Хәбәр һөйкәлешенең хәҙерге заман юҡлыҡ формаһы. Кеше матур эше менән. 6 класс, башҡорт теле
план-конспект урока (6 класс) по теме

Тема: Хәбәр һөйкәлешенең хәҙерге заман юҡлыҡ формаһы. Кеше матур эше  менән.

Маҡсат:

1.     Ҡылымдарҙың юҡлыҡ формаһы тураһында мәғлүмәт биреү, тема буйынса белемдәрен системалаштырыу.

2.     Һөйләү телмәрен, логик фекерләү һәләтен үҫтереү һәм ҡылымдың был  формаһын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү.

3.     Әҙәплелек, миһырбанлыҡ сифаттарын тәрбиәләү.

 Йыһазландырыу: таҡта, дәреслек, әҙәби китаптар, презентация.

 

http://svklub.com/vneshnyaya-i-vnutrennyaya-krasota/

Скачать:


Предварительный просмотр:

6 класс   II триместр

 Ҡала  директор урынбаҫарҙарының методик көнөнә  асыҡ дәрес конспекты

Тема: Хәбәр һөйкәлешенең хәҙерге заман юҡлыҡ формаһы. Кеше матур эше  менән.

Маҡсат:

  1. Ҡылымдарҙың юҡлыҡ формаһы тураһында мәғлүмәт биреү, тема буйынса белемдәрен системалаштырыу.
  2.   Һөйләү телмәрен, логик фекерләү һәләтен үҫтереү һәм ҡылымдың был  формаһын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү.
  3.  Әҙәплелек, миһырбанлыҡ сифаттарын тәрбиәләү.

 Йыһазландырыу: таҡта, дәреслек, әҙәби китаптар, презентация.

Дәрес планы:

  1. Уҡыусыларҙың элек үҙләштергән белемдәрен актуалләштереү һәм, шуға бәйләп, яңы материалды өйрәтеү – 25 минут.
  2. Материалды нығытыу(ҡылымдарҙың юҡлыҡ формаһын телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү) – 15 минут.
  3.  Йомғаҡлау – 3 минут.
  4. Өйгә эш биреү – 2 минут.

Дәрес барышы:

  I  Ойоштороу моменты.

   Һаулашыу, дежур уҡыусыны тыңлау, яҡшы кәйеф теләү.

II  Теманы асыҡлау.

Һөйләшеп алайыҡ.

  • Ильмир, һин бөгөн дәрескә һуңламаныңмы?
  • Әҙилә, һинең бөгөн башың ауыртмаймы?
  • Эмиль, һин бөгөн мәктәпкә автобус менән килдеңме?
  • Нурия, һин Лиана менән ултыраһыңмы?
  • Ул  2-ле аламы?

Беҙ һорауҙарҙа һәм яуаптарҙа ниндәй ҡылымдар ҡулландыҡ, ҡабатлап китәйек:

һуңламаным(һуңланым), ауыртмай, килдем, ултырмайым, алмай, ала.

Рус теленә тәржемә итеп ҡарайыҡ. Был  ҡылымдар айырыламы?  Нимәләре менән айырылалар?

Тимәк, дәресебеҙҙең темаһын асыҡланыҡмы? Нимә тураһында буласаҡ?                         включить проектор

(Дәресебеҙҙең темаһы ҡылымдарҙың юҡлыҡ формаһы  тураһында буласаҡ).

Шулай уҡ телмәребеҙҙе яңы һүҙҙәр менән байытырбыҙ.

Дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ. Бөгөнгө дәрестең числоһын, темаһын яҙып ҡуйығыҙ.

 III Яңы тема

  1. Электрон китап беҙгә темабыҙҙы асыҡларға ярҙам итер.

(ҡағиҙә менән танышыу, миҫалдарҙы уҡыу)

Һөйләмдәрҙе уҡыу, ҡылымдарҙың ҡулланылышына иғтибар итеү.

(уҡыусыларҙан уҡытыу)

  1. Ике  һүҙҙе дәфтәрҙә үҙгәртеп яҙығыҙ, һөйләм уйлағыҙ. Иң матур һөйләмдәрҙе таҡтаға яҙырбыҙ. Һөйлә, күсер.

Мин һөйләйем, күсермәйем.

Һин һөйләйһең, күсермәйһең,…….

 IV Ял минуты.

V  Нығытыу, белемдәрен системалаштырыу.

1.  Мин һеҙгә бер ҡылым тәҡдим итәм. Һеҙ уның менән һорауҙар, яуаптар төҙөп ҡарағыҙ. Уйнайым

  • Диана(Әҙилә), һин компьютерҙа уйнайһыңмы?
  • Оҙаҡ уйнайһыңмы?
  • Әҙилә, фортепьянола нисә  йәштән  уйнайһың?
  • Денис, Кәрим компьютерҙа оҙаҡ уйнаймы?
  • Компьютерҙа оҙаҡ уйнарға яраймы?

 Дөрөҫ, компьютерҙа оҙаҡ уйнарға ярамай. Беҙ компьютерҙы ниндәйҙер мәғлүмәт(информация) алыр өсөн генә ҡулланһаҡ яҡшы булыр ине. Сөнки күп балалар бөтә буш ваҡыттарын   компьютер артында үткәрәләр.  Һеҙ  ваҡытты  файҙалы үткәреүҙең  иң яҡшыһын әйтә  алаһығыҙмы?

  • Спорт менән шөғөлләнгән балалар нисек булалар? Музыка тыңлаған, һүрәт төшөргән, йырлаған, театрҙа уйнаған  кешеләр матур булалармы?
  •  Бер-берегеҙгә ҡарағыҙ әле. Күрәһегеҙме, һеҙ барығыҙ ҙа матур, сәләмәт, шат күңелле балалар.
  • Кешенең тыштан матур булыуы ғына етәме? Кешегә тағы ниндәй матурлыҡ кәрәк?
  • Кеше  көслө, сәләмәт, матур булһа, ул  ниндәй эштәр башҡара?

(Ололарға ярҙам итә, кескәйҙәр менән уйнай, уларҙы ҡыйырһытмай, туҡмамай, әҙәпле һөйләшә, ….. – яҡшы эштәр эшләй).

- Тимәк, матур кеше һәр ваҡыт яҡшы эштәр башҡара.

2. - Бына әлеге көндә беҙҙең мәктәп уҡыусылары ниндәй матур эштә ҡатнаша, кем һөйләй ала?

-  Эйе, “Яңы йыл бүләк ит”, тигән акцияла беҙҙең уҡыусылар ҙа ҡатнаша. Сөнки балалар йортондағы балалар ҙа һеҙҙең кеүек үк был байрамды көтөп алалар.

- Ә һеҙ үҙегеҙ ниндәй бүләккә шатланыр  инегеҙ?

- Шулай булғас, беҙ уларға ла ошондай бүләктәр ебәрә алабыҙмы?

- Беҙ уларҙы бер көнгә генә өйөбөҙгә ала алмайбыҙ. Ләкин ошо бүләктәребеҙ менән беҙ уларға әҙерәк булһа ла шатлыҡ бүләк итәбеҙ тип уйлайым.

слайд

- Беҙҙең ярҙамға мохтаж балалар үҙебеҙҙең арала ла юҡ түгел. Беҙҙең мәктәп уҡыусыһы Фатыхов Артур бер-нисә йыл  инде ҡаты ауырыу менән көрәшә. Ике йыл ул өйҙә уҡырға мәжбүр булды.  Хәле яҡшырып, ул  былтыр мәктәптә уҡыны һәм етенсе  класты уңышлы тамамланы. Ләкин сире яңынан башланып уға  тағы ла дауаханала ятырға тура килгән. Был  сирҙе дауалау күп сығымдар талап итә. Беҙ ҙә көсөбөҙҙән килгәнсә ярҙам иттек, күпмелер сумма аҡса йыя алдыҡ. Уға йәшәүгә көс, өмөт бирҙек. Ләкин ул беҙҙең ярҙамға бөгөн дә мохтаж.  Контакт социаль сайтында уның төркөмө бар. Һәм һеҙ ҙә уға ярҙам итә алаһығыҙ.

3. Балалар, бындай хәлдәр бөгөн генә килеп сыҡҡанмы? Һеҙгә яҡшы эштәр башҡарған геройҙар тураһында уҡырға тура килдеме? Әйтә алаһығыҙмы? Авторы кем?

(…………………………………………………………………..)

Бына беҙҙең китапханала “Мостай Кәримдең педагогикаһы”, Әхмәт Зәкиевич  Рәхимовтың тәржемәһендә боронғо аҡыл эйәләренең  “Әҙәпле ҡылыҡ ҡағиҙәләре” тигән китаптар бар.

Икенсе кешегә ярҙам иткән  кеше  ниндәй була? Бына һеҙ ҙә яҡшы эш эшләйһегеҙ, тимәк һеҙ ҙә шәфҡәтлеме, миһырбанлымы? Һеҙҙең эске  матурлығығыҙ бар тип әйтә алабыҙмы?

  • Әйҙәгеҙ  дәфтәргә шәфҡәтле кеше башҡарған эштәрҙе яҙабыҙ. (Шәфҡәтле кеше ярҙам итә, ҡайғыһын уртаҡлаша, ауыр минутта терәк була, яҡшы һүҙҙәр әйтә, тыңлай, кәңәш бирә,….)

VI  Йомғаҡлау.

Дәресебеҙҙе йомғаҡлап, мин һеҙгә бер ғибрәтле хикәйә(притча ) уҡып китмәксемен.

Притча “Внешняя и внутренняя красота”
Бер ваҡыт уҡыусы үҙенең уҡытыусыһынан “кешелә нимә мөһим: эске матурлыҡмы, әллә тышҡыһымы,” тип һораған.

Уҡытыусы:

  • Әгәр һиңә өй һатып алырға кәрәк булып, аҡсаң тик тыштан матур, ләкин уңайлыҡһыҙ өйгә, йәки тыштан ябай, ләкин йылы һәм уңайлы өйгә етерлек кенә булһа, һин ни эшләр инең? – тип һораған.
  • Мин тыштан ябай, эстән уңайлы өйҙө һайлар, - инем тигән уҡыусы.
  • Ә өйҙө һатып алыусы маҡтансыҡ, үҙенең тотҡан дәрәжәле урыны менән кәпәренгән, ләкин матур, уңайлы өйгә аҡсаһы етмәгән кеше булһа ? – тип яңы һорау биргән уҡытыусы.
  • Бәлки ул тыштан матур, ялтыраҡты уңайлыҡҡа өҫтөн күрер, - тип яуап биргән уҡыусы.
  • Һин хаҡ әйтәһең,тип уйлайым, - тигән уҡытыусы. – Ләкин һәр берегеҙ нимә генә һайламаһын, бер ваҡыт үҙегеҙгә матурлыҡ, йәиһә уңайлыҡ етмәүен тойоп, уға ирешергә тырышырһығыҙ, -тип өҫтәгән.
  • Тимәк, тышҡы матурлыҡ менән эске матурлыҡ тик бергә булғанда ғына бик ҡәҙерле, тиң мәғәнәлеме?, - тип һораған уҡыусы.
  •   Шулай тип тә әйтеп була, - тип йылмайып яуап биргән уҡытыусы.- Ләкин мин иң беренсе әле булғанын юғалтмай, ярты өлөшкә эйә булып, уны тулы итергә ынтылырға кәрәк тип уйлайым. Сөнки ярты өлөш ни эшләһәң дә ярты була.

Тышҡы матурлыҡ ниндәй генә матур булмаһын, эске матурлыҡ менән яҡтыртылмаһа,  бөтөн булмай.

Виктор Мари Гюго


Однажды ученик спросил у Учителя, что важнее в человеке: внешняя  красота  или внутренняя. В ответ на это Учитель спросил        ученика:

- Скажи, если бы тебе понадобилось купить дом, а денег хватало бы либо на красивый внешне, но неуютный дом, либо на невзрачный, но теплый и надежный. Что бы ты выбрал?

- Я бы предпочел простой внешне, но удобный внутренне дом.

- А если бы дом покупал человек тщеславный, гордящийся своим положением, но не имеющий достаточно средств для покупки красивого и уютного дома? – снова задал вопрос Учитель.

- Наверное, он предпочел бы внешнюю красоту и блеск удобствам,– ответил         Ученик.

- Думаю, ты прав, – сказал Учитель и добавил: – Да только вот вне зависимости от вашего выбора однажды каждый из вас бы понял, что ему не хватает либо красоты, либо уюта, и начал бы к этому стремится.


- Так, значит, внешняя и внутренняя красота по сути своей равнозначны и ценны лишь в гармонии? – спросил ученик.

- Можно сказать и так, – ответил улыбаясь Учитель, – но я думал прежде всего о том, что, обладая половиной, всегда стоит стремится к целому, не теряя при этом того, что уже имеешь. Ведь половина, какой бы она ни была, всегда будет лишь половиной.

Никакая  внешняя прелесть не может быть полной, если она не оживлена внутренней красотой. Красота души разливается подобно таинственному свету по телесной красоте.                           (Виктор Мари Гюго)

Һығымта!

VII  Өй эше. Баһалау    Проектор включить

Бөгөнгө дәресте йомғаҡлап эшегеҙҙе баһалайыҡ. Кем үҙе тураһында “бик яҡшы эшләнем” –  тип әйтә ала. Кемдең әҙерәк тырышлығы етмәне? Үҙегеҙгә ниндәй билдә ҡуярһығыҙ? Һин үҙеңә 4 ҡуяһыңмы?

 Өй эше. Слайд 1) 67-се бит, 178-се күнегеү. Ижади диктантҡа әҙерләнергә.

2) Үҙегеҙҙең йәки дуҫығыҙҙың яҡшы эше тураһында бер-нисә һөйләм яҙырға

Афариндар. Дәрес бөттө, һау булығыҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок английского языка в 3 классе по теме "Тело человека"

Замысел урока состоит в том, чтобы провести учебное занятие, учитывая индивидуальные особенности учащихся, в совершенствовании навыков разговорной речи, фонетике учащихся, сформировав при этом умение ...

Программа оздоровления 5 класса "В здоровом теле-здоровый дух"

Виды и формы работы по оздоровлению учащихся класса...

Урок информатики в 6 классе "В здоровом теле - здоровый дух!" по теме "Алгоритмы с повторением"

Цели урока:Образовательная:·        Обеспечить в ходе урока повторение основных понятий темы «Алгоритмы», обратив особое внимание на понятие...

Презентация к уроку в 7 классе "В здоровом теле здоровый дух"

Презентация к уроку в 7 классе "В здоровом теле здоровый дух"...

Разработка урока по немецкому языку для 7 класса "В здоровом теле- здоровый дух"

Урок с использованием раличных методов работы на уроке, работа с неологизмами....

Урок английского языка в 3 классе на тему "Тело человека"

   Имея немалый опыт работы с УМК “Enjoy English” М.З.Биболетовой, была очень обрадована появлению обучающих компьютерных программ. С удовольствием уже не первый год использую...