Формирование универсальных учебных действий на уроках башкирского языка
статья по теме

что такое УУД?какие УУД формируются на уроках башкирского языка.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл statya.docx23.21 КБ

Предварительный просмотр:

ФГОС  индереү шарттарында башҡорт теле дәрестәрендә универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу.

Уҡыусыларҙың яңыса фекерләүен үҫтереүгә булышлыҡ иткән дәрестәр үткәреү өсөн уҡытыусыларҙың оҫталығын, белемен камиллаштырыу һәр ваҡыт бик актуаль мәсьәлә. Ысынлап та, үҙ һөнәреңдең оҫтаһы булыу һәр саҡ заманса ҡарашлы булырға, ең һыҙғанып эшләргә, ижади эҙләнергә, үҙеңдең профессиональ һәләттәреңде, белемеңде үҫтерергә кәрәк.

Шуға күрә, бөгөнгө көндә, ФГОС индереү шарттарында,  уҡытыусы - әҙер мәғлүмәттәрҙе генә биреүсе, еткереүсе түгел. Ул балаларға  үҙҙәренә яңы белемдәр табырға, эҙләргә ярҙамсы, этәргес кеше  булып торорға тейеш.

Башҡорт теле буйынса Стандарттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн

мотлаҡ шарттар:

• мәғлүмәти-коммуникацион технологиялар ҡулланыу мөмкинселеге:

- мультимедия, интерактив мәктәп таҡтаһы,

- башҡорт теле курсының төп разделдары буйынса электрон дәреслектәр, мультимедиялы тренингтар,

- башҡорт теле курсының бөтә бүлектәре буйынса электрон дәреслектәр,  мультимедиялы тренингтар,

- башҡорт теле курсының бөтә бүлектәре буйынса контролләштереүсе программалар,  

- башҡорт теле буйынса электрон китапхана,

- компьютер уйын программалары;

  • мәғлүмәти һәм коммуникацион технологиялар  контроль, баһалау һәм  уҡыусыларҙың уҡыу уңыштарын мониторингалау системаһын  булдырыу;
  • традицион уҡыу сараларын иҫәпкә  алыу, ҡулланыу.

Шулай уҡ һәр дәрестә  уҡыусыларҙың универсаль  уҡыу  эшмәкәрлеген формалаштырыу  мотлаҡ.

Нимә ул универсаль  уҡыу  эшмәкәрлеге?

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге - киң мәғәнәлә - белем алырға өйрәнеү тигәнде аңлата, тимәк субъекттың үҙ алдына үҫешеүен һәм үҙ-үҙен камиллаштырыуын актив һәм аңлы юл менән яңы социаль тәжрибәне үҙләштереү һәләтлеге.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге - тарыраҡ мәғәнәлә - уҡыусының эшмәкәрлек ысулдарының һәм уның менән бәйле уҡыу күнекмәләренең берҙәмлеге, уның яңы белемдәрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләтлеген булдырыу һәм ошо процесты ойоштора белеүе.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәре:

  • Шәхсән  универсаль  уҡыу эшмәкәрлеге,
  • Регулятив универсаль уҡыу хәрәкәте,
  • Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәлеге,
  • Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге.

Рус мәктәптәрендә башҡорт теле дәрестәрендә иң тәүҙә уҡыусыларҙың коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә  ҙур иғтибар бүлергә кәрәк.

Башҡорт теле курсының коммуникатив – эшмәкәрлекле йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү, кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәм унда актив эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

Функциональ грамоталылыҡтың мөһим индикаторы – предмет-ара статус:

  • коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: 

(телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәрең һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү; ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); 

  • танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

(проблеманы аныҡлау, аргументты ҡуя белеү, логик яҡтан дөрөҫ фекер йөрөтөү, иҫбатлай белеү, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү; библиографик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт алыу, төп һәм өҫтәлмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау; информацион - компьютер саралары ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү, уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү һ.б.);

  • регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: 

(эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ.б. тормошҡа ашырыу).

   Функциональ грамоталылыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә, мәктәптә туған телде өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

  • шәхсән универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:                                                                             (ваҡиғаларҙы һәм эштәрҙе(ҡылыҡтарҙы) ҡабул ителгән этик принциптарға тап килтерә белеү, әхлаҡ нормаларын белеү, рухи киммәттәрен билдәләү,  тәртиптең әхлаҡ аспектын айыра белеү); уҡыусыларҙың уратып алған мөхиттең төрлө өлкәләренә ҡарата мөнәсәбәтен формалаштырыу.

Регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

  • “Беренсе сентябрь” шиғырынан башҡорт теленә генә хас булған өндәрҙе тап, дөрөҫ әйтергә өйрән.
  •  Ниндәй төркөмдәргә бүлергә мөмкин? Ни өсөн?
  •  Бирелгән һүҙҙәрҙең транскрипцияһын яҙ. Ниндәй үҙенсәлектәргә иғтибар итергә кәрәк? (Мәҫәлән, бер хәреф ике өндө белдерә)
  •  Һеҙҙең яуаптар дөрөҫ булдымы? Яуабы дөрөҫ булмаһа, ниндәй темаларға иғтибар итергә, ҡабатларға кәрәк?

Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

  • “1 сентябрҙә ниндәй ҡыҙыҡлы осрашыуҙар булды? Кемдәр менән таныштың?”
  • 7-се биттәге һүрәтте иғтибарлап ҡара, һорауҙарға яуап бир, һүрәт буйынса текст йәки диалог төҙө.
  • 12-се күнегеүҙәге һорауҙарға таянып “Хәтерҙә ҡалған көн” темаһына диалог төҙө.
  •  18-се биттәге һүрәттәр буйынса текст төҙө.

Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

  • “Еҙ ҡыңғырау”шиғырының авторы кем?
  • Һеҙ уның тураһында тағы нимә беләһегеҙ?
  • “Йәмбиргән ауылының йәме” әҫәрен уҡырға һәм һорауҙарға яуап бирергә: ни өсөн ауылға Йәмбирҙе тигән исем бирелгән?
  • Нөгөш йылғаһын автор нисек тасуирлай?
  • Уны нимә менән сағыштыра?

Шәхсән универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

  • “Мәктәп”.“ Мәктәптә үҙеңде нисек тоторға кәрәк?” темаларына әңгәмә ҡороу.
  • Х.Түләкәевтың “Ярҙам” әҫәренә таянып, уҡыусыларҙың иғтибарын кеше һәм йәнлек мөнәсәбәтенә иғтибарҙарын йәлеп итеү, уларҙа хайуандарға  ҡарата  мәрхәмәтлелек  тәрбиәләү.

Уҡыусыларҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең формалашыу кимәлен
түбәндәге критерийҙар нигеҙендә билдәләйҙәр:

  • кластың үҫеш кимәлен дөйөм характеристикалау өсөн универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең конкрет төрөнөң күрһәткесе,
  • универсаль уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәрен системалы рәүештә иҫәпкә алыу,
  • универсаль уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәренең йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу,
  • универсаль уҡыу эшмәкәрлеге үҙенсәлектәрен, типик мәсьәләне сискәндә, уларға  күләм һәм сифат яғынан билдә биргәндә, объектив баһа биреү мөмкинселектәре.

Уҡыусыларҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең формалашыуы уҡытыу этабының аҙағында билдәләнергә тейеш, шуға күрә яңы баһалау ысулдарын, алымдарын булдырыу кәрәк.  

Был баһалау ысулдары түбәндәге критерийҙарға тап килергә тейеш:

  • йәш-психологик үҙенсәлектәре норматив талаптарға тап килеүе,
  • универсаль эшмәкәрлек үҙенсәлектәре алдан бирелгән талаптарға тап килеүе.

Яңы стандарттар уҡыу ситуацияһы тигән термин индерә.

Уҡыу ситуацияһы - уҡыу процесының айырым берәмеге. Уҡыусылар уҡытыусы ярҙамында үҙҙәренең хәрәкәт предметын билдәләйҙәр, төрлө уҡыу хәрәкәттәр ярҙамында уны тикшерәләр, уны үҙгәртәләр, мәҫәлән, формулировкаһын үҙгәртәләр, йә үҙҙәренсә тасуирлайҙар һ.б., өлөшләтә уны хәтерҙә ҡалдыралар. Уҡытыусы уҡыусылар алдында айырым уҡыу эшмәкәрлеге берәмеге булараҡ уҡыу ситуацияһын барлыҡҡа килтерә, шулай уҡ уҡыу бурыстарын уҡыу ситуацияһына әйләндерә  белеү бурысы ҡуйыла.

Уҡыу ситуацияһын барлыҡҡа килтереү

түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алырға тейеш:

  • Уҡыусының йәш үҙенсәлеге;
  • Уҡыу предметының үҙенсәлеге;
  • Уҡыусыларҙы универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең формалашыуы.

ФГОС индереү шарттарында һәр уҡытыусы өсөн иң актуаль:

уҡыусының эшмәкәрлек ысулдарының һәм уның менән бәйле уҡыу күнекмәләренең берҙәмлеге, уның яңы белемдәрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләтлеген булдырыу һәм ошо процесты ойоштора белеүе. Иң мөһиме уҡыусылар  уҡыу процессында өс төр планлаштырған уҡыу һөҙөмтәләрен үҙләштерергә тейеш(шәхсән, предмет, матапредмет).


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Формирование универсальных учебных действий на уроках французского языка

Методика работы над формированием УУД в основной школе....

Психотехнические игры как средство формирования универсальных учебных действий на уроках английского языка в рамках ФГОС

В данной работе представлено теоретическое обоснование применения психотехнических игр для формирования универсальных учебных действий учащихся....

Открытый урок "Формирование Универсальных Учебных Действий на уроке иностранного языка"

Тема урока "Свободное время, досуг. Люблю не люблю". Презентация....

Формирование универсальных учебных действий на уроках русского языка (фрагменты уроков)

статья включает в себя фрагменты уроков русского языка в 7 классе....

Использование ИКТ для формирования универсальных учебных действий на уроках английского языка (по УМК «Английский язык» авторов Кузовлева В.П., Лапа Н. М., Перегудовой Э.Ш.)

Личный опыт использования УМК «Английский язык»  авторов  Кузовлева В.П., Лапа Н. М., Перегудовой Э.Ш. и краткие рекомендации по дополнительному материалу...