рабочие программы с КТП
рабочая программа на тему

Таймасова Айслу Насиповна

рабочие программы с КТП и с ОВЗ

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bash.yaz_2-4.docx322.41 КБ
Microsoft Office document icon 5-7_bashgos_fgos.doc866 КБ
Файл 89_bashgosfk.docx322.42 КБ
Файл 1011_bashgos_fk.docx292.74 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

«Средняя общеобразовательная школа села Бахмут  муниципального района Куюргазинский район  Республики Башкортостан»

Рабочая программа

учебного предмета

«Башкирский (государственный) язык»

2-4 классы, базовый уровень

на 2017-2021 учебный год

Срок реализации программы: 4 года

Разработана: А.Н.Таймасовой

  учителем I квалификационной категории

с. Бахмут

2017г

Аңлатма яҙыу.

(Пояснительная записка).

    Башҡорт (дәүләт)теленән  эш программаһы түбәндәге документтарға нигеҙләнеп төҙөлдө:

  • Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” федераль законы (29 декабрь, 2012 йыл, № 273- ФЗ);
  • Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында” законына (1 июль, 2013 йыл, № 696-з);
  • Милли республикаларҙа икенсе дәүләт телен индереү Рәсәй Федерацияһының Конституцияһының  68 статьяһында ла (п.2) ҡаралған;
  •  “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законының 3 статьяһына (п.1) ярашлы Башҡортостан Республикаһының бөтә территорияһында башҡорт һәм рус телдәре дәүләт телдәре булып тора;
  • Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының 2009 йылдың 6 октябренән №373 бойороғо менән раҫланған Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының 19.3 пунктына ярашлы башланғыс дөйөм белем биреүҙә Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт телдәрен өйрәнеү һәм туған телдәрҙә белем биреүҙе ойоштороу мөмкинлеге бирелә.    Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын ғәмәлдә ҡулланыу шарттарында башланғыс кластарҙа башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү базис пландарҙың вариатив өлөшө сәғәттәре иҫәбенә тормошҡа ашырыла;
  • Ҡулланыусыларҙы яҡлау һәм кеше именлеген һаҡлау буйынса Федераль хеҙмәт һәм РФ -ның баш санитар врачы (табибы) Ҡарары буйынса 29.12,2010 йыл№189«2.4.2.22821-10 СанПин раҫлауы  "Дөйөм белем биреү учреждениеларында белем биреү шарттарын булдырыуҙа санитар-эпидемиологик талаптар";
  • Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе  районы Бахмут  урта дөйөм белем биреү  учреждениеһының уҡытыу программаһына;
  •  Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған Башҡорт теленән программа.(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн).ТоломбаевХ.А.,Дәүләтшина М.С.,Ғәбитова З.М.,Усманова М.Ғ.-Ижевск:КнигоГрад,2008.

          Башҡортостан  Республикаһы Президентының  Указы менән 1999 йылдың  15 февралендә башҡорт теле,  урыҫ теле менән бер рәттән,  республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Башҡорт телен уҡытыу законлы нигеҙгә ҡуйылды.

Уҡытыусының тел уҡыу-уҡытыу методик комплекты: 

        Башҡорт теленән программа.(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн).ТоломбаевХ.А.,Дәүләтшина М.С.,Ғәбитова З.М.,Усманова М.Ғ.-Ижевск:КнигоГрад,2008.Был программа нигеҙендә  уҡытыу 1-4 кластарҙа алып барыла

Өҫтәлмә әҙәбиәт:

  1.  “Башҡорт теле”. 2 класс. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. – Өфө: Китап, 2014;
  2.  “Башҡорт теле”. 3 класс. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С.– Өфө: Китап, 2010;
  3.  “Башҡорт теле”.4 класс Дәүләтшина М.С., Кинйәбаева Н.Н.– Өфө: Китап, 2016; Дәүләтшина М.С., Кинйәбаева Н.Н. “Башҡорт теле” дәреслегенә эш дәфтәре. Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 4-се класы өсөн башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ) өйрәнеү өсөн.– Өфө: Китап, 2016;

        Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәткәндә түбәндәге принциптарға нигеҙләнәнергә кәрәк:

1.Башҡорт теле-балаларҙың башҡорт донъяһына алып инеү асҡысы.

2. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.

3. Башҡорт телен фәҡәт ғәмәли үҙләштереү маҡсатынан сығып өйрәнеү.

    Башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары: (цели):

     Башланғыс кластарҙа башҡорт телен уҡытыуҙың түбәндәге маҡсаттарын билдәләп була:

  • башланғыс класс уҡыусыһының телмәр мөмкинлектәрен һәм ихтыяждарын иҫәпкә алып телдән (тыңлап аңлау һәм һөйләү) һәм яҙма (уҡыу һәм яҙыу) рәүештә аралашыу оҫталығын формалаштырыу;
  • уҡыусыларҙы башҡорт балалар фольклоры һәм нәфис әҙәбиәт үрнәктәре менән таныштырыу; башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү;
  • башланғыс класс уҡыусыларының телмәр, интеллектуаль һәм танып белеү һәләтен һәм уҡыу оҫталығын үҫтереү; башҡорт телен артабан үҙләштереүгә мотивация булдырыу;
  • башҡорт теле саралары ярҙамында уҡыусыны тәрбиәләү һәм уның төрлө яҡлы үҫешенә булышлыҡ итеү.

Шул нигеҙҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙең бурыстары (задачи)билдәләнде:

  • 1.Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәнде,уҡығанды,радио-телетапшырыуҙарын аңларға өйрәтеү (аудирование);
  • 2.Башҡорт теленең өндәрен,һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә тәҡдим ителгән темалар,ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү(говорение).
  • 3.Һәр класс өсөн махсус төҙөлгән дәреслектәрҙәге,уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”,”Аҡбуҙат” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү(чтение)
  • 4.Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе  күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу(элементарное письмо.)
  • 5.Башҡорт телен өйҙә,йәмәғәт тормошонда,хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
  • 6.Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп,балаларҙы башҡорт халҡының тарихы,мәҙәниәте,сәнғәте,әҙәбиәте,милли йолалары,башҡорт халҡының күренекле шәхестәре ,уларҙың эшмәкәрлеге,ижады һ.б. менән таныштырыу,балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү,башҡорт халҡына,үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика.

(Общая характеристика учебного предмета).

        Дөйөм белем  биреү ойошмаларында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү буйынса өлгө программалар федераль дәүләт стандарттарына ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө. Унда үҫеш программаһының положенгиеһы һәм төп идеялары, төп белем биреү өсөн универсаль уҡыу эшмәкәрлеге иҫәпкә алынды, шулай уҡ дөйөм белем биреүҙең башланғыс белем биреү программалары менән күсәгилешлек принциптары һаҡланды.

        Башҡорт теленән өлгә программалар эш программаларын төҙөү өсөн йүнәлеш булып тора: ул уҡыу курсының инвариант (мотлаҡ) өлөшөн билдәләй, бының сиктәрендә белем биреүҙә авторҙың үҙенә вариатив һайлап алыу мөмкинлеге бирелә. Эш прогаммаһы һәм дәреслек авторҙары программаның структураһын, уны өйрәнеү эҙмә-эҙлеклеген, йөкмәткеһен, күләмен киңәйтеүҙе һәм уҡыусыларҙың эшмәкерлеген тормошҡа яраҡлаштырыу юлдарын тәҡдим итә.

        Эш программаһында уҡыусыларҙың төп эшмәкәрлеге төрҙәрен үҫтереү ҡаралған, уларҙың психологик һәм йәш үҙенсәлектәре иҫәпкә алынған.

        Башҡорт теле курсы дөйөм белем биреү мәктәбенең предметтар системаһында донъяны танып белеү һәм социомәҙәни маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра.

        Донъяны танып белеү маҡсаттары уҡыусыларҙы тел тураһындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыуҙы һәм уның менән бәйләп уларҙың билдә-символдар ярҙамында ҡабул итеүен, фекерләүен, күҙ алдына килтерә алыуын формалаштырыуҙы аңлата.

        Башҡорт телен өйрәнеүҙең социомәҙәни маҡсаттары кешенең дөйөм мәҙәни үҫеше күрһәткесе булараҡ, уҡыусының коммуникатив компетенцияһын, һөйләү һәм яҙма үҫешен үҙ эсенә ала. Башҡорт булмаған мәктәптәрҙә балаларҙың өс төркөмгә бүленеүен иҫәпкә алырға кәрәк. Былар түбәндәгеләр:

  1. Башҡорт мөхитендә тыуып үҫкән һәм башҡорт мәктәбендә әсә телендә уҡыған балалар.
  2. Башҡорт мөхитендә үҫмәгән,  рус һәм башҡа телдә эшләүсе мәктәптәрҙә белем алған,башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнгән балалар.
  3. Башҡорт телен белмәгән һәм башҡа милләт балалары. Улар рус мәктәптәрендә белем алалар, башҡорт телен предмет булараҡ, практик күҙлектән сығып өйрәнәләр.

        Ысынлап та, һәр төркөмдә балаларға башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаты ла, бурыстары ла, методикаһы ла ныҡ айырыла. Бындай мәктәптәрҙә ҡулланыла торған программалар һәм дәреслектәр ҙә үҙенсәлекле. Тәҡдим ителә торған был программа              Концепцияла күрһәтеләгән икенсе һәм өсөнсө төркөм балаларына, йәғни уҡытыу рус телендә (һәм башҡа телдәрҙә) барған мәктәптәрҙә белем алыусы балаларға тәғәйенләнә.

        Бындай мәктәптәрҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙе түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп атҡарырға кәңәш ителә:

  1. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.
  2. Башҡорт теле – балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙың тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы.
  3. Башҡорт телен баланың туған теленә таянып өйрәнеү.
  4. Башҡорт телен тик телмәр өсөн, аралашыу өсөн фәҡәт практик маҡсаттарҙан сығып өйрәнеү

        Башҡорт теле курсында түбәндәге йөкмәтке линияларын билдәләп була:

  • телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрендә коммуникатив оҫталыҡтар;
  • тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре;
  • социомәҙәни компетенция;
  • дөйөм уҡыу һәм махсус уҡыу оҫталыҡтары.

        Башҡорт теле-башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып  тора.

        Рус телле мәктәптәрҙә “Башҡорт теле” предмет булараҡ айырым урын биләй. “Башҡорт теле”н дәүләт теле булараҡ уҡытыу “Башҡорт теле” һәм “Әҙәбиәт” предметтарын берләштереп өйрәнеүгә ҡоролған.

        Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә: уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтереүгә ярҙам итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләтен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың  әүҙем уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора.Башҡорт теле башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтен – рухи тел байлығын-үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни-тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү; юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристика булып тора.

        Башҡорт телен өйрәнеү-уҡыусы шәхесен социаллаштырыуҙың мөһим йүнәлештәренең береһе, ул гражданлыҡ тиңлеген (идентичность) һәм толерантлыҡ тәрбиәләүҙән ғибәрәт.

        Көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аралашыу һәм фекер алышыуға һәләтлекте үҫтереү; һүҙлек байлығын арттырыу; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; төп  уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (эшмәкәрлек маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән һәм сығанаҡтарҙан, киң мәғлүмәт саралары һәм интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү; тексты мәғлүмәт эшкәртеү һ.б.) үҙләштереү.

        Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыны һүҙ сәнғәте менән таныштырыу- ысын художестволы ҡиммәттәр менән генә танышыу түгел, ә аралашыу тәжрибәһе лә. Илебеҙ халыҡтарының һүҙ сәнғәте менән таныштырыу уҡыусыларҙың аңында художестволы мәҙәниәттең байлығы һәм күп төрлөлөгө, күп милләтле Рәсәйҙең рухи һәм әхлаҡ потенциалы тураһында ҡараштарын киңәйтә.

        Башҡорт һәм башҡа милләт яҙыусыларының әҫәрҙәре аша уҡыусыларҙа Тыуған илгә, ергә, күп милләтле республикаға һөйөү, уның менән һоҡланыу һәм ғорурланыу тойғоһо, тыуған йорт, урам, ауыл һәм ҡалаға, уның үткәндәре һәм бөгөнгөһөнә ҡарата ихтирам тәрбиәләнә. Балала башҡорт һәм үҙ халҡының үткәне һәм бөгөнгөһөнә, традицияларына, йыр-моңона, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләренә, этик-эстетик ҡараштарына-ихтирам, ата-бабаларынан ҡалған аманатҡа ҡарата-тоғролоҡ һәм үҙ-ара дуҫлыҡ, берҙәмлек, изгелек кеүек һыҙаттар үҫтерелә.

        Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыуҙың йөкмәтке үҙенсәлектәре  шунан ғибәрәт: был үҙ йәһәтендә коммуникатив, тел, лингвистик һәм мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тота.Төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт теле курсының йөкмәткеһе белем биреү процесында метапредмет һәм предмет маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлдерелгән.

        Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, аралашыуҙы, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

        Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ, лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренеше факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

        Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, милли-мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

        Өлгө программала материал коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлештә бирелгән. Тәҡдим ителгән материал белем биреүҙе генә иҫәпкә алмай, ә эшмәкәрлек формаһын тормошҡа ашыра.

        Беренсе (1 цифры аҫтында) тел һәм телмәр күренеше һәм уларҙың хәрәкәттә булыуын аңлатыусы лингвистик аңлатмаларҙың исемлеге бирелә. Икенсе (2 цифры аҫтында) тейешле аңлатмаларҙы өйрәнеү процесында эшкәртелеүсе төп уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлек төрҙәре һанап кителә.

        Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен  көсәйтеү,  уны  белем  алыуҙа  метапредмет  һөҙөмтәләргә йүнәлтеү, кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

        Функциональ грамоталылыҡтың мөһим индикаторы — предмет-ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү, ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); танып белеү универсаль укыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай белеү, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү, библиографик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау, мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү, уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү һ. б.); регулятив универсаль укыу эшмәкәрлеге (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ. б. тормошҡа ашырыу). Функциональ грамоталылыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә туған телде өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

        Функциональ грамоталылыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу, төрлө аралашыу шарттарында башҡорт теленең уны ҡулланыу үҙенсәлектәрен белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, мәғлүмәтте төрлө формала эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларына яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәленүҫтерергә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учреждениеларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү ойошмаларында дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтереү һәм башҡорт телендә иркен аралаша алырлыҡ кимәлгә еткереү төп бурыстарҙың береһе.

Башҡорт теленең уҡыу планындағы урыны.

(Место  учебного предмета в учебном плане).

    Уҡыу планында башланғыс мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 2-4 кластарҙа 35-шәр сәғәткә бүленгән һәм уҡыу-уҡытыу бәйләнешендә ҡатнашыусылар менән формалаштырылған бүлегендә ҡаралған (аҙнаһына 1 сәғәт,  һәр класта 35 уҡыу аҙнаһы).

Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет  һөҙөмтәләре.

(Личностные, метапредметные и предметные результаты освоения учебного предмета).

Метапредмет һөҙөмтәләр:

  • уҡыусының коммуникатив  һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;
  • башланғыс класс уҡыусыһының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;
  • уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

         Башҡорт телен башланғыс кластарҙа өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде   (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

   

    Предмет һөҙөмтәләре: башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.

   А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

    Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

  • аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;
  • элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;
  • тыңлап аңлауҙа:
  • уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;  
  • уҡыуҙа:
  • өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;
  • өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;
  • яҙма телмәрҙә:
  • яҙыу техникаһына эйә булыу;
  • үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

    Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү):

  • башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;
  • төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;
  • башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;
  • башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

    Социомәҙәни компетенция:

географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

    Б. Танып белеү сфераһы:

  • айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;
  • башланғыс мәктәп тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;
  • ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү;
  • үҙ-үҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;

    В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

  • башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;
  • балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

    Г. Эстетик сферала:

  • башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;
  • балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

    Д. Хеҙмәт сфераһында:

  • уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү

2 класс

         Метапредмет һөҙөмтәләр (метапредметные результаты):

    Уҡыусының коммуникатив  һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

     Шәхси  һөҙөмтәләр (личностные результаты):

    Башҡорт телен 2 класта өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде   (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

   

    Предмет һөҙөмтәләре (предметные результаты):

     Башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.

     А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәне

    Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;

- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

тыңлап аңлауҙа:

-өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

-яҙыу техникаһына эйә булыу;

-үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

    Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

-башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

-төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

    Социомәҙәни компетенция.

-географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

    Б. Танып белеү сфераһы:

-айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;

-башланғыс мәктәп тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;

-ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү;

-үҙ-үҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;

     В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

-башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;

-балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

    Г. Эстетик сферала:

башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

- уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

3 класс

    Метапредмет һөҙөмтәләр (метапредметные результаты): уҡыусының коммуникатив  һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

        Шәхси  һөҙөмтәләр (личностные результаты):    башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү, донъяны күп телле  булараҡ, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ҡабул итеү, халыҡтар дуҫлығы, тормошо менән танышыу.

    Предмет һөҙөмтәләре (предметные результаты): 

    А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәне

    Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә: 

-уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;  

уҡыуҙа:

-өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

    Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү):

- башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;

-башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

    Социомәҙәни компетенция:

-географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

4 класс

        Яңы стандарттарға ярашлы уҡыу сифатын өйрәнгәндә түбәндәге һөҙөмтәләр күҙаллана:

        Шәхси үҫеш кимәле. Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелеклелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының, башҡорт халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

        Метапредмет кимәле һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (УУЭ) тора. УУЭ төрҙәре дүрт блокка бүленә: шәхси, регулятив, танып белеү һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡырға, белем алырға өйрәтеү.

Шәхси эшмәкәрлек уҡыусының эске шәхси позицияһын, мәғәнәүи-ҡиммәтле йүнәлеш алыуын (әхлаҡи нормаларҙы белеү, үҙ ҡылыҡтарыңдың дөйөм ҡабул ителгән этик принциптар менән тап килеү-килмәүен билдәләй алыу, ҡылыҡтың әхлаҡи аспектын айырыу) һәм ижтимағи ролдәрҙә, шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙә дөрөҫ йүнәлеш алыуын тәьмин итә.

Регулятив (көйләүсе) универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә уҡыу процесын һәм дәрестән тыш эшмәкәрлекте ойоштороу өсөн кәрәкле шарттар тыуҙырыусы эш төрҙәре ҡарай:

  • уҡытыусы ярҙамы менән дәрестәге эшмәкәрлектең маҡсатын билдәләү һәм формалаштырыу (элек өйрәнелгән һәм таныш булғанды әлегә тиклем таныш булмаған менән тап килтереп, сағыштырып, уҡыу мәсьәләһен билдәләй белеү);
  • планлаштырыу (төп һөҙөмтәне күҙҙә тотоп, маҡсаттарҙың эҙмә-эҙлелеген асыҡлау; план төҙөү һәм эш төрҙәренең тәртибен билдәләү);
  • прогнозлау (һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен алдан күҙаллау);
  • контроль (эшмәкәрлек ысулының һәм уның һөҙөмтәһенең билдәләнгән эталонға тап килеү-килмәүен асыҡлау);
  • төҙәтмәләр индереү (эталондан тайпылыштар булған осраҡта, планға һәм эшмәкәрлек ысулына өҫтәмәләр һәм төҙәтмәләр индереү);
  • баһалау (танышты әлегәсә таныш булмағандан айыра белеү; үҙләштерелгәндең сифатын һәм кимәлен билдәләй алыу);
  • үҙ-үҙеңде көйләү (үҙ көсөңдө, энергияңды, ихтыяр көсөңдө туплап, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу).

Танып белеү эшмәкәрлегенә дөйөм уҡыу (өйрәнеү, белем алыу) эшмәкәрлеге, логик эшмәкәрлек, шулай уҡ проблеманы ҡуйыу һәм хәл итеү инә:

  • дәреслек менән эш итә белеү (уның төҙөлөшө, йөкмәткеһе, һүрәттәре һ.б.);
  • һорауҙарға яуап биреү;
  • класс һәм уҡытыусы менән берҙәм эш һөҙөмтәләре буйынса һығымталар яһау;
  • мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға күсереү; уҡылған ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен тулы һөйләү.

Коммуникатив эшмәкәрлек социаль компетентлылыҡты, аралашыусы һәм хеҙмәттәш партнерҙар позицияһын иҫәпкә ала, башҡаларҙы тыңлай һәм диалогка инә белеүҙе, проблемаларҙы коллектив менән хәл итеүҙә ҡатнашыуҙы, тиҫтерҙәрең һәм өлкәндәр менән продуктив хеҙмәттәшлек ойоштора белеүҙе тәьмин итә.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең ҡарап үтелгән төрҙәре айырым-айырым түгел, ә уҡыу программаһындағы һәр дисциплинаны үҙләштереү барышында комплекслы, системалы үҫтерелергә тейеш.

        Предмет буйынса белем кимәле. Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны эшкәртеү һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау. Һүҙҙең өңдәрен атау, ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын билдәләү, дөрөҫ баҫым ҡуйыу, хәреф-өн анализы яһау; һөйләмде, кешенең исемен һәм фамилияһын баш хәреф менән яҙыу; һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен яҙыу; баҫма тексты дөрөҫ итеп күсереп яҙыу; тамырҙаш һүҙҙәрҙең тамырын табыу.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

(Содержание учебного предмета).

2 класс

  1. Танышыу – 5 сәғәт.

Үҙең тураһында мәғлүмәт биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен өйрәнеү, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.

  1. Был мин –  3 сәғәт.

Тән өлөштәре. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны. Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Эйәлек алмаштарын һәм ялғауҙарын практик ҡулланыу.

  1. Минең ғаиләм –  3 сәғәт.

Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү.

  1. Мин нимә яратам – 3 сәғәт.

Аҙыҡ-түлек атамалары менән танышыу, башҡорт халыҡ аштары тураһында һөйләшеү.  Килеш ялғауҙарын пратик үҙләштереү.   Аш-һыу, аҙыҡ-түлек темаһына бәйле һүҙҙәр, уларҙың үҙенсәлектәрен белдереү. Аш-һыу әҙерләгәндәге ҡоралдар. Менән һүҙен практик ҡулланыу.

  1. Минең мәктәбем. Минең класым – 5 сәғәт.

Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

  1. Уйындар, уйынсыҡтар –5 сәғәт.

Уйынсыҡ исемдәре, билдәләре, уйындар. Башҡорт  телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

  1. Минең кескәй дуҫтарым – 2 сәғәт. Беҙҙә йәшәгән кейектәр, үҡемлектәр, бөжәктәр. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр.   Башҡорт телендә синоним һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ҡылымдарҙың заман формаларын, ҡаршы ҡуйыу теркәүестәрен  практик үҙләштереү. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.
  2. Мин ял итәм – 5 сәғәт.

Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте, сәйәхәт урындары, йүнәлештәре, спорт һәм сыныҡыу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.   Килеш ялғауһары, кире ҡағыу формаларын менән бәйләүесен телмәрҙә ҡулланыу.

  1. Ҡабатлау – 4 сәғәт. Уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу.

3  класс

Тема

Йөкмәткеһе

Танышыу. Ҡабатлау.

(3 дәрес)

   Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы.  Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Һинең туғандарың бармы? (Сәнғәтле һөйләшеү.)

   Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре.

Мәктәптә.

 (2 дәрес)

   Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы,таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында һөйләшеүҙәр,әҫәрҙәр уҡыу.

   Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ эйтелеше һәм яҙылышы. Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренең ҡулланышын активлаштырыу.

Һөнәрҙәр.

(3 дәрес)

   Һөнәр атамалары, таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре.Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

   Башҡорт телендә теләк мәғәнәһенең бирелеше, ул формаларҙы практик үҙләштереү. Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу.

Йыл миҙгелдәре.

(7 дәрес)

   Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре, уларҙың билдәләре. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу.

   Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү, һөйләм төрҙәре. Тасүирлау элементтары.

Кейемдәр.

(3 дәрес)

   Кейем исемдәрен үҙләштереү, элек өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Кейемде һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, тыйнаҡлыҡ  тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Шиғырҙар ятлау.

   Башҡорт телендәге йөкмәтеү йүнәлешен, шарт һөйкәлешен практик үҙләштереү.

Был формаларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Матур теләктәр әйтергә өйрәтеү.

Ғаилә.

(4 дәрес)

   Ғаилә ағҙалары, уларҙың үҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөгөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

   Башҡорт телендә бойороҡ һәм шарт һөйкәлеше. Уларҙың формаларын  телмәрҙә  ҡулланыу. Яҙыу һәм һөйләү күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.

Тыуған көн .

(2дәрес)

   Балаларҙың тыуған көн байрамы, уға әҙерлек мәшәҡәттәре. Тыуған көн байрамын үткәреү әолаһы. Ҡунаҡтар саҡырыу, уларға хөрмәт күрһәтеү, мәжлестә үҙеңде тотоу  тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу, шиғырҙар ятлау.Итәғәтлелек нормаларын үҙләштереү.

   Башҡорт телендәге бойороҡ, теләк һөйкәлеше формаларын практик үҙләштереү.Әҙәплелек нормаларын белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр. Саҡырыу ҡағыҙы, ҡотлау.

Тәбиғәт .

(3 дәрес)

   Кеше һәм тәбиғәт. Башҡортостан тәбиғәте. Беҙҙә йәшәгән кейектәр, үҡемлектәр, бөжәктәр. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр.

   Башҡорт телендә синоним һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ҡылымдарҙың заман формаларын, ҡаршы ҡуйыу теркәүестәрен  практик үҙләштереү. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.

Башҡортостан.

(2 дәрес)

   Башҡортостан, уның дәүләт символдары, уларҙың мәғәнәһе.Башҡорт иле, уның халҡы,тарихы, ер-һыуы. Башҡортостандың данлы урындары.

   Исем, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе практик үҙләштереү, телмәрҙә  ҡулланыу.

Сәйәхәт.

(3 дәрес)

   Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте, сәйәхәт урындары, йүнәлештәре, спорт һәм сыныҡыу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

   Килеш ялғауһары, кире ҡағыу формаларын менән бәйләүесен телмәрҙә ҡулланыу.

Ҡабатлау.

(3дәрес)

   Уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.

Резерв

4 класс

Көндә мәктәпкә барам. 6 сәғәт.

Бөтә балалар өсөн ҙур байрам – 1 сентябрь, уҡыу, йәйге каникул, белем көнө, класс, ундағы уҡыусылар, уларҙың эштәре тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт теленең өндәре һәм хәрефтәре (ҡабатлау). Темаға ҡараған һүҙ байлығын арттырыу, бәйләнешле телмәр төҙөү.Уҡыу, белем алыу, мәктәп тормошо, кластағы эштәр, мәктәп бинаһы, ундағы кабинеттар, дәрестәр тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт теленең лексикаһы. Һүҙ, уның лексик һәм грамматик мәғәнәһе (практик үҙләштереү). “Исем” темаһын үҙләштереү. . Исемдең күплек, берлек формалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Синоним, антоним исемдәр.

Мин ғаиләмде яратам. 5 сәғәт.

Ғаилә ағзалары, уларҙың эш-шөғөлдәре. Һәр кешенең яратҡан шөғөлө, төп эше була. Бынан тыш кеше ниндәйҙер эште ҡыҙыҡһынып башҡара. Балаларҙың башҡарған эштәре. Файҙалы эштәр. Кешеләргә ярҙам, киң күңеллелек тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә сифат. Уның мәғәнәләре. Сифаттарҙың һөйләмдә исемгә бәйләнеүе. Дәрәжәләр менән үҙгәреүе.

Үҙем йәшәгән ер тураһында һөйләйем.  5 сәғәт.

Тыуған ил тураһында һөйләшеү, тыуған йорт, ер. Яратҡан урындар тураһында уҡыу, әңгәмәләшеү. Башҡорт халыҡ уйындары, һанашмаҡтары менән танышыу. Башҡорт телендә алмаш. Уларҙың төркөмсәләре. Алмаш, һорау һәм зат алмаштары, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү.

Ауылда/ҡалала йәшәйем. 5 сәғәт.

Ауыл/ҡала тормошо. Башҡортостандың бай тәбиғәте, үҫемлектәре һәм хайуандар донъяһы. Тәбиғәттәге предметтарҙың исемдәре, уларға ҡыҫҡаса характеристика биреү. Йылғаларын, күлдәрен белеү. Тауҙар һәм урмандар. Тәбиғәтте һаҡлау тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Тыуған төйәктең матурлығын күрһәтеү, әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Башҡортостан тарихында, уның бөгөнгө тормошонда күренекле шәхестәрҙең әһәмиәте бик ҙур. Күренекле шәхестәр тураһында әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Һан, уның телмәрҙәге роле, һан төркөмсәләре.

Йыл миҙгелдәре һәм һауа торошо тураһындә һөйләшәбеҙ. 5 сәғәт.

Тирә – яҡ мөхит тураһында әңгәмәләшеү.  Йәнлектәр, бөжәктәр тормошон күҙәтеү. Хайуандар тураһында әкиәттәр уҡыу. Башҡорт телендә рәүеш, уны телмәрҙә ҡулланыу.

Төрлө хәлдәр тураһында һөйләшәбеҙ. 5 сәғәт.

Мажаралы хәлдәр тураһында әңгәмә ҡороу. Кумирҙар тормошо менән танышыу. Хылдар иленә сәйәхәт итеү. Диалог төҙөү,текстар уҡыу. Башҡорт телендә ҡылым. Уның заман мәғәнәләре. Үткән, хәҙерге, киләсәк заманы. Уларҙың грамматик күрһәткестәре. Ҡылымдың һөйләмдәге урыны.

Һатып алырға өйрәнәм. 4 сәғәт.

Нимә ул бюджет? Һорауына яуап биреү. Кейем-һалым темаһын иҫкә төшөрөү. Башҡорт телендә ҡылым. Уның заман мәғәнәләре. Үткән, хәҙерге, киләсәк заманы. Уларҙың грамматик күрһәткестәре. Ҡылымдың һөйләмдәге урыны. Башҡорт телендә исем, ҡылым, сифаттарҙың һөйләмдә ҡулланылышы (практик күнекмәләр).

Эш программаһының тематик планы.

(Тематическое планирование).

Бүлектәр

Класс һәм сәғәттәр һаны

Контроль тикшереү

2

3

4

Күсереп яҙыу

Һорауҙарға яуаптар

Контроль эш

Танышыу.

5

3

-

Был мин

3

-

-

Минең ғаиләм

3

-

-

Мин нимә яратам

3

-

-

Минең мәктәбем. Минең класым

5

-

-

Уйындар, уйынсыҡтар

5

-

-

Минең кескәй дуҫтарым

2

-

-

Мин ял итәм

5

-

-

Ҡабатлау

4

-

-

1

Мәктәптә

-

2

-

Һөнәрҙәр.

-

3

-

Йыл миҙгелдәре.

-

7

-

Кейемдәр

-

3

-

1

Ғаилә

-

4

-

Тыуған көн.

-

2

-

Тәбиғәт.

-

3

-

Башҡортостан

-

2

-

Сәйәхәт.

-

4

-

Ҡабатлау

-

2

-

1

Көндә мәктәпкә барам

-

-

6

Мин ғаиләмде яратам

-

-

5

1

Үҙем йәшәгән ер тураһында һөйләйем.  

-

-

5

1

Ауыл/ҡала тормошо.

-

-

5

Йыл миҙгелдәре һәм һауа торошо тураһындә һөйләшәбеҙ

-

-

5

1

Төрлө хәлдәр тураһында һөйләшәбеҙ. 

-

-

5

1

Һатып алырға өйрәнәм.

-

-

4

35

35

35

4

2

1

Ҡушымта №1

Приложение№1

Календарь – тематик планлаштырыу (ктп).2 класс

Б1лекте8 атама3ы

Дата

Д2рес тема3ы

)й эше

Иҫкәрмә

план

факт

1

Танышыу –

5 сәғәт.

2.09

Һин кем? Әә өн-хәрефе

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

2

9.09

Һеҙ кем? Һһ Әә өн-хәрефе

3

16.09

Һинең исеме нисек? ң өн-хәрефе

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

4

23.09

Һин ҡайҙа йәшәйһең? Ҙҙ өн-хәрефе

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

5

30.09

Һиңә нисә йәш? !1 0н-хәрефе.

Һандарҙы ятларға

6

Т2н 0л0шт2ре. (3 с242т)

7.10

Тән өлөштәре. Эйәлек ялғауҙары. Ҡҡ өн-хәрефе.

15-се бит,   3-сө күнегеү, һүҙҙәр

7

14.10

Р.Ураҡсина «Был мин.» Зат алмаштары. Ҡҡ өн-хәрефе.

Шиғырҙы тасуири уҡырға

8

21.10

Ҡайһы ерең ауырта? Зат алмаштары.

Диалог төҙөргә, 5-се күнегеү, 19б

9

Минең ғаиләм. (3 с242т)

28.10

Матур менән көслө.Эйәлек ялғауҙары. Ғғ өн-хәрефе.

22-се б., 5 к.ятларға

10

11.11

Әсәйем. Нимә эшләй? Өө өн-хәрефе.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ятларға

11

18.11

Апайым доктор. Нимә эшләй? Өө өн-хәрефе.

Минең ғаиләм

12

Мин нимә яратам  

(2 сәғәт).

25.11

Икмәк – ил байлығы. Төшөм килеш. ҫ өн-хәрефе.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ятларға

13

2.12

Һауыт-һаба. Нимә менән?

37 б.,5к

14

Минең мәктәбем.

(5 с242т)

9.12

Беҙҙең  мәктәп. Ниндәй ? һорауы

41-се бит һүҙҙәр

15

16.12

Беҙҙең класс. Ниндәй? һорауы.

43 бит, 3-сө күнегеү

16

23.12

 Беҙҙең мәктәп. Кемдеке? һорауы

46 бит, 5-се күнегеү

17

30.12

Мин дәрестә. Мин нимә эшләйем? Һорауы.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

18

13.01

Тәнәфестә. Мин нимә эшләйем? Һорауы.

58-59 бб

19

Минең уйынсыҡтарым. (5 с242т)

20.01

Уйынсыҡтар. Нимә? Нимәләр?

һүҙҙәр

20

27.01

Яңы йыл байрамы. Нимә эшләйбеҙ?

64-се бит,  4-се күнегеү

21

3.02

Уйынсыҡтар магазины. Ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

һүҙҙәр

22

10.02

Ҡар бабай. Нимә эшләйбеҙ?

Тышта ҡар яуа.

23

17.02

Беҙ уйнайбыҙ. Миңә нимә кәрәк?

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

24

Минең кескәй дуҫтарым (2

с242т)

3.03

Минең бесәйем. Ниндәй? һорауы

84-се бит,   4-се күнегеү, һүҙҙәр

25

10.03

Аҡтүш. Ни эшләй?

Минең дуҫым

26

Мин ял итәм  

(2 сәғәт).

17.03

Ҡайҙа? һорауы. Килеш ялғауы

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

27

24.03

ҡайҙан? һорауы. Килеш ялғауҙары. Башҡорт халыҡ әкиәте.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

28

31.03

ҡасан ? һорауы. Килеш ялғауы. Ҡоштар.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

29

14.04

Был нимә? Йорт хайуандары.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

30

21.04

Ҡабатлау. Йорт хайуандары.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

31

28.04

Ҡасан? Көн режимы.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

32

Ҡабатлау.

(2с242т)

5.05

Нимә эшләйбеҙ? Йәй.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

33

12.05

Контроль күсереү «Урал», 58-се бит

34

19.05

Йомғаҡлау  дәресе. Ҡабатлау. Хаталар өҫтөндә эш.

35

26.05

Резерв

          

Календарь – тематик планлаштырыу (ктп).3  класс

Бүлектең атамаһы

дата

Дәрестең темаһы

Өй  эше

иҫкәрмә

план

факт

1.

Танышыу 

(3 сәғәт)

5.09

Таныш булайыҡ.Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре.

Тема буйынса һүҙҙәр

Адресты ятларға

2

12.09

Иҫәнләшеү.Һин ҡайҙа йәшәйһең?Килеш ялғауҙары.

һүҙҙәрҙе ҡабатларға

3

19.09

Кире ҡағыу.Күплек ялғауҙары.

Һүҙҙәрҙе ятларға

4

Мәктәптә  (2 сәғәт)

26.09

Мәктәптә.Мөнәсәбәт һүҙҙәр.

С.Әлибай.Өсөнсөләр.Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

Шиғырҙы тасуири уҡырға, 14-16 биттәр

5

3.10

Шатлыҡты белдереү. Ялҡау Зилә.Башҡорт телендә өндәрҙең әйтелеше һәм яҙылышы. Юҡлыҡ форма.

16-18-се бит, 2-се күнегеү

6

Һөнәрҙәр  

  ( 3 сәғәт)

10.10

Үҫкәс,кем булаһың?.Башҡорт телендә теләк мәғәнәләренең бирелеше.Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу.

Тема буйынса һүҙҙәр

7

17.10

Кем? Нимә?һорауҙары.Ялғауҙарҙың яҙылышы.

27-се бит,

3-сө күнегеү

8

24.10

Һинең төп эшең нимә? Ялғауҙарҙың яҙылышы.

Тема буйынса һүҙҙәр

9

Йыл миҙгелдәре.

(7 сәғәт)

7.11

Көҙ етте.Һөйләм төрҙәре.

Тема буйынса һүҙҙәр

10

14.11

Был ниндәй миҙгел? Сифаттарҙың барлыҡ һәм юҡлыҡ формаһы.

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға

11

21.11

Йомарт алмағас.Килеш ялғауҙары.

33-сө бит,

һүҙҙәр

12

28.11

Көҙҙөң дә үҙ матурлығы була

Һөйләм төрҙәре.Мин ҡышты яратам.Сифат.

38-се бит,

1-се күнегеү

13

5.12

Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар.

Ҡылым.

45-се бит,

2-се күнегеү

14

12.12

Ф.Иҫәнғолов.Чемпион. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға

15

19.12

Беҙҙең  ҡышҡы уйындар.

Ҡыш бабай килде.Ҡылым.

ҡотлау открыткаһын

яһарға

16

Кейем-һалым

(3 сәғәт)

26.12

Контроль күсереү «Ҡыш уртаһы» Диктанттар йыйынтығы (61-се бит)

Текстың һорауҙарына яуаптар

17

16.01

Кейемдәр магазинында йөрөргә яратам.Исем.Күлдәк (әкиәт).Шарт һөйкәлеше.

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға

18

23.01

В.Исхаҡов.Бер һүҙ.Ҡылым.

Ф.Туғыҙбаева. Яңы күлдәк.

57-се бит, 3-сө күнегеү 

19

Ғаилә

(4 сәғәт)

30.01

Туғанлыҡ терминдары.Минең ғаиләм.Шәжәрәм.

Туғанлыҡ терминдарын ятларға . Шәжәрә төҙө.

20

6.02

Ә.Ихсан. Әсә рәхмәте.

Өләсәйем.Теләк һәм шарт һөйкәлеше.

64-се бит, 3-сө күнегеү

Текстың һорауҙарына яуаптар

21

13.02

Ҡуян балаһы. Әкиәт.Өйҙәге эштәрем.

Йөкмәткеһен үҙләштерергә

22

20.02

Байрам менән әсәй!

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға

23

Тыуған көн     (2 сәғәт)

6.03

Тыуған көн. Ҡотлау һүҙҙәре.Миңә нимә эшләргә?

71-се бит,

3-сө күнегеү

24

13.03

Ф.Ғөбәйҙүллина. Беҙҙең дуҫ.

Ғаиләлә тыуған көндәр. Телмәр үҫтереү.

Ҡотлау открыткаһын яһарға

25

Тәбиғәт

(3 сәғәт)

20.03

Башҡортостан тәбиғәте.

Әкиәт. Эш табылды.

Тема буйынса һүҙҙәр

82-се бит, 2-се күнегеү

26

27.03

Ф. Туғыҙбаева. Бер генә һүҙ. Ә теркәүесе.Әкиәт. Ҡуян.

Текстың һорауҙарына яуаптар.88-се бит, 2-се күнегеү

27

10.04

И. Тимерханов. Ике ҡуян балаһы.Бөжәктәр.

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға

28

Башҡортостан (1 сәғәт)

17.04

Башҡортостан. Башҡортостан символдары. Өфөнөң иҫтәлекле урындары.

Башҡортостан символдары.

29

Сәйәхәт

( 4 сәғәт)

24.04

Европа – Азия.

Өфө урамында. Сағыштырыу ялғауҙары.

105 –се бит, 5-се күнегеү, тема буйынса һүрәт

30

8.05

Сәфәргә йөрөгөҙ — сәләмәт булырһығыҙ.

Текстың һорауҙарына яуаптар

31

15.05

Ғ. Ибраһимов. Хәйлә. Кире ҡағыу формалары.

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға

32

22.05

Контроль күсереү  «Йәй күренештәре» Диктанттар йыйынтығы (79-сы бит)

112-се бит, 4-се күнегеү

33

Ҡабатлау

( 3сәғәт)

29.05

Хаталар өҫтөндә эш. Ф. Туғыҙбаева. Һаумы, йәй!

Йөкмәткеһе буйынса һүрәт

34

35

          

 

Календарь-тематик планлаштырыу (ктп) 4класс

Бүлектең атамаһы

дата

Дәрестең темаһы

Өй эше

Иҫкәрмә

план.

факт

Көндә мәктәпкә барам. 6 сәғәт.

7.09

1 сентябрь –  Белем көнө. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

14.09

Мин ниндәй дәресте яратам/яратмайым? Һөйләм.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

21.09

Мин нимә уҡырға яратам? Исем.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

28.09

Мәктәптәге дуҫтарым менән таныштырайыммы? Исем.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

5.10

Беҙ мәктәптә нимә тураһында һөйләшәбеҙ? Исем.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

12.10

Телмәр үҫтереү. Исем. Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

Мин ғаиләмде яратам.   5 сәғәт.

19.10

Беҙгә бергә күңелле. Сифат.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

26.10

Мин – тәрбиәле бала. Сифат. Һорауҙарға яуаптар.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

9.11

Минең яратҡан шөғөлөм. Сифат.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

16.11

Мин йәшәгән бүлмә. Сифат.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

23.11

Минең кескәй дуҫтарым. Сифат.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

Үҙем йәшәгән ер тураһында һөйләйем.   5 сәғәт.

30.11

Мин йәшәгән Ер. Алмаш.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

7.12

Мин йәшәгән йорт. Алмаш.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

14.12

Мин яратҡан урындар. Беҙҙең урам/йорт балалары. Алмаш.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

21.12

Контроль күсереү. Ҡар бабай.(интернет селтәренән алынды)

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

28.12

Беҙҙең уйындарыбыҙ. Алмаш.хаталар өҫтөндә эш.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

Ауыл/ҡала тормошо. 5сәғәт

11.01

Минең тыуған ауылым. Һан.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

18.01

Ауыл һәм ҡала тормошо. Һан.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

25.01

Башҡортостан ҡалалары һәм ауылдары. Һан.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

1.02

Тыуған ерем мөғжизәләре. Һан.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

8.02

Телмәр үҫтереү . Һан.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

Йыл миҙгелдәре һәм һауа тураһында һөйләшәбеҙ. 5 сәғәт.

15.02

Йыл миҙгелдәре ниңә үҙгәрә? Рәүеш.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

22.02

Йәнлектәр йыл миҙгелен беләме? Рәүеш.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

1.03

Бөжәктәр нисек йәшәй? Рәүеш.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

15.03

Һауа торошон белеү ниңә кәрәк? Рәүеш.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

22.03

Киләсәктә тәбиғәттә үҙгәрештәр буламы? Рәүеш.  Һорауҙарға яуаптар. 

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

Төрлө хәлдәр тураһында һөйләшәбеҙ. 5 сәғәт.

29.03

Минең тормошомдағы ҡыҙыҡлы хәлдәр. Ҡылым.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

12.04

Мажаралар илендә. Ҡылым.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

19.04

Минең иң ҙур хыялым. Ҡылым.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

26.04

Минең кумирҙарым. Ҡылым. Телмәр үҫтереү.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

3.05

Контроль эш. “Ҡабатлау”

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

Һатып алырға өйрәнәм.  4 сәғәт.

10.05

Минең бюджет. Ҡылым.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

17.05

Мин модалы кейем яратам. Ҡылым.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатларға

24.05

Бүләк һайлайым. Ҡылым.

Ҡушымта№2

Приложение№2

2- 4 –се класс у7ыусыларыны8 баш7орт теле буйынса белемд2рен,беле162рен (умение)  32м к1некм2л2рен ба3алау нормалары

Телдән яуаптар6ы ба3алау:

У7ыусылар6ың телдән 3өйләмен, уның фонетик, грамматик я4ы менән бер рәттән тасуири у7ыуы ла и9әпкә алына. Телдән 3орау форма3ында үткәрелә тор4ан күнегеү6әр һәр дәрестә алып барыла.

Тыңлап аңлау күнекмәләрен ба3алау:

1.  “тулы3ынса  аңланы”

2.  “өл0шсә аңланы”

3.  “аңламаны”

У7ыусының монологик 3өйлә1ен ба3алау:

1. - тә7дим ителгән тема ( рәсем, ситуация) буйынса хикәй2 тө60й бел3ә;

    - дөр09 интонация менән, тулы, э6м2-э6лекле  итеп, текс7а ба3а биреп, мөнәсәбәтен күр3әтеп 3өйл2й ал3а;

    - тупа9 булма4ан пауза хаталары ебәрел3ә лә, 5”ле 7уйыла.

4 -се класта бәйләнешле 3өйл21 – 10-12 30йл2мд2н  тәшкил итә.

2. - айырым паузалар, 1-2 3өйләм хата3ы я3а3а;

   - у7ытыусы тарафынан икенән арты7 булма4ан асы7лаусы 3орау бирел3ә,”4” ле 7уйыла

3. - теманың төп й0км2тке3ен ас3а;

    - 4-6 3өйл21 хата3ы ебәр3ә;

   -  у7ытыусы тарафынан икенән арты7 асы7лаусы 3орау бирел3ә й2ки у7ытыусы яр6амынан баш7а й0ктке3ен  3өйлә16е башлай(тамамлай) алма3а, 3”л0 7уйыла.

4. - 3өйләг2ндә э6м2-э6леклелек 3а7ланма3а;

    - паузалар6а те12л3е6лект2р кит3ә;

    - 6- нан арты7 3өйләм хата3ы һәм грамматик хата я3а3а, “2”ле 7уйыла.

Диалогик 3өйләмде ба3алау:

1. - тейешле темпта дөр09 интонация менән 3орау 7уй3а; 

   - әңгәмәләшенең 3орау6арына тулы яуап  7айтар3а, “5ле 7уйыла

2. - дөр09 3орау биреп, ү6е лә әңгәмәләшенең 3орауына яуап бир32, ләкин 3өйлә1 ва7ытында у7ытыусы яр6амына мохтаж бул3а;

    - 2-3 30йләм хата3ы ебәр3ә, “4 ле 7уйыла.

3. - у7ытыусы яр6амында 4ына 3орау бир3ә й2ки яуап бир32;

    - 3орау6ар биргәндә, 3ү66әр һәм грамматик формалар табыу6а те12л3е6лект2р  ебәр3ә й2ки өйрәнгән теманы8 бер өл0ш0н генә үәштер3ә;

   - 4-5  3өйләм хата3ы ебәр3ә, 3” л0 7уйыла.

4. - әңгәмә ва7ытында 6ур ауырлы7 мен2н генә 3орау бир3ә; 

    - 3орау6ар4а ү6 көс0 менән яуап бирә алма3а; 

   - 6- нан арты7 хата ебәр3ә, “2” ле 7уйыла.

Уҡыусыларҙың белемен баһалау өсөн контроль эштәр

2 класс

Контроль күсереү. 12.05

Маҡсат: уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Талаптар: үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Методик ҡулланма. Х.А.Толомбаев, М.Ғ.Усманова “1-2 синыфтар өсөн диктанттар, изложениелар, ижади һәм контроль эштәр йыйынтығы”, 2002, 58-се бит “Урал

3 класс

Контроль күсереү.  22.12

Маҡсат: уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Талаптар: үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Методик ҡулланма. М.Т.Сәлихова “Диктанттар йыйынтығы”, 1997, 61-се бит “Ҡыш уртаһы”

Контроль күсереү.  11.05

Маҡсат: уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Талаптар: үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Методик ҡулланма. М.Т.Сәлихова “Диктанттар йыйынтығы”, 1997, 79-сы бит “Йәй күренештәре”

4 класс

Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 06.10

Маҡсат: уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Талаптар: үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Методик ҡулланма. Дәреслек. 21-се бит.

Һорауҙарға яуаптар. 20.10

Маҡсат: уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Талаптар: үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Минең исемем, фамилиям_____________________________________________________

Минең атайым_______________________________________________

Минең әсәйем________________________________________________

Минең туғандарым

________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Мин ғаиләлә  _____________________бала.

Беҙҙең ғаилә__________________________________________

Мин ғаиләмде_________________________________________

Контроль күсереү. 15.12

Маҡсат: уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Талаптар: үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Методик ҡулланма, сығанаҡ. https://nsportal.ru/nachalnaya-shkola/regionalnyy-komponent/2015/01/09/bashkort-telenn-kontrol-eshtr

Ҡар бабай.

        Ҡыштың йылы бер көнө ине. Беҙ мәктәптән ҡайтып киләбеҙ. Бер нисә бала уйнарға сыҡҡан. Беҙ уларға ҡушылдыҡ. Бергәләп ҡарҙан бабай яһаныҡ. Уға күмерҙән күҙ ҡуйҙыҡ. Ҡулына таяҡ тотторҙоҡ. Ҡулыбыҙ өшөнө, әммә ҡар бабай бик шәп килеп сыҡты.

Һорауҙарға яуаптар. 16.03

Маҡсат: уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Талаптар: үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Һөйләмдәрҙе тултырып яҙ.

Яратҡан йыл миҙгелем__________________________________

Ямғыр, һыуыҡ, һары япраҡтар______________________________________

Сана, ҡар, ҡар бабай, һыуыҡ____________________________________

Эҫе, ҡояш, йылы, һыу инәбеҙ_______________________________________

Ҡоштар ҡайта, ҡар ирей, боҙ китә___________________________________

Бөгөн һауа торошо ниндәй? ____________________________________________

 Контроль эш. 27.04

1. Һәр юлда артыҡ һүҙҙе тап.

Мәктәп, аҡбур, китап, икмәк.

Дәфтәр, ручка, танау, пенал.

2. Мин башҡортса уҡыйым. Һөйләмдең тәржемәһен тап.

Я изучаю английский язык.

Я изучаю башкирский язык.

3..№андар6ы8 а9тына 3ы6ы4ы6.

Илле һум аҡсаң булғансы, илле дуҫың булһын.

Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.

Бер тинлек ҡуян, мең тинлек зыян.

4. Адресыңды яҙ

________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

5. Тәбиғәтте нисек һаҡларға?

____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Диктанттар6ы ба3алау

Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

 1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

 «5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.    

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

 Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

        Ҡушымта 3

Приложение 3

Башҡорт теле” предметынан мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларға

адаптивлаштырылған эш программаһына ҡушымта

        Башҡорт теле-башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; уҡыусылырҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Әммә  мөмкинлектәре сикләнгән балаларға башҡорт теле программаһын тулы килеш үҙләштереүе ауыр. Шуға күрә был балаларға тел һәм әҙәбиәт буйынса белем биреүҙә бөтөнләй икенсе маҡсат һәм бурыстар ҡуйыла.Мәктәптә урта кластарҙа  (5-9)аҡыл  үҫеше йәһәтенән артта ҡалған балалар өсөн башланғыс кластар алдына  ҡуйылған бурыстар тормошҡа ашырыла,тик улар бер аҙ юғарыраҡ кимәлгә ҡуйыла.Тик бында уҡыусыларҙың курс йөкмәткеһен ниндәй кимәлдә үҙләштереүенән сығып,өҫтәлмә бурыстар алырға ла мөмкин.

Уҡыусылар :

-башҡортса текстарҙы етеҙ,аңлы,тасуири уҡыу күнекмәләренә эйә булырға;

-грамоталы яҙыу күнекмәләре алырға;

-.телдән һәм яҙма формаларҙа фекерҙәрен элементар кимәлдә еткерергә;

-үҫеше һәм формалаштырылған әхлаҡи сифаттары менән тормошҡа яраҡлаша белергә тейеш.

Бындай уҡыусыларҙың телмәрҙәрен һәм фекерләү ҡеүәһен коррекциялау уҡыу процесының төп өлөшөн тәшкил итә һәм белем,күнекмәләр биреү,шәхесте тәрбиәләү менән бергә хәл ителә.

Уҡыу.

2-9 кластарҙа уҡыу дәрестәрендә уҡыусыларҙың уҡыу техникаһын үҫтереү өҫтөндә эш дауам ителә:уҡыған материалдың йөкмәткеһен аңлау менән бергә дөрөҫ,етеҙ,тасуири уҡырға өйрәнеү ҙә ҡарала.Тәҡдим ителгән художестволы әҫәрҙәр төрлө жанрҙарҙа булыу сәбәпле балаларҙа уҡыу һәм йөкмәткеһен аңлау йәһәтенән ҙур ауырлыҡтар тыуҙырырға мөмкин.Был категорияға ҡараған балалар яҙыусыларҙың биографик белешмәләрен,хатта ҡыҫҡаса ижад юлын да ауырлыҡ менән ҡабул итәләр.Уҡыған әҫәр өҙөктәренән геройҙарын билдәләй алмаған осраҡтар була.Тарихи әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы әйтә алмайҙар,текстағы һүҙҙәрҙе,һүҙбәйләнештәрҙе аңламайҙар .Шуға күрә уҡыу дәрестәрендә уҡыу техникаһын үҫтереүҙән тыш төп бурыс итеп билдәле кимәлдә текстарҙың,әҫәр өҙөктәренең йөкмәткеһен үҙләштереү ҡуйыла.Шул нигеҙҙә уҡыусыларҙың телмәре  һәм  фекерләүе үҫтерелә.

Уҡыусылар ҡуйылған һорауҙарға яуап бирә ,текстан таба белергә тейештәр; текст,әҫәрҙәрҙең ҡыҫҡаса нимә тураһында икәнлеген әйтә белергә ;төп һәм икенсел  геройҙарын күрһәтә,ҡылыҡһырлама бирә белергә ,поступоктарын аңлата алырға ;әҫәр буйынса һығымта яһай белеү күнекмәләренә эйә булырға тейеш.Был уҡытыусынан етди методик әҙерлек талап итә.

Грамматика һәм орфография.

Билдәле бер кимәлдә грамматиканы һәм дөрөҫ яҙылышты өйрәнеү барышында уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙма телмәрҙәре үҫешә,орфографик һәм пунктуацион күнекмәләре үҫешә.Грамматиканың элементар курсы уҡыусыларҙың юғары психик функцияларын коррекциялауға йүнәлтелә.Был иһә аҡыл һәм телмәр үҫешен уңышлыраҡ тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә.

Хәрефтәр һәм өндәр.

Өн һәм хәреф айырмаһын ,дөрөҫ һүрәтләнешен,өндәрҙең тартынҡы һәм һуҙынҡыларға бүленешен белергә ,фонетик анализ яһау күнекмәһенә эйә булырға тейеш.

Һүҙ.Һүҙ төҙөлөшө,мәғәнәһе,яҙылышы,төркөмдәре уҡыусының һүҙлек байлығын үҫтереүгә йүнәлтелә.

Һүҙҙәрҙең ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарағанын айыра белергә,өлгөләргә ҡарап билдәле кимәлдә анализ яһарға өйрәтеү ҡарала.

Һөйләмдәр.Һөйләмдәрҙе өйрәнеүгә етди  иғтибар бирергә кәрәк.Был бөтә курс барышында ла өйрәнелеүсе бүлек.Сөнки көндәлек тормошта был бик мөһим сара.Шуға ябай һөйләмдәрҙең төрлө төрҙәренән алып ҡушма һөйләм төрҙәренә тиклем төҙөргә,ҡулланырға өйрәтергә кәрәк.
Бәйләнешле телмәр.
Бәйләнешле телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар биреү мотлаҡ,сөнки психик яҡтан үҫеше артта ҡалған уҡыусыға үҙенең фекерен яҙма рәүештә еткереү бик ауыр бирелә.Шуға күрә фонематик ишетеү һәләтен,дөрөҫ әйтелеш күнекмәләрен,һүҙлек байлығын үҫтереү,һөйләмдәр төҙөү,уй-фекерҙәрен әйттереү өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эш алып барырға кәрәк.Текстарҙағы һөйләмдәрҙе  тәртипкә килтереү,корректорлау,һорауҙарға яуап биреү,һорауҙар төҙөү кеүек эштәр ҙур кластарҙа ла алып барылырға тейеш,был иһә үҙ йәһәтенән уҡыусыға  бәләкәй күләмле изложение йәки инша яҙа алыу мөмкинлеген бирәсәк.

Шулай уҡ эш ҡағыҙҙары тултырыу күнекмәләре булдырыу мөһим:ғариза,автобиография,расписка яҙыу;бланк,квитанциялар тултырыу.

Яҙыу.График күнекмәләр башланғыс кластарҙа булдырылһа ла,был категория уҡыусыларына әленән-әле ҡабатлатып, нығытып торорға кәрәк.Был йүнәлештә текстарҙы дөрөҫ күсереп яҙыу,кәрәкле хәрефтәр,тыныш билдәләре,төшөп ҡалған һүҙәрҙе өҫтәп ҡуйыу кеүек эштәр иғтибарҙы ғына үҫтермәй,матур,бөхтә,еренә еткереп эшләүгә ынтылыш ла тәрбиәләй.

Программаға индерелгән үҙгәрештәр.

    Башҡорт телен өйрәнеү өсөн VIIтөрҙәге махсус(коррекцион)программалар,дәреслектәр  булмау сәбәпле был эш программаһы Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы тарафынан сығарылған “VIIтөрҙәге махсус (коррекцион)дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн программаға “нигеҙләнеп төҙөлдө. Бурыстар һәм талаптар яҡынса рус телдәренә тап килтереп ҡуйылды.Шулай уҡ башҡорт телен өйрәтеү үҙенсәлектәренән сығып эш планлаштырылды.Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү был категория уҡыусылары өсөн  еңелерәк бирелеүен иҫәпкә алып, тематик план һәм уҡыу курсының йөкмәткеһе “Башҡорт теленән программа.Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәптәрҙең I-XI кластары өсөн.Толомбаев Х.А.,Дәүләтшина М.С.,Ғәбитова З.М.БР Мәғариф министрлығы ,2008 “нигеҙендә еңелләштереп төҙөлдө.



Предварительный просмотр:

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

«Средняя общеобразовательная школа села Бахмут  муниципального района Куюргазинский район  Республики Башкортостан»

Рабочая программа

учебного предмета

«Башкирский (государственный) язык»

5-7 классы, базовый уровень

на 2017-2022 учебный год

Срок реализации программы: 5 лет

Разработана: А.Н.Таймасовой

  учителем I квалификационной категории

с. Бахмут

2017г

Аңлатма яҙыу.

(Пояснительная записка).

    Башҡорт (дәүләт)теленән  эш программаһы түбәндәге документтарға нигеҙләнеп төҙөлдө:

  • Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” федераль законы (29 декабрь, 2012 йыл, № 273- ФЗ);
  • Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында” законына (1 июль, 2013 йыл, № 696-з);
  • Милли республикаларҙа икенсе дәүләт телен индереү Рәсәй Федерацияһының Конституцияһының  68 статьяһында ла (п.2) ҡаралған;
  •  “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законының 3 статьяһына (п.1) ярашлы Башҡортостан Республикаһының бөтә территорияһында башҡорт һәм рус телдәре дәүләт телдәре булып тора.
  • Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының 2009 йылдың 6 октябренән №373 бойороғо менән раҫланған Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының 19.3 пунктына ярашлы башланғыс дөйөм белем биреүҙә Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт телдәрен өйрәнеү һәм туған телдәрҙә белем биреүҙе ойоштороу мөмкинлеге бирелә.    Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын ғәмәлдә ҡулланыу шарттарында урта кластарҙа башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү базис пландарҙың вариатив өлөшө сәғәттәре иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
  • Ҡулланыусыларҙы яҡлау һәм кеше именлеген һаҡлау буйынса Федераль хеҙмәт һәм РФ -ның баш санитар врачы (табибы) Ҡарары буйынса 29.12,2010 йыл№189«2.4.2.22821-10 СанПин раҫлауы  "Дөйөм белем биреү учреждениеларында белем биреү шарттарын булдырыуҙа санитар-эпидемиологик талаптар"
  • Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе  районы Бахмут  урта дөйөм белем биреү  учреждениеһының уҡытыу программаһына
  •  Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған Башҡорт теленән программа.(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн).ТоломбаевХ.А.,Дәүләтшина М.С.,Ғәбитова З.М.,Усманова М.Ғ.-Ижевск:КнигоГрад,2008.

Өҫтәлмә әҙәбиәт:

5  класс:З.М. Ғәбитова, М Ғ. Усманова . Башҡорт теле: Уҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5 -се класс уҡыусылары  өсөн.  – Өфө : Китап, 2014.

6 класс: З.М. Ғәбитова, М Ғ. Усманова . Башҡорт теле: Уҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класс уҡыусылары  өсөн.  – Өфө : Китап, 2015.

 7 класс: З.М. Ғәбитова, М Ғ. Усманова . Башҡорт теле: Уҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7 -се класс уҡыусылары  өсөн.  – Өфө : Китап, 2015.

Маҡсаттар һәм бурыстар.

Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса 5-7-се класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

  •  Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
  • Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.
  • Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.
  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү. 

У3ыу предметына д5й5м характеристика

Уҡытыу рус теленд9 алып барылған м9кт9пт9р29 баш3орт телен у3ытыу2ы4 й5км9тке  72енс9лект9ре шунан 1иб9р9т: был 72 й989тенд9  коммуникатив, тел, лингвистик, м929ни компетенцияны формалаштырыу 89м 76тере72е к72 у4ында тота.

Коммуникатив компетенция телм9р эшм9к9рлегене4 т5р29ре, аралашыуҙы, 85йл97 89м я2ма телм9р т5р29рен  72л9штере72е и69пт9 тота, тел материалын 89м к7некм9л9р2е к9р9кле ситуациялар2а 3уллана алыуҙы талап итә.

            Коммуникатив компетенция аралашыуҙың ма3сатын билд9л9й, телм9р ситуация8ын ба8алай беле7ҙе, аралашыусыны4 коммуникатив ысулдарын 89м ни9тт9рен и69пк9 алыуҙы, адекват стратегик аралашыу2ы 8айлау2ы 89м 72 телм9ре4де а4лы р97ешт9 72г9рте7г9 92ер булыу2ы к72 у4ында тота.

Тел 89м лингвистик компетенция й9м1и9т к7ренеше булара3, тел тура8ында тейешле белемде 72л9штере7 ниге2енд9 уны4 т525л5ш5н, 76ешен, х9р9к9тт9 булыуын формалаштырыуҙы а4лата; баш3орт 929би телене4 т5п нормаларын 72л9штере7; 872лек запасын 89м у3ыусы телм9рене4 грамматик т525л5ш5н байытыу; ф9н булара3 лингвистика тура8ында тейешле белем, уны4 т5п бүлектәренә к9р9кле бул1ан тел к7ренешен 89м факттарын анализлау 89м ба8алау м5мкинлеген формалаштырыу; т5рл5 т5р29ге лингвистик 872лект9р мен9н 3уллана беле7.

М929ни компетенция ту1ан телде4 м929ниәтен са1ылдырыусы форма булара3 а4лау2ы к72 у4ында тота, тел 89м халы3 тарихыны4 б9йл9нешт9 булыуын, баш3орт телене4 милли-м929ни 72енс9леген, баш3орт телм9р этикет нормаларын  72л9штере7ҙе, халы3-ара аралашыу м929ни9тен  72л9штере7; милли м929ни компонентлы 87229р м919н98ен а4латыуҙы белдерә.

Баш3орт теле курсыны4 коммуникатив – эшм9к9рлек й7н9лешен к5с9йте7, уны белем алыу2а метапредмет 8525мт9л9рг9 й7н9лте7 кешене4  тыш3ы м5хитк9 ти2 яра3лашыу 89л9тле 89м унда әүҙем эшм9к9рлекте дауам ите7гә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

Функциональ грамоталы3ты4 м58им индикаторы – предмет-ара статус: коммуникатив универсаль у3ыу эшм9к9рлеге (телм9р эшм9к9рлегене4 б5т9 т5р29ре мен9н эш ите7, ти4д9шт9ре 89м оло кешел9р мен9н аралашыу2ы 3ороу; телд9н 89м я2ма телм9р2е адекват 3абул ите7; 3уйыл1ан проблема буйынса 72 3арашы4ды те79л, д5р56, логик я3тан т525к 89м тасуири 9йтеп бире7, аралашыу процесында я2ма 89м һөйләү телм9ре нормаларын 89м баш3орт телм9р этикетын 8а3лау); танып беле7 универсаль у3ыу эшм9к9рлеге (проблеманы аны3лау, дөрөҫ аргументлай беле7, логик я3тан т525к фекер й5р5т57, и6батлай табыу, ра6лаусы й9 кире 3а1ыусы тезис килтереү; библиорафик э2л9не72е тормош3а ашырыу, т5рл5 сы1ана3тар2ан к9р9кле м91л7м9тте алыу, т5п 89м 56т9м9 м91л7м9тте билд9л97, у3ыу ма3сатын асы3лау, аралашыу ма3сатынан сы1ып у3ыу т5р5н 8айлау; м91л7м9ти- компьютер сараларын 3улланыу; м91л7м9тте система1а килтере7 89м кирен9н эшк9рте7 89м уны т5рл5 ысулдар мен9н к7р89те7 8.б.); регулятив универсаль у3ыу х9р9к9те (эшм9к9рлек ма3сатын 3уя 89м аны3 итеп 9йт9 беле7, эшм9к9рлекте э2м9-э2лекле планлаштыра 89м к9р9к са3та 72г9рт9 беле7; 72 контроль, 72 ба8алау, 72 коррекциялау 8.б. тормош3а ашырыу.) Функциональ грамоталы3ты4 м58им компоненты телм9р эшм9к9рлеге т5р29рен9 ниге2л9н9 89м мәктәптә туған телде өйрәнеү аша у3ыусылар2ы4 фекерл97 89л9тен  ма3сатлы й7н9лештә үҫтереүҙе к72 у4ында тота.

Функциональ грамоталы3ты формалаштырыу, у3ыусылар2ы4 телм9р эшм9к9рлеген камиллаштырыу баш3орт телене4 т525л5ш5 89м аралашыу2ы4 т5рл5 шарттарында уны 3улланыу 72енс9лект9рен9н беле7 ниге2енд9 т525л9. У3ыу процесы телде анализлау к7некм9л9рен формалаштырыу1а 1ына й7н9лдерелг9н булыр1а тейеш т7гел, ә шулай у3 телм9р м929ни9тен т9рби9л97, тормошта м58им к7некм9л9р2е формалаштырыу, т5рл5 у3ыу т5р29рен 3улланыу, тексты м91л7м9ти эшк9рте7, м91л7м9тте т5рл5 формала э2л97, телм9р ситуация8ына, 929би тел нормаларына 89м аралашыу2ы4 этик нормаларына яра3лы т5рл5 ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, урта д5й5м белем бире7 м9кт9пт9ренд9 баш3орт телен у3ытыу баланың д5й5м м929ни ким9лен үҫтерергә, артабан у3ыуын т5рл5 белем бире7 учрежденияларында  дауам ит9 алырлы3 кимәлдә булыр1а тейеш.

Баш3орт дәүләт теле булараҡ базислы у3ыу

(белем бире7) планында1ы урыны

                Баш3ортостан Республика8ында  рус телле м9кт9пт9р 5с5н йыллы3 5лг5 у3ыу планы  баш3орт телен д97л9т теле булара3, аҙнаға 1 сәғәт  к7л9менд9 у3ытыу2ы к72 у4ында тота һәм һәм уҡыу-уҡытыу бәйләнешендә ҡатнашыусылар менән формалаштырылған бүлегендә ҡаралған: 5-се класс – 35сәғәт, 6-сы класс – 35 сәғәт, 7-се класс – 35 сәғәт.

Курсты өйрәнеү һөҙөмтәләре

Башҡорт телен 5-7 кластарҙа өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:

  • тел кешеләрҙең аралашыу сараһы икәнен аңлау, үҙләштереү;
  • башҡорт теленең милли мәҙәниәттең бер күренеше итеп ҡабул итеү;
  • дөрөҫ һөйләү теле һәм яҙма тел кешенең индивидуаль мәҙәнилеге күрһәткесе;
  • үҙ телмәренә иғтибарлы булып үҙ – үҙен баһалау һәләтлеге.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

  • уҡыусының коммуникатив  һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;
  •  уҡыусыһының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;
  • уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.
  • Һорауҙар биреү оҫталығы.

        Предмет һөҙөмтәләре: башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.

   А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

    Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

ҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; 3-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;

-. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған диафильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

- предметны, күренеште элементар рәүештә   һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу;

- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

тыңлап аңлауҙа:

 Тексты  шыма, аңлы, тасуири уҡыу;

-текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;

-текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

-хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.

- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

- 5 – 7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

- тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү

яҙма телмәрҙә:

-Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;

- текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

- 6-10 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;

-бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

-өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

  • башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;
  • төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;
  • 5-9 класс курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;
  • 5-9класс  курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

  • географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;

  • 5-7 класс  тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;
  • ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү;
  • үҙҙеңде  баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

  • башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;
  • балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:

  • башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;
  •  әҙәбиәт үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

  • уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

  1. класс

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

Һаумы, мәктәп!  (3 сәғәт)

Был тема (1 сентябрь – Белем көнө.Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса “Көҙ” темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә.Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.  Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Сифат.

Үҙем тураһында (3 сәғәт)

Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында,үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында  һөйләргә өйрәнергә тейеш. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. к-г,ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы.

Йыл миҙгелдәре (4 сәғәт)

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары.

Башҡортостанды беләһеңме? (4 сәғәт)

Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары.

Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена. (2 сәғәт)

Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Ҡылым.

Яңы йыл менән. (3 сәғәт)

Яңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре тураһында һөйләтеү. Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.

Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым. Өй . Магазин. (4 сәғәт)

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларын өйрәнеү, һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Синоним.

8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. (4 сәғәт)

Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу. Әсәйҙең донъяла иң ҡаҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡаҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Был тема ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана. Ҡотлау открыткалары яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү. Антоним.

Яҙ етте. (5 сәғәт)

Яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү. 1 май, 9 май байрамдары, дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү. Омоним.

Яҙғы эштәр.(3 сәғәт)

Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре,баҫыу эштәре тураһында һөйләшеү. Һан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Йәйҙе ҡаршылайбыҙ. (3 сәғәт)

Йәй билдәләрен күрә һәм йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү.  Башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың яҙғы тәбиәғәт менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында һүҙ алып барыла. Уҡыусыларға уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәте, мәғәнәләрен, уларҙы тергеҙеү кәрәклеген еткереү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

6 класс

Беҙҙең мәктәп – 4сәғәт

1 сентябрь- Белем көнө. Уҡыусыларҙың хеҙмәт көндәре башланыуы. Белем, тел тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Грамматика буйынса 1-5-се кластарҙа үткәндәрҙе ҡабатлау.

Башҡортостан ере буйлап- 7 сәғәт

Башҡортостан Республикаһы, уның тарихы, күренекле шәхестәре, байлыҡтары менән танышыу. Тема буйынса һөйләү телмәрен үҫтереү, ижади эштәр башҡарыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе.Ҡылым.

Дуҫ ҡәҙерен бел– 6 сәғәт 

Ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы,уны һаҡлай белеү.Дуҫлыҡ хаҡында әҫәрҙәр уҡыу,мәҡәлдәр табыу. Һәйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

Ҡыш дауам итә– 8 сәғәт

Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәре.Текстар уҡыу ,шиғырҙар,һынамыштар ятлау,һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү,һүҙ байлығын арттырыу. Рәүеш.

 Яҙ килә, яҙ -6 сәғәт

Яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәре. Яҙғы тәбиғәтте күҙәтеү.Осоп килеүсе ҡоштар тураһында һөйләшеү.1 май,9май  байрамдары.Һан.

Йәмле йәй килә-4 сәғәт

Йәйге тәбиғәт, уҡыусыларҙың йәйге ялы тураһында әңгәмә. Тема буйынса текстар уҡыу,шиғырҙар ятлау. Тәбиғәткә экскурсия ойоштороу. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу.

7 класс

I. Яңынан мәктәпкә (4 сәғәт)

5-6-сы кластарҙа алған белемдәрҙе тулыландырыу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла. Көҙ, көҙгө эштәр, уңыш йыйыу темаһы төп урындарҙың береһен алып тора.

Мәктәп, уҡыу, китап, икмәк, уңыш, емеш-еләк тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар менән танышыу.

Грамматика:

6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

II. Ауыл тормошо (4 сәғәт)

Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, хеҙмәт, игенсе хеҙмәте тураһында әңгәмәләр үткәреү. Игенсе эшенең нескәлектәрен һөйләү. Ауыл тормошоноң ҡала тормошонан айырмалы яҡтары тураһында аңлатыу. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле

шәхестәрҙең тормош юлы менән таныштырыу, осрашыуҙар ойоштороу. Был тема буйынса яҙылған әҫәрҙәр уҡыу.

Грамматика:

Ҡылым. һүҙбәйләнеш. һөйләм төҙөлөшө.

III. Башкортостан буйлап сәйәхәт (4 сәғәт)

Башҡортостан тураһында 1-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлап, белгән фактик материалды эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү. Был тема буйынса уҡыусыларға яңы мәғлүмәт биреү. Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағы тарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экспедициялар мәғлүмәттәре менән таныштырып китеү («Арҡайым», «Сынташты», боронғо ҡалалар, алтын әйберҙәр табыу һ.б. тураһында), бының өсөн һуңғы йылдарҙа сыҡҡан матбуғат баҫмаларына мөрәжәғәт итеү. Был тема буйынса тәҡдим ителгән әҫәрҙәр менән танышыу, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла.

Грамматика:

Яңғыҙлыҡ исемдәр.

IV. Спорт. Спорт кәрәк-ярактары (4 сәғәт)

Кешегә сәләмәт булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм был турала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмә ойоштороу. Уҡыусылар үҙҙәре спорт менән ҡыҙыҡһыныуҙары, күренекле спортсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында теле-радио тапшырыуҙары, газета материалдары буйынса һөйләү.

Башкортостанда спорт төрҙәре. Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр.

Грамматика:

Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәреф, өндәре, һөйләм төрҙәре.

V. Мин һәм беҙҙең ғаилә (4 сәғәт)

Уҡыусы үҙенең ғаиләһе тураһында тулы һәм иркен һөйләй белергә тейеш. Сөнки был тема йылдан-йыл ҡабатлана. Ғаилә ағзаларын дөрөҫ атау, уларға ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтеү. Ғаилә, ғаилә ағзалары тураһында яҙылған әҫәрҙәр уҡыу, уларҙы аңлы ҡабул итергә өйрәтеү, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план төҙөргә өйрәтеү, план буйынса һөйләү. Телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Был бүлектә билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре күп кенә урын алған. Картинаны ҡарай, аңлай һәм уның йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү.

Грамматика:

Ҡылым. Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше.

 VI Сәнғәт оҫталары. (4 сәғәт)

Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт оҫталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле-радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү. Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән йырҙар өйрәнеү. Мәктәп сәхнәһе өсөн концерт номерҙары әҙерләү.

Грамматика:

Эйәртеү теркәүестәре. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Теркәүес темаһын нығытыу.

VII. Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә - ил тарихы (2 сәғәт)

Был тема кеше исемдәренән башҡа тау, ер, һыу атамалары мөнән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холоҡ-фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләрҙең исемдәренә бәйләп, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләү, әҫәрҙәр уҡыу. Атамалар буйынса легендалар, риүәйәттәр уҡыу ҙа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам итәсәк.

«Исемдәрҙә – ил тарихы», «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?» темаһына иртәлектәр үткәреү, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә, кеше алдында сығыш яһау өсөн ярҙам итәсәк. Грамматика: Бәйләүестәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһен ҡабатлау.

IX. Борон-борон заманда... (3 сәғәт)

Башҡорт халыҡ ижады темаһын киңәйтеү, уҡыусыларҙың белгәндәрен тулыландырыу, һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү маҡсат булып тора. Күберәк иғтибарҙы тексты аңлы ҡабул итеү һәм йөкмәткеһен һөйләй белеүгә йүнәлтеү. Бында башҡорт халыҡ әкиәттәренән башҡа, Ф.Туғыҙбаеваның «Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?» әкиәте лә урын алған. Уларҙың айырмаһын билдәләп үтеү кәрәк.

Грамматика:

Киҫәксә тураһында төшөнсә.Киҫәксәләрҙең бүленеше. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы.

      Х. Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ (3 сәғәт) Иң төп темаларҙың береһе - берҙәмлек, дуслык, тыныслыҡ. Бында тик кешеләр араһындағы дуҫлыҡ тураһында ғына һөйләшеү бармаясаҡ, ә халыҡ-ара булған мөнәсәбәттәр ҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлап фекер йөрөтөргә  һәм  һөйләй белергә өйрәтеү. Уҡылған  әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу, әңгәмә ойоштороу.

Грамматика:

Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

XI. Йәмле йәй (3 сәғәт)

Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған Милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү. Балаларҙың йәйге ялы, хеҙмәте, ололарға ярҙамы тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.

Грамматика:

7-се класта үткәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.

Тематик планлаштырыу

3.1. «Башҡорт теле» предметын тематик планлаштырыу.5 класс, 35 сәғәт

Бүлек.

сәғәт

1

Һаумы, мәктәп

3

2

Үҙем тураһында

3

3

Йыл миҙгелдәре

4

4

Башҡортостанды беләһеңме?

4

5

Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена

3

6

Яңы йыл менән.

2

7

Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым. Өй . Магазин.

4

8

8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.

4

9

Яҙ етте

5

10

Яҙғы эштәр

3

11

Йәйҙе ҡаршылайбыҙ

3

3.2. «Башҡорт теле» предметын тематик планлаштырыу.6 класс, 35 сәғәт

Бүлек.

сәғәт

1

Беҙҙе мәктәп ҡаршылай

4

2

 Башҡортостан ере буйлап

7

3

 Дуҫ ҡәҙерен бел

6

4

 Ҡыш дауам итә

8

5

 Яҙ килә, яҙ 

6

6

Йәмле йәй килә

4


3.3. «Башҡорт теле» предметын тематик планлаштырыу.7 класс, 35 сәғәт

Бүлек.

сәғәт

1

 Яңынан мәктәпкә

4

2

Ауыл тормошо

4

3

Башкортостан буйлап сәйәхәт

4

4

 Спорт. Спорт кәрәк-яраҡтары

4

5

Мин һәм беҙҙең ғаилә

4

6

Сәнғәт оҫталары

4

8

 Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә - ил тарихы

2

9

Борон-борон заманда

3

10

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ

3

11

Йәмле йәй

3

Ҡушымта 1

Календарь-тематик планлаштырыу (ктп) 5 класс

Бүлек

тең

атама

һы

Дәрестең темаһы

дата

Өй эше

иҫкәрмә

план.

факт

  1. 1

Һаумы, мәктәп!  

(3 сәғәт)

Белем көнө. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

6.09

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 2

Йәшә, тыуған ерем! Башҡорт теленең өн һәм хәрефтәре. Алфавит.

13.09

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 3

Ф.Ғөбәйҙуллина.Рәйфә мәктәпкә бара. Исем.

20.09

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 12

Үҙем тураһында. (3 сәғәт)

Үҙем тураһында. Минең мәктәбем. Исемдең килеш менән үҙгәреше.

27.09

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 13

Беҙҙең ғаилә. Исемдең килеш менән үҙгәреше.

4.10

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 16

Контроль күсереү «Көҙ»

18.10

  1. 23

Йыл миҙгелдәре (4 сәғәт)

Беҙ тәбиғәт менән бергә. Һорау алмаштары.

25.10

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 24

Был ниндәй миҙгел? Күрһәтеү  алмаштары.

8.11

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 27

Көҙгө урманда. Билдәһеҙлек һәм билдәләү алмаштары.

15.11

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 28

Яҙ.Ҡыш.  Билдәһеҙлек һәм билдәләү алмаштары.

22.11

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 33

Башҡортостанды беләһеңме? (3 сәғәт)

Тыуған ерем. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

29.11

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 34

Башҡортостан флагы. һандар

6.12

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 35

С.Юлаев. Уралым. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

13.12

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 43

Кеше. Тән ағзалары, шәхси гигиена. (2 сәғәт)

Уңған ҡыҙ. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе.

20.12

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

Шәхси гигиена. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе.

27.12

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 53

Яңы йыл менән.

(3 сәғәт)

Алдаҡсы йондоҙҙар. Ҡылым.

10.01

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

Ҡышҡы уйындар. Телмәр үҫтереү.

17.01

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 54

Аҙыҡ-түлек.

24.01

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 62

Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым. Өй . Магазин. (4сәғәт)

Аҙыҡ-түлек. Килеш ялғауҙары

31.01

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 63

 Кейем-һалым. Синонимдар

7.02

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 64

Беҙҙең уңыш. Һөйләм.

14.02

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 69

8 март – ҡатын ҡыҙҙар көнө. Антонимдар.

21.02

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 72

8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. (3сәғәт)

Минең әсәйем. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре.

7.03

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 74

Әсә рәхмәте.

14.03

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 77

Яҙ килә. Омонимдар.

21.03

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 79

Яҙ етте.

 (4 сәғәт)

Башҡортостанда яҙ. Синонимдар. Антонимдар.

28.03

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 80

Минең дуҫым компьютер. Зат алмаштары.

11.04

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 81

9 май – Еңеү байрамы. Кем?Нимә? һорауҙары.

18.04

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 85

Миҙал һәм малай. Сифат.

25.04

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 88

Яҙғы эштәр.

(3 сәғәт)

Эш ҡоралдары. Һан.

2.05

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 89

Яҙғы байрамдар. Алмаш (ҡабатлау).

16.05

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 94

Контроль эш

23.05

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 96

Йәйҙе ҡаршылайбыҙ.

(3 сәғәт.)

Ҡарға бутҡаһы. Ҡабатлау.

30.05

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

  1. 97

  1. 99

Календарь-тематик план (ктп) 6  класс

Бүлек

тең

атамаһы

Дәрестең темаһы

дата

Өй эше

Иҫкәрмә

план.

факт

1

Беҙҙең мәктәп (4 сәғәт)

Беренсе сентябрь.Исем.

6.09

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

2

Ҡояш.Ф.Фәтҡуллина.Диалог.

13.09

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

3

К.Кинйәбулатова.Көҙҙәр еткәс. Баҫым.

20.09

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

4

Китап яратығыҙ.

27.09

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

5

Башҡортостан ере буйлап

(7сәғәт)

 

Р.Бикбаев.Салауат батыр һәйкәле.

4.10

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

6

М.Кәрим.Нимә ул Ватан?Ҡылым.

18.10

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

7

Тикшереү эше

25.10

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

8

Ф.Туғыҙбаева.Кем уңған?Ҡылым. 

8.11

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

9

М.Кәрим .Дим буйы.

15.11

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

10

Ғ.Хөсәйенов.Оло яҙыусы һәм ғалим.

22.11

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

11

Телмәр үстереү.Башҡортостан.

29.11

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

12

Дуҫ ҡәҙерен бел

(6 сәғәт)

Дуҫлыҡ өсон шул етәме?

6.12

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

13

Һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙылар.

13.12

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

14

Дуҫлыҡ монументы.

20.12

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

15

Тикшереү эше.Тест.

27.12

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

16

А.Йәғәфәрова.Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар.

10.01

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

17

Минең дуҫым.Т.Ү.

17.01

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

18

Ҡыш дауам итә

(8 сәғәт)

Ҡышҡы тәбиғәт.

24.01

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

19

Ҡоштар донъяһы.Сифат.

31.01

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

20

К.Шафиҡова.Ҡар яуа.Сифат.

7.02

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

21

Ҡыш көнө.Б.Байым.Светофор.

14.02

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

22

И.И.Шишкин  “ Ҡарағай урманындағы иртә”.Т.Ү.

21.02

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

23

Ағастарҙың файҙаһы.Рәүеш

7.03

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

24

Әкиәт.Ишәк,эт,бесәй,әтәс.

14.03

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

25

Контроль күсереү.Светофор.

21.03

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

26

Яҙ килә, яҙ

(6 сәғәт)

Р.Янбулатова.Ҡоштар ҡайта.

28.03

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

27

Ҡарға бутҡаһы.

11.04

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

28

З.Биишева. Баҡсала.

18.04

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

29

«Яҙ» тураһында йцырҙар.

25.04

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

30

 Ә.Саяпова.Еңеү көнө.Һандар.

2.05

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

31

Ғ.Хөсәйенов.Ете.Сама һандары.

16.05

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

32

Йәмле йәй килә

 (4 сәғәт)

Белемеңде тикшер! Ижади эш.

23.05

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

33

Һабантуй.Ҡабатлау.

30.05

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

34

Календарь-тематик план (ктп) 7 класс

Бүлектең

атамаһы

Дәрестең темаһы

дата

Өй эше

иҫкәрмә

план.

факт

1

 Яңынан мәктәпкә

 (4 сәғәт)

М. Кәрим. Уҡытыусыма.VI класта үтелгҽндҽрҙе ҡабатлау.

7.09

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

2

Б.Бикбай. Туған тел. Сифат дәрәжәләрен ҡабатлау.

14.09

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

3

Урман аптекаһы.Т.Ү.

21.09

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

4

Инеш  контроль эше.

28.09

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

5

Ауыл тормошо

 (4 сәғәт)

Алтын башаҡтар. Һөйләм.

5.10

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

6

Икмәк үткән юл. Исемдәрҙең килеш менҽн үҙгәреше.

12.10

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

7

Т.Йосопов. Икмәк еҫе. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

19.10

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

8

Тикшереү эше. Башҡортостан

26.10

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

9

Башҡортостан буйлап сәйәхәт 

(4 сәғәт)

М.Кәрим. Башҡортостан. Исем

9.11

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

10

Урал. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр.

16.11

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

11

Р.Ғарипов. Урал йөрәге.Урал имәне.

23.11

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

12

Арҡайым. Исем.

30.11

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

13

Спорт. Спорт кәрәк-яраҡтары

(4 сәғәт)

Беҙҙең ғаилә ярышта. Т.Ү.

7.12

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

14

Һаулығың – байлығың. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

14.12

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

15

Тикшереү эше. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

21.12

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

16

Башҡорт халыҡ уйындары.

28.12

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

17

Башҡортостан ҡалаларында спорт. Һөйләм төрҙәре.

11.01

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

18

Мин һәм беҙҙең ғаилә 

(4 сәғәт)

К.Шафиҡова. Әсәй күҙҙәре.Ҡылым.

18.01

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

19

Ҡошҡа әйләнгән әбей. Ҡылымдарҙың заман формаһы.

25.01

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

20

Беҙҙең ғаилә. Ярҙамсы. Ҡылымдарҙың зат, һан менән үҙгәреше.

1.02

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

21

Сәнғәт оҫталары

 (4 сәғәт)

Башҡорт милли музыка ҡоралдары. Теркәүестәрҙең  төрҙәре.

8.02

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

22

Ҡумыҙсы Р.Заһретдинов. Теҙеүсе теркәүестәр.

15.02

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

23

Мәшһүр бейеүсе Рәшиҙә Туйсина.  Теҙеүсе теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

22.02

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

24

Ете – ғәжәп һан. Һандарҙың яҙылышын ҡабатлау.

1.03

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

25

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә - ил тарихы(2 сәғәт)

Контроль күсереү.

15.03

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

26

Исемдәрҙә – ил тарихы. Бәйләүестәр.

22.03

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

27

Борон-борон заманда

(3 сәғәт)

Ирәндек. Яңғыҙлыҡ исемдәр.

29.03

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

28

Оморҙаҡтың тапҡырлығы.  Киҫәксәләр.

12.04

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

29

Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. Йомаҡтар.  

19.04

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

30

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ

(3 сәғәт)

Йәмле йәй

(3 сәғәт)

К.Кинйәбулатова. Дуҫтарым күп. Мөнәсәбәт һүҙҙәр.

26.04

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

31

Яҙ сәскәһе. Ымлыҡтар.

3.05

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

32

Контроль диктант

10.05

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

33

З.Ҡотлогилдина. Йәй.  Б.Бикбай. Лагерь иртәһе. Һөйләм төрҙәрен ҡабатлау.

17.05

Тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатла

34

Йәмле йәй. Грамматика буйынса үткәндәрҙе ҡабатлау.

24.05

35

Йомғаҡлау дәресе.

Ҡушымта 2

Башҡорт дәүләт теленән   баһалау нормалары

Контроль күсереп яҙыу текстарын баһалау

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе уҡыусылар өсөн дәрестәрҙә  текстарҙы  күсереп  яҙыу киң ҡулланыла. Уҡыусылар  дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрәләр, бигерәк тә башҡорт телендәге үҙенсәлекле  хәрефтәрҙе, үтелгән  орфограмманы ғәмәлдә ҡулланырға, һүҙҙәрҙе юлдан-юлға дөрөҫ күсерергә, һүҙҙәрҙе  уҡып  яҙма телмәрҙә хатаһыҙ  яҙырға өйрәнәләр. Күп тапҡырҙар яҙыу һөҙөмтәһендә, балаларҙа дөрөҫ яҙыу күнекмәләре барлыҡҡа килә. Шулай уҡ күсереп яҙыу эше  уҡыусыларҙың  иғтибарын, хәтерен  үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Күсереп  яҙыу текстары дәрестә үтелгән грамматик һәм лексик темалар менән бәйле алына.  Күсереп  яҙғанда  текст һәр уҡыусының алдында булырға тейеш. Индивидуаль карточкалар, дәреслектән күнегеүҙәр алынырға мөмкин.  Әгәр ҙә өҫтәлмә эш алынмаһа, күсереп яҙыу тексы бер генә билдә менән баһалана.

 «5» билдәһе  төҙәтеүҙәр, бысратыуҙар булмаған, йә 1 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 2 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 4 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 6 пунктуацион хатаһы булған  эшкә ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 3 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.    

«3» билдәһе 3 орфографик, 4 пунктуацион йә 7 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 2 орфографик, 4 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 6 орфографик,  8 пунктуацион йә 10 пунктуацион хатаһы булған  эшкә  ҡуйыла. Хаталар һаны 8  орфографик  хатанан  да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр тексты  күсереп  яҙыуҙан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

 Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

Диктанттарҙы баһалау

Уҡытыусы  тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим итәләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

 1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Әгәр ҙә өҫтәлмә эш алынмаһа, диктант бер генә билдә менән баһалана.

 «5» билдәһе тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.    

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

 Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау

Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:

  1. теманы аса белеүе, тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы һайлай белеүе,
  2. яҙғанда, грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла, изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла. Беренсе билдә менән- уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө, икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.

                                                                       Баһаларҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө

Грамоталылыҡ

Баһалау

1.Яҙма эштең  йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә,

2. Фактик хата булмаһа,

3.Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ),

4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менә айырылп торһа,

5.Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа,телмәре тасуири булһа,

Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 1 орфографик,йәки 1 пунктуацион,йәки 1 грамматик хата (тимәк,бөтәһе 1 генә хата) булһа

«5» билдәһе ҡуйыла

  1. Эштең йөкмәткеһе,нигеҙҙә,темаға тура килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа),
  2. Йөкмәтке, нигеҙҙә,дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ  булһа ла,фактик хаталар осраһа,
  3. Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,
  4. Яҙма эш,нигеҙҙә,синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа,
  5. Эш бер төрлө стилдә яҙылыуы һәм тасуири   булыу менән айырылып торһа,

Иҫкәрмә.  Яҙма эштең телмәр хаталары өстән дә,йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа,уға «ғ» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 2 орфографик  һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа, йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән, һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа,

«4» билдәһе ҡуйыла

  1. Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа,
  2. Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа,әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа,
  3. Айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,
  4. Яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа,һүҙлеге ярлы,һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар булһа,
  5. Эш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа,

Иҫкәрмә.  Яҙма эштәге телмәр хаталары  5-тән, йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә, эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата,йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа,шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә,

«3» билдәһе ҡуйыла

  1. Яҙма эш темаға тура килмәһә,
  2. Фактик хаталар күп булһа,
  3. Эштең бөтә өлөштәрендә  фекер аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,плпнға ярашһыҙ булһа,
  4. һүҙлеге ғәҙәттән тыш ярлы булһа, эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы  ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа,һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталр осраһа,
  5. Эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары ҡ-нән,йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә лә, уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар ҙа 7-нән артһа,

«2» билдәһе ҡуйыла

Башҡорт дәүләт теленән  методик һәм баһалау материалдары

5 класс

Контроль күсереү.

Маҡсат: башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен тикшереү.

Үткәреү ваҡыты: 18.10.17

Көҙ

Көҙ етте. Көндәр һалҡынайҙы. Парктарҙа, урмандарҙа ағастарҙың япраҡтары ҡойола. Һары, ҡыҙыл, һоро япраҡтар ер өҫтөн ҡаплаған.  Һыуыҡ ямғырҙар   яуа башланы.

        Хәҙер урманда ҡош тауыштары ишетелмәй. Улар йылы  яҡҡа осоп киткәндәр. Беҙҙә ҡышлай торғандары ғыны ҡалған. Беҙ уларға тағараҡтар әҙерләп ҡуйҙыҡ.

Өҫтәлмә эш: башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәренең аҫтына һыҙырға.

Контроль эш

Үткәреү ваҡыты: 23.05.18

1. Зат алмаштары берлектә һәм күплектә.

2. Эйәлек алмаштарын билдәләгеҙ

1) мин, һин, ул

2) ошо, теге, бында

3)минең, һинең, уның

3. Бирелгән һөйләмдәрҙә алмаштарҙың аҫтына һыҙығыҙ һәм төрөн билдәләгеҙ.

      Мин бөгөн дәрескә килә алманым. Минең ағайым ҡалала йәшәй. Иртәгә ошо урында осрашырбыҙ. Һәр кем үҙ эшен эшләне. Әллә кем урманға инеп юғалды.Азат бер ни ҙә аңламаны. Был кем икән?

4. “Мәктәп” темаһына ҡарашлы һүҙҙәрҙе яҙып ал.

Ҡар        ҡәләм        дәфтәр

Китап        ҡағыҙ        тәнәфес

уҡытыусы        сынаяҡ        боҙ

5. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе яҙып ал.

Ҡәләм, самат, дәфтәр, ағиҙел, талҡаҫ, йылға, туймазы.

6. Ҡайһы юлда сифаттар яҙылған.

а) матур, китап

б) йырлай, ҡыҙыл

в) зәңгәр, һары

7. Һин һүҙен килеш менән үҙгәртегеҙ.

8. Йәйәләрҙе асып күсереп яҙ.

(Мин) әсәйем эшкә китте.

(Мин) күрмәне.

(Ул) китап биреп торҙом.

(Беҙ) телеграмма килде.

6 класс

Тикшереү эше(проверочная работа). Башҡортостан.  25.10.17

Маҡсаты: тексты тәржемә итергә, һорауҙарға яуап бирергә өйрәнеү, һүҙлектәр менән эшләү күнекмәһен үҫтереү.

1.Тәржемә ит(переведи)

        Башҡортостан файҙалы ҡаҙылмаларға бик бай. Был ҡаҙылма байлыҡтарға алтын,көмөш,алмас,тимер,баҡыр,таш күмер,титан,платина, йәшмә,нефть,газ һәм башҡалар инә.

2.Һорауҙарға яуап бир(ответьте на вопросы).

Республикала нисә район, нисә ҡала бар?

Башҡортостан ҡайҙа урынлашҡан?

Баш ҡалаһы нисек атала?

11 октябрь ниндәй байрам?

Ниндәй йылға,тауҙарҙы беләһең?

3.Тема буйынса өс һөйләм төҙө.( Составь три предложения по теме).

Тикшереү эше(проверочная работа). Ҡыш дауам итә. 27.12.17

Маҡсаты: тексты тәржемә итергә, һорауҙарға яуап бирергә өйрәнеү, һүҙлектәр менән эшләү күнекмәһен үҫтереү.

Тәржемә ит(переведи).

        Ап-аҡ ҡарҙары,бурандары менән ҡыш та килеп етте. Уның һалҡын һулышын ҡош-ҡорттар, йәнлектәр бик тиҙ һиҙеп алды. Хәҙер урмандарҙа уларҙың тауыштары һирәк ишетелә – күбеһе яҙға тиклем йоҡоға талған.

Һорауҙарға тулы яуап бир( дайте полный ответ на вопросы).

А) Ниндәй ҡышлаусы ҡоштарҙы беләһегеҙ?

Б) Ҡыш айҙарын һанап сыҡ.

В) Ҡоштарға ҡыш көнө ни өсөн ауыр?

Г) Уларға нисек ярҙам итеп була?

Контроль күсереү. Светофор. 14.03.18

Маҡсат: башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен тикшереү.

        Өфө урамдары киң,матур. Урамдарҙа автобустар,троллейбустар,трамвайҙар күп. Улар төрлө йүнәлештә йөрөй. Өфөлә йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар бар.Кешеләрҙең һәм машиналарҙың хәрәкәте урамдарҙа ҡуйылған светофорға буйһона. Светофорҙа ҡыҙыл,һары,йәшел төҫтәр бар. Һары төҫ иғтибарлы булырға саҡыра. Йәшел төҫ янғанда,йәйәүлегә урамды аша үтергә мөмкин. Ә ҡыҙыл төҫ үтергә ярамай тигәнде аңлата. Был бөтә ерҙә лә шулай.

1.Ҡыҙыл,һары,йәшел сифаттарын дәрәжә менән үҙгәрт.

2.Өс һүҙҙе килеш менән үҙгәрт.

Ижади эш «Минең тыуған ерем» темаһына эшләнә. 16.05.18

Маҡсаты: бирелгән тексты тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эшләү күнекмәләрен үҫтереү.

Минең тыуған ерем.

Башҡортостан – бик бай ил. Унда нимәләр генә юҡ! Аҡ бүрекле тауҙар ҙа, ҡылғанлы киң яландар ҙа, көмөш һыулы йылғалар ҙа, зәңгәр күлдәр ҙә, икһеҙ-сикһеҙ урмандар ҙа күп бында.

Беҙ йәшәгән ерҙең байлыҡтарын һанап бөткөһөҙ. Нефть һәм газ, күмер һәм металл, алтын һәм баҡыр – бөтәһе лә бар бында. Шулай уҡ ҡиммәтле тиреле хайуандары, иҫ киткес балы менән дан тота Башҡортостан.

Өҫтәлмә эш: бирелгән һөйләмдәрҙе тултырып яҙырға.

1. Башҡортостан            ...  ...   ...    дан тота. 2. Уралда   ...   ...   ...    бар. 3.    ...  .... йылғалары  аға. 4. Урал   ...   ... ...   бай.

7 класс

Контроль диктант   29.09.17

 Маҡсаты: Орфограммаларҙы ҡулланып дөрөҫ, хатаһыҙ диктант яҙыу, өҫтәлмә эштәрҙе эшләү.

Йәшел аптека.

        Меңъяпраҡ беҙҙә төрлө ерҙәрҙә үҫә. Уның һабағы оҙон, төҙ. Япраҡтары бик күп өлөшсәләргә бүленгән. Исеме ошонан алынған. Уның сәскәләре аҡ йәки алһыу төҫтә. Улар ваҡ ҡына булалар. Сәскәләре уҡмашып тора. Меңъяпраҡтың төнәтмәһе ашҡаҙан ауырыуынан дауалай.

Өҫтәлмә эш: сифаттарҙың аҫтына һыҙырға.

Тикшереү эше. Тыуған ил. 27.10.17

Маҡсаты: тексты тәржемә итергә, һорауҙарға яуап бирергә өйрәнеү, һүҙлектәр менән эшләү күнекмәһен үҫтереү.

Тексты күсереп яҙ, тәржемә ит.

        Беҙҙең Ватаныбыҙ, иң ҙур байлығыбыҙ – Башҡортостан. Ниҙәр генә юҡ унда: нефть, тимер , алтын, баҡыр… Уңыш йыйғанда иген өйөмдәре тау кеүек ята. Болондарҙа мал-тыуар утлап йөрөй. Бай ил, гүзәл ил! Болоттарға ашҡан ҡаялар ҙа, өҫтәл һымаҡ тигеҙ далалар ҙа, караптар йөҙгән йылғалар ҙа, дауылда диңгеҙҙәй ярһыған күлдәр ҙә бар унда.

 Тикшереү эше.   22.12.17

Маҡсаты: тексты тәржемә итергә, һорауҙарға яуап бирергә өйрәнеү, һүҙлектәр менән эшләү күнекмәһен үҫтереү.

Постройте предложения. Какое место занимает     сказуемое в предложении :

1.Барҙы, ул,менән, әсәйем, базарға.

2.Менән, мин, килдем, институтҡа, машина.

3.Мәктәптә, уҡыны, өсөнсө, Алһыу.

4.Һалҡын, ине, кисә, көн.

5.Эштән, ҡайтты, апайым, яртыла, алтынсы.

6.Дуҫы, китте, Рәшиттең, Мәскәүгә.

7.Ләкин, юҡ, болотло, ямғыр, бөгөн, көн.

8.Көнө, дуҫымдың, тыуған, мартта, ун етенсе.

9.Килде, ауылдан, беҙгә, өләсәйем.

Контроль күсереү.

Маҡсат: башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен тикшереү.

Үткәреү ваҡыты: 16.03.18

        Яҙ килеүен иң тәүҙә ҡоштар һиҙенә. Сәүкәләр, турғайҙар оя эҙләп оса, йылы яҡтан ҡара ҡарғалар ҡайта. Ә ҡыҙылтүш турғайҙар, киреһенсә, төньяҡҡа, һалҡан тайга урмандарына күсә.

        Йылға, күлдәрҙә балыҡтар уяна. Урмандағы йәнлектәр тиреһен алмаштыра. Был осорҙа һунар итергә ярамай.

        Март айын бөтә тереклек ауыр кисерә. Йәнлектәр, ҡоштар асыға. Шуға күрә ҡанатлы дуҫтарға оялар яһарға, тағараҡтар элергә, ем һибергә кәрәк.

 Контроль диктант йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау өсөн  яҙыла. 11.05.18

Маҡсат: йыл буйы үтелгән темалар буйынса белемдәрҙе тикшереү, баһалау.

Йәй.

        Июнь, июль, август – йәй айҙары. Уҡыусылар йәйҙе ашҡынып көтәләр. Йәй көнө улар ял итәләр. Һыу инәләр, ҡояшта ҡыҙыналар, еләк йыялар. Йәшелсә баҡсаһында кишер, ҡыяр, картуф үҫтерәләр. Уҡыусылар китап уҡыйҙар. Әсәйҙәргә булышалар. Сентябрҙә яңынан уҡый башлайҙар.

Өҫтәлмә эш: тексты рус теленә тәржемә итергә.

Ҡушымта 3

Приложение 3

Башҡорт теле” предметынан мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларға

адаптивлаштырылған эш программаһына ҡушымта

        Башҡорт теле-башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; уҡыусылырҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Әммә  мөмкинлектәре сикләнгән балаларға башҡорт теле программаһын тулы килеш үҙләштереүе ауыр. Шуға күрә был балаларға тел һәм әҙәбиәт буйынса белем биреүҙә бөтөнләй икенсе маҡсат һәм бурыстар ҡуйыла.Мәктәптә урта кластарҙа  (5-9)аҡыл  үҫеше йәһәтенән артта ҡалған балалар өсөн башланғыс кластар алдына  ҡуйылған бурыстар тормошҡа ашырыла,тик улар бер аҙ юғарыраҡ кимәлгә ҡуйыла.Тик бында уҡыусыларҙың курс йөкмәткеһен ниндәй кимәлдә үҙләштереүенән сығып,өҫтәлмә бурыстар алырға ла мөмкин.

Уҡыусылар :

-башҡортса текстарҙы етеҙ,аңлы,тасуири уҡыу күнекмәләренә эйә булырға;

-грамоталы яҙыу күнекмәләре алырға;

-.телдән һәм яҙма формаларҙа фекерҙәрен элементар кимәлдә еткерергә;

-үҫеше һәм формалаштырылған әхлаҡи сифаттары менән тормошҡа яраҡлаша белергә тейеш.

Бындай уҡыусыларҙың телмәрҙәрен һәм фекерләү ҡеүәһен коррекциялау уҡыу процесының төп өлөшөн тәшкил итә һәм белем,күнекмәләр биреү,шәхесте тәрбиәләү менән бергә хәл ителә.

Уҡыу.

2-9 кластарҙа уҡыу дәрестәрендә уҡыусыларҙың уҡыу техникаһын үҫтереү өҫтөндә эш дауам ителә:уҡыған материалдың йөкмәткеһен аңлау менән бергә дөрөҫ,етеҙ,тасуири уҡырға өйрәнеү ҙә ҡарала.Тәҡдим ителгән художестволы әҫәрҙәр төрлө жанрҙарҙа булыу сәбәпле балаларҙа уҡыу һәм йөкмәткеһен аңлау йәһәтенән ҙур ауырлыҡтар тыуҙырырға мөмкин.Был категорияға ҡараған балалар яҙыусыларҙың биографик белешмәләрен,хатта ҡыҫҡаса ижад юлын да ауырлыҡ менән ҡабул итәләр.Уҡыған әҫәр өҙөктәренән геройҙарын билдәләй алмаған осраҡтар була.Тарихи әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы әйтә алмайҙар,текстағы һүҙҙәрҙе,һүҙбәйләнештәрҙе аңламайҙар .Шуға күрә уҡыу дәрестәрендә уҡыу техникаһын үҫтереүҙән тыш төп бурыс итеп билдәле кимәлдә текстарҙың,әҫәр өҙөктәренең йөкмәткеһен үҙләштереү ҡуйыла.Шул нигеҙҙә уҡыусыларҙың телмәре  һәм  фекерләүе үҫтерелә.

Уҡыусылар ҡуйылған һорауҙарға яуап бирә ,текстан таба белергә тейештәр; текст,әҫәрҙәрҙең ҡыҫҡаса нимә тураһында икәнлеген әйтә белергә ;төп һәм икенсел  геройҙарын күрһәтә,ҡылыҡһырлама бирә белергә ,поступоктарын аңлата алырға ;әҫәр буйынса һығымта яһай белеү күнекмәләренә эйә булырға тейеш.Был уҡытыусынан етди методик әҙерлек талап итә.

Грамматика һәм орфография.

Билдәле бер кимәлдә грамматиканы һәм дөрөҫ яҙылышты өйрәнеү барышында уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙма телмәрҙәре үҫешә,орфографик һәм пунктуацион күнекмәләре үҫешә.Грамматиканың элементар курсы уҡыусыларҙың юғары психик функцияларын коррекциялауға йүнәлтелә.Был иһә аҡыл һәм телмәр үҫешен уңышлыраҡ тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә.

Хәрефтәр һәм өндәр.

Өн һәм хәреф айырмаһын ,дөрөҫ һүрәтләнешен,өндәрҙең тартынҡы һәм һуҙынҡыларға бүленешен белергә ,фонетик анализ яһау күнекмәһенә эйә булырға тейеш.

Һүҙ.Һүҙ төҙөлөшө,мәғәнәһе,яҙылышы,төркөмдәре уҡыусының һүҙлек байлығын үҫтереүгә йүнәлтелә.

Һүҙҙәрҙең ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарағанын айыра белергә,өлгөләргә ҡарап билдәле кимәлдә анализ яһарға өйрәтеү ҡарала.

Һөйләмдәр.Һөйләмдәрҙе өйрәнеүгә етди  иғтибар бирергә кәрәк.Был бөтә курс барышында ла өйрәнелеүсе бүлек.Сөнки көндәлек тормошта был бик мөһим сара.Шуға ябай һөйләмдәрҙең төрлө төрҙәренән алып ҡушма һөйләм төрҙәренә тиклем төҙөргә,ҡулланырға өйрәтергә кәрәк.
Бәйләнешле телмәр.
Бәйләнешле телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар биреү мотлаҡ,сөнки психик яҡтан үҫеше артта ҡалған уҡыусыға үҙенең фекерен яҙма рәүештә еткереү бик ауыр бирелә.Шуға күрә фонематик ишетеү һәләтен,дөрөҫ әйтелеш күнекмәләрен,һүҙлек байлығын үҫтереү,һөйләмдәр төҙөү,уй-фекерҙәрен әйттереү өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эш алып барырға кәрәк.Текстарҙағы һөйләмдәрҙе  тәртипкә килтереү,корректорлау,һорауҙарға яуап биреү,һорауҙар төҙөү кеүек эштәр ҙур кластарҙа ла алып барылырға тейеш,был иһә үҙ йәһәтенән уҡыусыға  бәләкәй күләмле изложение йәки инша яҙа алыу мөмкинлеген бирәсәк.

Шулай уҡ эш ҡағыҙҙары тултырыу күнекмәләре булдырыу мөһим:ғариза,автобиография,расписка яҙыу;бланк,квитанциялар тултырыу.

Яҙыу.График күнекмәләр башланғыс кластарҙа булдырылһа ла,был категория уҡыусыларына әленән-әле ҡабатлатып, нығытып торорға кәрәк.Был йүнәлештә текстарҙы дөрөҫ күсереп яҙыу,кәрәкле хәрефтәр,тыныш билдәләре,төшөп ҡалған һүҙәрҙе өҫтәп ҡуйыу кеүек эштәр иғтибарҙы ғына үҫтермәй,матур,бөхтә,еренә еткереп эшләүгә ынтылыш ла тәрбиәләй.

Программаға индерелгән үҙгәрештәр.

    Башҡорт телен өйрәнеү өсөн VIIтөрҙәге махсус(коррекцион)программалар,дәреслектәр  булмау сәбәпле был эш программаһы Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы тарафынан сығарылған “VIIтөрҙәге махсус (коррекцион)дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн программаға “нигеҙләнеп төҙөлдө. Бурыстар һәм талаптар яҡынса рус телдәренә тап килтереп ҡуйылды.Шулай уҡ башҡорт телен өйрәтеү үҙенсәлектәренән сығып эш планлаштырылды.Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү был категория уҡыусылары өсөн  еңелерәк бирелеүен иҫәпкә алып, тематик план һәм уҡыу курсының йөкмәткеһе “Башҡорт теленән программа.Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәптәрҙең I-XI кластары өсөн.Толомбаев Х.А.,Дәүләтшина М.С.,Ғәбитова З.М.БР Мәғариф министрлығы ,2008 “нигеҙендә еңелләштереп төҙөлдө.



Предварительный просмотр:

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

«Средняя общеобразовательная школа села Бахмут  муниципального района Куюргазинский район  Республики Башкортостан»

Рабочая программа

учебного предмета

«Башкирский (государственный) язык»

8,9 классы, базовый уровень

на 2017-2019 учебный год

Срок реализации программы: 2 года

Разработана: А.Н.Таймасовой

  учителем I квалификационной категории

с. Бахмут

2017 г.

        Аңлатма яҙыу.        

    Башҡорт (дәүләт)теленән  эш программаһы түбәндәге документтарға нигеҙләнеп төҙөлдө:

  • Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” федераль законы (29 декабрь, 2012 йыл, № 273- ФЗ);
  • Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында” законына (1 июль, 2013 йыл, № 696-з);
  • Милли республикаларҙа икенсе дәүләт телен индереү Рәсәй Федерацияһының Конституцияһының  68 статьяһында ла (п.2) ҡаралған.
  •  “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законының 3 статьяһына (п.1) ярашлы Башҡортостан Республикаһының бөтә территорияһында башҡорт һәм рус телдәре дәүләт телдәре булып тора.
  • Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе  районы Бахмут  урта дөйөм белем биреү  учреждениеһының уҡытыу программаһына
  •  Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған Башҡорт теленән программа.(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн).ТоломбаевХ.А.,Дәүләтшина М.С.,Ғәбитова З.М.,Усманова М.Ғ.-Ижевск:КнигоГрад,2008.

Өҫтәлмә әҙәбиәт:

8 класс: З.М. Ғәбитова, М Ғ. Усманова . Башҡорт теле: Уҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8 -се класс уҡыусылары  өсөн.  – Өфө : Китап, 2004.

9 класс-З.М. Ғәбитова, М Ғ. Усманова . Башҡорт теле: Уҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9 -сы класс уҡыусылары  өсөн.  – Өфө : Китап, 2006

          Башҡортостан  Республикаһы Президентының  Указы менән 1999 йылдың  15 февралендә башҡорт теле,  урыҫ теле менән бер рәттән,  республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Башҡорт телен уҡытыу законлы нигеҙгә ҡуйылды.Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙә, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡытыу планына ярашлы, башҡорт телен өйрәнеү өс төрлө программа нигеҙендә алып барыла:

1) Башҡорт теленән программа.(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн).ТоломбаевХ.А.,Дәүләтшина М.С.,Ғәбитова З.М.,Усманова М.Ғ.-Ижевск:КнигоГрад,2008.

2) Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа.(Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). БР Мәғариф министрлығы.Тикеев Д.С.,Толомбаев Х.А.,Хөснөтдинова Ф.Ә.Өфө- 2005,2008.

3)Башҡорт теленән программа.(V-XIкластар өсөн) БР Мәғариф министрлығы. Ижевск:КнигоГрад,2008.

        Беҙҙең мәктәптә башҡорт кластары булмау сәбәпле, уҡытыу тәүге ике программаға  нигеҙләнеп  ойошторолдо.  Икенсе программа менән башҡорт төркөмдәре шөғөлләнә.

        Башҡорт теленән программа.(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн).ТоломбаевХ.А.,Дәүләтшина М.С.,Ғәбитова З.М.,Усманова М.Ғ.-Ижевск:КнигоГрад,2008.   Был программа нигеҙендә  уҡытыу 2-11 кластарҙа алып барыла.

  •         Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәткәндә түбәндәге принциптарға нигеҙләнәнергә кәрәк:

1.Башҡорт теле-балаларҙың башҡорт донъяһына алып инеү асҡысы.

2. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.

3. Башҡорт телен фәҡәт ғәмәли үҙләштереү маҡсатынан сығып өйрәнеү.

    Башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары:

Урта  кластарҙа башҡорт телен уҡытыуҙың түбәндәге маҡсаттарын билдәләп була:

  • урта класс уҡыусыһының телмәр мөмкинлектәрен һәм ихтыяждарын иҫәпкә алып телдән (тыңлап аңлау һәм һөйләү) һәм яҙма (уҡыу һәм яҙыу) рәүештә аралашыу оҫталығын формалаштырыу;
  • уҡыусыларҙы башҡорт балалар фольклоры һәм нәфис әҙәбиәт үрнәктәре менән таныштырыу; башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү;
  • урта класс уҡыусыларының телмәр, интеллектуаль һәм танып белеү һәләтен һәм уҡыу оҫталығын үҫтереү; башҡорт телен артабан үҙләштереүгә мотивация булдырыу;
  • башҡорт теле саралары ярҙамында уҡыусыны тәрбиәләү һәм уның төрлө яҡлы үҫешенә булышлыҡ итеү.

Шул нигеҙҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙең бурыстары билдәләнде:

  • 1.Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәнде,уҡығанды,радио-телетапшырыуҙарын аңларға өйрәтеү (аудирование);
  • 2.Башҡорт теленең өндәрен,һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә тәҡдим ителгән темалар,ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү(говорение).
  • 3.Һәр класс өсөн махсус төҙөлгән дәреслектәрҙәге,уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”,”Аҡбуҙат” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү(чтение)
  • 4.Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе  күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу(элементарное письмо.)
  • 5.Башҡорт телен өйҙә,йәмәғәт тормошонда,хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
  • 6.Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп,балаларҙы башҡорт халҡының тарихы,мәҙәниәте,сәнғәте,әҙәбиәте,милли йолалары,башҡорт халҡының күренекле шәхестәре ,уларҙың эшмәкәрлеге,ижады һ.б. менән таныштырыу,балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү,башҡорт халҡына,үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика.

Дөйөм белем  биреү ойошмаларында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү буйынса өлгө программалар федераль дәүләт стандарттарына ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө. Унда үҫеш программаһының положенгиеһы һәм төп идеялары, төп белем биреү өсөн универсаль уҡыу эшмәкәрлеге иҫәпкә алынды, шулай уҡ дөйөм белем биреүҙең башланғыс белем биреү программалары менән күсәгилешлек принциптары һаҡланды.

        Башҡорт теленән өлгә программалар эш программаларын төҙөү өсөн йүнәлеш булып тора: ул уҡыу курсының инвариант (мотлаҡ) өлөшөн билдәләй, бының сиктәрендә белем биреүҙә авторҙың үҙенә вариатив һайлап алыу мөмкинлеге бирелә. Эш прогаммаһы һәм дәреслек авторҙары программаның структураһын, уны өйрәнеү эҙмә-эҙлеклеген, йөкмәткеһен, күләмен киңәйтеүҙе һәм уҡыусыларҙың эшмәкерлеген тормошҡа яраҡлаштырыу юлдарын тәҡдим итә.

        Эш программаһында уҡыусыларҙың төп эшмәкәрлеге төрҙәрен үҫтереү ҡаралған, уларҙың психологик һәм йәш үҙенсәлектәре иҫәпкә алынған.

        Башҡорт теле курсы дөйөм белем биреү мәктәбенең предметтар системаһында донъяны танып белеү һәм социомәҙәни маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра.

        Донъяны танып белеү маҡсаттары уҡыусыларҙы тел тураһындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыуҙы һәм уның менән бәйләп уларҙың билдә-символдар ярҙамында ҡабул итеүен, фекерләүен, күҙ алдына килтерә алыуын формалаштырыуҙы аңлата.

        Башҡорт телен өйрәнеүҙең социомәҙәни маҡсаттары кешенең дөйөм мәҙәни үҫеше күрһәткесе булараҡ, уҡыусының коммуникатив компетенцияһын, һөйләү һәм яҙма үҫешен үҙ эсенә ала. Башҡорт булмаған мәктәптәрҙә балаларҙың өс төркөмгә бүленеүен иҫәпкә алырға кәрәк. Былар түбәндәгеләр:

  1. Башҡорт мөхитендә тыуып үҫкән һәм башҡорт мәктәбендә әсә телендә уҡыған балалар.
  2. Башҡорт мөхитендә үҫмәгән,  рус һәм башҡа телдә эшләүсе мәктәптәрҙә белем алған,башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнгән балалар.
  3. Башҡорт телен белмәгән һәм башҡа милләт балалары. Улар рус мәктәптәрендә белем алалар, башҡорт телен предмет булараҡ, практик күҙлектән сығып өйрәнәләр.

        Ысынлап та, һәр төркөмдә балаларға башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаты ла, бурыстары ла, методикаһы ла ныҡ айырыла. Бындай мәктәптәрҙә ҡулланыла торған программалар һәм дәреслектәр ҙә үҙенсәлекле. Тәҡдим ителә торған был программа              Концепцияла күрһәтеләгән икенсе һәм өсөнсө төркөм балаларына, йәғни уҡытыу рус телендә (һәм башҡа телдәрҙә) барған мәктәптәрҙә белем алыусы балаларға тәғәйенләнә.

        Бындай мәктәптәрҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙе түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп атҡарырға кәңәш ителә:

  1. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.
  2. Башҡорт теле – балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙың тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы.
  3. Башҡорт телен баланың туған теленә таянып өйрәнеү.
  4. Башҡорт телен тик телмәр өсөн, аралашыу өсөн фәҡәт практик маҡсаттарҙан сығып өйрәнеү

        Башҡорт теле курсында түбәндәге йөкмәтке линияларын билдәләп була:

  • телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрендә коммуникатив оҫталыҡтар;
  • тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре;
  • социомәҙәни компетенция;
  • дөйөм уҡыу һәм махсус уҡыу оҫталыҡтары.

        Башҡорт теле-башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып  тора.

        Рус телле мәктәптәрҙә “Башҡорт теле” предмет булараҡ айырым урын биләй. “Башҡорт теле”н дәүләт теле булараҡ уҡытыу “Башҡорт теле” һәм “Әҙәбиәт” предметтарын берләштереп өйрәнеүгә ҡоролған.

        Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә: уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтереүгә ярҙам итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләтен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың  әүҙем уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора.Башҡорт теле башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтен – рухи тел байлығын-үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни-тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү; юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристика булып тора.

        Башҡорт телен өйрәнеү-уҡыусы шәхесен социаллаштырыуҙың мөһим йүнәлештәренең береһе, ул гражданлыҡ тиңлеген (идентичность) һәм толерантлыҡ тәрбиәләүҙән ғибәрәт.

        Көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аралашыу һәм фекер алышыуға һәләтлекте үҫтереү; һүҙлек байлығын арттырыу; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; төп  уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (эшмәкәрлек маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән һәм сығанаҡтарҙан, киң мәғлүмәт саралары һәм интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү; тексты мәғлүмәт эшкәртеү һ.б.) үҙләштереү.

        Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыны һүҙ сәнғәте менән таныштырыу- ысын художестволы ҡиммәттәр менән генә танышыу түгел, ә аралашыу тәжрибәһе лә. Илебеҙ халыҡтарының һүҙ сәнғәте менән таныштырыу уҡыусыларҙың аңында художестволы мәҙәниәттең байлығы һәм күп төрлөлөгө, күп милләтле Рәсәйҙең рухи һәм әхлаҡ потенциалы тураһында ҡараштарын киңәйтә.

        Башҡорт һәм башҡа милләт яҙыусыларының әҫәрҙәре аша уҡыусыларҙа Тыуған илгә, ергә, күп милләтле республикаға һөйөү, уның менән һоҡланыу һәм ғорурланыу тойғоһо, тыуған йорт, урам, ауыл һәм ҡалаға, уның үткәндәре һәм бөгөнгөһөнә ҡарата ихтирам тәрбиәләнә. Балала башҡорт һәм үҙ халҡының үткәне һәм бөгөнгөһөнә, традицияларына, йыр-моңона, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләренә, этик-эстетик ҡараштарына-ихтирам, ата-бабаларынан ҡалған аманатҡа ҡарата-тоғролоҡ һәм үҙ-ара дуҫлыҡ, берҙәмлек, изгелек кеүек һыҙаттар үҫтерелә.

        Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыуҙың йөкмәтке үҙенсәлектәре  шунан ғибәрәт: был үҙ йәһәтендә коммуникатив, тел, лингвистик һәм мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тота.Төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт теле курсының йөкмәткеһе белем биреү процесында метапредмет һәм предмет маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлдерелгән.

        Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, аралашыуҙы, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

        Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ, лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренеше факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

        Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, милли-мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

        Өлгө программала материал коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлештә бирелгән. Тәҡдим ителгән материал белем биреүҙе генә иҫәпкә алмай, ә эшмәкәрлек формаһын тормошҡа ашыра.

        Беренсе (1 цифры аҫтында) тел һәм телмәр күренеше һәм уларҙың хәрәкәттә булыуын аңлатыусы лингвистик аңлатмаларҙың исемлеге бирелә. Икенсе (2 цифры аҫтында) тейешле аңлатмаларҙы өйрәнеү процесында эшкәртелеүсе төп уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлек төрҙәре һанап кителә.

        Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен  көсәйтеү,  уны  белем  алыуҙа  метапредмет  һөҙөмтәләргә йүнәлтеү, кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

        Функциональ грамоталылыҡтың мөһим индикаторы — предмет-ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү, ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); танып белеү универсаль укыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай белеү, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү, библиографик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау, мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү, уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү һ. б.); регулятив универсаль укыу эшмәкәрлеге (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ. б. тормошҡа ашырыу). Функциональ грамоталылыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә туған телде өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

        Функциональ грамоталылыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу, төрлө аралашыу шарттарында башҡорт теленең уны ҡулланыу үҙенсәлектәрен белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, мәғлүмәтте төрлө формала эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларына яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәленүҫтерергә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учреждениеларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү ойошмаларында дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтереү һәм башҡорт телендә иркен аралаша алырлыҡ кимәлгә еткереү төп бурыстарҙың береһе.

Уҡыу предметының уҡыу планындағы урыны

        Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 8-се класы өсөн башҡорт дәүләт  теле булараҡ  эш программаһы 35 сәғәткә,  9-сы класы өсөн 34 сәғәт(аҙнаға 1 сәғәт)

 бүленгән һәм уҡыу-уҡытыу бәйләнешендә ҡатнашыусылар менән формалаштырылған бүлегендә ҡаралған 

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар.

8 класс

  1. “Мәктәп” темаһы буйынса һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөү. Текст өҫтөндә эшләү, план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо, уҡыу әсбаптары, китапхана, беҙҙең класс тураһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап һ.б. мәҡәлдәр ҡойоу.
  2. Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү, бирелгән һорауҙарға тулы итеп яуап биреү, күренекле яҙыусыларҙың биографияһы , ижады өҫтөндә ентекле эш алып барыу.
  3. Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.
  4. Ҡысҡырып, шыма, ролләп, сәхнәләштереп һәм тасури уҡыу.
  5. Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.
  6. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.
  7. 80- 85 һүҙ күләмендә диктант яҙыу;  55-60 һүҙ  изложение һәм 65-70 һүҙ инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү.
  8. Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 8- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
  9. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу уларға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо уятыу, кешелеклелек тәрбиәләү.

9 класс

        1. Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү. Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.

        2. Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында героәға характеристика биреү;

  • тәҡтим ителгән әҫәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү;
  • 10-12 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;
  • эпик, логик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

        3. Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү;

  • уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.

        4. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү;

  • диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү;
  • һүҙлектәр менән файҙалана белеү;
  • диктант, изложение һәм иншалар яҙыу;
  • өндәш һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләренең ҡуйылышы;
  • һүҙҙәрҙе яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың килеү тәртибе (рус теле менән сағыштырыу).
  • үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙәге роле.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

8 класс

        Мәктәпкә барабыҙ (3 сәғәт).

Был тема буйынса 5-6 класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау, һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөргә өйрәтеү. Текст өҫтөндә эшләү,план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо һ.б. хаһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап тураһында мәҡәлдәр ҡойоу. 5-6 класта үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.

           Көҙгө эштәр һәм көҙгө күренештәр (6 сәғәт)

 Көҙгө үҙгәрештәрҙе бергәләп күҙәтеү, кешеләрҙең көҙгө хеҙмәтен күҙәтеү. Темаға ҡағылышлы текстар уҡыу. Муллыҡ, хеҙмәт тураһында  мәҡәл, әйтемдәр менән танышыу. Һынамыштар уҡыу. Синтаксис. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре. Логик баҫым. Исем менән ҡылымды ҡабатлау.

         Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы ( 4 сәғәт )

Өфө – башҡортостандың баш ҡалаһы. Өфө ҡалаһы, уның үткәне, бөгөнгөһө тураһында әңгәмә үткәреү. Уның иҫтәлекле урындары      тураһында һөйләшеү, һүрәттәр ҡарау. Һөйләм телмәрен үҫтереү. Рефераттар яҙҙырыу һәм уны класс алдында ҡыҫҡаса һөйләтеү кеүек  эштәр ҡулланырға мөмкин. Башҡорт ҡылымдарының төҙөлөшө. Барлыҡ төшөнсәһе һәм уның бирелеше.

          Хеҙмәт төбө – хөрмәт ( 3 сәғәт )

Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, тигән темаға әңгәмә ҡороу. Данлыҡлы хеҙмәт ветерандары менән осрашыу ойоштороу. Уҡыусыларға ниндәй һөнәр оҡшауы тураһында һөйләтеү, яңы мәғлүмәттәр биреү. Һөнәрҙәр тураһында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу. Хеҙмәт , һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Ябай һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы. Юҡлыҡ, булмағанлыҡ төшөнсәләре.

        Ҡыш дауам итә (5 сәғәт )

 Ҡыш миҙгеле тураһында белгәндәрҙе системалаштырыу, һүҙлек байлығын арттырыу кеүек эштәр ентекле алып барыла. Ҡыш тураһында текстар, шиғырҙар, мәҡәлдәр, һынамыштар уҡыу яңы йылға бағышланған йырҙар, мәҡәл һәм әйтемдәр. Яңы йыл менән ҡотлау открыткаһы яҙырға өйрәнеү. Уҡытыусы һайлаған текст буйынса изложение яҙыу. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

         Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры ( 4 сәғәт)

  С.Юлаевтың биографияһы, ижады менән танышыу. Уның шиғырҙарын ятлау, шиғырҙарының һаҡланыу тарихы тураһында әңгәмә ойоштороу. С.Юлаевтың тормошо, батырлығы, ижады тураһында уҡыусыларҙан төрлө ижади эштәр эшләтеү. ( һүрәттәр төшөрөү, инша яҙыу, стенгәзит сығарыу)һ.б. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре тураһында төшөнсә. Аныҡлаусы.

        Йәмле яҙ, һағындыҡ һине! (  5 сәғәт )

 Яҙ миҙгеле тураһында белемдәрҙе системалаштырыу. Яҙғы байрамдар- 1 Май һәм Еңеү байрамы тураһында һөйләшеү. Яҙғы тәбиғәт күренештәре, ҡоштарҙы ҡаршылау, баҡса эштәре тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тултырыусы.

          Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ ( 3 сәғәт )

 Башҡорт халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы. Ветерандарға, батырҙарға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.  Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу. Хәл. Һүҙлек менән эш күнек мәләре үткәреү.

        Ай Уралым, Уралым…( 3 сәғәт )    

Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 8- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

 

9  класс

  Һаумы, мәктәп!  3 сәғәт.

        Эш төрҙәре «Көҙ» темаһы менән берлектә алып барыла. «Көҙ» һәм «Мәктәп» темаһына шиғырҙар, әҫәрҙәр уҡыу; мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар, һынамыштарҙы иҫкә төшөрөү.

        Алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе системалаштырыу, яңы мәғлүмәт менән таныштырыу. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш дауам итә.

 Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт.  3сәғәт. 

        Тыуған Республикаға ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә. Улар тураһында һөйләргә, яҙырға өйрәтеү. Башҡортостандың ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтары тураһында әңгәмәләр үткәреү, экскурсиялар ойоштороу.

Атамалар ни һөйләй? 7 сәғәт.

        Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме; ауыл, ҡала, тау, йылға һ.б.) роле ҙур. Унһыҙ тормошто күҙ алдынала килтереп булмай. Атамалар бик күп. Тел ғилемендә уларҙы өйрәнеүсе фән бар. Ул – ономистика. Онамистика фәне үҙе бер нисә тармаҡтан тора: антропонимика, этнонимика, милли, халыҡ, ҡәбилә исемдәрен, зоонимика ҡош-ҡорт, хайуан ҡушаматтарын, космонимика өйрәнеүсе фән.

        Был теманы үтеү уҡыусының бала саҡтан уҡ үҙҙәре йәшәгән ауыл, ҡала, уларҙың янындағы атамаларҙың мәғәнәләрен белергә теләгән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерә, тыуған төйәк менән ғорурланырға мөмкинлек бирә. Сөнки атамаларҙа ил тарихы, ер һәм ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың тел үҙенсәлектәре, халаҡ тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары һ.б. сағыла.

Беҙ ҡышты ла яратабыҙ. 5 сәғәт.

        Бәйләнешле телмәрҙең яҙма һәм телдән формаларына берҙәй әһәмиәт бирелә. Ҡыш миҙгеле, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләү күҙ уңында тотола.

Башҡорт театры.  3 сәғәт.

        Башҡортостанда театр сәнғәте. Республикалағы театрҙар һәм уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында дөйөм мәғлүмәт биреү. М.Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының барлыҡҡа килеүе тарихы (халыҡ артистары З.Бикбулатова, А.Мөбәрәков, Г.Мөбәрәкова). Театорҙың күренеклк артистарының тормошо һәм ижады менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.

        Театрҙың үткәне һәм киләсәге буйынса фекер алышыу ойоштороу.

Башҡорт халыҡ ижады. 5 сәғәт.

        Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәттең айырмаһын билдәләү, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.

Башҡорт аты.  4 сәғәт. 

        Уҡыусылырҙы башҡорт атының килеп сығыуы, тарихи үткәне менән таныштырыу. Аттарҙың кеше тормошондағы мөһим ролен билдәләү. Йәш үһенсәлектәре буйынса бүленеүен билдәләү, уҡыусылырҙан дөрөҫ итеп әйттереү. Аттарға ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, улар тураһында күберәк белеү теләге тыуҙырыу.

Башҡорт халыҡ милли аштары.  3 сәғәт. 

Башҡорт халҡының милли аштары менән таныштырыу. Уларҙы әҙерләү үҙенсәлектәренбилдәләү. Башҡорт милли аштары тураһында текстар менән таныштырыу.

        Уҡыусылырҙың һөйләү, яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә ентеклк эш дауам итә.

Күңелле яҙ килә.  1  сәғәт.

        Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре.  Ҡала һәм ауылда яҙғы эштәр: ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу. Дарыу үләндәренән гербарийҙар төҙөү, Еңеү көнөн билдәләү. Һуғыш ветерандары менән осрашыу, иҫтәлектәр яҙып алыу буйынса эш дауам итә.

Эш программаһының тематик планы

8 класс

Бүлектең атамаһы

Сәғәттәр һаны

Шулай уҡ:

Контр. диктанттар

Контроль эш

Мәктәпкә барабыҙ

3 сәғәт

Көҙгө эштәр һәм көҙгө күренештәр

6 сәғәт

1

Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы

4 сәғәт

Хеҙмәт төбө – хөрмәт

3 сәғәт

Ҡыш дауам итә

5 сәғәт

1

Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры

4 сәғәт

1

Йәмле яҙ, һағындыҡ һине!

5 сәғәт

Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ

 3 сәғәт

Ай Уралым, Уралым…

2 сәғәт

1

Барыһы

 35 сәғәт

2

2

9 класс

Бүлектең атамаһы

Сәғәттәр һаны

Шулай уҡ:

Контр. диктанттар

Контроль эш

 Һаумы, мәктәп!  

3 сәғәт

Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт.  

4сәғәт

1

Атамалар ни һөйләй?

7 сәғәт

Беҙ ҡышты ла яратабыҙ.

5 сәғәт

1

Башҡорт театры.  

3 сәғәт

Башҡорт халыҡ ижады.

5 сәғәт

1

Башҡорт аты.  

4 сәғәт

Башҡорт халыҡ милли аштары.  

3 сәғәт

1

Күңелле яҙ килә.  

1 сәғәт

Бары3ы

34сәғәт

2

2

Ҡушымта№1

Календарь-тематик планлаштырыу (8 класс)

Бүлектең атамаһы

Дәрестең темаһы

дата

өй эше

иҫкәрмә

план

факт

Мәктәпкә барабыҙ

(3сәғәт)

К.Кинйәбулатова.Мәктәпкә барабыҙ. Башҡорт алфавиты

8.09

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Мәктәптә.Ҡылым. Зат ялғауҙары.

15.09

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Б. Бикбай. Туған тел. Ҡылымдарҙың зат ялғауҙары

22.09

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Көҙгө эштәр һәм көҙгө күренештәр

(6 сәғәт) 

Көҙ килде. Һүҙбәйләнеш

29.09

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Көҙгө  эштәр.  Һүҙлек менән эш.

6.10

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Ф. Ғөбәйҙуллина. Көҙ.Һөйләм төрҙәре.

13.10

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Беҙҙең яҡта көҙ М.Меос “Шығайҙағы ҡайындар”. Телмәр үҫтереү.

20.10

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Баҡсала көҙгө эштәр. Хәбәр һөйләм

27.10

А. Игебаев. Тәмленең дә тәмлеһе Логик баҫым

10.11

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы

(4 сәғәт)

Й. Солтанов. Өфө-беҙҙең баш ҡалабыҙ. Ҡылымдарҙың төҙөлөшө

17.11

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Ҡаланың иҫтәлекле урындары. Ҡылымдарҙың төҙөлөшө

24.11

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Ҡаланың иҫтәлекле урындары. Ҡылымдарҙың төҙөлөшө

1.12

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

“Өфө менән танышыу” темаһын йомғаҡлау Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

8.12

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Хеҙмәт төбө – хөрмәт

(3сәғәт )

Хеҙмәт төбө - хөрмәт Ябай һөйләм төрҙәре

15.12

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Контроль диктант “Балет”, 84-се бит

22.12

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Е.Пермяк. Торопливый нож Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр

29.12

Ҡыш дауам итә

(5сәғәт )

Ҡыш. Эйә һәм хәбәр

12.01

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Н.Нәжми. Ҡыш. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ

19.01

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

С. Әлибаев. Ҡышҡы урман.Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ

26.01

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

В. Сухомлинский. Буран.Һүҙлек менән эш

2.02

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

“Ҡыш” темаһын йомғаҡлау.

9.02

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры

(4 сәғәт)

С. Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры. Аныҡлаусы.

16.02

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Палдискиҙа Салауат музейы. Малаяз ауылында4ы музей.Аныҡлаусы

2.03

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

“Салауат – милли батыр” темаһын йомғаҡлау.

9.03

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

А.Кузнецов. “Салауаттан һорау алыу”.Картина буйынса  инша

16.03

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Йәмле яҙ, һағындыҡ һине!

(5сәғәт )

Йәмле яҙ килде.Аныҡлаусы

23.03

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

8 март – Халыҡ - ара ҡатын – ҡыҙҙар көнө.Килештәр.

30.03

Яҙғы байрамдар.

13.04

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Йырлай – йырлай еңеү яуланыҡ. Тултырыусы.

20.04

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Тәүге космонавт Тултырыусы

27.04

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ.

(3 сәғәт )

С.Әлибай.Сәскәле ай. Һалдат тора киләсәкте тотоп. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

4.05

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Ладога – “Йәшәү юлы”. М.Харис.Хат. Хәл.

11.05

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Контроль диктант. Ай, Уралым, Уралым

18.05

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Ай Уралым, Уралым…

(2сәғәт )    

Минең тыуған илем. Урманды һаҡлайыҡ. Һөйләмдең баш киҫәктәре.

25.05

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Скульпторҙың бөйөк эше. Һөйләм киҫәктәре

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Календарь – тематик планлаштырыу (9 класс)

Бүлектең атамаһы

Дәрестең темаһы

дата

өй эше

иҫкәрмә

План.

Үткәр.

Һаумы мәктәп.

3 сәғәт.

А.Игебаев. Бик тә кәрәк тыныслыҡ.

8.09

3-сө бит, тасуири уҡырға

М.Кәрим. Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Һүҙбәйләнеш.

15.09

1-се һорауға яуап

М.Аҡмулла. Көҙ. Антонимдар.

22.09

13-сө күнегеү, 10-сы бит

Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт. 4 сәғәт.

Н.Мусин. Һай урманым… Ҡылым.

29.09

Көҙгө урман тураһында хикәйә төҙөргә

Т.Ғәниева. Оло ялан.

6.10

29-сы күнегеү,18-се  бит

Күренекле шәхестәр. Хәлдәр.

13.10

Шәхес тураһында мәғлүмәт

Башҡорттар ҡайҙан килеп сыҡҡан? Тикшереү эше

20.10

38-се күнегеү, 22-се бит

Атамалар ни һөйләй? 7 сәғәт.

Ағиҙел. Күләм-дәрәжә хәле.

27.10

Ымыҡ. Күләм дәрәжә хәле.

10.11

57-се күнегеү, 31-се бит

Октябрьский ҡалаһы. Күләм дәрәжә хәле

17.11

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Ҡ.Аралбай. Ҡарауанһарай. Хәл.

24.11

Тасуири уҡырға, 32-се бит

Ҡ.Аралбай. Янғантауға мәҙхиә. Шарт хәле.

1.12

35-се бит, һүҙҙәрҙе ятларға

Батырша. Хәл.

8.12

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Ҡышҡы Нардуған. Контроль диктант. Театр тарихынан. (102-се бит)

15.12

башҡорт халыҡ байрамдары

Беҙ ҡышты ла яратабыҙ. 5 сәғәт.

Хаталар өҫтөндә эш

22.12

Ф.Рәхимғолова. Ҡыш.

29.12

Тасуири уҡырға, 42-се бит

Ш.Бабич. Ҡышҡы юлда.

12.01

80-се күнегеү,

 43-сө бит

Н.Мусин. Уралда ҡыш. Өндәш һүҙ.

19.01

иншаға әҙерлек

Ҡышҡы көн. Өндәш һүҙ.

26.01

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Башҡорт театры. 3сәғәт.

Ф.Фәтҡуллин. Өфөлә театрҙар. Өҫтәлмәлектәр.

2.02

Өҫтәлмә белешмә

Яңы театр. Өҫтәлмәлектәр.

9.02

презентация

А.Мөбәрәков. Нурия Ирсаева. Сағыштырыу. Райондың күренекле артистары 

16.02

Башҡорт халыҡ ижады.

5 сәғәт.

Ә.Сөләймәнов.Халыҡ ижады. Һөйләм.

2.03

53-сө бит, һорауҙар

«Урал батыр» эпосы. Һандар.

9.03

123-сө күнегеү , 66-сы бит

Алпамыша батыр. Бер составлы һөйләмдәр.

16.03

70-се бит, һорауҙар

Таҡмаҡтар.Ябай һөйләм төрҙәре. Тикшереү эше

23.03

Башҡорт халыҡ ижадында һандар

30.03

һандарҙы ҡабатларға

Башҡорт аты.

 4 сәғәт.

Б.Байым. Бәләкәс. Һандар.

13.04

78-се бит, һүҙҙәрҙе ятларға

М.Кәрим. Минең атым. Тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре.

20.04

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Ә.Әминев. Турат.

27.04

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға

С.Агиш. Турыҡай.

4.05

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Башҡорт халыҡ милли аштары. 3 сәғәт.

Контроль диктант. Июнь.

11.05

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Икмәк. Ҡымыҙ. Бал. Ҡушма һөйләмдәр.

18.05

З.Биишева. Дуҫ булайыҡ.

25.05

Яҙ килә. 1сәғәт.

Ҡушымта № 2

Уҡыусыларҙың белемен баһалау өсөн контроль эштәр

8 класс

Контроль диктант  21.12.17

Маҡсат: уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Талаптар: үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Методик ҡулланма. М.Ғ.Усманова, З.М.Ғабитова “Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы”, 2009, 84-се бит “Балет”

Критерийҙар 3-8 биттәрҙә М.Ғ.Усманова, З.М.Ғабитова “Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы”, 2009

Контроль диктант  17.05.18

Маҡсат: уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Талаптар: үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Методик ҡулланма. М.Ғ.Усманова, З.М.Ғабитова “Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы”, 2009, 84-се бит “Ай Уралым, Уралым”

Критерийҙар 3-8 биттәрҙә М.Ғ.Усманова, З.М.Ғабитова “Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы”, 2009

9 класс

Тәржемә эше. Осень пришла. 19.10.17

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибенә иғтибар итеп, тексты тәржемә итегеҙ.

        Быстро промелькнуло жаркое лето. Слабо греет осеннее солнышко. Утром по земле стелется легкий туман. В яркий наряд оделась белоствольная березка. Вот набежал легкий ветерок. В воздухе закружились разноцветные листья.

Контроль диктант  21.12.17

Маҡсат: уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Талаптар: үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Методик ҡулланма. М.Ғ.Усманова, З.М.Ғабитова “Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы”, 2009, 102-се бит “Театр тарихынан”

Критерийҙар 3-8 биттәрҙә М.Ғ.Усманова, З.М.Ғабитова “Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы”, 2009

Тәржемә эше. Яҙ килә.          22.03.18

Маҡсат: уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Тәржемә ит.

        Яҙ килеүен иң тәүҙә ҡоштар һиҙенә. Сәүкәләр, турғайҙар оя эҙләп оса, йылы яҡтан ҡара ҡарғалар ҡайта. Ә ҡыҙылтүш турғайҙар, киреһенсә, төньяҡҡа, һалҡан тайга урмандарына күсә.

        Йылға, күлдәрҙә балыҡтар уяна. Урмандағы йәнлектәр тиреһен алмаштыра. Был осорҙа һунар итергә ярамай.

        Март айын бөтә тереклек ауыр кисерә. Йәнлектәр, ҡоштар асыға. Шуға күрә ҡанатлы дуҫтарға оялар яһарға, тағараҡтар элергә, ем һибергә кәрәк.

Контроль диктант  17.05.18

Маҡсат: уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Талаптар: үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Методик ҡулланма. М.Ғ.Усманова, З.М.Ғабитова “Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы”, 2009, 111-се бит “Июнь”

Критерийҙар 3-8 биттәрҙә М.Ғ.Усманова, З.М.Ғабитова “Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы”, 2009

        Ҡушымта 3

Приложение 3

Башҡорт теле” предметынан мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларға

адаптивлаштырылған эш программаһына ҡушымта

        Башҡорт теле-башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; уҡыусылырҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Әммә  мөмкинлектәре сикләнгән балаларға башҡорт теле программаһын тулы килеш үҙләштереүе ауыр. Шуға күрә был балаларға тел һәм әҙәбиәт буйынса белем биреүҙә бөтөнләй икенсе маҡсат һәм бурыстар ҡуйыла.Мәктәптә урта кластарҙа  (5-9)аҡыл  үҫеше йәһәтенән артта ҡалған балалар өсөн башланғыс кластар алдына  ҡуйылған бурыстар тормошҡа ашырыла,тик улар бер аҙ юғарыраҡ кимәлгә ҡуйыла.Тик бында уҡыусыларҙың курс йөкмәткеһен ниндәй кимәлдә үҙләштереүенән сығып,өҫтәлмә бурыстар алырға ла мөмкин.

Уҡыусылар :

-башҡортса текстарҙы етеҙ,аңлы,тасуири уҡыу күнекмәләренә эйә булырға;

-грамоталы яҙыу күнекмәләре алырға;

-.телдән һәм яҙма формаларҙа фекерҙәрен элементар кимәлдә еткерергә;

-үҫеше һәм формалаштырылған әхлаҡи сифаттары менән тормошҡа яраҡлаша белергә тейеш.

Бындай уҡыусыларҙың телмәрҙәрен һәм фекерләү ҡеүәһен коррекциялау уҡыу процесының төп өлөшөн тәшкил итә һәм белем,күнекмәләр биреү,шәхесте тәрбиәләү менән бергә хәл ителә.

Уҡыу.

2-9 кластарҙа уҡыу дәрестәрендә уҡыусыларҙың уҡыу техникаһын үҫтереү өҫтөндә эш дауам ителә:уҡыған материалдың йөкмәткеһен аңлау менән бергә дөрөҫ,етеҙ,тасуири уҡырға өйрәнеү ҙә ҡарала.Тәҡдим ителгән художестволы әҫәрҙәр төрлө жанрҙарҙа булыу сәбәпле балаларҙа уҡыу һәм йөкмәткеһен аңлау йәһәтенән ҙур ауырлыҡтар тыуҙырырға мөмкин.Был категорияға ҡараған балалар яҙыусыларҙың биографик белешмәләрен,хатта ҡыҫҡаса ижад юлын да ауырлыҡ менән ҡабул итәләр.Уҡыған әҫәр өҙөктәренән геройҙарын билдәләй алмаған осраҡтар була.Тарихи әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы әйтә алмайҙар,текстағы һүҙҙәрҙе,һүҙбәйләнештәрҙе аңламайҙар .Шуға күрә уҡыу дәрестәрендә уҡыу техникаһын үҫтереүҙән тыш төп бурыс итеп билдәле кимәлдә текстарҙың,әҫәр өҙөктәренең йөкмәткеһен үҙләштереү ҡуйыла.Шул нигеҙҙә уҡыусыларҙың телмәре  һәм  фекерләүе үҫтерелә.

Уҡыусылар ҡуйылған һорауҙарға яуап бирә ,текстан таба белергә тейештәр; текст,әҫәрҙәрҙең ҡыҫҡаса нимә тураһында икәнлеген әйтә белергә ;төп һәм икенсел  геройҙарын күрһәтә,ҡылыҡһырлама бирә белергә ,поступоктарын аңлата алырға ;әҫәр буйынса һығымта яһай белеү күнекмәләренә эйә булырға тейеш.Был уҡытыусынан етди методик әҙерлек талап итә.

Грамматика һәм орфография.

Билдәле бер кимәлдә грамматиканы һәм дөрөҫ яҙылышты өйрәнеү барышында уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙма телмәрҙәре үҫешә,орфографик һәм пунктуацион күнекмәләре үҫешә.Грамматиканың элементар курсы уҡыусыларҙың юғары психик функцияларын коррекциялауға йүнәлтелә.Был иһә аҡыл һәм телмәр үҫешен уңышлыраҡ тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә.

Хәрефтәр һәм өндәр.

Өн һәм хәреф айырмаһын ,дөрөҫ һүрәтләнешен,өндәрҙең тартынҡы һәм һуҙынҡыларға бүленешен белергә ,фонетик анализ яһау күнекмәһенә эйә булырға тейеш.

Һүҙ.Һүҙ төҙөлөшө,мәғәнәһе,яҙылышы,төркөмдәре уҡыусының һүҙлек байлығын үҫтереүгә йүнәлтелә.

Һүҙҙәрҙең ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарағанын айыра белергә,өлгөләргә ҡарап билдәле кимәлдә анализ яһарға өйрәтеү ҡарала.

Һөйләмдәр.Һөйләмдәрҙе өйрәнеүгә етди  иғтибар бирергә кәрәк.Был бөтә курс барышында ла өйрәнелеүсе бүлек.Сөнки көндәлек тормошта был бик мөһим сара.Шуға ябай һөйләмдәрҙең төрлө төрҙәренән алып ҡушма һөйләм төрҙәренә тиклем төҙөргә,ҡулланырға өйрәтергә кәрәк.
Бәйләнешле телмәр.
Бәйләнешле телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар биреү мотлаҡ,сөнки психик яҡтан үҫеше артта ҡалған уҡыусыға үҙенең фекерен яҙма рәүештә еткереү бик ауыр бирелә.Шуға күрә фонематик ишетеү һәләтен,дөрөҫ әйтелеш күнекмәләрен,һүҙлек байлығын үҫтереү,һөйләмдәр төҙөү,уй-фекерҙәрен әйттереү өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эш алып барырға кәрәк.Текстарҙағы һөйләмдәрҙе  тәртипкә килтереү,корректорлау,һорауҙарға яуап биреү,һорауҙар төҙөү кеүек эштәр ҙур кластарҙа ла алып барылырға тейеш,был иһә үҙ йәһәтенән уҡыусыға  бәләкәй күләмле изложение йәки инша яҙа алыу мөмкинлеген бирәсәк.

Шулай уҡ эш ҡағыҙҙары тултырыу күнекмәләре булдырыу мөһим:ғариза,автобиография,расписка яҙыу;бланк,квитанциялар тултырыу.

Яҙыу.График күнекмәләр башланғыс кластарҙа булдырылһа ла,был категория уҡыусыларына әленән-әле ҡабатлатып, нығытып торорға кәрәк.Был йүнәлештә текстарҙы дөрөҫ күсереп яҙыу,кәрәкле хәрефтәр,тыныш билдәләре,төшөп ҡалған һүҙәрҙе өҫтәп ҡуйыу кеүек эштәр иғтибарҙы ғына үҫтермәй,матур,бөхтә,еренә еткереп эшләүгә ынтылыш ла тәрбиәләй.

Программаға индерелгән үҙгәрештәр.

    Башҡорт телен өйрәнеү өсөн VIIтөрҙәге махсус(коррекцион)программалар,дәреслектәр  булмау сәбәпле был эш программаһы Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы тарафынан сығарылған “VIIтөрҙәге махсус (коррекцион)дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн программаға “нигеҙләнеп төҙөлдө. Бурыстар һәм талаптар яҡынса рус телдәренә тап килтереп ҡуйылды.Шулай уҡ башҡорт телен өйрәтеү үҙенсәлектәренән сығып эш планлаштырылды.Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү был категория уҡыусылары өсөн  еңелерәк бирелеүен иҫәпкә алып, тематик план һәм уҡыу курсының йөкмәткеһе “Башҡорт теленән программа.Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәптәрҙең I-XI кластары өсөн.Толомбаев Х.А.,Дәүләтшина М.С.,Ғәбитова З.М.БР Мәғариф министрлығы ,2008 “нигеҙендә еңелләштереп төҙөлдө.



Предварительный просмотр:

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

«Средняя общеобразовательная школа села Бахмут  муниципального района Куюргазинский район  Республики Башкортостан»

Рабочая программа

учебного предмета

«Башкирский (государственный) язык»

10,11 классы, базовый уровень

на 2017-2022 учебный год

Срок реализации программы: 5 лет

Разработана: А.Н.Таймасовой

  учителем I квалификационной категории

с. Бахмут

2017г

Аңлатма яҙыу.

    Башҡорт (дәүләт)теленән  эш программаһы түбәндәге документтарға нигеҙләнеп төҙөлдө:

  • Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” федераль законы (29 декабрь, 2012 йыл, № 273- ФЗ);
  • Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында” законына (1 июль, 2013 йыл, № 696-з);
  • Милли республикаларҙа икенсе дәүләт телен индереү Рәсәй Федерацияһының Конституцияһының  68 статьяһында ла (п.2) ҡаралған;
  •  “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законының 3 статьяһына (п.1) ярашлы Башҡортостан Республикаһының бөтә территорияһында башҡорт һәм рус телдәре дәүләт телдәре булып тора;
  • Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе  районы Бахмут  урта дөйөм белем биреү  учреждениеһының уҡытыу программаһына;
  • Ҡулланыусыларҙы яҡлау һәм кеше именлеген һаҡлау буйынса Федераль хеҙмәт һәм РФ -тың баш санитар врачы (табибы) Ҡарары буйынса 29.12,2010 йыл №189«2.4.2.22821-10 СанПин раҫлауы  "Дөйөм белем биреү учреждениеларында белем биреү шарттарын булдырыуҙа санитар-эпидемиологик талаптар"
  •  Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған Башҡорт теленән программа.(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн).ТоломбаевХ.А.,Дәүләтшина М.С.,Ғәбитова З.М.,Усманова М.Ғ.-Ижевск:КнигоГрад,2008.

Өҫтәлмә әҙәбиәт:

Ғәбитова З.М.,Усманова М.Ғ “Башҡорт теле”. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10-11 класс уҡыусылары өсөн. – Өфө: Китап, 2005 й.

          Башҡортостан  Республикаһы Президентының  Указы менән 1999 йылдың  15 февралендә башҡорт теле,  урыҫ теле менән бер рәттән,  республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Башҡорт телен уҡытыу законлы нигеҙгә ҡуйылды.Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙә, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡытыу планына ярашлы, башҡорт телен өйрәнеү өс төрлө программа нигеҙендә алып барыла:

1) Башҡорт теленән программа.(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн).ТоломбаевХ.А.,Дәүләтшина М.С.,Ғәбитова З.М.,Усманова М.Ғ.-Ижевск:КнигоГрад,2008.

2) Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа.(Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). БР Мәғариф министрлығы.Тикеев Д.С.,Толомбаев Х.А.,Хөснөтдинова Ф.Ә.Өфө- 2005,2008.

3)Башҡорт теленән программа.(V-XIкластар өсөн) БР Мәғариф министрлығы. Ижевск:КнигоГрад,2008.

        Беҙҙең мәктәптә башҡорт кластары булмау сәбәпле, уҡытыу тәүге ике программаға  нигеҙләнеп  ойошторолдо.  Икенсе программа менән башҡорт төркөмдәре шөғөлләнә.

        Башҡорт теленән программа.(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн).ТоломбаевХ.А.,Дәүләтшина М.С.,Ғәбитова З.М.,Усманова М.Ғ.-Ижевск:КнигоГрад,2008.   Был программа нигеҙендә  уҡытыу 2-11 кластарҙа алып барыла.

  •         Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәткәндә түбәндәге принциптарға нигеҙләнәнергә кәрәк:

1.Башҡорт теле-балаларҙың башҡорт донъяһына алып инеү асҡысы.

2. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.

3. Башҡорт телен фәҡәт ғәмәли үҙләштереү маҡсатынан сығып өйрәнеү.

Баш7орт телен2 0йр2те16е8 ма7саты 32м бурыстары.

  1. У7ыусылар6ы баш7орт теленд2 30йл2г2нде, у7ы4анды, радиотапшырыу6ар ты8ла4анды а8лау к1некм2л2ре булдырыу.
  2. Баш7орт телене8 0нд2рен, 31662рен д0р09 2йтеп, 16-ара 30йл2шерг2, т27дим ителг2н темалар, ситуациялар буйынса 30йл2рг2 0йр2те1.
  3. Аралашыу6а к2р2к була тор4ан типик 30йл2мд2р6е к1сереп, 16 фекер62рен билд2ле ким2лд2 16 аллы я6ыу к1некм2л2рен булдырыу.
  4. Баш7орт телен 0й62, й2м242т тормошонда, хе6м2т процесында практик фай6аланыр4а 0йр2те1.
  5. Баш7орт телен практик 0йр2не1г2 б2йл2п, балалар6ы баш7орт хал7ыны8 тарихы, м262ни2те, с2н42те, 262би2те, милли йолалары, баш7орт хал7ыны8 к1ренекле ш2хест2ре, улар6ы8 эшм2к2рлеге, ижады 3.б. мен2н таныштырыу, балалар6ы баш7орт донъя3ына алып ине1, баш7орт хал7ына, 1662ре й2ш2г2н т0й2кк2 ихтирам 32м 30й01 т2рби2л21.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика.

                Башҡорт теленән өлгә программалар эш программаларын төҙөү өсөн йүнәлеш булып тора: ул уҡыу курсының инвариант (мотлаҡ) өлөшөн билдәләй, бының сиктәрендә белем биреүҙә авторҙың үҙенә вариатив һайлап алыу мөмкинлеге бирелә. Эш прогаммаһы һәм дәреслек авторҙары программаның структураһын, уны өйрәнеү эҙмә-эҙлеклеген, йөкмәткеһен, күләмен киңәйтеүҙе һәм уҡыусыларҙың эшмәкерлеген тормошҡа яраҡлаштырыу юлдарын тәҡдим итә.

        Эш программаһында уҡыусыларҙың төп эшмәкәрлеге төрҙәрен үҫтереү ҡаралған, уларҙың психологик һәм йәш үҙенсәлектәре иҫәпкә алынған.

        Башҡорт теле курсы дөйөм белем биреү мәктәбенең предметтар системаһында донъяны танып белеү һәм социомәҙәни маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра.

        Донъяны танып белеү маҡсаттары уҡыусыларҙы тел тураһындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыуҙы һәм уның менән бәйләп уларҙың билдә-символдар ярҙамында ҡабул итеүен, фекерләүен, күҙ алдына килтерә алыуын формалаштырыуҙы аңлата.

        Башҡорт телен өйрәнеүҙең социомәҙәни маҡсаттары кешенең дөйөм мәҙәни үҫеше күрһәткесе булараҡ, уҡыусының коммуникатив компетенцияһын, һөйләү һәм яҙма үҫешен үҙ эсенә ала. Башҡорт булмаған мәктәптәрҙә балаларҙың өс төркөмгә бүленеүен иҫәпкә алырға кәрәк. Былар түбәндәгеләр:

  1. Башҡорт мөхитендә тыуып үҫкән һәм башҡорт мәктәбендә әсә телендә уҡыған балалар.
  2. Башҡорт мөхитендә үҫмәгән,  рус һәм башҡа телдә эшләүсе мәктәптәрҙә белем алған,башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнгән балалар.
  3. Башҡорт телен белмәгән һәм башҡа милләт балалары. Улар рус мәктәптәрендә белем алалар, башҡорт телен предмет булараҡ, практик күҙлектән сығып өйрәнәләр.

        Ысынлап та, һәр төркөмдә балаларға башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаты ла, бурыстары ла, методикаһы ла ныҡ айырыла. Бындай мәктәптәрҙә ҡулланыла торған программалар һәм дәреслектәр ҙә үҙенсәлекле. Тәҡдим ителә торған был программа              Концепцияла күрһәтеләгән икенсе һәм өсөнсө төркөм балаларына, йәғни уҡытыу рус телендә (һәм башҡа телдәрҙә) барған мәктәптәрҙә белем алыусы балаларға тәғәйенләнә.

        Бындай мәктәптәрҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙе түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп атҡарырға кәңәш ителә:

  1. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.
  2. Башҡорт теле – балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙың тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы.
  3. Башҡорт телен баланың туған теленә таянып өйрәнеү.
  4. Башҡорт телен тик телмәр өсөн, аралашыу өсөн фәҡәт практик маҡсаттарҙан сығып өйрәнеү

        Башҡорт теле курсында түбәндәге йөкмәтке линияларын билдәләп була:

  • телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрендә коммуникатив оҫталыҡтар;
  • тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре;
  • социомәҙәни компетенция;
  • дөйөм уҡыу һәм махсус уҡыу оҫталыҡтары.

        Башҡорт теле-башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып  тора.

        Рус телле мәктәптәрҙә “Башҡорт теле” предмет булараҡ айырым урын биләй. “Башҡорт теле”н дәүләт теле булараҡ уҡытыу “Башҡорт теле” һәм “Әҙәбиәт” предметтарын берләштереп өйрәнеүгә ҡоролған.

        Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә: уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтереүгә ярҙам итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләтен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың  әүҙем уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора.Башҡорт теле башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтен – рухи тел байлығын-үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни-тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү; юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристика булып тора.

        Башҡорт телен өйрәнеү-уҡыусы шәхесен социаллаштырыуҙың мөһим йүнәлештәренең береһе, ул гражданлыҡ тиңлеген (идентичность) һәм толерантлыҡ тәрбиәләүҙән ғибәрәт.

        Көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аралашыу һәм фекер алышыуға һәләтлекте үҫтереү; һүҙлек байлығын арттырыу; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; төп  уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (эшмәкәрлек маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән һәм сығанаҡтарҙан, киң мәғлүмәт саралары һәм интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү; тексты мәғлүмәт эшкәртеү һ.б.) үҙләштереү.

        Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыны һүҙ сәнғәте менән таныштырыу- ысын художестволы ҡиммәттәр менән генә танышыу түгел, ә аралашыу тәжрибәһе лә. Илебеҙ халыҡтарының һүҙ сәнғәте менән таныштырыу уҡыусыларҙың аңында художестволы мәҙәниәттең байлығы һәм күп төрлөлөгө, күп милләтле Рәсәйҙең рухи һәм әхлаҡ потенциалы тураһында ҡараштарын киңәйтә.

        Башҡорт һәм башҡа милләт яҙыусыларының әҫәрҙәре аша уҡыусыларҙа Тыуған илгә, ергә, күп милләтле республикаға һөйөү, уның менән һоҡланыу һәм ғорурланыу тойғоһо, тыуған йорт, урам, ауыл һәм ҡалаға, уның үткәндәре һәм бөгөнгөһөнә ҡарата ихтирам тәрбиәләнә. Балала башҡорт һәм үҙ халҡының үткәне һәм бөгөнгөһөнә, традицияларына, йыр-моңона, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләренә, этик-эстетик ҡараштарына-ихтирам, ата-бабаларынан ҡалған аманатҡа ҡарата-тоғролоҡ һәм үҙ-ара дуҫлыҡ, берҙәмлек, изгелек кеүек һыҙаттар үҫтерелә.

        Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыуҙың йөкмәтке үҙенсәлектәре  шунан ғибәрәт: был үҙ йәһәтендә коммуникатив, тел, лингвистик һәм мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тота.Төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт теле курсының йөкмәткеһе белем биреү процесында метапредмет һәм предмет маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлдерелгән.

        Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, аралашыуҙы, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

        Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ, лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренеше факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

        Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, милли-мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

        Өлгө программала материал коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлештә бирелгән. Тәҡдим ителгән материал белем биреүҙе генә иҫәпкә алмай, ә эшмәкәрлек формаһын тормошҡа ашыра.

        Беренсе (1 цифры аҫтында) тел һәм телмәр күренеше һәм уларҙың хәрәкәттә булыуын аңлатыусы лингвистик аңлатмаларҙың исемлеге бирелә. Икенсе (2 цифры аҫтында) тейешле аңлатмаларҙы өйрәнеү процесында эшкәртелеүсе төп уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлек төрҙәре һанап кителә.

        Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен  көсәйтеү,  уны  белем  алыуҙа  метапредмет  һөҙөмтәләргә йүнәлтеү, кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

        Функциональ грамоталылыҡтың мөһим индикаторы — предмет-ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү, ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); танып белеү универсаль укыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай белеү, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү, библиографик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау, мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү, уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү һ. б.); регулятив универсаль укыу эшмәкәрлеге (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ. б. тормошҡа ашырыу). Функциональ грамоталылыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә туған телде өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

        Функциональ грамоталылыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу, төрлө аралашыу шарттарында башҡорт теленең уны ҡулланыу үҙенсәлектәрен белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, мәғлүмәтте төрлө формала эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларына яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәленүҫтерергә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учреждениеларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү ойошмаларында дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтереү һәм башҡорт телендә иркен аралаша алырлыҡ кимәлгә еткереү төп бурыстарҙың береһе.

Уҡыу предметының уҡыу планындағы урыны

        Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 10-сы класс өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы 35 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт), 11-се класта  - 34 сәғәт (аҙнаға 1 сәғәт) һәм уҡыу-уҡытыу бәйләнешендә ҡатнашыусылар менән формалаштырылған бүлегендә ҡаралған 

Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар.

10 класс

  1. Художество әҫәрҙәре ( шул иҫәптән драма әҫәрҙәрен) тасуири уҡыу.

Уҡылған әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма йәки телдән һөйләп биреү.

 Өйрәнелә торған әҫәр буйынса телдән һәм яҙма рәүештә фекер йөрөтөү характерындағы инша яҙыу, һорауҙарға тулы яуап биреү.

 Яҙма йәки телдән  сығыш яһау өсөн план төҙөй белеү.

  1. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итә белеү;

Тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү. 14-16 шиғырҙы яттан тасуири итеп һөйләй белеү.

  1. Тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү,  уларға исем биреү, план төҙөү;
  • Газет- журналдарҙан, китаптарҙан материал йыйып, хикәйә төҙөү;
  • Әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеүң
  1. Һүҙбәйләнеш, һүҙбәйләнештә эйәртеүсе  һәм эйәрсән киҫәктәрен ( аныҡлаусы, хәлдәр) айыра белеү.
  1. класс

1.  Художестволы, фәнни-популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып етеҙ уҡыу.

2. Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү.

3. Яҙма йәки телдән сығыш яһау өсөн план төҙөй белеү.

4. Үҙ аллы  уҡылған әҙәби сәнғәт әҫәрҙәренә яҙма йәки телдән баһалама бирә белеү.

5. Художестволы әҫәрҙәрҙе, фәнни-популяр һәм публицистика әҫәрҙәрен айыра белеү.

6. Яҙыусы һүрәтләгән художестволы картиналарҙы уй менән күҙ алдына баҫтырыу; бирелгән тема, һүрәт, картина буйынса һөйләй белеү.

7. Өйрәнелә торған  әҫәр буйынса телдән һәм яҙма рәүештә фекер йөрөтөү характерындағы инша яҙыу, һорауҙарға тулы яуап биреү, геройҙарға индивидуаль, сағыштырма, төркөмләп характеристика биреү.

8. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү.

9. Билдәле эйәле, билдәһеҙ эйәле, эйәһеҙ һөйләм, дөйөм эйәле һәм атама һөйләмдәрҙе айыра белеү;  кешенең эске донъяһын, тәбиғәттең төрлөсә торошон, төрлө хәл-ваҡиғаларҙы ҡыҫҡа ғына һүрәтләү өсөн бер составлы һөйләмдәрҙе файҙалана белеү.

 Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау.

      Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар  төҙөү.

     Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

      Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

        Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә         ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре

10 кл.

11кл.

Күсереп яҙыу

-

-

Һорауҙарға яуап

-

-

Диктант

2

2

Контроль эш(тест)

1

2

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

10 класс

1.Белем көнө.( 4 сәғәт)

1 сентябрь- Белем көнө, Ватан, тыныслыҡ, мәктәп, уҡыу һәм уға мөнәсәбәт тураһында текстар уҡыу дауам итә. Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш даими дауам итә.

Мәктәп, Тыуған ил, тыуған төйәк хаҡында әңғәмәләр үткәреү.

Грамматика:

9-сы класта үтелгәнде ҡабатлау.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Күңел, һағыныу, тойғо, ғәзиз, күңелле, моң, төркөм, кәңәш, онотолоу, иҫтән сығыу, ғүмер, ҡыңғырау, мәктәп йылдары, заман, имтихан, хөрмәт, рөхсәт, һуңынан, бәхет, йүләр, кәйеф, бөтһе, дөрөҫ юл һайлау.

2.Башҡортостан ҡоштары. ( 4 сәғәт)

Башҡортостан ҡоштары, уларҙың көн итеүҙәре , һәр ҡош төрөнөң үҙенсәлекле яҡтары менән таныштырыу. Яҙыусы, шағирҙарҙың ҡоштар тураһында яҙған әҫәрҙәрен уҡыу. Улар ярҙамында уҡыусыларҙың һүҙлек байлыҫын арттырыу, телмәр үҫтереү. Башҡортостанда ҡышлаусы һәм осоусы ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Грамматика:

Исемдең 1-се зат ялғауҙары.

Бер составлы һөйләмдәр.

Сифат дәрәжәләре.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Ҡоштар, ҡанат, ҡауырый, ҡарлуғас, һандәғас, сәпсек, аҡ сәпсек, сәүкә, һайыҫҡан, һуйыр, ҡор, сел, ҡоҙғон. кәкүк, тумыртҡа, сыйырсыҡ, турғай, ҡарға, торна, бүҙәнә, бөркөт, ҡарсыға, төйлөгән, ҡарабаш турғай, һабантурғай, күгәрсен, файҙалы, ҡорт, зарарлы.

3.Башҡорт йолалары, ғөрөф- ғәҙәттәре, әҙәп ҡәғиҙәләре. ( 6 сәғәт)

Башҡорт халҡының һаҡланып, быуындан-быуынға тапшырылып килгән йолалары, ғөреф-ғәһәттәре, әҙәп-ҡағиҙәләре менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Һәр йоланың үҙенсәлекле яҡтарын билдәләү, башҡорт халыҡ йолаларын башҡа халыҡ  йолаларынан айырмалы яҡтарын билдәләй белеү. Күренекле шәхестәрҙең фәһемле һүҙҙәре, яҙыусы, шағирҙарҙың әҫәрҙәре менән танышыу.

Грамматика:

Бер һәм ике составлы һөйләмдәр.

Алмаштың килеш менән үҙгәреүе.

Ҡылымдың заман формалары.

Алмаш төркөмсәләре.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Йола, ғөрөф-ғәҙәт, әҙәп ҡағиҙәләр, ғаилә, тәрбиә, донъяға ҡараш, тыйыуҙар, тәртип, ғәҙәт, аралашыу, ҡунаҡсыллыҡ, бойороҡ, йомарт, сабырлыҡ, ололау, тыйнаҡ, намыҫлы, ышаныслы, һаҡлау, әссәләмәғәләйкүм, хәйерле көн (иртә. кис) , оҙон ғүмерле булһын! Ҡотло булһын! Еңел аяғың менән! Ҡул-аяғың еңел булһын! Һабантуй, ҡарға бутҡаһы, кәкүк сәйе, өмә. Ҡаҙ өмәһе. Һаумыһығыҙ,ауылдаштар! Аулаҡ өй, кис ултырыу.

4.Башҡортостанда ҡыш. ( 6 сәғәт)

Башҡортостанда ҡыш, уның билдәләре, балаларҙың ҡышҡы уйындары һәм байрамдары тураһында уҡыу. Тәбиғәтте күҙәтеү, ҡыш йәнлектәр һәм ҡоштар тормошо тураһында уҡыу, һөйләү, танышыу. Был турала уҡыусыларҙы дөрөҫ. Аныҡ. Тулы итеп һөйләрәгә өйрәтеү маҡсатын тормошҡа ашырыу өҫтөндә даими эш алып барыу.

Грамматика:

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре.

Алмаштың килеш менән үҙгәреүе.

Ҡылым формалары.

Ҡушма ҡылымдар.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Ынйы, ғәжәп, хайран ҡалыу, һуйыр,  илгәҙәк, ҡоралай, юллатыу, шәм, бәҫ, тылсымлы, селтәрле, әңгәмә, тамаша, тантана, шыршы, саңғы, көрт, һырғалаҡ өйөү, һунар, өң, эҙ, айыу, ҡышҡы йоҡо, мылтыҡ, һыуыҡ,буран, өйөрмә, ҡояш байыйый.

Диалог темалары:

Тауҙа уйнағанда.

Яңы йыл байрамы.

Ҡыш һауа торошо.

Ҡыш тураһында һынамыштар, мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар.

5.Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле байрам. ( 2 сәғәт)

Ҡатын- ҡыҙҙар, һөйөклө әсәйҙәр тураһында һөйләшеү, уларға ҡарата  хөрмәт, уларға иғтибарлы, ихтирамлы булыуҙы тәрбиәләү.

Грамматика:

Ҡылымдарҙың башланғыс формаһы.

Элек, хәҙер, тормош, илау, сәңгелдәк йыры, иртә, наҙлы, ҡайғы килтереү, яратҡан, ғәҙел, хыял, хыялланыу, лайыҡ, мохтаж, батырлыҡ, серләшеү.

6.Һөнәрҙәр. ( 1 сәғәт)

Грамматика:

Ҡушма ҡылымдар.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Һөнәр, кәсеп, теләк, һайлау, оҫта, ялҡау, егәрле, уңған, үҙ эшен ярата, эшһөйәр, ҡулы оҫта, алтын ҡуллы, етеҙ, бейеүсе, йырсы, сәхнә оҫтаһы, быҙау ҡараусы, һауынсы, үлсәү, һыйыр һауыу, иртә, йылмайыу.

7.Башҡортостандың иҫтәлекле урындары. ( 5 сәғәт)

Башҡортостандың күренекле урындары тураһында уҡыусыларҙы һөйләргә өйрәтеү. Уҡыусыларға ла Башҡортостан Республикаһындағы данлыҡлы урындар тураһында материалдар йыйҙырыу, улар буйынсы башҡорт телендә уҡыусылар менән уртаҡлаштырыу. Уҡыусыларҙа үҙ республикаһына , тыуған төйәккә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙырыу.

Грамматика:

Тура телмәрле һөйләмдәр.

Эш-хәрәкәт һәм эшмәкәрлек ҡылымдары.

Телмәр ҡылымдары. Өн оҡшатыу ҡылымдары.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Мәмерйә, иҫтәлек, иҫтәлекле урын, тарих, һүрәт, баҫҡыс, быуат, таш кимтеге, тәрәнлек, боҙ, мәңгелек, осор, ҡарауылсы, музей, солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ, кәшәнә, ғалимдар, мираҫ, тәбиғи ҡомартҡы, раҫлау, бейеклек, төрөү, баҫҡыс тутыҡҡан, өҫкө ҡат, донъя күләмендә.

8.Башҡорт музыка ҡоралдары. ( 2 сәғәт)

Башҡорттарҙың рухи һәм материаль культураһында халыҡ музыка коралдарының әһәмиәтле урын алып тороуы менән таныштырыу.. Ул өлкәлә данлыҡлы кешеләрҙең тормош юлы һәм ижады менән танышыу. Улар тураһында уҡыусыларҙың дөрөҫ итеп һөйләүенә өлгәшеү.

Грамматика:

Бәйләүестәр. Ҡушма исемдең яһалышы.

Ҡылымдың киләсәк заманы.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Рухи донъя, музыка ҡоралдары, милли көй, башҡорт композиторҙары, боронғо ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, ҡыл ҡумыҙ, һорнай, дөңгөр, мәғлүмәт, элек, быуат, сәсән, юлдаш, ил батырҙары, дан, тыуған ер, батша, хөкүмәт, ижад, өйрәнеү, тырышыу, яратыу, йырларға яратыу, көй сығарыу, композитор, үҙешмәкәр, йыр буйынса ярыш уҙғарыу, бер аҙ, талантлы, үткән йыл, Өфө сәнғәт институты, халыҡ артистары.

9. Бигерәк йәмле йәй көндәре. ( 5 сәғәт)

Бәйләнешле телмәр үҫтереү буйынса төрлө эш төрҙәре үткәреү. Йәй миҙгеле, байрамдар, һуңғы кыңғырау шылтырауы, йәйге ял темаһы буйынса әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу.

Грамматика.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр.

Ҡыңғырау, оя, йорт, таныш исем, заман, ваҡыт, имтихан, бурыс, өлкән, юл, һанау, маҡсат, ашхана, таң, төндә, серҙәш, бөҙрә, яңғыҙ,бер үҙе, бер кем дә, кеҫә, ҡулъяулыҡ, ялҡын, ял итеү, бейек, юғары, бөйөк, тәлгәш, тапшырыу, намыҫ, васыят, хәтерҙә, иҫтә, өмөт, ышаныс, ғору

11 класс

 Тыуған илем – Башҡортостан (4 сәғәт)

Башҡортостан, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй кимәлендә тотҡан урыны, уның байлығы, күренекле шәхестәре, халҡы, батырҙары, сәнғәте хаҡында текстар уҡыу, әңгәмәләр, осрашыуҙар, экскурсиялар ойоштороү. 11-се класс уҡыусылары уҡығандары дөрөҫ, шыма итеп һөйләй белергә, әңгәмәлә еңел ҡатнаша, аралаша алырға тейеш. Диалогик, монологик телмәр менән эш итә белеүгә өлгәшергә кәрәк.

Грамматика:

10-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

 Башҡортостан сәнғәте (6 сәғәт)

Башҡортостан Республикаһында сәнғәт үҫеше. Сәнғәт әһелдәре менән танышыү, улар хаҡында яҙылған текстар менән танышыү. Грамматика буйынса үҙләштерелгән материалды ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыуға өлгәшеү. Был тема буйынса уҡытыусынан һәм уҡыусыларҙан да ижади эш талап ителә.

Грамматика:

Бер составлы һөйләм төрҙәре.

Кемдәр улар сәсәндәр? (3 сәғәт)

Сәсәндәрҙең йәмғиәт тормошонда тотҡан урындары, уларҙың халыҡ шағирҙары, педагогы, тарихсыһы, ил-йорт аҡһаҡалы булыуы тураһында таныштырыу. Сәсәнлек сәнғәте. Исемдәре билдәле һәм әҫәрҙәре хәҙергәсә һаҡланған сәсәндәр (Ҡобағош сәсән, Ҡарас сәсән, Ерәнсә сәсән, Буранбай – Йәркәй сәсән). Сәсәндәр ижадында фольклор һәм әҙәбиәт традициялары сағылышы.

Грамматика:

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.

Баш һөйләм һәм эйәрсән һөйләм. Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

Башҡорт ырыуҙары,шәжәрәләре (3 сәғәт)

Башҡорт халҡының ырыуҙары менән танышыу. Башҡорт шәжәрәләренең яҙма ҡомартҡы булараҡ матур әҙәбиәткә мөнәсәбәте. Уҡыусыларҙың үҙ ырыу шәжәрәһен төҙөтөү, улар тураһында һөйләй белеү.

Грамматика:

Ҡушма һөйләмдәр (ҡабатлау).

Башҡорт халыҡ шағирҙары, яҙыусылары (18 сәғәт)

Башҡорт халыҡ шағир-яҙыусылары тураһында белешмә. Уларҙың тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу. Уҡыусылар һәр шағир, яҙыусы хаҡында һөйләй белергә һәм уларҙың әҫәрҙәрен танып атай белергә тейеш. Бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү; текст өҫтөндә эшләүгә иғтибар арттырыу.

Грамматика:

Эйә һөйләм. Эйәрсән хәбәр һөйләм.

Эш программаһының тематик планы

10 класс

Бүлектең атамаһы

Сәғәттәр һаны

тикшереү эше

диктант

Белем көнө.

4 сәғәт

Башҡортостан ҡоштары.

4 сәғәт

Башҡорт йолалары, ғөрөф- ғәҙәттәре, әҙәп ҡәғиҙәләре.

6 сәғәт

1

Башҡортостанда ҡыш.

6 сәғәт

1

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле байрам.

2 сәғәт

Һөнәрҙәр.

1 сәғәт

Башҡортостандың иҫтәлекле урындары.

5 сәғәт

Башҡорт музыка ҡоралдары.

2 сәғәт

Бигерәк йәмле йәй көндәре.

5 сәғәт

1

Барыһы

35 сәғәт

1

2

11 класс

Бүлектең атамаһы

С242тт2р 3аны

Шулай уҡ:

тикшереү эше

диктант

Тыуған илем – Башҡортостан

4 сәғәт

1

Башҡортостан сәнғәте

6 сәғәт

Кемдәр улар сәсәндәр?

3 сәғәт.

Башҡорт ырыуҙары,шәжәрәләре.

3 сәғәт.

1

Башҡорт халыҡ шағирҙары, яҙыусылары

18 сәғәт.

1

1

Бары3ы

34 сәғәт

2

2

Ҡушымта  1

Календарь-тематик план (10 класс)

Бүлектең атамаһы

дата

Дәрестең темаһы

Өй эше

иҫкәрмә

План

факт

Белем көнө

(4 с.)

9/09

Сафуан Әлибаев. Мәктәп юлы. 9-сы класта үтелгәнде ҡабатлау.

6-сы күнегеү

16/09

Һәҙиә Дәүләтшина тормошо. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.

11-се күнегеү

23/09

З. Биишева. Беренсе сентябрь. Һүҙ төркөмдәре..

Текстың йөк. һөйләргә,

15-се күнегеү

30/09

Һаумы, көҙ! Исемдең килеш һәм эйәлек заты ялғауҙары.

Тема буйынса һүҙҙәр

Башҡортостан ҡоштары

(4 с.)

7/10

Ҡоштар – беҙҙең дуҫтарыбыҙ. Исемдең 1-се зат ялғауҙары.

Тема буйынса һүҙҙәр

14/10

Ҡоштарҙы беләһеңме? Бер составлы һөйләмдәр.

Тема буйынса һүҙҙәр

21/10

Кәкүк – яңғыҙ ҡош. Хаталар өҫтөндә эш.

31-се күнегеү

28/10

Ҡыҙылтүш – йомарт ҡош. Сифат дәрәжәләре.

Башҡорт йолалары, 4ғөрөф-ғәҙәттәре, әҙип ҡағиҙәләре

(6 с.)

11/11

Әҙип ҡағиҙәләре. Бер һәм ике составлы һөйләмдәр.

«Һаумыһығыҙ» шиғырын тасуири уҡырға

18/11

Башҡорт халыҡ йолалары. Алм аштың килеш менән үҙгәреүе.

67-се күнегеү

25/11

Һабантуй борондан килгән байрам. Ҡылымдың заман формалары.

Башҡорт йолалары тураһында материал

2/12

Ҡунаҡ ҡаршылау. Алмаш төркөмсәләре.

Башҡорт йолалары тураһында материал

9/12

Диктант «Дуҫ булайыҡ», 125-се бит. Диктанттар йыйынтығы

Үтелгәндәрҙе ҡабатарға

16/12

Үтелгәнде ҡабатлау. Хаталар өҫтөндә эш.

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Башҡортостанда ҡыш

(6 с.)

23/12

Тәүге ҡар яуҙы. Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре

77-се күнегеү

30/12

Декабрҙә тәбиғәт. Ҡылым формалары.

13/01

Урамдағы эҙҙәр. Алмаштың килеш менән үҙгәреүе.

67-се күнегеү

20/01

Яңы йыл кәңәштәре. Ҡушма ҡылымдар.

Тема буйынса һүҙҙәр

27/01

Инша «Минең яратҡан миҙгелем»

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға

3/02

Хаталар өҫтөндә эш.

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле байрам

(2 с.)

10/02

Әсәйҙәр ниңә ҡартая? Ҡылымдарҙың башланғыс формаһы.

100-сө күнегеү

17/02

Йәш әсә. Ҡылым.

Һөнәрҙәр

(1 с.)

3/03

Игенсе иң яҡын һөнәр. Ҡушма ҡылымдар.

Игенсенең тыңғыһыҙ хеҙмәте тураһында хикәйә төҙөргә

Башҡортостандың иҫтәлекле урындары.

(5 сәғәт)

10/03

Башҡортостандағы иң ҙур мәмерйә. Тура телмәрле һөйләмдәр.

Шүлгән мәмерйәһе тураһында һөйлә

17/03

Башҡортостан ҡурсаулығы. Эш-хәрәкәт һәм эшмәкәрлек ҡылымдары.

Текстың йөк. һөйләргә, 77-се бит

24/03

Каруанһарай. Телмәр ҡылымдары. Өн оҡшатыу ҡылымдары.

Районда иҫтәлекле урындар

31/03

Каруанһарай. Телмәр ҡылымдары.

14/04

Районда иҫтәлекле урындар

Башҡорт музыка ҡоралдары. ( 2 сәғәт)

21/04

Башҡорт музыка ҡоралдары. Ҡурай моңо. Бәйләүестәр. Ҡушма исемдең яһалышы.

155-се күнегеү, 84-се бит, һорауҙарға яуаптар

28/04

Думбыра сыңы.Ҡурайсы.

Ҡылымдың киләсәк заманы.

Үтелгәндәрҙе ҡабатарға

Бигерәк йәмле йәй көндәре.(5 сәғәт)

5/05

Тиҙҙән йәмле йәй етә. Инеш һүҙҙәр

168-се күнегеү, 92-се бит,яҙма эш.

12/05

Р.Ғарипов. Һабантурғай».Ҡабатлау

Шиғырҙы тасуири уҡырға, 92-се бит

19/05

Диктант “Тел һәм ер”, 138-се бит

26/05

Р.Назаров. Йәшен. Ҡабатлау

Календарь – тематик планлаштырыу (11 класс)

Б1лекте8

атама3ы

Д2ресте8 тема3ы

дата

)й эше

иҫкәрмә

План.

Үтк.

Тыу4ан илем-Баш7ортостан

(4 с.)

Инеш дәрес. 10-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

2/09

Башҡортостан –тыуған ерем.

М.Кәрим. Ҡайын япрағы тураһында. Һөйләм

9/09

Өҙөк ятларға

Р.Йәнбәков.Мәңге балҡы, Башҡортостан. Бер составлы һөйләмдәр

16/09

9 – сы күнегеү, тасуири уҡыу

Башҡортостан байлыҡтары. З.Ураҡсин. Бөгөлөү. Ике составлы һөйләмдәр

23/09

12–сы күнегеү

Ижади эш. Башҡортостан

30/09

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Баш7ортостан

с2н42те

ё 6с.Ё

“Башҡорт бейеүе”.Билдәле эйәле һөйләм.

7/10

19–сы күнегеү

Башҡортостан көнөнә арналған дәрес. Кластан тыш уҡыу.

14/10

Ҡ.Аралбаев. Дуҫлыҡ һәйкәле.

21/10

“Дуҫлыҡ монументы” тураһында белешмә

Н.Мусин. Ижадҡа арналған ғүмер. Билдәһеҙ эйәле һөйләм

28/10

Күренекле шәхес тураһында белешмә.

М.Сиражи . Ерем. Дөйөм эйәле һөйләм

11/11

29–сы күнегеү

Көйөргәҙе районы шәхестәре

18/11

мәғлүмәт йый

Кемд2р улар с2с2нд2р/

(3 с.)

Хаталар өҫтөндә эш.

Башҡорт сәсәндәре. С.Галин.Сәсән. Баш һәм эйәрсән һөйләм.

25/11

Сәсәндәр тураһында белешмә

Сәсәндәр  ижады. Б.Вәлид.Сәсәндәр. Эйәрсән һөйләм төрҙәре

2/12

Тексты уҡырға

Ғ.Ибраһимов. Сәсәндәр. Ҡушма һөйләм.тураһында.

9/12

Ҡушма һөйләмдәр төҙөргә

Баш7орт ырыу6ары, ш2ж2р2л2р

(3 с.)

С.Галин.Шәжәрә. Ҡушма һөйләм .

16/12

Тексты тәржемә итергә

Контроль диктант “Шәжәрә”

Йыйынт. ,60-сы бит дәүләт 7 кл,71-се бит

23/12

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Ә.Таһирова.Ерҙе һаҡлайыҡ. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. Хаталар өҫтөндә эш.

30/12

Һүҙҙәрҙе ятларға

Баш7ортоста8 халы7 ша4ир6ары, я6ыусылары

(18 с.)

Башҡорт халыҡ шағирҙары. Эйә һөйләм

13/01

Шағирҙар тураһында

Башҡорт халыҡ яҙыусылары. Эйәрсән хәбәр һөйләм

20/01

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Изложение “Башҡортостандың халыҡ шағиры” Мәжит Ғафури Йыйынтыҡ, 64-се бит

27/01

Яҙыусылар  тураһында белешмә

М.Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады . Бир ҡулыңды . Тултырыусы һөйләм

3/02

Шиғырҙы тасуири уҡырға, 42–се күнегеү

Р.Ниғмәти. Йәйге ямғыр. Йәнләндереү.

10/02

Шиғырҙы тасуири уҡырға, 45–се күнегеү

Н.Нәжми.Һинең ниндәй улыңмын мин ?

Аныҡлаусы һөйләм

17/02

Шиғырҙы тасуири уҡырға, 55–се күнегеү

Р.Бикбаевтың тормош юлы һәм ижады. Яңғыҙлыҡ. Эйәрсән һөйләмдәр.

3/03

Шиғырҙы тасуири уҡырға, 59–сы күнегеү

Ә. Атнабаев. Әсәйемә. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм

10/03

Шиғырҙы тасуири уҡырға, әсәйҙәр тураһында мәҡәлдәр

М.Кәримдең тормош юлы һәм ижады. Ҡоштар  осорам. Тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

17/03

Шиғырҙы тасуири уҡырға, 63–сө күнегеү

З. Биишева. Дуҫтарға. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм.

24/03

Шиғырҙы тасуири уҡырға, 65–се күнегеү

Р.Ғариповтың тормош юлы һәм ижады.Һүҙем бар. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре

31/03

Шиғырҙы тасуири уҡырға, 1-се һорауға яуап яҙырға

М.Кәримовтың тормош юлы һәм ижады. Фасылдар. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм

14/04

75–се күнегеү

Т.Йосопов. Икмәк еҫе.

21/04

 82–се күнегеү

 Ә. Хәкимов. Думбыра сыңы.

28/04

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Н. Мусин. Ҡурай.

5/05

87–се күнегеү

Контроль диктант “Әсәм теле – сәсән теле” Ә.т.8-9 кл, 15 – се бит

12/05

90-91–се күнегеү

З.Ханнанова. Хуш, мәктәбем Хаталар өҫтөндә эш.

19/05

Ҡушымта 2

Уҡыусыларҙың белемен баһалау өсөн контроль эштәр

10 класс

Контроль диктант  9.12.17

Маҡсат: уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Талаптар: үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Методик ҡулланма. М.Ғ.Усманова, З.М.Ғабитова “Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы”, 2009, 125-се бит “Дуҫ булайыҡ

Контроль диктант  19.05.18

Маҡсат: уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Талаптар: үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Методик ҡулланма. М.Ғ.Усманова, З.М.Ғабитова “Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы”, 2009, 138-се бит “Тел һәм ер

11 класс

Ижади эш.  30.09.17

Маҡсат: уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе системалаштырыу; инша яҙыу күнекмәләрен үҫтереү

Талаптар: үтелгәндәрҙе системалаштырыу; темаға ҡарашлы һүҙҙәрҙе һәм һүҙбәйләнештәрҙе ҡулланып, һөйләмдәр, бәйләнешле текст төҙөү.

“Башҡортостан”  темаһы буйынса контроль эш  11.11

1.В каком году была  принята Декларация о государственном суверенитете БАССР?     (11 октября 1990 г.)

2.Первый президент РБ (М.Г.Рахимов)

3.В каком году состоялись выборы первого президента? (12 декабря 1993)

4.Как называется государственное Собрание РБ? (курултай)

5.Какой закон был принят 1992 году 25 февраля? (О государственном флаге РБ)

6.В каком году состоялся первый Всемирный курултай башкир?(1-2 июня 1995г.)

7.Второй президент РБ. (Р.З.Хамитов)

8.Самая высокая точка РБ. (Ямантау)

9.Самая многоводная река. (Агидель)

10.Самое большое озеро. (Асылыкуль). Самое глубокое (Яктыкуль)

11.Самый крупный район. (Белорецкий)

12.На территории Белорецкого района находится 12 особо охраняемых памятников природы. Назовите их.

 (горы Большой Ямантау и Иремель, Кызыляровская пещера, водопад Атыш, минеральные источники Ассы, урочища Кухтур и Арский камень, гора Арвяк-Рязь, культура кедра (сосны сибирской),600-летние лиственницы на горе Большой Шатак, популяция лука косого на хребте Северный Крака, гнездо орлана-белохвоста в Авзянском лесничестве)

13.Самый большой город.(Уфа)

14.В каком районе находится Капова пещера? (Бурзянском)

15.Другое название реки Караидель.(Уфимка)

16.С какими областями граничит РБ? (Оренбургская обл., Пермская, Челябинская, Свердловская )

17.Национальный герой башкирского народа.(С.Юлаев)

18.Национальный напиток. (кумыс)

19.Национальное блюдо (баурсак)

20.Национальный инструмент, которого называют «башкирская  флейта»(курай)

21.Национальный инструмент женщин и детей. (кубыз)

22.Национальный праздник , ставший всенародным (сабантуй)

23.Жилище древних башкир (юрта)

24.Старейшина, уважаемый человек. (аксакал)

25.Служитель религиозного культа у мусульман. (мулла)

Контроль диктант  23.12.17

Маҡсат: уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Талаптар: үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Методик ҡулланма. М.Ғ.Усманова, З.М.Ғабитова “Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы”, 2009, 124-се бит “Өс быуат”

Изложение   27.01.18

Маҡсат: уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Талаптар: изложениеның тулыуына һәм һөйләмдәрҙең стилистик яҡтан дөрөҫ төҙөлөүенә иғтибар итеү.

Методик ҡулланма.М.Ғ.Усманова, З.М.Ғабитова “Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы”, 2009, 64-се бит “Башҡортостандың халыҡ шағиры - Мәжит Ғафури

Контроль диктант “Әсәм теле – сәсән теле”  12.05.18

Маҡсат: уҡыусыларҙың белемен баһалау, үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Талаптар: үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Ә.т.8-9 кл, 15 – се бит

Ҡушымта 3

Приложение 3

Башҡорт теле” предметынан мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларға

адаптивлаштырылған эш программаһына ҡушымта

        Башҡорт теле-башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; уҡыусылырҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Әммә  мөмкинлектәре сикләнгән балаларға башҡорт теле программаһын тулы килеш үҙләштереүе ауыр. Шуға күрә был балаларға тел һәм әҙәбиәт буйынса белем биреүҙә бөтөнләй икенсе маҡсат һәм бурыстар ҡуйыла.Мәктәптә урта кластарҙа  (5-9)аҡыл  үҫеше йәһәтенән артта ҡалған балалар өсөн башланғыс кластар алдына  ҡуйылған бурыстар тормошҡа ашырыла,тик улар бер аҙ юғарыраҡ кимәлгә ҡуйыла.Тик бында уҡыусыларҙың курс йөкмәткеһен ниндәй кимәлдә үҙләштереүенән сығып,өҫтәлмә бурыстар алырға ла мөмкин.

Уҡыусылар :

-башҡортса текстарҙы етеҙ,аңлы,тасуири уҡыу күнекмәләренә эйә булырға;

-грамоталы яҙыу күнекмәләре алырға;

-.телдән һәм яҙма формаларҙа фекерҙәрен элементар кимәлдә еткерергә;

-үҫеше һәм формалаштырылған әхлаҡи сифаттары менән тормошҡа яраҡлаша белергә тейеш.

Бындай уҡыусыларҙың телмәрҙәрен һәм фекерләү ҡеүәһен коррекциялау уҡыу процесының төп өлөшөн тәшкил итә һәм белем,күнекмәләр биреү,шәхесте тәрбиәләү менән бергә хәл ителә.

Уҡыу.

2-9 кластарҙа уҡыу дәрестәрендә уҡыусыларҙың уҡыу техникаһын үҫтереү өҫтөндә эш дауам ителә:уҡыған материалдың йөкмәткеһен аңлау менән бергә дөрөҫ,етеҙ,тасуири уҡырға өйрәнеү ҙә ҡарала.Тәҡдим ителгән художестволы әҫәрҙәр төрлө жанрҙарҙа булыу сәбәпле балаларҙа уҡыу һәм йөкмәткеһен аңлау йәһәтенән ҙур ауырлыҡтар тыуҙырырға мөмкин.Был категорияға ҡараған балалар яҙыусыларҙың биографик белешмәләрен,хатта ҡыҫҡаса ижад юлын да ауырлыҡ менән ҡабул итәләр.Уҡыған әҫәр өҙөктәренән геройҙарын билдәләй алмаған осраҡтар була.Тарихи әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы әйтә алмайҙар,текстағы һүҙҙәрҙе,һүҙбәйләнештәрҙе аңламайҙар .Шуға күрә уҡыу дәрестәрендә уҡыу техникаһын үҫтереүҙән тыш төп бурыс итеп билдәле кимәлдә текстарҙың,әҫәр өҙөктәренең йөкмәткеһен үҙләштереү ҡуйыла.Шул нигеҙҙә уҡыусыларҙың телмәре  һәм  фекерләүе үҫтерелә.

Уҡыусылар ҡуйылған һорауҙарға яуап бирә ,текстан таба белергә тейештәр; текст,әҫәрҙәрҙең ҡыҫҡаса нимә тураһында икәнлеген әйтә белергә ;төп һәм икенсел  геройҙарын күрһәтә,ҡылыҡһырлама бирә белергә ,поступоктарын аңлата алырға ;әҫәр буйынса һығымта яһай белеү күнекмәләренә эйә булырға тейеш.Был уҡытыусынан етди методик әҙерлек талап итә.

Грамматика һәм орфография.

Билдәле бер кимәлдә грамматиканы һәм дөрөҫ яҙылышты өйрәнеү барышында уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙма телмәрҙәре үҫешә,орфографик һәм пунктуацион күнекмәләре үҫешә.Грамматиканың элементар курсы уҡыусыларҙың юғары психик функцияларын коррекциялауға йүнәлтелә.Был иһә аҡыл һәм телмәр үҫешен уңышлыраҡ тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә.

Хәрефтәр һәм өндәр.

Өн һәм хәреф айырмаһын ,дөрөҫ һүрәтләнешен,өндәрҙең тартынҡы һәм һуҙынҡыларға бүленешен белергә ,фонетик анализ яһау күнекмәһенә эйә булырға тейеш.

Һүҙ.Һүҙ төҙөлөшө,мәғәнәһе,яҙылышы,төркөмдәре уҡыусының һүҙлек байлығын үҫтереүгә йүнәлтелә.

Һүҙҙәрҙең ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарағанын айыра белергә,өлгөләргә ҡарап билдәле кимәлдә анализ яһарға өйрәтеү ҡарала.

Һөйләмдәр.Һөйләмдәрҙе өйрәнеүгә етди  иғтибар бирергә кәрәк.Был бөтә курс барышында ла өйрәнелеүсе бүлек.Сөнки көндәлек тормошта был бик мөһим сара.Шуға ябай һөйләмдәрҙең төрлө төрҙәренән алып ҡушма һөйләм төрҙәренә тиклем төҙөргә,ҡулланырға өйрәтергә кәрәк.
Бәйләнешле телмәр.
Бәйләнешле телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар биреү мотлаҡ,сөнки психик яҡтан үҫеше артта ҡалған уҡыусыға үҙенең фекерен яҙма рәүештә еткереү бик ауыр бирелә.Шуға күрә фонематик ишетеү һәләтен,дөрөҫ әйтелеш күнекмәләрен,һүҙлек байлығын үҫтереү,һөйләмдәр төҙөү,уй-фекерҙәрен әйттереү өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эш алып барырға кәрәк.Текстарҙағы һөйләмдәрҙе  тәртипкә килтереү,корректорлау,һорауҙарға яуап биреү,һорауҙар төҙөү кеүек эштәр ҙур кластарҙа ла алып барылырға тейеш,был иһә үҙ йәһәтенән уҡыусыға  бәләкәй күләмле изложение йәки инша яҙа алыу мөмкинлеген бирәсәк.

Шулай уҡ эш ҡағыҙҙары тултырыу күнекмәләре булдырыу мөһим:ғариза,автобиография,расписка яҙыу;бланк,квитанциялар тултырыу.

Яҙыу.График күнекмәләр башланғыс кластарҙа булдырылһа ла,был категория уҡыусыларына әленән-әле ҡабатлатып, нығытып торорға кәрәк.Был йүнәлештә текстарҙы дөрөҫ күсереп яҙыу,кәрәкле хәрефтәр,тыныш билдәләре,төшөп ҡалған һүҙәрҙе өҫтәп ҡуйыу кеүек эштәр иғтибарҙы ғына үҫтермәй,матур,бөхтә,еренә еткереп эшләүгә ынтылыш ла тәрбиәләй.

Программаға индерелгән үҙгәрештәр.

    Башҡорт телен өйрәнеү өсөн VIIтөрҙәге махсус(коррекцион)программалар,дәреслектәр  булмау сәбәпле был эш программаһы Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы тарафынан сығарылған “VIIтөрҙәге махсус (коррекцион)дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн программаға “нигеҙләнеп төҙөлдө. Бурыстар һәм талаптар яҡынса рус телдәренә тап килтереп ҡуйылды.Шулай уҡ башҡорт телен өйрәтеү үҙенсәлектәренән сығып эш планлаштырылды.Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү был категория уҡыусылары өсөн  еңелерәк бирелеүен иҫәпкә алып, тематик план һәм уҡыу курсының йөкмәткеһе “Башҡорт теленән программа.Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәптәрҙең I-XI кластары өсөн.Толомбаев Х.А.,Дәүләтшина М.С.,Ғәбитова З.М.БР Мәғариф министрлығы ,2008 “нигеҙендә еңелләштереп төҙөлдө.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ПМ 01, 02, 03, 04, 05 Рабочая программа по бух-учету, по налогам, для специальности 080110 и рабочие программы по налогам и бух-учету для специальности 080114 и программа экзаменов для ПМ 01 и 02

Рабочие программы:ПМ 01 -Документирование хозяйственных операций и ведение бухгвалтерского учета имущества организацииПМ 02-Ведение бухучета источников формирования имущества, выполнения работ по инве...

Рабочая программа курса химии 8 класс, разработанная на основе Примерной программы основного общего образования по химии (авторская рабочая программа)

Рабочая программа курса химии 8 класс,разработанная на основеПримерной программы основного общего образования по химии,Программы курса химии для 8-9 классовобщеобразовательных учреждений (а...

Рабочая программа по литературе для 6 класса (по программе В. Коровиной) Рабочая программа по литературе для 10 класса (по программе ]В. Коровиной)

Рабочая программа содержит пояснительную записку, тематическое планирование., описание планируемых результатов, форм и методов, которые использую на уроках. Даётся необходимый список литературы...

Рабочие программы по математике для 5 класса, по алгебре для 8 класса. УМК А. Г. Мордкович. Рабочие программы по геометрии для 7 и 8 класса. Программа соответствует учебнику Погорелова А.В. Геометрия: Учебник для 7-9 классов средней школы.

Рабочая программа содержит пояснительную записку, содержание учебного материала, учебно - тематическое планирование , требования к математической подготовке, список рекомендованной литературы, календа...

Аннотация к рабочей программе по математике (алгебре и началам анализа), 11 класс , профильный уровень; рабочая программа по алгебре и началам анализа профильного уровня 11 класс и рабочая программа по алгебре и началам анализа базового уровня 11 класс

Аннотация к рабочей программе по МАТЕМАТИКЕ (алгебре и началам анализа) Класс: 11 .Уровень изучения учебного материала: профильный.Программа по алгебре и началам анализа для 11 класса составлена на ос...

Рабочая программа по русскому языку 5 класс Разумовская, рабочая программа по литературе 5 класс Меркин, рабочая программа по русскому языку 6 класс разумовская

рабочая программа по русскому языку по учебнику Разумовской, Львова. пояснительная записка, календарно-тематическое планирование; рабочая программа по литературе 5 класс автор Меркин. рабочая программ...

Рабочая программа по Биологии за 7 класс (УМК Сонина), Рабочая программа по Биологии для реализации детского технопарка Школьный кванториум, 5-9 классы, Рабочая программа по Биохимии.

Рабочая программа по биологии составлена в соответствии с требованиями Федерального государственного образовательного стандарта основного общего образования на основании примерной программы по биологи...