Класс сәғәте "Аралаша беләбеҙме? "
классный час по теме

привет

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon klass_sgte_aralasha.doc44.5 КБ

Предварительный просмотр:

Аралаша беләбеҙме? 

Маҡсат. Аралашыу ҡағиҙәләре менән таныштырыу. Төрлө ситуациялар аша аралашыу һәләтен үҫтереү. Кешегә ихтирам, иғтибарлыҡ тәрбиәләү. 

Йыһазландырыу. Тест һорауҙары, аралашыу ҡағиҙәләре яҙылған плакат. 

I.                  Инеш әңгәмә. Аралашыу нимә ул? Һеҙ ниндәй билдәләмә бирер инегеҙ? (яуаптар.) 

Кеше, тәбиғәте буйынса социаль зат булараҡ, башҡа кешеләр менән бәйләнешкә инмәйенсә йәшәй алмай. Ул үҙ фекерҙәрен, хистәрен, теләктәрен, ниәттәрен башҡаларға еткерергә, улар менән кәңәшләшергә ынтыла. Шуға ла ул аралашыуға мохтаж. 

Аралашыу һәләте элек-электән кешенең иң мөһим сифаттарының береһе  булып һанала. 

Еңел генә аралаша белгән кешегә беҙ һоҡланып ҡарайбыҙ, ә өндәшмәҫ, аралашмаҫ кешеләр менән бик үк ҡатышып бармайбыҙ. 

Кешенең тәрбиәле булыуы иң элек ата-әсәһе, туған-тыумасаһы, дуҫтары менән аралашыуында, һөйләшеүендә күренә. Һеҙҙең тормош тәжрибәгеҙ әле аҙ, шуның өсөн конфликттар килеп сыҡмаһын өсөн төрлө ситуацияларҙа үҙегеҙҙе нисек тоторға кәрәклеген ҡайһы саҡта белмәүегеҙ ҙә мөмкин. Бөгөнгө класс сәғәтендә беҙ аралашыу мәҙәниәте тураһында һөйләшәсәкбеҙ. 

II.               Төп өлөш. 1. Ә хәҙер үҙегеҙҙең ниндәй кеше икәнлегегеҙҙе тест ярҙамында билдәләгеҙ: һеҙ аралашырға яратаһығыҙмы, әллә киреһенсә яңғыҙлыҡты хуп күрәһегеҙме? 

Тест һорауҙары. 

1 Кешеләр алыҫта, япа-яңғыҙ йәшәй алыр инеме.(эйе- 0; ҡайһы ваҡыт – 1; юҡ – 2.) 

2. Хеҙмәт практикаһы үткәндә (машиналар менән эшләү ҡыҙыҡ булыр ине - 0; әйтә алмайым - 1; кешеләр араһында эшләү – 2.) 

3. Мин үҙемдең серемде һөйләр инем (яҡын иптәшемә - 2; белмәйем - 1; үҙемдең көндәлегемә яҙыр инем – 0.) 

4. Шундай профессия һайлар инем (кешеләп арһында, улар менән етәкселек итеп эшләй торған эш - 2; әйтә алмайым - 1; архитектор – 0.) 

5.   Үҙем өсөн бик үк тап килмәгән ваҡыт булһа ла, берәй кеше менән уға уңайлы ваҡытта осрашырға килешәм ( эйе - 2; һирәк кенә - 1; юҡ – 0.) 

6.  Ҡайһы ваҡыт бер кем менән дә һөйләшкем килмәй (йыш ҡына - 0; һирәк кенә - 1; ундай хәлдең булғаны юҡ – 2.) 

8 балдан күберәк булһа – һеҙ тиҙ аралашыусан, киң күңелле, алсаҡ кешеһегеҙ, шул уҡ ваҡытта бик иғтибарлы, яғымлыһығыҙ. 

8 балдан артмаһа - һеҙ кеше менән аралашырға яратмайһығыҙ, яңғыҙлыҡты хуп күрәһегеҙ, башҡа кешеләрҙе тәнҡитләп тә алаһығыҙ. Яҡын дуҫтарығыҙ, таныштарығыҙ аҙ. 

2. «Телмәр этикеты» уйыны. а) һаулыҡ һорашыу. (Ике уҡыусы күрһәтә.) 

б) Ғәҙәти булмаған һаулыҡ һорашыу юлдары. (Уҡыусыдар үҙҙәре күрһәтә.) 

в) Үтенесте белдереү. (Ике уҡыусы күрһәтә.) 

г) Танышыу. (Ике уҡыусы күрһәтә.) 

д) Ғәфү үтенеү. (Ике уҡыусы күрһәтә.) 

3. «Кем тураһында комплименттар әйтелде?» уйыны. 

Һәр кемдең үҙен тәрбиәле, әҙәпле итеп күргеһе килә. Конфликтһыҙ йәшәү өсөн бик күп мөмкинлектәр бар. Шуларҙың береһе – комплименттар – маҡтау һүҙҙәре әйтә белеү. 

Хәҙер ҡағыҙ битенә  берәй иптәшегеҙ тураһында комплименттар яҙығыҙ. Уның кем икәнлеген  бергәләп уйлап табырбыҙ. 

4. «Коллектив портрет»  төҙөү. 

а) Ниндәй кшегә оҡшарға тырышыр инегеҙ? Шул сифаттарҙы һанап сығығыҙ. (Әҙәпле, кешелекле, ярҙамсыл, сабыр, намыҫлы, тыйнаҡ, ипле, тәрбиәле, тәртипле, изгелекле, ышанысла, эскерһеҙ, кеселекле, ихтирамлы, һ.б.) 

б) Ошо сифаттарҙың ҡайһыһы һеҙҙә бар, шуларҙы билдәләп сығығыҙ. 

5. «Ярҙам итегеҙ» уйыны. Түбәндәге ситуацияларҙа ниндәй характер һыҙаттары кәрәк? Һеҙ нимә эшләр инегеҙ? 

1  Әсәһе ауыр сумкалар тотоп магазиндан ҡайта. Улы, өйҙө лә йыйыштырмай, телевизор ҡарай. Әсәһе килеп ингәс тә, урынынан ҡуҙғалмай. 

2. Бер бәләкәй малай, үҙенең санаһы булмағас, башҡаларҙың тауҙа шыуыуын күҙе ҡыҙып ҡарай. 

      3. Иптәшегеҙ менән юҡҡа ғына үпкәләштегеҙ. Уға бик ҡыйын. Һеҙ уның кәйефһеҙ, борсолоп йөрөгәнен күрәһегеҙ, ләкин өндәшмәйһегеҙ. 

6. Аралашыу ҡағиҙәләрен төҙөү. Дөрөҫ аралашыу өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе белергә кәрәк? 

1. Һөйләүсегә иғтибарлы бул. 

2. Әңгәмәсеңде бүлдермә, аҙағынаса тыңла. 

3. Кешеләр тураһында насар һөйләмә, ғәйепләмә. 

4. Еңергә тырышма, дөрөҫлөк һәм татыулыҡ яҡлы бул. 

5. Әңгәмәсеңде хөрмәт ит, тупаҫ һүҙҙәр әйтмә. 

6. Һәр кешенең яҡшы яҡтарын күрә бел, үҙеңде уның урынына ҡуйып ҡара. 

7.     «Серле дуҫ» уйыны. Ошо ҡағыҙҙарға һеҙҙең исемдәрегеҙ яҙылған. Һәр берегеҙ берәр ҡағыҙ ала. Аҙна буйы шул иптәшегеҙ менән яҡшы, дуҫтарса мөғәмәлә булдыраһығыҙ. Бер берегеҙҙең исемдәрен ошо аралашыу барышында һиҙергә тейешһегеҙ. 

III.           Йомғаҡлау. Һеҙ кешеләр араһында йәшәйһегеҙ, көн дә улар меән аралашаһығыҙ. Бөгөнгө һөйләшеүҙә билдәләп үткәнсә, һеҙ ихтирамлы, иғтибарлы булһағыҙ, яҡшы һүҙҙәрҙе йышыраҡ ҡулланһағыҙ, һәр кешенең ыңғай яҡтарын күреп, үҙегеҙҙе уларҙың урынына ҡуя белһәгеҙ – тимәк, һеҙ аралаша беләһегеҙ тигән һүҙ. 




По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Күпмәдәниятлелек шартларында аралашу чарасы буларак музыка фәненең роле.

Хәзерге вакытта педагогларда, шул исәптән музыка укытучыларында да поликультур белем бирү барышында укучыларда ничек итеп толер...

Төркемнәрдә эшләү – аралашу осталыгын үстерүнең нәтиҗәле чарасы.

Берәү өчен дә яңалык түгел, белемнәр бары аларны гамәлдә кулланганда һәм башкаларга тапшырганда гына тиз һәм сыйфатлы итеп үзләштерелә. Бу очракта белемнәр актуальләшә, конкретлаша һәм ныгытыла. Ә рус...

Эш тәҗрибәм. “Татар теле һәм әдәбияты дәресләрендә мәгълүмати коммуникатив технологияләр аша аралашу күнекмәләрен үстерү”.

“Татар теле һәм әдәбияты дәресләрендә мәгълүмати коммуникатив технологияләр аша аралашу күнекмәләрен үстерү”Мин Галиуллина Диләрә Әхмәдулла кызы Совет районы 175нче мәктәбендә татар теле һәм әдәбияты ...

ФДББС күчү шартларында татар теле дәресләрендә аралашу технологиясен куллану

Чыгыш. ФДББС күчү шартларында татар теле дәресләрендә аралашу технологиясен куллану...

“Эшлекле аралашу. Эш кәгазьләре стиле” электив курс программасы

Эш кәгазьләре язарга өйрәтү укучыларга бәйләнешле сөйләм үстерү күнекмәләре бирүдә уңышлы алымнарның берсе булып санала.   Укучыларның язма һәм телдән сөйләмен үстерү, аларда эш кәгазьләре т...