"Дуҫлыҡ моңо"; "Урал батыр" конкурсы
методическая разработка на тему

Ғиндуллина Рәзинә Салауат ҡыҙы

"Дуҫлыҡ моңо" балалар фестивале сценарийы

"Урал батыр" эпосын яттан һөйләү конкурсына сценарий

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл stsenariy._duslyk_mono.docx21.88 КБ
Файл ural_batyr_stsenariy.docx19.74 КБ

Предварительный просмотр:

                         “Дуҫлыҡ моңо” фестивале буйынса сценарий

Ҡыҙҙар йырлайҙар 

Кисәне алып барыусылар сәхнәгә сығалар.

1-се алып барыусы(башҡорт телендә):

Һаумыһығыз тип башлайыҡ,

     Һәр осрашыу шулай башлана!

     Иҫәнлекте һорап башланһа ул

     Күңелдәрҙә нығыраҡ һаҡлана.

2- се алып барыусы ( татар телендә):

         Хәерле  көн укучылар, укытучылар һәм килгән кунаклар! Сезне Халык-ара туган телләр көнненә багышланган “Дуслык моңы” фестивалендә  күрүебезгә бик шатбыз. Бүгенге бәйрәмгә  җыр-моң сөюче дусларыбыз  гына җыелган! Нинди генә милләт вәкилләрен алсак та, алар дине, тән төсе, телләре белән аерылалар, ә шулай да аларның барысын да җыр-моң берләштерә.

1-се алып барыусы(башҡорт телендә):

Безҙең Республикала башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа, башҡа милләт кешеләре лә дуҫ – татау ғүмер итә. Улар бер ғаилә булып, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белеп, ауыр саҡтарҙа бер – береһенә ярҙам итеп, уңыштарын, шатлыҡ һәм ҡайғы-хәсрәттәрен уртаҡлашып йәшәргә күнеккән. Бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа ҡалабыҙҙың төрлө мәктәптәренән йыр-моң яратыусы уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре килгән.  Бергә уларҙы ҡаршы алайыҡ, бергә-бергә күңел асайыҡ, йырлайыҡ, бейейек. Бар ҡатнашыусыларға уңыштар теләп  "Дуҫлыҡ моңо" фестивален  башлап ебәрәйек.

Беренсе һүҙ_____________________________________________бирелә.

2- се алып барыусы ( татар телендә):

Киләсе катнашучыга күчкәнче, сезнең алда 13 нче мәктәп укучылары “Бал кортлары” биюе белән чыгыш ясыйлар. Каршы алыгыз!

2- се алып барыусы ( татар телендә):

 Карап тормый ара еракка,

Дуслар килә безгә кунакка.

Дуслык – безнең тормыш үзәге,

Дуслык – безнең тормыш бизәге.

Ә хәзер үзенең моңлы тавышы белән ____________________________чыгыш ясый.

1-се алып барыусы(башҡорт телендә):

Дуҫһыҙ кеше- утһыҙ кеше

Дуҫһыҙ йәшәмәй кеше.

Ҡоштоң көсө-ҡанатында

Дуҫлыҡта кеше көсө.

Сәхнәгә __________________________________________________________саҡырабыҙ.

1-се алып барыусы(башҡорт телендә):

Була шундай уңғандар

Уҡыуҙа ла тырыштар

Йыр-моңға ла ғашиҡтар

Кескәй генә булһалар ҙа

Һәр ергә өлгөрәләр

Һеҙҙең өсөн 13-сө мәктәп уҡыусылары башҡорт бейеүен бейейҙәр

Бию.Башкорт биюе.

2- се алып барыусы ( татар телендә):

Без – бер илнең балалары,

Барыбыз да дуслар без.

Татарлар, удмурт, марилар,

Башкорт, керәшен, руслар без. 

Кичәне ________________________________________________дәвам итә.

1-се алып барыусы(башҡорт телендә):

Ут күршеләр булып йәшәйек гөрләп,

Оҡшаш беҙҙең телдәр, ғәҙәттәр.

Тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ сәскә атһын,

Уртаҡ булһын матур теләктәр.

Артабан _______________________________________________________сәхнәгә сыға.

2- се алып барыусы ( татар телендә):

Сезнең алда “Шаян кызлар” биюе.

Дус яшәргә кирәк җир йөзендә,

Дуслар кирәк һәрбер кешегә.

Дуслык булса, тормыш күңелле,

Уңай була һәрбер эшең дә.

Киләсе кунагыбыз__________________________________________

1-се алып барыусы(башҡорт телендә):

Төрлө-төрлө телдә һөйләшһәк тә,

Төрлө-төрлө милләт булһаҡ та,

Тик бер беҙҙең Тыуған илебеҙ,

Тик бер беҙҙең Тыуған еребеҙ.

Сәхнәгә __________________________________________________________саҡырабыҙ.

Разина: Ташҡын мәктәбе уҡыусыһы Марҙанова Лия башҡарыуында “Оҙон сәс”бейеүе.

2- се алып барыусы ( татар телендә):

Үстергән дә безне чын дуслык

Көч биргән дә безгә чын дуслык

Дуслык булса – йәшәр гөмергә

Бөтен жри шарында тынычлык.

Кичәне ________________________________________________дәвам итә.

1-се алып барыусы(башҡорт телендә):

Барыбыҙға ла беҙҙең дуҫтар кәрәк

Дуҫтан башҡа булмай йәшәргә

Шуға күрә донъя буйлап кәрәк

Дуҫтар орлоҡтарын сәсергә

 

Ә хәҙер һеҙҙең алдығыҙҙа____________________________________________сығыш яһай.

ЛӘЙСӘН:

        2- се алып барыусы ( татар телендә):     

     Йөрәкләргә рәхәт була

Гармунда бер уйнасаң.

Телгәли ул йөрәкләрне

Уйный белеп уйнасаң.

Нигә гармун чиртә икән

Күңелнең кылларына.

Кемнәр генә гашыйк түгел

Туган як моңнарына. 

Сезнең алда 11 нче мәктәп укучысы Закирьнов Булат чыгыш ясый.

1-се алып барыусы(башҡорт телендә):

Күгәрсен гөрләйҙер

балаһын уятырға,

әл дә ярай дуҫтарым бар,

Күңелемде  йыуатырға.

Артабан _______________________________________________________сәхнәгә сыға

        2- се алып барыусы ( татар телендә):     

Яратам мин туған төягемне,

Яратам мин әти - әниемне.

Яратам мин Башкортостанымның

Төрле милләттән дус –ишләремне.

Кичәне ________________________________________________дәвам итә.

1-се алып барыусы(башҡорт телендә):

Ҡолас йәйә дуҫлыҡ фестивале.

Яҙ һулышы һиҙелә еремдә,

Түҙмәй тибә ярһып йәш йөрәгем

Ҡанат елпей илһам күңелдә. 

Киләһе һүҙ _________________________________________________-бирелә.

        2- се алып барыусы ( татар телендә):     

Дуслар булса, авыр түгел

Егылгач та торырга.

Дуслар белән генә мөмкин

Яхшы тормыш корырга.

Кичәне ________________________________________________дәвам итә.

1-се алып барыусы(башҡорт телендә):

Дуҫтар кәрәк шул беҙгә лә

Өйҙә, мәктәптә, тышта...

Кәҙерен беләйек дуҫтарҙың.

Үпкәләтмәйек ялғыш та.

Артабан ____________________________________________________сәхнәгә сыға.

:        2- се алып барыусы ( татар телендә):     

Хөрмәтле дуслар, бүгенге безнең дуслыкка,татулыкка , бердәмлеккә багышланган бәйрәмебез ахырына да якынлашты.

 1-се алып барыусы(башҡорт телендә):

Дуҫ юлы өҙөлмәһен өсөн кеше бер-береһенә ышанырға, иғтибарлы булырға ярҙамлашырға тейеш. Гел бергәләшеп йәшәү кәрәк, сөнки берлектә - көс. Шулай  бер- беребеҙҙе хөрмәтләп, дуҫ булып, бергә-бергә йәшәргә яҙһын ,ҡәҙерле, дуҫтар!

Киләһе осрашҡанға тиклем. Һау булығыҙ!



Предварительный просмотр:

    

                                                 

Үткәрелеү урыны – 13-сө мәктәп(Нефтекама ҡалаһы),тантаналы йыйышмалар залы.

Дата: апрель, 2012.

Йыһазландырыу: –  Урал батыр һүрәте – сәхнәлә

- “Урал батыр» бәйгеһе –  конкурс исеме

- Тормош бәйге.

Була шундай саҡтар, ярылырҙай була йөрәгең.

Һин намыҫлы булһаң был бәйгелә,

Ярһымай ҙа булмай, күрәһең.

  • Проектор, ноутбук, слайдтар, аудиояҙмалар.

                                     Үткәреү планы.

(Ҡурай моңо уйнай).

1-се (Руслан) алып барыусы: Һаумыһығыҙ ҡәҙерле уҡытыусылар, уҡыусылар һәм ҡунаҡтар!!!

2-се (Вероника) алып барыусы: Беҙ һеҙҙе “Урал батыр” ике мең ун икенсе йылдың бәйгеһенең финалында күрергә бик шатбыҙ.

Бөгөнгө бәйгенең жюри ағзалары:

Имамова Раушана Риф ҡыҙы – туған телдәр буйынса ҡала методисы;

Таһирова Эльвира Львовна – туған телдәр буйынса ҡала методик ойошмаһының етәксеһе;

Ямаева Рита Таһир ҡыҙы – 13-сө мәктәптең туған телдәр буйынса директор урынбаҫары.

1-се алып барыусы: бәйгелә ҡатнашыусылар:

  1. 4-се мәктәп
  2.  5–се мәктәп
  3.   7– се   мәктәп  
  4.  12 – се  мәктәп
  5.   13– сө мәктәп
  6. 14-се мәктәп

2- се алып барыусы:  Бәйгенең этаптары:

  Беренсе тур: “ Визитка”;

  Икенсе тур: “Урал батыр”  эпосы буйынса викторина;

  Өсөнсө тур :”Сәхнәләштереү”

  Дүртенсе тур : “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү.

1-се алып барыусы:    Бар ҡатнашыусыларға уңыштар теләп бәйгене башлап ебәрәйек. Беренсе үҙенең визиткаһын  4- се  мәктәп тәҡдим итә. Рәхим итегеҙ!

2-се алып барыусы: 2) икенсе булып – 5-се мәктәп уҡыусылары;

  1. Артабан үҙҙәренең визиткаһын  -     7-се  мәктәп күрһәтә;

        4)Ә хәҙер,  12 -се мәктәп уҡыусыларын   сәхнәгә саҡырабыҙ;

5)  Бишенсе булып -    13 -сө  мәктәп уҡыусылары.

        6)  Беренсе турҙы -  14 -се  мәктәп уҡыусылары тамамлап ҡуя.

 (Бейеү)

1-се алып барыусы: Хәҙер һеҙҙең өсөн 6 класс уҡыусыһы Ялалова Әлиә  бейеү бейеп күрһәтә.

1-се алып барыусы: Бәйгенең икенс туры  “Урал батыр” эпосы буйынса викторина.

“Урал батыр” эпосынан өҙөктө яттан һөйләүселәрҙе сәхнәгә саҡырабыҙ.

(һорауҙар уҡыу)

  1. Урал батыр эпосы нисәнсе йылда яҙылып алынған? (1910)
  2. Йәнбирҙе уландарының ҡан эскәнен ҡайҙан белеп ҡала? ( Йәнбирҙе ҡарт, ҡабырсаҡтарҙың бүҫкәргәнен күреп, уландарынан ҡанды кем эскәнен ҡыҫып һорай башлай)
  3. Йәнбирҙе ҡан эскәнде белеп ҡалғас нимә эшләй? (Йәнбирҙе ҡарт һуйыл таяҡ алып, балаларын алмаш-тилмәш һыптырырға тотонған)
  4. Йәнбирҙе улдарына нимә табырға ҡуша? (Йәншишмәнең урынын табырға)
  5. Йәншишмәне эҙләргә барғанда Урал һәм Шүлгән ҡайһы яҡҡа китәләр?(Шүлгән – һул, Урал – уң яҡҡа).
  6. Урал батыр юлда кемде таба? (Аҡбуҙат атын)
  7. Кем ул Һомай? (Һомай – Самрау батшаның ҡыҙы)
  8. Урал тотоп алған ҡош кем булып сыға? Уның исеме нисек? (Һомайҙың апаһы, исеме – Айһылыу)
  9.   Кем ул      самрау? (Ҡоштар батшаһы, Һомайҙың атаһы).
  10. Айһылыуҙы кемгә димләргә (йәки кейәүгә бирергә) булғандар?
  11. Айһылыу менән Һомайҙың әсәйҙәре кем була? (Ай менән Ҡояш)
  12. Урал батыр эпосы ниндәй сәсән тарафынан яҙылып алынҙан?(М. Буранғолов)
  13. Урал батыр Йәншишмә һыуын алғас ни эшләй?( Тирә-яҡҡа һибә)
  14. Кем ул Ҡатил? (Яуызлыҡ батшаһы)
  15.  “Урал батыр” эпосында ниндәй ер-һыу һәм тау исемдәре осрай?

(Уралтау, Ямантау, Һаҡмар, Яыҡ, Нөгөш, Иҙел Һ.б.)

  1. Уралдың нисә ҡатыны булған? (3)
  2. .самрау батшаның нисә ҡыҙы була? ( 2)
  3. Зәркүм кемдең улы ( ҠахҠахтың)

2-се алып барыусы: Ҡасандыр “Урал батыр” тигән эпосыбыҙ ижад ителгән икән, тимәк, сәсәнлек сәнғәтенең башы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Төрлө сәбәптәр арҡаһында һүнеп, юғалып бөтә яҙған был мәшһүр милли ҡаҙаныш йылдарҙан халҡына яңынан ҡайта башланы. Милләтте һутландырған, тормош ағасына, барлыҡ йәшәүенә ҡөҙрәт биргән сәсәнлек сәнғәте тигән изге аманат халыҡты халыҡ итеп таныуҙа баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә.

1-се алып барыусы: “Урал батыр” эпосы – башҡорттарҙың баш китабы, меңәр йылдар буйы туҡылған белем – аҡыл мәктәбе, халыҡты танытҡан милли мәҙәни, географик паспорты. Төрлө сихри образдар, ҡатмарлы сюжетҡа йәшерелгән йәшәү асҡысы ул, халыҡтың тормош фәлсәфәһе һәм милләттең формалашыу дәүерен раҫлаусы бөйөк тарихнамә.

2- се алып барыусы: Бәйгенең өсөнсө туры – “Урал батыр”  эпосынан өҙөктө сәхнәләштереү. Беренсе булып -  4-се мәктәп эпостан өҙөктө күрһәтә. 4-се мәктәп уҡыусылары сәхнәгә рәхим итегеҙ!

( Мәктәптәр сәхнәләштереү күрһәтә)

Өсөнсө тур тамам.

1-се алып барыусы: Йәш быуындың “Урал батыр”ҙы яттан һөйләүе лә эпосты йылдан-йыл яңынан асыу, үҙ милли булмышты – кеше булмышын аңлау, оло һорауҙарға яуап биреү ул. “Урал батыр” йыл буйы, йылдар буйы өйрәнелеп, ятланып, оҙон хәтергә бикләнергә тейеш.

2-се алып барыусы: Бәйгенең дүртенсе   туры – “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү.

  1. 4-се мәктәп уҡыусыһын сәхнәгә саҡырабыҙ.

      2)  5-сө мәктәп егетенең сығышын тыңлайыҡ…

 

           1-се алып барыусы: Шулай итеп беҙҙең бәйге үҙенең аҙағына килеп етте. Барығыҙға ла рәхмәт. Ә хәҙер жюри ағзаларына кәңәшләшергә ваҡыт бирелә.  ( 3 класс уҡыусыһы Денис Әхмәтов Марат Кәримдең “Матур көн” шиғырын яттан һөйләп ишеттерә,артабан экранда слайд-шоу “Урал батыр” эпосы тураһында) 

2- се алып барыусы: Һүҙҙе жюри ағзаларына бирәбеҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Открытый урок в 8 классе по теме "Природные уникумы Урала. Экологические проблемы Урала"

Открытый урок проводился по географии в 8 классе, с целью обобщения темы "Урал"...

Р.Шәкүр "Урал батыр иле - сал Урал"

Р.Шәкүр "Урал батыр иле - сал Урал"....

Музыкально-поэтическая композиция "Поэты Южного Урала о городах Южного Урала"

Музыкально-поэтическая композиция "Поэты Южного Урала о городах Южного Урала" . Стихи и песни о городах Южного Урала....

Виртуальная экскурсия «Урал, Урал! Тело каменно, сердце пламенно...» (уральские пейзажи в рассказах Д.Н.Мамина-Сибиряка)

Материал данной экскурсии может быть использован на уроках внеклассного чтения, а также во внеурочной деятельности по предмету....

Р. Шәкүрҙең “Урал батыр иле - сал Урал” шиғырын өйрәнеү.

Р. Шәкүрҙең тормошо һәм ижады менән таныштырыу, шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен асыу, Уралдың матурлығын күрһәтеү, тасуири уҡырға өйрәтеү,  уҡыусыларға тыуған ер төшөнсәһен тулыраҡ асып биреү, ...