8 класс өсөн әҙәбиәттән эш программаһы
рабочая программа (8 класс) на тему

Кайбышева Альбина Хасановна

 

          Программа башҡорт яҙыусыларының йөкмәткеле әҫәрҙәре менән таныштырыуҙы, нәфис әҙәбиәт әҫәрҙәрен уҡыуға ихтыяж тыуҙырыуҙы, дөрөҫ, грамоталы һөйләүҙе һәм яҙыуҙы ғына бурыс итеп ҡуймай. Әҙәби әҫәрҙәрҙең темаһын һәм идеяһын аңлау, геройҙарҙың эштәренә, ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү, художестволы әҫәрҙәрҙе айыра, уларҙың теле менән һоҡлана белеү, образлы һөйләү һәм яҙма телмәр формалаштырыу, әҙәбиәт фәне өлкәһендә белем биреү, шәхес булараҡ тейешле кешелек сифаттары тәрбиәләү, универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәтеү – программаның төп йүнәлештәре булып тора.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 8kl.edebiet.docx52.68 КБ

Предварительный просмотр:

  1. Аңлатма яҙыу

           Дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн башҡорт әҙәбиәте буйынса өлгө программа дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге һәм икенсе быуын Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар нигеҙендә төҙөлдө. Унда шулай уҡ дөйөм белем биреүҙең уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү һәм формалаштырыу программаһының төп идеялары һәм положениелары, дөйөм белем биреүҙең башланғыс белем биреү программалары менән күсәгилешлек принциптары күҙ уңында тотолдо.

          Программа башҡорт яҙыусыларының йөкмәткеле әҫәрҙәре менән таныштырыуҙы, нәфис әҙәбиәт әҫәрҙәрен уҡыуға ихтыяж тыуҙырыуҙы, дөрөҫ, грамоталы һөйләүҙе һәм яҙыуҙы ғына бурыс итеп ҡуймай. Әҙәби әҫәрҙәрҙең темаһын һәм идеяһын аңлау, геройҙарҙың эштәренә, ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү, художестволы әҫәрҙәрҙе айыра, уларҙың теле менән һоҡлана белеү, образлы һөйләү һәм яҙма телмәр формалаштырыу, әҙәбиәт фәне өлкәһендә белем биреү, шәхес булараҡ тейешле кешелек сифаттары тәрбиәләү, универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәтеү – программаның төп йүнәлештәре булып тора.

  1. Уҡыу предметына дөйөм характеристика

         «Филология» буйынса белем биреүҙең бер өлөшө булараҡ, «Әҙәбиәт» фәне «Башҡорт теле» менән тығыҙ бәйләнгән. Башҡорт әҙәбиәте уҡыусыларҙың телмәрен байыта, уларҙа телмәр мәҙәниәтен һәм коммуникатив күнекмәләр тәрбиәләй. Художестволы әҫәрҙең телен өйрәнеү уҡыусыларҙы һүҙҙең эстетик мәғәнәһен, башҡорт теленең стилистик матурлығын аңларға булышлыҡ итә. “Әҙәбиәт” уҡыу фәненең үҙенсәлеге шунан ғибәрәт: ул һүҙ сәнғәтенең һәм фән нигеҙҙәренең берҙәмлеген тәшкил итә.

          Дөйөм белем биреүсе урта мәктәптәрҙә әҙәбиәт буйынса белем биреү системаһы бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған өс этаптан тора.

          Башланғыс кластарҙа белем һәм күнекмәләр биреү аңлатмалы уҡыу аша алып барылһа, икенсе этабы – 5-8-се кластарҙа әҙәбиәттән белем биреү айырым әҫәрҙәрҙе уҡыу, шулай уҡ әҙәбиәт ғилеме буйынса мәғлүмәттәр системаһын үҙләштереү аша тормошҡа ашырыла. Урта мәктәптең юғары – 9-11-се кластырында әҙәбиәт тарихы өйрәнелә.

          8-се класта әҙәбиәтте өйрәнеү айырым әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү принцибына нигеҙләнә. Шуның өсөн программала төп иғтибар әҙәби әҫәрҙәрҙе һайлауға, уларҙы өйрәтеүҙең системаһын, принциптарын билдәләүгә йүнәлтелә.

          Дөйөм белем биреү буйынса Федераль дәүләт стандарттарының бер йүнәлешендә коммуникатив сараларҙы үҫтереү бурысы ҡуйыла. Ошоға ярашлы, мәктәптәр алдына ҡуйылған яңы талаптар программаларҙа яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә иғтибарҙы көсәйтә.

         Дөйөм белем биреү буйынса Федераль дәүләт стандарттарының бер йүгәлешендә коммуникатив сараларҙы үҫтереү бурысы ҡуйыла. Ошоға ярашлы, мәктәптәр алдына ҡуйылған яңы талаптар программаларҙа яҙыу һәм телмәр үҫтереү буйынса иғтибарҙы көсәйтә.  Шуға күрә унда телмәр үҫтереү буйынса махсус бүлек, һәр класта үткәрелә торған эштәр һәм биремдәр күрһәтелгән.

         Һөйләү һәм яҙма телмәр үҫтереү буйынса һорауҙарға ҡыҫҡаса йәки тулы яуап бирә белеү, үҙ фекереңде логик яҡтан эҙмә-эҙлекле, дөрөҫ, асыҡ итеп һөйләү һәм яҙыу, һүҙлек менән эшләү, әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса һәм яҙма эштәргә план төҙөү, әҙәби изложение, инша яҙыу һәм башҡа төрлө ижади эштәр башҡарыу күҙ уңында тотола.

  1.  «Әҙәбиәт» фәнен өйрәнеүҙең төп маҡсаттары

  1. Донъяға гуманистик ҡарашы, милли үҙаңы һәм дөйөм Рәсәй гражданлығы үҙаңы, патриотизм тойғоһона эйә булған, рухи үҫешкән шәхес формалаштырыу;
  2. Шәхестең уңышлы социализацияһы һәм үҙ-үҙен реализациялау өсөн кәрәк булған интеллектуаль һәм ижади һәләтлеген үҫтереү;
  3. Уҡыусыларҙың башҡорт, рус һәм донъя әҙәбиәтенең ҙур ҡаҙаныштарын аңлауы, уларҙы уҡыу һәм анализлау, һүҙ сәнғәтенең образлы фекерләүгә нигеҙләнеүен, художестволы форма һәм йөкмәтке берлеген, сәнғәттең тормош менән бәйле, тарихи булыуын аңлауы;
  4. Художестволы тексты уҡыу, комментарий биреү, анализлау күнекмәләрен этап менән эҙмә-эҙлекле формалаштырыу;
  5. Художестволы текста йәки башҡа теләһә ниндәй телмәрҙә һалынған мәғәнәләрҙе аңлау алгоритмдарына эйә булыу, үҙеңдең тексыңды төҙөү, уҡылған әҫәр тураһында шәхси баһаңды һәм фекереңде еткерә белеү;
  6. Дөйөм уҡыу күнекмәләренә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә эйә булыу (эшмәкәрлектең маҡсатын билдәләү, уны камиллаштырыу, библиографик эҙләнеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе табыу һәм уны эшкәртеү, Интернет менән файҙаланыу һ.б.).

  1. «Әҙәбиәт» фәнен өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре

Төп урта мәктәпте тамалап сығыусы уҡыусыларҙың «Әҙәбиәт» фәнен өйрәнеү һөҙөмтәһендә алған шәхси һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:

  • Шәхестең рухи-әхлаҡ сифаттарын камиллаштырыу, күп милләтле Ватанға һөйөү тойғолары, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү;
  • Танып белеү һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын файҙаланыу (һүҙлектәр, энциклопедиялар, Интернет-ресурс һ.б.).

       Төп урта мәктәптәрҙә «Әҙәбиәт» фәнен өйрәнеүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

  • Проблемаларҙы аңлай белеү, гипотеза ҡуйыу, материалдарҙы структураға һалыу, үҙ позицияһын иҫбатлау өсөн аргументтар һайлау, телдән йәки яҙма текстарҙа сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен билдәләү, һығымталарҙы формалаштырыу;
  • Эшмәкәрлекте үҙ аллы ойоштороу оҫталығы, уны баһалау, ҡыҙыҡһыныу сфераһын билдәләү;
  • Төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү күнекмәһенә эйә булыу, уны табыу, анализлау, үҙ эшмәкәрлегендә файҙаланыу.

       Төп урта мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларҙа фән һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

  1. Танып белеү сфераһында:
  • башҡорт халыҡ ижадында һәм башҡа халыҡтарҙың фольклорында, боронғо әҙәбиәт вәкилдәренең, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрендә күтәрелгән проблемаларҙы аңлау;
  • художестволы әҫәрҙең яҙылыу дәүере менән бәйләнешен аңлау, унда сағылған ваҡыт, әхлаҡ сифаттары һәм уларҙың бөгөнгө көн яңырыуын асыҡлау;
  • әҙәби әҫәрҙе анализлай белеү, теге йәки был әҫәрҙең ниндәй жанр төрөнә ҡарауын билдәләү, темаһын, идеяһын, әхлаҡ пафосын аңлау, уның геройҙарына характеристика биреү, бер йәки бер нисә әҫәрҙең геройҙарын сағыштырып ҡарау;
  • әҫәрҙең сюжетын, композицияһын, тасуири һүрәтләү сараларын билдәләү; әҫәрҙең идея-художество йөкмәткеһен асыуҙа уларҙың ролен аңлау;
  • әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлағанда элементар әҙәби терминдар менән эш итә белеү.
  1. Ҡиммәт-ориентация сфераһында:
  • башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән таныштырыу, уларҙы башҡа халыҡтарҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән сағыштырыу;
  • башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусыларҙың үҙ ҡарашын булдырыу һәм уларҙы баһалау;
  • өйрәнелгән әҙәби әҫәрҙәргә үҙ интерпретацияһын булдырыу;
  • автор позицияһын аңлау, уға ҡарата үҙ ҡарашын булдырыу.
  1. Коммуникатив сферала:
  • төрлө жанрҙарҙа яҙылған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлы итеп уҡыу һәм уларҙың йөкмәткеһен адекват ҡабул итеү;
  • проза әҫәрҙәрен йәки уларҙың өлөштәрен текста ҡулланылған башҡорт теленең тасуири һүрәтләү сараларын һәм цитаталар ҡулланып һөйләү белеү;
  • тыңланған йәки уҡылған текст буйынса һорауҙарға яуап бирә белеү, телдән төрлө текстағы монолог телмәр төҙөү, диалог алып барыу оҫталығына эйә булыу;
  • өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең тематикаһы, проблематикаһы менән бәйле изложение, инша яҙыу, класта һәм өйҙә ижади эштәр, әҙәби һәм дөйөм мәҙәниәт темаларына рефераттар яҙыу.
  1. Эстетик сферала:
  • һүҙ сәнғәте булараҡ әҙәбиәттең образлылыҡ тәбиғәтен аңлау;
  • әҙәби әҫәрҙәрҙе эстетик ҡабул итеү, эстетик зауыҡ формалаштырыу;
  • башҡорт һүҙҙәренең эстетик функцияһын, әҙәби әҫәрҙәрҙә художестволы образдар тыуҙырыуҙа тасуири һүрәтләү сараларының ролен аңлау.

  1. Әҙәбиәт курсының базис уҡыу планындағы урыны

      Башҡортостан Республикаһының башҡорт телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн йыллыҡ өлгө уҡыу планы   әҙәбиәтте 350 сәғәт күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота: 5-се класта – 70 сәғәт, 6-сы класта – 70 сәғәт, 8-се класта – 70 сәғәт, 9-сы класта – 70 сәғәт.

      Әҙәбиәт буйынса төп белем биреү ҙә өлгө программа инвариант өлөшөн тәшкил итә һәм ул 308 сәғәткә иҫәпләнгән. Программаның вариатив өлөшө 42 тәшкил итә һәм эш программаһының  авторҙарв тарафынан формалаштырыла.

 Төп йөкмәтке

Ә. Моратов. «Башҡортлоҡ». Р.Бикбаев. «Берләшегеҙ, бөтә донъя башҡорттары» шиғырҙары.

Шиғырҙарҙа халыҡ характерына хас ыңғай сифаттарҙы сағылдырыу, халыҡты йәмғиәтте яңыртыуға, демократик нигеҙҙә үҙгәртеп ҡороуға, был көрәштә берҙәмлеккә саҡырыу идеяһы.

Ҡобайырҙар. Башҡорт халыҡ поэзияһының эпик жанры – ҡобайыр. Унда халыҡтың фантазияһы,  тапҡыр аҡылы һәм тормош тураһында фәлсәфәһе сағылышы. Уның сәсәндәр тарафынан ижад ителеүе. «Ай, Уралым, Уралым», «Салауат батыр» ҡобайырҙарында тыуған ерҙе һәм уның азатлығы өсөн көрәшкән батырҙарҙы данлау. «Бейек тауҙың үлгәне», «Ил тигәндең кеме юҡ», «Бер тигәс тә ни яман?» ҡобайырында халыҡтың йәш быуынды тәрбиәләү тураһындағы ҡараштарының сағылышы.

Ҡобайырҙың поэтик үҙенсәлектәре. «Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтеше»ндә башҡорт феодаль йәмғиәтендәге синыфтар бүленеше һәм синфи көрәштең сағылышы.

Әҙәбиәт теорияһы. Ҡобайыр тураһында төшөнсә. Жанр үҙенсәлеге, шиғыр төҙөлөшө. Әйтеш тураһында.

Шафиҡ Әминев-Тамъяни. «Урал», «Башҡорт бабаларының тарихы». Сәсәндең биографияһы. Шиғырҙарҙа сәсәндең үҙе йәшәгән ер-һыуҙы, Тыуған илен һаҡлаған ир-егеттәрҙе данлауы, Урал буйының матур тәбиғәтен тасуирлауы.

Мөхәммәт пәйғәмбәр. «Ҡөръән китабы». Хәҙистәр тураһында.

Р.Бикбаев. Хәҙистәр. М.Ямалетдинов. «Ҡөръән сүрәләре».

Ғ.Ибраһимов. «Кинйә» романынан өҙөк. Романда сағылдырылған осор, социаль-тарихи шарттар, халыҡ тормошо һәм крәшенең сағылышы.

Б.Бикбай. «Ер», «Ҡаһым түрә». Яҙыусының ҡыҫҡаса биографияһы. «Ер» поэмаһында халыҡтың үҙ азатлығы өсөн быуаттар буйы алып барған көрәшен һәм азатлыҡ яулауын һүрәтләү. Халыҡ һәм тыуған ер образдарының кәүҙәләнеше. Лирик герой образы. Поэманың художество үҙенсәлеге. Әҙәбиәт теорияһы. Художестволы әҫәрҙең композицияһы тураһында төшөнсә.

«Ҡаһым түрә» драмаһында башҡорт халҡының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын кәүҙәләндереү. Драманың идея йөкмәткеһе. Халыҡ образы. Реакцион офицерҙар образдары. Әҫәрҙәге төп конфликт. Драманың композиция үҙенсәлектәре.

Әҙәбиәт теорияһы. Драма тураһындағы төшөнсәне ҡабатлау. Предмет-ара бәйләнештәр. Сәнғәт. “Башҡорттар Гамбургта”, «Башҡорттар Дрезденда» гравюраларын репродукциялары.

Артист Арыҫлан Мөбәрәков. Хәтирә жанры.

Ғ.Сәләм. «Шоңҡар». Ғ.Сәләмдең биографияһы. “Шоңҡар” поэмаһының идея йөкмәткеһе, темаһы. Төп образдар (Әхмәт, Гөлнур, шағир, капитан, Миньян архитектор). Поэтик синтаксис.

З.Бейешева. «Һөнәрсе менән Өйрәнсек». Яҙыусының биографияһы. Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһе, төр образдар, художество эшләнеше. Хикәйәт тураһында төшөнсә.

Композитор Заһир Исмәғилев. Уның фиҙаҡәр хеҙмәтен, музыка сәнғәтен үҫтереүҙәге бөйөк ҡаҙаныштарын күрһәтеү.

М.Кәрим. Биографияһы. «Үлмәҫбай» поэмаһында башҡорт яугирҙарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлыҡтарын кәүҙәләндереү. Поэманың идея йөкмәткеһе. Халыҡ ижады алымдарын оҫта файҙаланыу. Поэманың оптимистик рухта булыуы, юмористик алымдарҙың әһәмиәте.

«Алыҫ юлға эйәрләйҙәр», «Йәшәйһе бар» шиғырҙарында ҙур хеҙмәт башҡарған, оло хеҙмәткә лайыҡ кешеләрҙе һүрәтләү, кеше ғүмере, йәшәү мәғәнәһе хаҡында уйланыуҙар.

«Айһылыуҙың күҙ йәштәре» шиғырында кешелеклелеккә, шәфҡәтлелеккә саҡырыу.

Лиро-эпик поэмаларының үҙенсәлеге.

Н.Мусин. Биографияһы. «Йыртҡыс тиреһе» әҫәрендә Һолтанбайҙың ауыр яҙмышы. Йәмғиәттә хөкөм һөргән шәхес культы осоро эҙемтәләрен, заманыбыҙҙың законһыҙлыҡ, шәфҡәтһеҙлек күренештәрен, фажиғәләрен тасуирлау.

Р.Ғарипов. Шағирҙың биографияһы. Заман һулышы менән һуғарылған «Һүҙам бар», «Урал йөрәге» шиғырында тыуған Башҡортостан, уның тарихын, бөгөнгөһөн тасуирлау. «Кеше ғүмере» шиғырында кешенең оло йәнлелеген, кешелеклелеген, рухи матурлығын сағылдырыу, гуманлыҡҡа саҡырыу.

«Уйҙарым», «Аманат» ҡобайырҙарында тел, милләт яҙмышының һүрәтләнеше.

Ғ.Хөсәйенов. Биографияһы. «Һуңғы тарпан» хикәйәтендә ҡырағай аттар – тарпандарҙың ҡырып бөтөрөлөүен күрһәтеү. Кейек – хайуандарға, аттарға рәхимле булырға, уларҙы һаҡларға өндәү. Әйләнмә композицион сара.

Р.Бикбаев. «Башҡортостан бында башлана», «Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда», «Дауыл», «Барып етһен ине хаттарым», «Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта» шиғырҙарында тыуған ергә мөхәббәт, уның именлеге, тәбиғәтте һаҡлау, халыҡ яҙмышын борсолоу, кешеләр араһындағы дуҫлыҡ, тормошҡа әүҙем мөнәсәбәт проблемалары.

Т. Ғиниәтуллин. «Мәтрүшкә еҫе», «Әсә һәм бала» әҫәрҙәре.

Әҫәрҙә ябай кешеләрҙең күңел күркәмлеген, эске донъяһының сафлығын күрһәтеү. Хәбибулла образы.

«Әсә һәм бала» хикәйәһендә әсә һәм бала араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырыу. Әҫәрҙең йөкмәткеһе, образдары.

Н. Нәжми. «Башҡортостан», «Аҡ шишмә». Тыуған ер-әсәгә һөйөү тойғоһон сағылдырыу. Лирик герой образы.

Ҡ.Аралбаев. «Беҙ - кеше» поэмаһынан өҙөк. Поэмала бөгөнгө көндә бөтәбеҙҙе лә уйландырған, борсоған мәсьәләләр: халҡыбыҙҙың үткәне, бөгөнгөһө, тәбиғәт бысраныуы, ер-һыу ағыуланыуы, ил, тел яҙмышы хаҡындағы уйланыуҙар

Ф. Туғыҙбаева. «Аҡмулла» шиғыры, «Ҡыңғырау» поэмаһы. Ә. Әминев. «Ҡытай-город» повесы. Әҫәрҙең йөкмәткеһе, образдары.

Р.Камал. «Таня-Таңһылыу». Әҫәрҙән өҙөк. Йөкмәткеһе, образдары, шәфҡәтлелеккә саҡырыу.

Х.Назар. «Башҡортостан – минең баш йортом», «Аҡҡа табыныу», «Дауа». Шиғырҙарҙа башҡорт илен данлау, изгелеккә, күңел сафлығына саҡырыу.

Китап хаҡында хикәйәт. Китап – кешелек хәтере. Китап тураһында халыҡ. Башҡорт китабы.

Ятлау өсөн әҫәрҙәр

  1. «Ай, Уралым, Уралым» ҡобайыры йәки «Ололар һүҙе».
  2. Б.Бикбай «Ер» поэмаһынан өҙөк.
  3. Ғ.Сәләм «Шоңҡар» поэмаһынан өҙөк.
  4. М.Кәрим «Йәшәйһе бар».
  5. Р.Назаров «Йәшен», «Йөрәк», «Ғүмер».
  6. З.Бейешева «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» хикәйәтенән өҙөк.
  7. Р.Ғарипов «Аманат», «Уйҙарым» ҡобайырҙарынан өҙөк.
  8. Р.Бикбаев «Башҡортостан бында башлана».

  1. Календарь-тематик планлаштырыу

Дәрестең  темаһы

Сәғәттәр

һаны

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлек

төрҙәре

Үткәреү ваҡыты

Иҫкәрмә

Планлаштыр-

ған

Фактик

1.

          I сирек

Р.Бикбаев «Берләшегеҙ, бөтә донъя башҡорттары», Ә.Моратов «Башҡортлоҡ».

2

Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу, һүҙлек эше, төп идеяһын асыҡлау, халҡыбыҙға хас булған күркәм сифаттар тураһында әңгәмә ойоштороу; мини-инша.

Телде насар белгән уҡыусыларҙы иҫәпкә алыу.

2.

Ҡобайырҙар.

“Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтеше”.

4

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, әңгәмә: халыҡтың тормош фәлсәфәһен асыҡлау, йәш быуынды ҡобайырҙар аша тәрбиәләү; әҙәбиәт теорияһы (әйтеш); өҙөктәр ятлау.

Айырым уҡыусыларға индивидуаль эштәр әҙерләргә.

3.

Шафиҡ Әминев-Тамъяни

1

Автор тураһында белешмә, шиғырҙарҙы тасуири уҡыу, һүҙлек эше, идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау.

4.

Мөхәммәт пәйғәмбәр. «Ҡөръән китабы»

1

Хәҙистәрҙең тәрбиәүи әһәмиәте тураһында әңгәмәләшеү

Уҡыусыларҙан сүрәләр, аяттар һөйләтергә мөмкин.

5.

Р.Бикбаев. «Хәҙистәр».

М.Ямалетдинов. «Ҡөръән сүрәләре»

1

Авторҙар тураһында белешмә, әңгәмә: дини йолаларҙы белеү, өйрәнеү, хөрмәт итеү. Әхлаҡ ҡағиҙәләре.

6.

Ғ.Ибраһимов. «Кинйә» романы

4

Сылбырлап тасуири уҡыу, үҙ аллы уҡыу күнекмәләре, һүҙлек эше әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыу, Кинйә Арыҫланов шәхесе; тарихи һәм хәрби терминдар буйынса эш.

Буклеттар, “Шоңҡар” журналынан материал ҡулланыу.

7.

Б.Бикбай. “Ер” поэмаһы

2

Автор тураһында белешмә, поэманы тасуири уҡыу, һүҙлек эше, йөкмәткеһе буйынса цитаталы план төҙөү;  тел-стиль үҙенсәлектәре; өҙөк ятлау.

8.

«Ҡаһым түрә» драмаһы

3

Презентация әҙерләү, ролдәргә бүлеп уҡыу, һорауҙарға яуап биреү, Ҡаһым Мырҙашев тураһында белешмә, 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт яугирҙарының батырлығы тураһында һөйләү, фильм ҡарау; драма төшөнсәһе.

Н.Йөрөшбаевтың фильмын, опера театрының балетын ҡарарға, картиналар, Айыусы ауылындағы һәйкәлде күрһәтергә мөмкин.

9.

Художестволы әҫәрҙең композицияһы

1

Әҙәбиәт теорияһын өйрәнеү: композиция, сюжет элементтары һ.б.

10.

Артист Арыҫлан Мөбәрәков

1

үҙ аллы уҡығанды тасуири һөйләү, док. фильмдан өҙөк ҡарау; хәтирә жанры.

Уҡыусылар каникулға ҡайта.

11.

Ғ.Сәләм. «Шоңҡар» поэмаһы

3

аАвтор тураһында белешмә, поэманың йөкмәткеһен үҙләштереү, һүҙлек эше, план төҙөү, һорауҙарға яуап биреү, ыңғай һәм кире образдарға характеристика; композиция үҙенсәлеген асыҡлау, тел байлығы өҫтөндә үҙ аллы эш, өҙөк ятлау.

12.

З.Бейешева. “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте

4

Яҙыусының биографияһын өйрәнеү, тасуири уҡыу, һөйләү, төп образдарға характеристика, “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” әҫәрендә ижади хеҙмәт кешеһен данлау» тигән темаға инша яҙыу, һүрәт төшөрөү, өҙөк ятлау; хикәйәт жанры.

З.Бейешева тураһында док. фильм күрһәтергә мөмкин.

13.

Композитор Заһир Исмәғилев

1

Үҙ аллы өйрәнеү. 

14.

М.Кәрим. «Үлмәҫбай» поэмаһы

2

Яҙыусының биографияһын өйрәнеү, поэманың идея-тематик йөкмәткеһен асыу, образдарға характеристика биреү, халыҡ ижады алымдарын билдәләү, һүрәтләү сараларын яҙыу, өҙөк ятлау.

М.Кәримдең фронтта төшкән фотоларын күрһәтергә мөмкин (музейҙа).

15.

М.Кәрим поэзияһында тормош фәлсәфәһе

1

«Алыҫ юлға эйәрләйҙәр», «Йәшәйһе бар», «Айһылыуҙың күҙ йәштәре» шиғырҙарын тасуири уҡыу, йәшәү мәғәнәһе тураһында фекер йөрөтөү; лиро-эпик поэмалар.

16.

Н.Мусин. «Йыртҡыс тиреһе» повесы

3

Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, осорҙо, теманы, прблеманы билдәләү, сюжетын характерлау, тасуири уҡыу һәм һөйләү күнекмәләре үткәреү, ыңғай һәм кире образдарҙы айырыу; нимә ул шәхес культы?

Ҡышҡы каникул

17.

Р.Ғарипов. «Урал йөрәге» шиғыры

1

Шағирҙың биографияһын өйрәнеү, «Кеше ғүмере» шиғыры менән бәйләү; «Урал йөрәге» шиғырын тасуири уҡыу, идея-тематик йөкмәткеһен асыу, һүҙ байлығы өҫтөндә эш.

Р.Ғарипов кабинет-музейына сәйәхәт.

18.

Р.Ғарипов. «Аманат» ҡобайыры

1

Ҡобайыр жанрын иҫкә төшөрөү, һүҙлек эше, темаһын билдәләү, һүҙ байлығы өҫтөндә эш, «Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ» темаһына диспут ойоштороу, өҙөк ятлау.

19.

Р.Ғарипов. «Уйҙарым» ҡобайыры

1

Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, ил-тел яҙмышы тураһында әңгәмә ойоштороу, һүрәтләү сараларын табыу, йырлау.

«Карауанһарай» ансамбленең йырына ҡушылып өйрәнергә мөмкин.

20.

Инша «Телең барҙа илең бар»

1

Ҡобайырҙы уҡығандан һуң тыуған уйҙарҙы яҙыу.

21.

Ғ.Хөсәйенов. «Һуңғы тарпан»

2

Төрлө йәштәге һәм төҫтәге аттарҙы күрһәтеп презентация әҙерләү, тасуири уҡыу күнекмәләре, һүҙлек эше, кейек-хайуандарҙы яратыу,  һаҡлау, уларға ҡарата рәхимле булыу тураһында әңгәмә ойоштороу; әйләнмә композиция.

22.

Р.Бикбаев. «Башҡортостан бында башлана» шиғыры

1

Автор тураһында белешмәшиғырҙы тасуири уҡыу, һүҙлек эше, идея-тематик йөкмәткеһен асыу.

Башҡортостандың суверенитет алыуына 24 йыл (иҫкә төшөрөү).

23.

Р.Бикбаев «Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта» шиғыры

1

Шиғырҙы уҡыу, һүҙлек эше, идея-тематик йөкмәткеһен асыу.

24.

Р.Бикбаев поэзияһында Башҡортостан образы

1

 «Йүкәләрҙән һығылып балдар тамғанда», «Дауыл», «Барып етһен ине хаттарым» шиғырҙарын анализлау, фекер алышыу.

25.

Р.Бикбаев ижадын йомғаҡлау

1

Һорауҙар әҙерләп тест формаһында үткәрергә, бер шиғырынан өҙөк ятларға.

26.

Т.Ғиниәтуллин. «Мәтрүшкә еҫе» хикәйәһе

2

Автор тураһында белешмә, хикәйәне уҡыу, һүҙлек эше, идея-тематик йөкмәткеһен асыу, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата әңгәмә ойоштороу.

Авторҙың һуғыш темаһына яҙылған повестарын әйтеп үтеү, тел дәресендә изложение итеп тә яҙырға мөмкин, мәҫәлән «Аҡһаҡ бүре» повесы буйынса.

27.

Т.Ғиниәтуллин «Әсә һәм бала» хикәйәһе

2

Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әсә һәм бала мөнәсәбәттәре тураһында фекер алышыу, характеристика биреү.

28.

Н.Нәжми поэзияһы

2

«Башҡортостан», «Аҡ шишмә» шиғырҙарын өйрәнеү, фекер алышыу, лирик герой образы.

29.

Ҡ.Аралбаев. «Беҙ - кеше» поэмаһы

2

Автор тураһында ҡыҫҡаса белешмә, һүҙлек эше, идея-тематик йөкмәткеһен асыу, хәҙерге заманда беҙҙе борсоған проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү.

Яҙғы каникул

30.

Ф.Туғыҙбаева. «Ҡыңғырау» поэмаһы

2

Автор тураһында ҡыҫҡаса белешмә, «Аҡмулла» шиғырын өйрәнеү, поэманы уҡыу, унда күтәрелгән тәбиғәт прблемалары тураһында фекер алышыу, интернеттан миҫалдар килтереү.

31.

Ә.Әминев. «Ҡытай-город» повесы

2

Автор тураһында ҡыҫҡаса белешмә, әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, тасуири һөйләү, һорауҙар төҙөү һәм яуап әҙерләү, ер, милләт яҙмышы хаҡында әңгәмә ойоштороу.

32.

Р.Камал. «Таня-Таңһылыу» романы

2

Автор тураһында белешмә, әҫәрҙең композицион үҙенсәлеге, образдар системаһы, урыҫ мөхитендә тәрбиәләнеп үҫкән Таңһылыу яҙмышы тураһында фекер алышыу.

60 йәш тулыу айҡанлы 8-се кластар менән китап уҡыусылар конференцияһы ойошторорға була.

33.

Х.Назар поэзияһы

2

Автор тураһында ҡыҫҡаса белешмә, шиғырҙарын уҡыу, идея-тематик йөкәмәткеһен үҙләштереү. Һорауҙар төҙөп, яуап алыу.

34.

Китап хаҡында хикәйәт

1

Китап – кешелек хәтере, китап тураһында халыҡ, башҡорт китабы тураһында фекер алышыу.

Китап тураһында шиғырҙарҙы уҡыусыларға бүлеп бирергә.

35.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

3

Үтелгән әҫәрҙәр, авторҙарҙың биографияһы буйынса тест һорауҙарына яуап биреү; әҙәбиәт теорияһын ҡабатлау; эпик, лирик, драматик әҫәрҙәр һәм уларҙың төрҙәрен ҡабатлау; эпик әҫәрҙәрҙең төрҙәре: әкиәт, мәҫәл, хикәйә, повесть, роман, поэма, баллада.

36.

Инша (күсереү имтиханы)

2

Уҡылған әҫәрҙәрҙең береһен һайлап инша яҙыу (теманы уҡытыусы төҙөй).

Сирек һәм йыллыҡ баһалар ҡуйыу

37.

Р.Назаров поэзияһы

2

«Йәшен», «Ғүмер», «Йөрәк» шиғырҙарын өйрәнеү, береһен һайлап ятлау

Йәйге каникулда уҡыу өсөн әҫәрҙәр.

  1. Әҙәбиәт кабинетында булырға тейеш техник саралар исемлеге
  1. Мультимедиа компьютеры, видео, Интернетҡа сығыу мөмкинлеге, акустик колонкалар, микрофон, наушниктар менән йыһазландырыу.
  2. Телекоммуникация саралары (электрон почта, мәктәптең локаль селтәре, Интернетҡа сығыу).
  3. Сканер.
  4. Лазерлы принтер.
  5. Күсермә апарат (ксерокс).
  6. DVD-плеер.
  7. Телевизор.
  8. Аудиоцентр.
  9. Мәғлүмәт ресурстары.

  1. Уҡыу йылы аҙағында планлаштырылған һөҙөмтәләр

«Башҡорт әҙәбиәте» курсын өйрәнеү һөҙөмтәһендә уҡыусы белергә тейеш:

  1. Шәхси сифаттар:
  1. Үҙ милләтен, Ватанын, тыуған яғын яратыу;
  2. Этник һәм милли сағылышын таныу:
  • Үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;
  • Мәктәп һәм кабинет йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡарау;
  • Һаулыҡты нығытырға һәм һаҡларға;
  • Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға;
  1. Ғаилә һәм йәмғиәт ҡиммәттәрен ихтирам итеү, үҙ аллы эшләү һәм үҙ эштәренә яуап бирергә әҙер булыу;
  2. Ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем булыу һәм донъяны танып белергә ынтылыу;
  3. Динамик үҙгәреүсән һәм үҫтерешле донъяла үҙенең социаль ролен аңлау;
  4. Әхлаҡ, социаль ғәҙеллек һәм ирек хаҡындағы ҡараштар нигеҙендә үҙ аллы үҫешкә һәләтле булыу;
  5. Һәр саҡ этик тойғолар, ихтирамлылыҡ һәмэмоциональ-әхлаҡ һәм икенсе кешеләрҙең тойғоларын уртаҡлаша алыу;
  6. Өлкәндәр һәм тиңдәштәре менән төрлө социаль хәлдәрҙә аҡыллы хеҙмәттәшлектең кәрәклеген аңлау һәм бәхәсле хәлдәрҙән сыға белеү;
  7. Сәләмәт булыу һәм төрлө шарттарҙан хәүефһеҙ сығыу ҡағиҙәләрен үтеү.
  1. Метапредмет һәләттәре:

Уҡыу эшмәкәрлегенең универсаль алымдарын үҙләштереү (танып белеү, регулятив һәм коммуникатив).

  1. Уҡыу күнекмәләре нигеҙҙәрен белеү, үҙенең эшмкәрлеген ойошторорға һәләтле булыу;
  2. Үҙенең уҡыу эшмәкәрлегенең нигеҙҙәрен проектлау, баһаларға һәләтле булыу, уңышҡа өлгәшеүҙең эффектив юлдарын билдәләй белеү;
  3. Уҡыу процесына яуаплы ҡарашлы булыу, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү;
  4. Билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү;
  5. Үҙенең йәш мөмкинлектәренән сығып компьютер грамоталылығына эйә булыу, кәрәкле мәғлүмәт йыйыу, анализлау, эшкәртеү маҡсатында Интернетҡа сыға белеү, тексты баҫыу, уны төҙәтә һәм техник эшкәртә белеү;
  6. Аңлы уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, төрлө стиль һәм жанрҙағы текстарҙы үҙ аллы уҡый белеү, текстың төп фекерен билдәләү, йөкмәткеһен еткерә алыу, уның буйынса һорауҙарға яуап биреү;
  7. Сағыштырыу, анализ, синтез, дөйөмләштереү кеүек логик эшмәкәрлеккә эйә булыу, оҡшаш сифаттары буйынса классификациялау, сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен һәм оҡшашлыҡты булдырыу;
  8. Әңгәмәсеһенең фекерен тыңларға һәләтле булыу, тикшерелгән предметҡа ҡарата үҙенең нигеҙле ҡарашын әйтә белеү һәм конфликтлы хәлдәрҙән сыға белеү;
  9. Объекттар һәм процестар мөнәсәбәтен сағылдырған бәйләнештәрҙең база, предмет, метапредмет төшөнсәләренә эйә булыу.
  1. Предмет һәләттәре:
  1. Телде милли үҙаң нигеҙе булараҡ аңлау;
  2. Башҡорт теле Башҡортостандың, рус теле Рәсәй Федерацияһының дәүләт һәм аралашыу теле булараҡ мәғәнәһен аңлау;
  3. Дөйөм мәҙәниәт күрһәткесе, кешенең гражданлыҡ позицияһы булараҡ норматив телмәр һәм яҙма рус телен белеү;
  4. Телмәр этикетына, аралашыуҙа төрлө тасуири тел сараларына эйә булыу;
  5. Әҙәбиәтте милләт һәм халыҡ-ара мәҙәниәттең күрһәткесе булараҡ аңлау;
  6. Уҡыуҙың төрлө төрҙәрен файҙаланыу: танышыу, өйрәнеү, һайлап, эҙләп, аңлы рәүештә ҡабул итеү һәм текстарҙың йөкмәткеһен аңлап, геройҙарҙың эшенә, ҡылығына әхлаҡи баһа биреү;
  7. Танып белеү, ғәмәли һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн телмәр берәмектәре менән файҙалана белеү;
  8. Уҡыу компонентына, үҫешкән телмәр оҫталығына эйә булыу, йәғни ҡысҡырып уҡыу һәм үҙ аллы уҡыу техникаһына анализдың элементар алымдарын, элементар әҙәбиәт төшөнсәләр менән художестволы, фәнни-популяр һәм уҡыу текстарын үҙгәртеп ҡора белеү;
  9. Уҡыу өсөн үҙ аллы әҙәбиәт һайлап ала белеү, өҫтәлмә мәғлүмәт алыу өсөн мәғлүмәт сығанаҡтары менән файҙаланыу;
  10. Һөйләмгә тулы синтаксик анализ: интонация буйынса һөйләм төрөн билдәләү, баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табыу, һөйләмде мәғәнәһе яғынан бәйле һүҙбәйләнештәргә тарҡата белеү;
  11. 70-80 һүҙлек текст буйынса изложение яҙыу, инша ижад итеү, тирә-яҡтағы күренештәрҙе һүрәтләп, хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙ бәйән итеп, текст төҙөп яҙа белеү;
  12. Уҡыусылар белергә тейеш талаптар:

- өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең исемен һәм авторын белеү;

                  - әҫәрҙәрҙәге ваҡиғаларҙы (сюжет, геройҙарҙы, геройҙар менән ваҡиғаларҙың үҙ-ара бәйләнешен) аңлау;

                  - әҫәрҙең композицияһын аңлата белеү;

                  - юмор, сатира, строфа, метафора һәм әҙәби төрҙәрҙең төп билдәләрен белеү;

                  - портрет, пейзаж, аллегория, гипербола, даими эпитет төшөнсәләренең төп билдәләрен белеү;

                  - ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр тексын белеү;

                  - өйрәнелгән әҫәрҙең эпизодтарын айырып күрһәтә белеү;

                  - әҫәрҙәге ваҡиғалар араһындағы ваҡыт һәм сәбәп-һөҙөмтә бәйләнешен билдәләй белеү;

                  - яҙыусы ижад иткән картиналарҙы күҙ алдына баҫтырыу;

                  - әҫәрҙә ҡатнашыусыларҙы характерлауҙа мөһим урын тотҡан эпизодтарҙы айырып күрһәтеү;

  - өйрәнелгән әҫәрҙә сюжет элементтарының (экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеү) идея-     художество урынын билдәләү;

  - телдең һүрәтләү сараларының контекстағы идея-художество урынын билдәләү;

  - уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау нигеҙендә әҫәрҙең геройын характерлау;

  - автор мөнәсәбәтен асыҡлау маҡсатында өйрәнелгән әҫәрҙең ике геройын үҙ-ара сағыштырыу;

  - эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

  - эпик әҫәргә йәки уның өҙөгөнә төрлө характерҙағы план төҙөү;

  - телдән йәки яҙма сығыш яһау өсөн план төҙөү;

  - үҙ аллы уҡылған әҙәби сәнғәт әҫәрҙәренә яҙма йәки телдән баһалама бирә белеү;

  - һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға характеристика биреү;

 - өйрәнелгән әҫәр буйынса телдән йәки яҙма рәүештә фекерләү характерындағы инша яҙыу;

 - художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;

 - эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма рәүештә тулы итеп йәки һайлап, ҡыҫҡартып һөйләп биреү;

 - эпик, лирик, лиро-эпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

IX. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү:

  • уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү;
  • теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, уның буйынса презентация эшләй белеү;
  • мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә-эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышыу, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белеү;
  • билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.

X.Ҡулланылған әҙәбиәт

           1. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте.11-се кластар өсөн хрестоматия. Авторҙары Ғ.Б.Хөсәйенов, Р.Н.Байымов. Өфө 2012 .

           2. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте.11-се кластар өсөн дәреслек. Авторҙары Ғ.Б.Хөсәйенов, Р.Н.Байымов. Өфө 2012 .

             3. Башҡорт әҙәбиәтенән төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар. Икенсе быуын стандарттары. Авторы М.Б.    Юлмөхәмәтов, Өфө 2011.

              4. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу. Авторҙары М.И.Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова, Өфө 2008.

              5. Әҙәбиәт уҡытыуҙа тыуған яҡты өйрәнеү. Авторы И.Ә. Шарапов. Өфө 2002.

              6. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. Авторы М.Х. Иҙелбаев. Өфө 2011.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

РазделVIII рабочей программы по литературе, 5 кл . Электронное приложение.Презентации к урокам литературы в 5 классе, 1 четверть. Электронное приложение к рабочей программе

Презентации помогают учителю более ярко, чётко и доступно представить изучаемый материал, познакомить учеников с биографическими данными, осбенностями творчества поэтов, писателей....

Учебная программа по русскому языку специального курса для 11 класса средней школы. Подготовка к ЕГЭ Учебная программа по русскому языку специального курса для 11 класса средней школы

Настоящая программа специального курса по русскому языку для  XI классов создана на основе примерной базовой программы  государственного стандарта среднего общего образования.  Пр...

Календарно-тематическое планирование (68 ч) для рабочей программы внеурочной деятельности по географии для 5-6 классов «Моя экологическая грамотность», составленной на основе Программы внеурочной деятельности «Моя экологическая грамотность 5-6 классы. Р

Календарно-тематическое планирование (68 ч) для рабочей программы внеурочной деятельности по географии для 5-6  классов «Моя экологическая грамотность», составленной на основе Программы внеу...

РАБОЧАЯ ПРОГРАММА по___английскому языку___ в ___5___ классе (основное общее образование)на основе авторской программы курса английского языка Вербицкой М.В. к УМК “ Английский язык Forward” для учащихся 5-9 классов общеобразовательных учреждений

Данная программа предназначена для организации процесса обучения английскому языку в 5 классе общеобразовательных учебных организаций на основе линии УМК «Forward» (5–9 классы) под ред. М. В. Вербицко...

Рабочая программа по химии для 8 класса, 2 часа в неделю,на основе программы авторского курса химии для 8-11 классов О.С. Габриеляна

Рабочая программа по химии  для 8 класса, 2 часа в неделю,на основе программы авторского курса химии для 8-11 классов О.С. Габриеляна...

Рабочая программа по химии для 9 класса, 2 часа в неделю,на основе программы авторского курса химии для 8-11 классов О.С. Габриеляна

Рабочая программа по химии  для 9 класса, 2 часа в неделю,на основе программы авторского курса химии для 8-11 классов О.С. Габриеляна...