Рабочая программа по родному башкирскому языку и литературе в 11 классе
рабочая программа (11 класс) на тему

Хабибуллина Василя Абдулловна

Рабочая программа по родному башкирскому  языку и литературе в 11 классе по учебнику Тикеева Д.С.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл rp-brya-11kl.docx74.65 КБ

Предварительный просмотр:

Рабочая программа

по родному башкирскому  языку и литературе

в 11 классе

на 2015-2016 учебный год

общее количество часов – 68

количество часов в неделю – 2

Составлена в соответствии с программой по башкирскому языку и литературе для учащихся-башкир I – XI классов школ  с русским языком

обучения.   Составители: Тикеев Д.С., Тулумбаев Х.А., Вильданов А.Х., Давлетшина М.С., Хуснутдинова Ф.А., Хажин В.И. – Ижевск, “КнигоГрад”, 2008.

Учебник: Башкирский язык и литература. Учебник  по башкирскому языку и  литературе для 11 класса русской школы. Уфа: Книга, 2007.-360 стр.

2015-2016  уҡыу йылына

11-се класс өсөн

 туған (башҡорт)телдән һәм әҙәбиәттән

эш программаһы

дөйөм сәғәттәр һаны – 68 сәғәт

аҙнаһына – 2 сәғәт иҫәбенән

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х.,Дәүләтшина М.С.,Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. – Ижевск,“КнигоГрад” нәшриәте, 2008 йыл  нигеҙендә төҙөлдө.

Дәреслек: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Урыҫ мәктәптәренең 11-се класы өсөн дәреслек. -Өфө: Китап, 2007.-360 бит.

Аңлатма яҙыу.

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең   11-се  класы  өсөн туған  тел һәм әҙәбиәттән  эш программаһы.

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районы Ергән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының төп белем биреүҙең дөйөм белем биреү программаһы нигеҙендә төҙөлдө.

Рабочая програма составлена на основе учебного плана МОБУ СОШ с.Зирган основной образоваельной программы основного общего образования.

Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн: 4-диктант, 1- изложение, 2- инша  үткәреү ҡарала.

Программа кимәле : базис

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Дәреслек: Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. , Хөснөтдинова Ф.Ә.. Башҡорт  теле һәм әҙәбиәте. Рус мәктәптәренең 11-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. – Өфө : Китап, 2007.

М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Рус мәктәптәренең 5-11-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.- Өфө, Китап, 2009- 168 бит; Х.А.Толомбаев, С.В.Атнағолова. Диктанттар йыйынтығы. Башҡорт теле буйынса 5-9 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.- Өфө, Китап, 1993 – 224 бит; Б.Б.Ғафаров. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008. -352 бит;

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:  

И.М.Ғарипов Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. Өфө: Китап, 1994- 168 бит

Ғ.Б.Хөсәйенов Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге – Өфө:Китап,2006 – 248 бит

М.Х.Әхтәмов. Омонимдар һүҙлеге – Өфө: Китап 2006 – 384 бит

З. Ғ.Ураҡсин, Ю.З.Ураҡсин Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2007 – 392 бит

Л.Ғ.Сәйәхова, М.Ғ.Усманова Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2004 – 224 бит

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.– Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;
  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;
  • Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә  тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

Рус һәм башҡа телде белмәгән балаларға мәктәптә башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, практик файҙаланырға өйрәтеү - үҙәк бурыс.
  2. 11-се класта башҡорт туған телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға икешәр сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡорт теленең фонетик,лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
  3. Үҙ фекереңде билдәле бер кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
  4. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Тел материалын эре блоктар алымы менән өйрәнеү тәҡдим ителә һәм башҡорт теленең күренештәрен айырым кластарға бүлеп өйрәнеү өсөн түбәндәге блоктар тәҡдим ителә: 11-се класс. Телдең ижтимағи әһәмиәте. Милләт һәм тел. Донъя телдәре картаһы: Алтай телдәре, Урал  телдәре. Урал-Алтай телдәренең ҡәрҙәшлеге мәсьәләләре.

Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
  2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
  3. Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», «Йәшлек» гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.
  4. Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
  5. Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
  6. Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Хәҙерге әҙәбиәт- 1сәғәт

Егерменсе быуаттың икенсе яртыһында йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙең әҙәбиәткә йоғонтоһо.Яңы быуын шағирҙарының яңы ижади табыштары.

Мостай Кәрим - 4сәғәт. 

Мостай Кәримдең биографияһы һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ижады. Мөхәббәт һәм нәфрәт темаһы.Һуғыштан һуңғы ижадында хеҙмәткә,бәхетле, тыныс тормошҡа дан йырлау.

Ҡара һыуҙар поэмаһында төп темаларҙың контраст бирелеүе:һуғыш һәм тыныслыҡ,батырлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ.

Фәлсәфәүи шиғырҙарында тормош, яҙмыш тураһында уйланыуҙары.

Оҙон-оҙаҡ бала саҡ повесында әҙәп-әхлаҡ проблемаһының ҡуйылышы.Повеста йәмғиәттең,ғаиләнең роле.Әҫәрҙең жанр үҙенсәлектәре.

Ай тотолған төндә трагедияһында башҡорт ырыуҙары көнкүрешенең һүрәтләнеүе.Трагедияның жанр үҙенсәлектәре.

Трагедияларында азатлыҡ өсөн көрәш идеяһының сағылышы.Трагедияның драматик эшләнеше,поэтик теле һәм стиле.

Рәми Ғарипов-3 сәғәт

Р.Ғариповтың биографияһы һәм ижады.

Тыуған төйәккә ,хеҙмәткә дан йырлау.

Лирик шиғырҙарының тематикаһы. Шиғри хикәйәт һәм ҡобайырҙары. Шиғри хикәйәтендә Башҡортостан , ир-егеттәр образы.

Ҡобайырҙары.Тыуған ил,халыҡ яҙмышы, ил улдары тураһында уйланыуҙары.

Поэмалары . Шәхес культы йылдарында ил, халыҡ,милли интелигенцияның эҙәрлекләнеүе фажиғәһен күрһәтелеүе.

Донъя һәм мөхәббәт темалары. Поэтик эшләнеше.

Әхиәр Хәким – 4 сәғәт.

Ә.Хәкимдең биографияһы һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге.

Ә.Хәким-романист. Өйөрмә романында утыҙынсы йылдар фажиғәһе.Репрессияға юлыҡҡан башҡорт интеллегенцияһы,яҙыусылары яҙмышының һүрәтләнеше.

Символик мәғәнәле өйөрмә образы.Тоталитар режимдың сағылышы.

Ғайса Хөсәйенов – 3 сәғәт.

Әҙиптең  биографияһы һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге.

 Парсаларында тормош тураһында уйланыуҙары.

“Рудасы Исмәғил Тасим улы” тарихи-документаль повесын үҙләштереү,төп идеяһын асыҡлау.Унда  ҡаһарманлыҡһәм фажиғә,киләсәкте ҡайғыртыу мотивтары.

Ҡанлы илле биш” тарихи тематикалы роман.Романдың йөкмәткеһен үҙләштереү.

Рауил Бикбаев– 2 сәғәт.

Тормош юлы һәм фәнни эшмәкәрлеге.

“Ғүмер уртаһы” шиғырында халыҡ,тыуған ил,ғүмер тураһындағыуйҙары.

“Һыуһаным-һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһында социаль,иҡтисади,экологик һәм мораль- этик проблемаларҙың ҡуйылышы.

“ Ете быуыным” ,”Салауат ҡылысы” шиғырҙарында милләттең изге аманаты,рухи байлығы,йолалары сағылышы.

“Бөрйән ҡарағайы”, “ Бикбай менән Бикбай һөйләшеүе” шиғырҙарында замана,мораль-этик мәсьәләләр.

Ноғман Мусин-5 сәғәт

Яҙыусының биографияһы һәм ижады.Тәүге хикәйәләре.

“Ауылым юлы” повесының тематикаһы.Әҫәрҙә мораль-этик проблема.Кешенең тәбиғәткә,хеҙмәткә мөнәсәбәте.

“Мәңгелек урман” романында сағылдырылған тарихи осор.Уның ҡаршылыҡтары. Геройҙарҙың яҙмышы аша халыҡтың социаль,милли-колониаль иҙелеүен һүрәтләү.Романдың художество эшләнеше,композицияһы.

“Шайтан ҡуласаһы” повесында ғаилә,мөхәббәт бала тәрбиәләү,әҙәп,әхлаҡ проблемалары.

Азат Абдуллин- 3 сәғәт

Яҙыусының биографияһы,ижад юлы.

Ун өсөнсө председатель драмаһының идея-тематик йөкмәткеһе.Драмала әҙәп-әхлаҡ мәсьәләһе.Әҫәрҙең популярлығы.мәскәүҙә Вахтанов исемендәге театрҙа ҙур уңыш менән барыуы.

Рәшит Солтангәрәев- 3 сәғәт

Яҙыусының тормошо һәм ижады.

“Хамбал” хикәйәһендә Бөйөк Ватан һуғышы килтергән аслыҡ һәм ауыр тормоштоң һүрәтләнеүе. Яуыз Хамбал образы,уның фажиғәле үлеме.

Ҡиәмәтлек кейәү” хикәйәһендә оҙаҡ йылдар улын көткән ҡарт әсә образы.Уның уй- һағыштары.Хикәйәләге психологизм. Әҫәрҙең художество үҙенсәлеге.

Динис Бүләков– 4 сәғәт. 

Яҙыусының тормошо һәм ижады.

“Килмешәк” романының идея-тематик йөкмәткеһе.Унда ижтимағи,иҡтисади,мораль-этик мәсьәләләрҙең ҡуйылышыһәм хәл ителеше.Әҫәрҙә ерҙе тәбиғәтте һаҡлау өсөнкөрәш темаһы. Әҫәрҙең теле,художество эшләнеше.

“Ғүмер бер генә” романында заман темаһы һәм экология, ғаилә, мөхәббәт мәсьәләләре. Романдың тел-стиль, художество үҙенсәлектәре.

Хәсән Назар – 2 сәғәт.

Хәсән Назарҙың тормошо һәм ижады.

“Сәңгелдәк”, “Әсәйем”, “Атай тауышы”, “Йәшәйем” шиғырҙарында Әсәйҙең бөйөклөгө тураһында шағирҙың уй-фекерҙәрҙең бөйөклөгө.Ил яҙмышы,йәшәү мәғәнәһенең һүрәтләнеүе.

“Таулыҡай “,”Ауылымда”,” Тау шишмәһе”,” Тауҙар” шиғырҙарында тыуған төйәккә,ергә, халыҡҡа һөйөүҙең фәлсәфәүи бирелеүе.

“Шәмсыраҡ “поэмаһында лирик герой. Поэманың композицион,поэтик үҙенсәлектәре.

Башҡорт теле

Телдең ижтимағи әһәмиәте – 1сәғәт

Милләт һәм тел.Милли тел һәм милли мәҙәниәт,уларҙың бер-береһенә бәйле булыуы.Милли телдең милләттең үҫеш тарихына

бәйле булыуы.

Төрки тел һәм башҡорт теле.

Башҡорт халҡының формалашыу тарихы- 1сәғәт.

Хәҙерге башҡорт теле,уның диалекттары,һөйләштәре,уларҙың таралыу сиктәре.Башҡорт теленең ниндәй телдәр менән мөнәсәбәткә инеүен асыҡлау,уның сәбәптәрен аңлау.

Хәҙерге башҡорт әҙәби теле- 1сәғәт

Хәҙерге башҡорт теленең стилдәре.Башҡорт теленең төрлө маҡсаттан сығып ҡулланылыуы.Халыҡ ижады әҫәрҙәренең жанрҙары.

Синтаксис һәм тыныш билдәләре-6 сәғәт

Синтаксик берәмектәр һүҙбәйләнеш,һөйләм,текст,уларҙың үҙ-ара бәйләнеше.

Ябай һөйләм синтаксисы һәм пунктуация. Башҡорт телендәге һөйләмдәрҙең тәғәйенләшеүенә ,төҙөлөшөнә һәм ҡулланыу үҙенсәлектәренә ҡарап төркөмдәре.

Һөйләм дәрҙең әйтелеү маҡсаты буйынса төрҙәре хәбәр,һорау,өндәү-бойороҡ,тойғо һөйләмдәр,уларҙың үҙенсәлектәре.

Синтаксик бәйләнештең төрҙәре.Теҙмә һәм эйәртеүле бәйләнеш,уларҙы барлыҡҡа килтереүсе сараларЭйәртеүле бәйләнештең төрҙәре.ярашыу,башҡарылыу.йәнәшәлек,һөйкәлеү.

Һөйләмдең баш  киҫәктәре- 2сәғәт.

Эйә,уның бирелеше.Эйәнең төп билдәләре һәм грамматик бирелеше,составы.

Хәбәр,уның эйә тураһында нимә булһа ла хәбәр итеүе һәм эйә менән бәйләнеп килеүе.Хәбәрҙең төп билдәләре,уның составы.Эйә менән хәбәрҙең килеү урыны.эйә менән хәбәрҙең ярашыуы.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре- 5 сәғәт

Уларҙың баш киҫәкте асыҡлап,уға эйәреп килеүе,һөйләмдә бер эйәрсән киҫәкте икенселәре асыҡлап килеү осраҡтары.

Аныҡлаусылар,уларҙың бирелеше.Уларҙың исем менән белдерелгән һөйләм киҫәгенә ҡарауы.

Тултырыусылар,уларҙың ҡылым менән белдерелгән һөйләм киҫәгенә ҡарауы,исем һәм исемләшкән һүҙҙәрҙән килеүе.Тура һәм ситләтелгән тултырыусылар.

Өҫтәлмәлек.Эйәреүсе киҫәктән һуң килеп,уның мәғәнәһенә өҫтәлмә аныҡлыҡ биреүе.

Хәлдәр.уларҙың төрҙәре,бирелеше.Уларҙың мәғәнәләре һәм үҙҙәре эйәргән Һүҙҙәргә бәйләнеү саралары.Диктант яҙыу.

Ябай һөйләмдәрҙең төҙөлөшө буйынса төрҙәре- 2 сәғәт

Ике һәм бер составлы һөйләмдәр.

Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре: билдәле эйәле,билдәһеҙ эйәле,эйәһеҙ,атама һөйләмдәр.

Тулы һәм кәм һөйләмдәр.Мәғәнә асыҡлығы өсөн кәрәк булған киҫәктәрҙең бөтәһенең дә бирелеүе.Алдағы һөйләмдәрҙән йәки фекер ағышынан аңлашыла торған һүҙҙәрҙең еңел генә төшөп ҡалыу мөмкинселеге.

Һөйләм киҫәктәре менән бәйләнеше булмаған һүҙҙәр,һүҙбәйләнештәр- 2 сәғәт

Өндәш һүҙҙәр һәм улар эргәһендә тыныш билдәләре.Өндәш һүҙҙәрҙең телмәр төбәп әйтелгән затты,предметты белдереүе,Һөйләмдә килеү урыны.йыйнаҡ һәм тарҡау була алыуы,предметтарға төбәп өндәшеүҙең мәғәнә биҙәге.

Инеш һүҙҙәр,һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр,уларҙың һөйләмдәге уй-фекергә һөйләүсенең мөнәсәбәтен белдереүе,башҡа һөйләм киҫәктәренән өтөр менән айырылыуы.

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре- 2 сәғәт

Телмәрҙә айырым мәғәнә төҫмөрләнешен биреү өсөн ҡайһы бер  һөйләм киҫәктәренеңинтонация менән айырым әйтелеүе,уныңһөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү тәртибенә мөнәсәбәте.Башҡорт телендә аныҡлаусыларҙың,хәлдәрҙең айырымланыуы.

Һөйләмдә һүҙ тәртибе- 1сәғәт

Логик баҫым.Башҡорт телендә ,рус теле менән сағыштырғанда,һөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү тәртибенең үҙенсәлектәре:һүҙҙәрҙең ыңғай һәм кире тәртибе,уның сәбәптәре.

Ябай һөйләм буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау- 1сәғәт

Ирекле иншалар,изложениелар  яҙыу

Ҡушма һөйләм- 3 сәғәт

Теҙмә ҡушма һөйләмдәр,уларҙың төркөмсәләре.Тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр,уларҙың төрҙәре.Эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә бәйләүсе саралар.

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр.Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр.Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр.Теҙемдәр.Тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Ҡушма һөйләм буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау-1 сәғәт

Ирекле иншалар,изложение яҙыу.

Тыныш билдәләре- 1сәғәт

Тыныш билдәләрен төркөмләү.Һөйләм төҙөлөшө,мәғәнәһе,интонация һәм тыныш билдәләре ҡуйылышы.

Синтаксис һәм тыныш билдәләренең ҡуйылышын ҡабатлау- 1сәғәт

Тура һәм ситләтелгән телмәр-1 сәғәт

Һөйләүсенең үҙ телмәренә кешеләрҙең һүҙҙәрен дә индерәалыуы.Тура телмәрҙе ситләтелгән телмәргә әйләндереү.Тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Текст төҙөлөшө-1 сәғәт

Текст-тамамланған телмәр берәмеге. Уның төп билдәләре.Текст эсендәге һөйләмдәрҙең үҙ-ара бәйләнеү юлдары һәм саралары.

Үткәндәрҙе дөйөмләштереп ҡабатлау-2 сәғәт.

Диктант яҙыу, хаталар өҫтөндә эш.

Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар

  1. Уҡылған әҫәрҙең темаһын билдәләү, образдарға хас сифаттарҙы аса белеү,текста ҡулланылған Һүрәтләү сараларының функцияларын төшөнөү.
  2. Әҫәрҙе уҡып,уның идея-тематик йөкмәткеһен,образдарын һәм художестволы үҙенсәлектәрен үҙләштереү.
  3. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.
  4. 110-120 һүҙ күләмендә диктант яҙыу;  ошо уҡ күләмдә изложение һәм инша яҙа белеү; һорауҙарға яуаптар   яҙа белеү, план төҙөү.
  5. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; күберәк үҙ аллы уҡыу.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау

1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Контроль диктант – 4; изложение – 1; инша – 2.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

Уҡытыу предметының уҡытыу планында тотҡан урыны.

Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте булараҡ 11 класта база кимәлендә өйрәнелә, аҙнаһына 2 сәғәт бүленгән, йылына 68 сәғәт тура килә.

Уҡытыу процесында уҡытыу-методик һәм материаль-техник ҡулланмалар

Уҡытыу процесында ҡулланылған технологиялар

Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа отошло тип һаналған инновацион технологиялар: белем биреүҙә үҫтереүсе уҡытыу технологияһы, проектлау технологияһы, проблемалы уҡытыу, информацион технологиялар - үҫтереүсе уҡытыу системаһы - уҡыусының үҙенең ижади эшмәкәрлегенә, һәр яҡлап үҫешкән шәхес булып формалашыуына алып килеүсе тенологияларҙы ҡулланам.

Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге

Төп әҙәбиәт.

  1. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 11-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б., Хөснөтдинова Ф. Ә. – Өфө: Китап, 2007.- 336 бит.
  2.  Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы: Рус мәктәптәренең 5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2009.

Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

  1. Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
  2. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
  3. таблицалар
  4. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы. 2005.

Китап, 2006 .

  1. Башҡрт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө: «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.
  2. Электрон дәреслектәр 5-9 кластар, 9-11 кластар.
  3. И.М.Ғарипов Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. Өфө: Китап, 1994- 168 бит.
  4. Ғ.Б.Хөсәйенов Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге – Өфө:Китап, 2006 – 248 бит.
  5. М.Х.Әхтәмов. Омонимдар һүҙлеге – Өфө: Китап 2006 – 384 бит.
  6. З. Ғ.Ураҡсин, Ю.З.Ураҡсин Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2007 – 392 бит.
  7. Л.Ғ.Сәйәхова, М.Ғ.Усманова Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2004 – 224 бит.

Төп әҙәбиәт.

  1. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте:  Урыҫ мәктәптәренең 11-се класы өсөн дәреслек. -Өфө: Китап, 2007.-360 бит.
  2. М.Ғ Усманова, З.М Ғәбитова. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-11 синыф уҡыусылары өсөн ҡулланма.  Өфө, “Китап”, 2009.

Өҫтәлмә әҙәбиәт.

1. Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

2. Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

3. Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И.   Мин  башҡортса   уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.

4. Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

5. Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

6. Журналдар  «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».

7. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

8. Салауат Галин Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. Өфө ,Китап,-2004

9. И.Д. Бураҡаев, М.С. Бураҡаев Башҡорт мәҙәниәте. Тормош һабаҡтары. Өфө, Китап,-2001

10. Ҡыҙыҡлы грамматика: Өфө, Китап, 1993

11. Ф.Ф. Абдуллина, В.Ш.Псәнчин  кластар өсөн Әсә теле дәреслегенә дидактик материал. Өфө, Китап, 2003

12. М.Ғ. Усманова, Ф.Ф.Абдуллина Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма

13. М.Ғ. Ғималова, С.М.Рәхимова. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы 5-9 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. Өфө, Китап, 1996-224 бит.

14. М.Ғ. Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Рус мәктәптәренең 5-11-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.- Өфө, Китап,2009- 168 бит

15. Ғ.Б. Хөсәйенов, М.Ғ.Ғималова, Р.З.Шәкүров. Әҙәбиәт хрестоматия. Урта мәктәптең 10-сы класы өсөн – Өфө: Китап,2008 – 336 бит

16. Ғ.Б. Хөсәйенов, Ғ.С.Ҡунафин, Р.С.Искәндәров, Ғ.Й.Рамазанов Башҡорт әҙәбиәте:9-сы класс өсөн дәреслек- Өфө: Китап, 1994 168 бит

17. Ғ.Ғ. Сәйетбатталов Башҡорт теле: Педагогия училищелары өсөн дәреслек.- Өфө: Китап,1997 352 бит.

Материаль-техник ҡулланмалар

Телевизор, видеоплеер, видеомагнитофон, DVD, компьютер, мультимедиапроектор, демонстрацион экран, электрон таҡта.

Уҡытыу процесында ҡулланылған уҡытыу электрон ресурстар

Бының өсөн бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса компьютерға һалынған программалары, әсбаптары бар.

1. Башҡортса өйрәнәйек: электрон дәреслек /Төҙ. Х.А.Толомбаев Дәүләтшина М.С., Сиражетдинов З. Ә.

2. Башҡорт теле: 5- 11 кластар өсөн/ авторҙары УсмановаМ.Ғ., ҒәбитоваЗ.М.

3. Башҡорт теле: 7-8 кластар өсөн компьютер дәреслеге/ проект авторы Сиразетдинов З. Ә.

4. Башҡорт әҙәбиәте : 5-9 сы кластар өсөн электрон ҡулланма.

5. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы, 2005.

6. Башҡорт теленән электрон һүҙлектәр:

1. Урыҫса- башҡортса һүҙлек (УраксинЗ.Г. Русско- башкирский китабы буйынса төҙөлгән)

2. Аңлатмалы һүҙлек. УраксинЗ.Ғ.

3. Орфография һүҙлеге. Суфьянов Н.Ф.

4. Дөйөм һүҙлек.

Туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән

календарь –тематик план

XI класс, йылына – 68 сәғәт

Аҙнаға 2 сәғәт иҫәбенән

Теманың йөкмәткеһе

Биттәр

Сәғәттәр һаны

План лаш тырыл               ған дата

Фактик      дата

Иҫкәрмә

Беренсе яртыйыллыҡ.

Мостай Кәрим

Башҡорт теле тураһында дөйөм төшөнсә. Башҡорт теленең диалекттары. Һүҙбәйләнеш. Ябай һөйләм.

4-8

1

02.09

М. Кәримдең тормош һәм ижад юлы. М. Кәримдең тәүге әҫәрҙәре. “Яҙғы тауыштар”,  “Тыуған ерҙә”,  “Тулҡындар” шиғырҙары,  “Таныш булмаған ҡунаҡ” поэмаһы.

89

    1                            

03.09

М. Кәримдең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ижады.“Тәҙрәңде ас та”, “Трубка”, “Һаумы, тиҙәр гөлдәр” шиғырҙарында Еңеүгә ышаныу идеяһы.

105-107

1

09.09

Инеш контроль диктант. №1. Һүҙбәйләнеш. Ябай һөйләм.

22-26

1

10.09

Хаталар өҫтөндә эш. М. Кәримдең “Сер” поэмаһы. М. Кәримдең “Ҡара һыуҙар” поэмаһы.

107-117

1

16.09

М. Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы (өҙөк).

120-137

1

17.09

М. Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесында образдар системаһы.

120-137

    1      

23.09

М. Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһы (өҙөк).

137-145

1

30.09

“Ай тотолған төндә” трагедияһында образдар системаһы.

137-145

1

01.10

Рәми Ғарипов

Р. Ғарипов тормошо һәм ижады. Туған ил, халыҡ яҙмышы тураһындағы әҫәрҙәре: “Аманат”, “Уйҙарым” ҡобайырҙары.

156

1

07.10

Р. Ғариповтың тәбиғәт лирикаһы:  “Болоттар”, “Саған” шиғырҙары.  

166-169

1

08.10

Р. Ғариповтың мөхәббәт лирикаһы:  “Йүрүҙән”, “Тәүге һөйөү”   шиғырҙары.

28-34

1

14.10

Һөйләмдәрҙең әйтелеү маҡсаты буйынса төрҙәре.

170-174

1

15.10

Р. Ғарипов. “Табыныу” поэмаһынан  өҙөк. Әҫәрҙә ил, халыҡ яҙмышының тасуирланыуы.

170-174

1

21.10

Диктант. №2. Һөйләм төрҙәре. 

      174-175

1

22.10

Хаталар өҫтөндә эш. Р. Ғариповтың фәлсәфәүи лирикаһы:  “Кәкүк”, “Ғүмер”, “Кеше” шиғырҙары.

      176-177

1

28.10

Әхиәр Хәким

Әхиәр Хәкимовтың тормош юлы һәм ижады. “Туй”, “Күпер”, “Дауылдан ҡотолоу юҡ” әҫәрҙәре (өҙөктәр).

181

1

29.10

“Өйөрмә” романы (өҙөк).

182-197

1

05.11

“Өйөрмә” романы (өҙөк).

182-197

1

11.11

“Өйөрмә” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе. “Өйөрмә” романында образдар системаһы.

1

12.11

Инша. №1. “Йәшәү-бәхет”

197-205

1

18.11

 Хаталар өҫтөндә эш. “Алтынсәс” әҫәре.

197-205

1

19.11

Ғайса Хөсәйенов

 Ғ. Хөсәйеновтың тормошо һәм ижады. Ғ. Хөсәйеновтың “Тормош” китабы. “Ғүмер йомғағы”, “Тамсылар”, “Туған яҡ”, “Туған тел”, “Ырым-йола”, “Мөхәббәт” парсаларында тормош тураһында уйланыуҙары.

2205

1

25.11

Ғ. Хөсәйеновтың “Рудасы Исмәғил Тасим улы” тарихи-документаль повесы (өҙөк).

205-215

1

26.11

“Рудасы Исмәғил Тасим улы” әҫәрендә киләсәкте ҡайғыртыу мотивтары.

215-224

1

02.12

“Батырша”-тарихи-документаль тематикалы роман.

215-224

1

03.12

Тулы һәм кәм һөйләмдәр.

50-52

1

09.12

Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр.

54

1

10.12

 Ғ. Хөсәйеновтың  “Ҡанлы илле биш” романы.

224-234

1

16.12

Контроль диктант. №3. Инеш һүҙҙәр.

1

17.12

Р. Бикбаев

Хаталар өҫтөндә эш. Р. Бикбаев тормошо һәм ижады.

1

23.12

Р. Бикбаев. “Уралыма, “Ҡурай” шиғырҙары , “Баҙар балтаһы” поэмаһы (өҙөк).

235

1

24.12

Р. Бикбаев. “Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһы.

236-239

1

29.12

Р. Бикбаев. “Бикбай менән Бикбай һөйләшеүе” шиғыры.

243

1

30.12

Икенсе ярты йыллыҡ-34 сәғәт

Ҡушма һөйләм. Теҙмә ҡушма һөйләмдәр.

13.01

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.

62

1

14.01

Ноғман Мусин

Н. Мусин тормошо һәм ижады. “Ҡунаҡсыл өй” биографик әҫәренән өҙөк.

244

1

20.01

Н. Мусин. “Ауылым юлы” әҫәре. “Төпкөлдән төшкән килен” повесы.

245

1

21.01

Н. Мусин. “Мәңгелек урман”, “Һайлап алынған яҙмыш” романдары.

248-266

1

27.01

“Мәңгелек урман” романында образдар системаһы.

248-266

1

28.01

Изложение №1. “ Хушлашыу”.

1

03.02

Изложение №1. “ Хушлашыу”.

266-270

1

04.02

Хаталар өҫтөндә эш. “Шайтан ҡуласаһы” повесында ғаилә, мөхәббәт проблемалары.

266-270

1

10.02

Эйәрсән һөйләмдәрҙең төрҙәре.

63

1

11.02

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр.

68

1

17.02

Азат Абдуллин

А. Абдуллиндың тормошо һәм ижады. “Онотма мине, ҡояш” драмаһы (өҙөк).

271

1

18.02

А. Абдуллин. “Ун өсөнсө председатель” драмаһы.

272-290

1

02.03

“Ун өсөнсө председатель” драмаһының идея-тематик йөкмәткеһе.

272-290

1

03.03

Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр.

69

1

09.03

Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр.

70

1

10.03

Рәшит Солтангәрәев

Р. Солтангәрәевтың тормошо һәм ижады. “Һуңғы һунар” хикәйәһе.

291

1

16.03

Р. Солтангәрәев. “Айлы соната” хикәйәһе.

292-298

1

17.03

Р. Солтангәрәевтың “Хамбал” әҫәрендә ауыр тормоштоң һүрәтләнеше.

292-298

1

23.03

Теҙемдәр.

71

1

24.03

Тыныш билдәләре.

73

1

30.03

Динис Бүләков

Д. Бүләковтың тормошо һәм ижады. “Упҡын ситендә бейеү” повесы (өҙөк).

309

1

31.03

Д. Бүләков. “Килмешәк” романында заман темаһы.

310-325

1

06.04

Д. Бүләков. “Ғүмер бер генә” романы.

310-325

1

07.04

Инша. №2. “Беҙ яңы быуатта йәшәүселәр.”

1

20.04

Хаталар өҫтөндә эш. Тура һәм ситләтелгән телмәр.

1

21.04

Хәсән Назар

Х. Назар тормошо һәм ижады. “Сәңгелдәк”, “Башҡортостан-минең баш йортом” шиғырҙары.

347

1

27.04

Х. Назар. “Шәмсыраҡ” поэмаһы.

348

1

28.04

Х. Назар. Ауылымда. Тау шишмәһе.

349-350

1

04.05

Контроль диктант. №4. “Теҙемдәр”

1

05.05

Хаталар өҫтөндә эш. Х. Назар. Тауҙар.

351

1

11.05

Х. Назар. Әсәйем.

353-355

1

12.05

Х.Назар. Йәшәйем

356-357

1

18.05

11-се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау

1

19.05


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа по родному языку и литературе в 11 классе С(К)ОУ VIII вида

Рабочая программа по предмету "Родной язык и литература" в 11 классе специальной (коррекционной) школы VIII вида состоит из пояснительной записки и календарно-тематического планирования по двум модуля...

рабочая программа по родному языку и литературе 5 класс

рабочая программа по родному языку 5 кл...

Рабочая программа по родному языку и литературе, 5 класс

Рабочая программа по родному (русскому) языку и литературе ,5 класс...

Рабочая программа по родному языку и литературе , 7 класс

            Саяхова Л.Г. Программа  и методическое руководство к учебнику «Слово» (Русский язык. 5 – 9 классы). – Уфа: Китап, 2010...

Рабочая программа по родному языку и литературе 6 класс.

Рабочая программа: пояснительная записка, календарно-тематическое планирование, контрольно-измерительный материал, критерии оценивания....

Рабочая программа по родному языку и литературе. 7класс.

Рабочая программа содержит пояснительную записку, календарно-тематическое планировагие, контрольно-измерительный материал....

РАБОЧИЕ ПРОГРАММЫ ПО РОДНОМУ ЯЗЫКУ И ЛИТЕРАТУРЕ

Ажылчын программаны Россия Федерациязының «Өөредилге дугайында»    Хоойлузунуң 12-ги чүүлүнүң 7-ги кезээнге, ортумак болгаш ниити өөредилге ниң федералдыг өөредилге стандарт...


 

Комментарии

Хабибуллина Василя Абдулловна

Дәреслек: Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. , Хөснөтдинова Ф.Ә.. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Рус мәктәптәренең 11-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. – Өфө : Китап, 2007.