10-сы класта башҡорт әҙәбиәтенән “Хәҙерге башҡорт прозаһы” электив курсы буйынса эш программаһы
рабочая программа (10 класс) на тему

Кагарманова Сария Мухамедьяновна

10-сы класта башҡорт әҙәбиәтенән “Хәҙерге башҡорт прозаһы” электив курсы буйынса эш программаһы.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 10_kl_kh_1241_1177_erge_proza_esh_progr.docx33.25 КБ

Предварительный просмотр:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОН БЕЛОРЕТ РАЙОНЫНЫҢ БЕЛОРЕТ ҠАЛАҺЫ Я. ХАММАТОВ ИСЕМЕНДӘГЕ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫ МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

“Ҡаралды”                                “Килешелде”                               “Раҫланды”

МБ ултырышында                        уҡытыу эше буйынса                         мәктәп директоры

Протокол №___                        директор урынбаҫары

“__”____2017                                _________________                        ______________

 МБ етәксеһе        ________                Фәтхетдинова Р.Х.                           Ғәлийәнова З.Б.

Мостафина Р.З.                                                                  мәкт.пр. “...”_____2017

                         

10-сы класта башҡорт әҙәбиәтенән “Хәҙерге башҡорт прозаһы” электив курсы буйынса эш программаһы

Бойомға ашырыу мөҙҙәте: 2017/2018 й.й.

Төҙөүсеһе: юғары  категориялы  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусы  

                  Ҡаһарманова Сәриә Мөхәмәдйән ҡыҙы

Эш программаһын төҙөү ваҡыты: 2017 йыл

10-сы класта башҡорт әҙәбиәтенән махсус электив курсының эш прогаммаһы

“Хәҙерге башҡорт прозаһы”

I. Аңлатма

Башҡорт теле  буйынса эш программаһы “БР  дәүләт  телдәре тураһында Законға”, ”(17.03.97.) , “Федераль  дәүләт стандарттары Положениеһына”(03.06.09),  Милли белем биреү концепцияһына, БР Мәғариф министрлығы тәҡдим иткән икенсе быуын стандарттары нигеҙендә төҙөлгән “Төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар” һәм Мәғариф буйынса Законға ярашлы төҙөлдө Белорет ҡалаһы Я.Хамматов исемендәге муниципаль   дөйөм  белем биреү учреждениеһы урта  дөйөм   белем биреү мәктәбенең  дөйөм  белем биреү  программаһына, муниципаль   дөйөм  белем биреү учреждениеһы урта  дөйөм   белем биреү гимназияһының    уҡыу планына, 2017/2018 йыл өсөн Белорет ҡалаһы Я.Хамматов исемендәге муниципаль   дөйөм  белем биреү учреждениеһы урта  дөйөм   белем биреү гимназияһының  директоры тарафынан  раҫланған уҡыу әсбәптары нигеҙендә төҙөлдө.

10-сы класта башҡорт әҙәбиәте буйынса электив курстың өйрәнеү предметы булып хәҙерге заманда ижад итеүсе әҙиптәрҙең әҫәрҙәре тора. Хәҙерге проза исемдәре танылыу яулаған яҙыусылар, төрлө йүнәлештәге сәсмә әҫәрҙәр менән билдәләнә, шул яғы менән ул әлеге дәүерҙе тулыраҡ күҙ алдына баҫтырырға мөмкинлек бирә.

        Курс ғәмәли-ориентир характерҙа булып, уҡыусыларҙы үҙҙәре замандаштары булған әҙиптәр, уларҙың әҫәрҙәре менән таныштыра, уларға хәҙерге әҙәбиәт тураһында үҙ фекерен формалаштырырға, автор позицияһын аңларға, әҙәбиәт буйынса белемдәрен арттырырға ярҙам итә.

Эш программаһы 33 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).

Эш программаһы уҡытыу туған (башҡорт) телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-11 кластары өсөн «Башҡорт әҙәбиәте» предметы буйынса белем биреү өлгө программаларына таянып ҡоролдо. Авт.-төҙ.: М.Б. Юлмөхәмәтов. – Өфө: Китап, 2017. – 188 бит.

.

Электив курстың маҡсаты:

  • Коммуникативлыҡ, мәҙәнилек сифаттарын формалаштырыу; әҙәби әҫәрҙе аңлап уҡырға өйрәтеү, фекерләүҙә системалыҡ булдырыу, автор позицияһын ҡабул итеү һәм үҙ фекереңде яҡлау аша осорға ҡылыҡһырлама биреү.

  • Уҡыусыларҙы хәҙерге прозалағы мөһим күренештәр менән таныштырыу, уларҙы бөтә тулылығында күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итеү.

  • Яңы баҫмалар менән эш итергә Һәм улар араһынан художестволы ҡиммәткә эйә булғандарын һайлай белергә өйрәтергә.

Электив курстың бурыстары:

  • Тексты анализлауҙы системалаштарыу, үҫтереү һәм киңәйтеү;
  • Әҙәби әҫәрҙе тулайым анализларға өйрәтеүҙе дауам итергә, әҫәрҙең художество формаһын анализлау нигеҙендә уның хужожестволы йөкмәткеһенең үҙенсәлеген асыу;
  • Ваҡиғаларҙы, геройҙарҙың холоҡ-фиғелдәрен баһалау һәм шулай уҡ эпизодтарҙың эске бәйләнешен асыу аша автор  позицияһын асыҡлау.

Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар:

  • “әҫәр” һәм “текст” төшөнсәләренең сиген билдәләй белергә;
  • Әҙәби әҫәр композицияһының төрлөлөгөн күрһәтергә;
  • Әҫәр поэтикаһының үҙенсәлеген анализларға;
  • Әҫәрҙең идея-эстетик йөкмәткеһен анализларға;
  • Художестволы әҫәрҙең йөкмәткеһен анализларға;
  • Әҙәби әҫәр буйынса филологик анализ үткәрергә;
  • Төп прблеманы асыҡларға, автор позицияһын аңларға һәм уға ҡарата үҙ фекереңде билдәләргә;
  • Яҙыусының ижад стиленең үҙенсәлектәрен билдәләргә;
  • Һүҙлектәр, белешмәләр, интернет-ресурстар менән ҡуллана белергә;
  • Мәҡәләләрҙең планын, тезисын, конспектын яҙыу; әҙәби темаларға докладтар, сығыштар, презентациялар әҙерләү, реферат яҙыу.

Уҡыу процесын ойоштороу формаһы һәм  уның өҫтәмә дәрес менән берлеге курс программаһына ярашлы түбәндәге эштәрҙе атҡарыу бурысын ҡуя:

  • Текст менән эш;
  • Әҫәрҙең эпизодын, өлөшөн, бүлеген яҙма һәм телдән анализлау;
  • Һәр төрлө ижади эштәрҙе үҙ аллы башҡарыу;
  • Күләме буйынса ҙур булмаған әҫәрҙең образдар системаһын анализлау;
  • Филологик анализ өлгөләре менән танышыу;
  • Әҙәби әҫәрҙе үҙ аллы анализлау;
  • Әҫәргә эстетик баһа бирергә һәм уны дәлилләргә өйрәнергә;
  • Әҙәби анализдың ҡайһы бер аспекттары буйынса телдән һәм яҙма тикшеренеү эштәре атҡарыу;
  • Төрлө типтағы тулы анализ эшләй белергә өйрәтеү.

Тематик план

Йөкмәтке

Сәғәт

1

Әҙәби тәнҡит

6

2

Х. Тапаҡов ижады

2

3

Ә. Әминев ижады

1

4

Ф. Аҡбулатова әҫәрҙәре

2

5

Г. Ғайсарова-Ғиззәтуллина хикәйәләре

3

6

М. Ҡунафин ижады

3

7

Йәш яҙыусылар ижады

3

8

Т. Ғиниәтуллин хикәйләре

3

9

“Ағиҙел журналында баҫылған проза әҫәрҙәре (һайланма)”

2

10

Әҙиптәр менән осрашыуҙар

2

11

Ғ. Шафиҡов хикәйәһе

1

12

М. Ҡаһарманова ижады

1

13

Т. Ғарипова ижады

1

14

Р. Солтангәрәев хикәйәләре

1

15

Н. Мусин әҫәрҙәре

1

16

Д. Бүләков ижады

2

17

Яңы китаптар менән танышыу

1

18

Йомғаҡлау дәресе

1

Барлығы

35

Календарь-тематик план

Яҡынса дата

Фактик дата

Тема

Сәғәт

Дәрес формаһы

I СИРЕК

1

4.09

Хәҙерге проза үҙенсәлектәре, тематикаһы

1

Лекция

2

11.09

Х. Тапаҡов. Әсәйемдең аҡ күлдәге

1

Лекция,

3

18.09

Х. Тапаҡов. Бибирур ҡарсыҡ. Шыршы (хикәйәләрҙең берәүһен үҙ аллы анализлау)

1

Әңгәмә элементы менән лекция

4

25.09

Ә.Әминев. Сиңеркә. Инша.

1

Әҫәрҙәргә күҙәтеү

5

2.10

Хәҙерге башҡорт прозаһындағы идея-тематик үҙгәрештәр.

1

Презентация

6

9.10

Заман темаһын үҙләштереү

1

Лекция

7

16.10

Ф. Аҡбулатова. Яҙылып бөтмәгән китап

1

Китапты презентациялау

8

23.10

Ф. Аҡбулатова. Хикәйәләр

1

Семинар

II СИРЕК

9

6.11

Хәҙерге заман хикәйәләрендә замандың социаль һәм рухи проблемаларының сағылышы, сюжет-композиция үҙенсәлектәре

1

Дәрес-тикшеренеү

10

13.11

Г. Ғайсарова-Ғиззәтуллина. Тормош шау сәскә

1

Китапты презентациялау

11

20.11

Г.Ғайсарова-Ғиззәтуллина хикәйәләре

1

Әңгәмә

12

27.11

Г.Ғайсарова-Ғиззәтуллина. Мөхәббәттең хуш еҫе. Һөйөүем доғаһы

1

Индивидуль анализ

13

4.12

М. Кунафин ижады.

1

Фекер алышыу

14

11.12

М. Ҡунафин. Тәңре өрөк ҡапҡанда

1

Дәрес-тикшеренеү

15

18.12

М. Ҡунафин. Ҡартайған ҡояш аҫтында

1

Радиотапшырыу тыңлау

16

25.12

Йәш яҙыусылар ижады

1

Әңгәмә

III СИРЕК

17

15.01

Т. Ғиниәтуллин. Һин аҡ ҡайын янында тора инең.

1

Китапты презинтациялау

18

22.01

Т. Ғиниәтуллин. Кендек әбейе. Диуана

1

Әңгәмә(эссе тәҡдим итеү)

19

29.01

Т. Ғиниәтуллин. Миҙал. Һыуға батҡан кеше

1

Дәрес-практикум

20

5.02

Яңы китаптарға күҙәтеү яһау

1

Әҙәби анонс

21

12.02

“Ағиҙел”дә баҫылған повестар

1

Китапхана хеҙмәткәре менән осрашыу

22

19.02

Ғ. Шәфиҡов. Шишмә (Ағиҙел. 2016.- 12)

1

Тикшеренеү эше

23

26.02

Д. Бүләков. Эҫе ҡар.

1

Практикум

24

5.03

Д. Бүләков. Эҫе ҡар

1

Семинар (сағыштырма анализ)

25

12.03

Т. Ғарипова хикәйәләре

1

Әҫәрҙе презентациялау

26

19.03

1

Лекция

IV СИРЕК

27

2.04

Р. Солтангәрәев. Туй көнөндә

1

Радиотапшырыу тыңлау

28

9.04

Р. Солтангәрәев исемендәге ярышҡа ебәрелгән әҫәрҙәр

1

Дәрес-уйланыу

29

16.04

Заман көҙгөһө: геройҙың рухи донъяһы

1

Дәрес-тикшеренеү

30

23.04

Хәҙерге прозала күтәрелгән проблемалар

1

Эпизодтарҙы анализлау

31

30.04

М.Ҡаһарманова ижадында ҡатын-ҡыҙ темаһы

1

Эврестик әңгәмә

32

7.05

“Ағиҙел” журналының һуңғы һандарына күҙәтеү

1

Күҙәтеү (китапхана хеҙмәткәре)

33

14.05

Яҡташ-яҙыусылар менән осрашыу

1

Әҙәби ҡунаҡхана

34

21.05

Н.Мусин . Әлфирә килен.

1

Радиотапшырыу тыңлау

35

28.05

Йомғаҡлау дәресе

1

Әҙәби конференция

Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге

1. Аҙнағолов Р.Ғ. Сәйләндәрем төҫлө-төҫлө. – Өфө, 2007, 236-271 –се б.

2. Аҡбулатова Ф. Яҙылып бөтмәгән китап. – Өфө: Китап, 2011. - 448 бит.

3. Вахитов А. Х. Жанр и стиль в башкирской прозе. – Уфа: Башкирское книжное

   издательство, 1982. – 346 с.

4. Гәрәева Г.Н. Хәҙерге прозала оҫталыҡ мәсьәләләре. – Өфө: Башҡорт дәүләт        

   университеты баҫмаһы, 1996. – 128 бит.

5. Гәрәева Г. Н. Заман көҙгөһө: геройҙың рухи донъяһы. – Өфө: Башҡорт дәүләт

    университеты баҫмаһы, 2003. – 128 бит.

7. Гәрәева Г.Н. Тормош дөрөҫлөгө һәм әҙәби оҫталыҡ мәсьәләләре (Ринат Камал ижадына  

    бер ҡараш). - Өфө, “Ғилем”, 2005, 13-18-се б..

8. Ғайсарова-Ғиззәтуллина. Тормош шау сәскә. – Өфө: Китап, 2007. -432 б

9. Ғиниәтуллин Т. Аҡ ҡайын янында тора инең...- Өфө: Китап, 2007. -328 б.

10. Солтангәрәев Р. Тыуған яҡҡа ҡайтыу. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985.- 384 б.

11. Хәҙерге проза. Авторҙар коллективы. – Өфө: Китап, 2012. – 332 б.

12. Яңырыу юлында. Әҙәби–тәнҡит мәҡәләре. Өфө: Китап, 1994. – 272 бит.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Туган төбәгем". Электив курс программасы

Туган як.Туган туфрак.Туган төбәк.Бу сүзләр өлкән яшьтәге кешеләр өчен генә түгел,һәр сабый бала өчендә газиз һәм кадерле булырга тиеш.Туган якның табигате, аңа бәйле кызыклы фактлар...

Электив курс для 9 класса

Мәкаль һәм әйтемнәргә нигезләнеп төзелгән әхлак тәрбиясе(9нчы сыйныфлар өчен электив курс)...

Электив курс для 9 класса. Разработки уроков

1 нче бүлек. Алма агачыннан ерак төшми.1 нче тема : Анасына карап кызын коч, атасына карап улын коч.Максат :1.Гаилә турында төшенчә бирү; гаиләнең ныклыгы, ата-анага, балаларга йөкләнгән бурычларны ба...

Электив курс программасы

Балага киләчәктә күңеленә ошаган һөнәрне сайлау өчен төрле профиль юнәлешләре тәкъдим итү - мәктәпнең асыл максаты.Бүгенге    яшьләр арасында филология  фәннәре белән бәйле б...

"Булачак журналистлар" исемле электив курс өчен программа

"Булачак журналистлар" исемле электив курс өчен программада журналист һөнәренең үзенчәлекләре, шушы һөнәрне сайлаган кешеләр өчен кайбер күнекмәләргә ия булу юллары ачыла...

Электив курс; "Башҡорт телен өйрәнәм", региондарҙан килгән уҡыуысыларға өҫтәлмә белем биреү маҡсатында төҙөлгән курс программаһы.

Билдәле булыуынса, Рәми Ғарипов исемендәге гимназия - интернатта Башҡортостандан һәм күрше өлкәләрҙән килгән уҡыусылар уҡыйҙар.Әлбиттә, араларында башҡорт телен төрлө кимәлдә белгән уҡыусылар бар. Ула...

11-се класта башҡорт теленән ғәмәли курс буйынса эш прогаммаһы

11-се класта башҡорт теленән ғәмәли курс буйынса эш прогаммаһы....