн был әкиәтте сатирик әкиәт тип йөртәләр?

  2.Иң беренсе булып ниндәй журналҙа һәм нисәнсе йылда баҫылып сыға?

  3.Әкиәттә ниндәй ҡалалар иҫкә алына?

  4.Яҙыусы рустарҙы кем тип атай?

   “ Бабич” фильмы  буйынса һорауҙар:

  1.Фильм нидәй байрамға арналып сығарыла?

  2.Фильмдың  режиссёры кем?

  3.Был фильм нимә тураһында?

  4.Шәйехзада Бабич ролен кем башҡара?

  • 3-сө карточка асылып, һорауға яуап алғандан һуң, фильмдан өҙөк күрһәтелә.

        

  • Һәр команданан берәр уҡыусы сараны йомғаҡлап, Шәйехзада Бабич ижады тураһында ҡыҫҡа, әммә  йөкмәткеле сығыш әҙерләй.

Сығыштар әҙерләнгәнсе,  сарала ҡатнашыусы барлыҡ уҡыусылар өсөн викторина үткәреү.  

1-се һорау:  Яҙыусыны беҙҙең яҡташыбыҙ  Кирәй Мәргән

 менән нимә бәйләй?

2-се һорау: Бабичтың тамырҙары ҡайҙан башлана?

3-сө һорау: Бабичҡа музей ҡайҙа һәм ҡайсан асыла?

4-се һорау: “Беренсе Республика” фильмында Бабичтың ниндәй йыры яңғырай?

5-се һорау: Яҙыусының ниндәй шиғырҙәренә йырҙар ижад ителгән?

Ҡарауан Һарай төркөмө башҡарған «Башҡортостан-гөлбөстан” йырын тыңлап үтү.

  • Сығыштарҙы тыңлау.
  • Жюри ағзалары командаларҙың мәрәйҙәрен һанай. Еңеүсе команда  һәм шулай уҡ иң әүҙем ҡатнашыусы уҡыусы билдәләнә.

Уҡытыусының йомғаҡлау  һүҙе:

 Ҡәҙерле уҡыусылар, талантлы шәхесебеҙ Шәйехзада Бабич  ижадына арналған сара аҙағына ла килеп етте.Уның беҙгә яҙып ҡалдырған рухи хазинаһын – бай телле, ҡыҙыҡ та, фәһемле лә әҫәрҙәрен уҡыйыҡ, өйрәнәйек, уларҙан үҙебеҙгә һабаҡ алайыҡ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Внеклассное мероприятие по русскому языку "Путешествие в стран иностранных слов" Внеклассное мероприятие по русскому языку "Путешествие в стран иностранных слов" Внеклассное мероприятие по русскому языку "Путешествие в страну иностранных слов"

Цель данного мероприятия в занимательной форме  показать разные уровни функционирования русского языка: как одного из мировых языков, как языка народов, населяющих Россию, как государственн...

Внеклассное мероприятие по русскому языку "Путешествие в стран иностранных слов" Внеклассное мероприятие по русскому языку "Путешествие в стран иностранных слов" Внеклассное мероприятие по русскому языку "Путешествие в страну иностранных слов"

Цель данного мероприятия в занимательной форме  показать разные уровни функционирования русского языка: как одного из мировых языков, как языка народов, населяющих Россию, как государственн...

Методическая разработка уроков и внеклассного мероприятия «Проектная деятельность учащихся на уроках развития речи и внеклассном мероприятии по теме «Русские народные промыслы»

Проектная деятельность – один из лучших способов для совмещения современных информационных технологий, личностно-ориентированного обучения и самостоятельной работы учащихся. Главное – продумать ...

Методические разработки внеклассных мероприятий по физической культуре и спорту. Методические разработки внеклассных мероприятий по физической культуре и спорту.

Аннотацияк учебно-методическим  разработкам внеклассных мероприятий  по физической культуре с использованием нестандартного оборудования. 1....

Методическая разработка внеклассного мероприятия по математике «Что такое коррупция». (8-9 классы) Внеклассное мероприятие по математике «Что такое коррупция»

Данная методическая разработка внеклассного мероприятия   «Что такое коррупция?»  составлена и применялась как внеклассное мероприятие по дисциплине “Математика»   для обучающ...

Внеклассное мероприятие, посвященное 23 февраля (военно-спортивный праздник). Внеклассное мероприятие, посвященное 23 февраля (военно-спортивный праздник). Внеклассное мероприятие, посвященное 23 февраля (военно-спортивный праздник).

-соединить спортивно-оздоровительную работу с патриотическим воспитанием   школьников   -развивать у детей мотивацию к занятию спортом   - формирование спортивных к...