"Ғаиләм - ҡәлғәм" темаһына инша
творческая работа учащихся на тему

Сатлыкова Гөлнара Сыңғыҙ ҡыҙы

Һәр баланы уратып алған ҡәлғә булырға тейеш!

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл gailm_-_klgm.docx14.87 КБ

Предварительный просмотр:

Бәхет...Нимә ул бәхет? Ошо биш хәрефтән торған һүҙҙе һәр кем үҙенсә аңлай. Кем өсөндөр был төшөнсә аҡса, хакимлыҡ, яҡшы эш урыны менән бәйле, ҡайһы берәүҙәр һәүетемсә генә, бер кемгә лә ҡамасауламай йәшәүҙе өҫтөн күрә. Әммә, нисек кенә булмаһын, бәхетте ғаиләһеҙ, парһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Һөйгән йәрең, балаларың, атай-әсәйең һау-сәләмәт булыуҙары, туғандарыңдың  имен йәшәүҙәре – бына ошо ул, ысын мәғәнәһендә бәхет.

Минең өсөн бәхет – ғаиләлә. Ҡәҙерлеләрем – атайым, әсәйем, апайым һәм ағайым – менән бер-беребеҙҙе аңлап, хөрмәт итеп, үҙ-ара килешеп йәшәйбеҙ. Ғаилә – йәшәү усағы, кешене шәхес итеп формалаштырыусы һәм үҫтереүсе ғәжәйеп хеҙмәт, бөйөк мәктәп. Ул эсәр һыу, һулар һауа кеүек миңә бик кәрәк, сөнки унан килгән йылылыҡ тырышып йәшәргә, уҡырға көс-ҡеүәт өҫтәй. Хатта яҙмыш ниндәйҙер һайлау, һынау алдына ҡуйғанда ла дөрөҫ йүнәлеш алыу өсөн яҡын кешеңдең һине аңлауы, ышаныуы, терәк булыуы бик мөһим.

Ғаилә – ҡәлғә, ышаныслы тыл, йән тыныслығы табыр, көс туплар урын. Ғаилә ҡәлғәһенең тотҡалары – атай менән әсәнең әһәмиәте бик ҙур. Ғаиләлә иң юғары вазифаны биләүсе һәм башҡарыусы ата кешенең бурысы - баланы яҡлау, хәүеф-хафанан ҡурсалау, тышҡы ҡыйынлыҡтарҙан һаҡлау, аҡыллы кәңәштәр биреү, үҙенең яҡшы ниәттәре, һанап бөткөһөҙ изге эштәре менән балаларына үрнәк булыу. Минең атайым – Әлфир шундайҙарҙан. Ул электрик булып эшләп, кешеләрҙе ут менән тәьмин итә. Ә ҡатын-ҡыҙ ғаилә усағын һаҡларға бурыслы, икенсе төрлө әйткәндә, балалар табып, уларҙы ашатырға, тәрбиәләргә, өй эштәренең еңелдәрен, ҡулынан килгәнен башҡарырға тейеш. Әсәйем – Наилә машина кәрәк-яраҡтары һата. Мин ата-әсәмдең ошо сифаттарға эйә булыуҙары менән ғорурланам. Уларҙың ипле һүҙҙәре, бәхетле ғаилә мөхите күңелемдә ыңғай хис-тойғолар ғына яралта. Атайым менән әсәйемдең һөйөүҙән балҡыуы, уларҙан ағылған тыныслыҡ, эске ышаныс, беҙгә, йәғни балаларына күсә, тормошта ныҡлы аҙымдар менән атларға көс-ҡеүәт өҫтәй, илһамландыра, рухландыра.Уҡыуҙа ла, тормошта ла атай- әсәйемдең өлгөлө малайы булып, уларға бары тик яҡшылыҡ, изгелек генә килтереп йәшәргә ынтылам. Иншамды тамамлап ошондай теләктә ҡалам: һәр бала үҙ ғаиләһендә тәрбиәләнеп, атай-әсәй наҙына күмелеп йәшәһен ине. Донъяла бер етем бала ла булмаһын ине. 

Һеҙҙең менән бергә саҡтар —
Иң ҡәҙерле көндәрем.
Йәшәгеҙ, атай-әсәйем,
Минең ҡәҙерлеләрем!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Милләтем - киләчәгем! Инша.

Татар халкы күп михнәтләр кичергән. Әмма халкымның бүгенгесе бик куанычлы, киләчәге өметле. Без киләчәк буынга гореф-гадәтләребезне, милли йолаларыбызны тапшырырга тиеш....

Инша "Туган телем – татар теле."

Туган тел турында инша...

Инша "Туган авыл" (на татарском языке)

       Туган авыл дип әйтүгә, минем күз алдыма мәһабәт агачлар, яшел  урамнар, матур өйләр килә. Әйе,  туган  авылым  Иштуган  нәкъ...

"Мин - табигать баласы" инша

4В сыйныфы укучысы Гайфуллина Алисәнең "Мин - табигать баласы" исемле иншасы...

Инша

"Табигать -  туган йортыбыз" темасына инша. Эшне үтәде: 6 нчы в сыйныф укучысы- Хәкимуллин Илүс...

инша

инша...

инша

инша...