Шағирә Мәнзүрә Абдуллина
методическая разработка
Тема: “Тәбиғәте шундай йырлы-моңло”
(яҡташыбыҙ шағирә Мәнзүрә Абдуллина-Горбачеваның яҡты иҫтәлегенә әҙәби кисә).
Маҡсат:
а) яҡташыбыҙ шағирә Мәнзүрә Абдуллинаның ижады менән таныштырыу; уҡыусыларҙың белемдәрен тәрәнәйтеү;
б) талантлы әҙибә шиғриәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу; шиғырҙарының идея-тематик йөкмәткеһен асыу;
в) туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү; милли ғорурлыҡ уятыу, эстетик тәрбиә биреү.
Йыһазландырыу: компьютер, проектор, слайдтар, шағирәгә арналған күргәҙмә, китаптар.
Иҫкәрмә: Шиғырҙарҙы һәм нәҫерҙәрҙән өҙөктәрҙе уҡыусылар уҡый.
Сараның барышы.
- Алып барыусының инеш һүҙе.
Инйәр яғым минең-тауҙар иле:
Икһеҙ-сикһеҙ уның теҙмәһе.
Ил һаҡсыһы һымаҡ сафҡа тулып
Атлай төҫлө миңә һәммәһе.
Мин тау ҡыҙы. Ҡоралайҙар кеүек
Тауҙа үҫтем шунда төйәгем.
Сылтырап аҡҡан шишмә һыуын эстем,
Йүкәләргә серем һөйләнем.
-Һаумыһығыҙ хөрмәтле ҡунаҡтар, ҡәҙерле уҡыусылар. Был уҡылған шиғыр юлдары беҙҙең яҡташыбыҙ, райондашыбыҙ, “Ағиҙел өҫтөндәге йәйғор” премияһы лауреаты, таллантлы һүҙ оҫтаһы Мәнзүрә Абдуллинаның шиғри йыйынтығынан булды. Эйе, ул хәҙер беҙҙең арабыҙҙа юҡ, әммә уның йөрәккә үтеп инерлек матур шиғырҙары ҡалған. Уның ижады менән бик күптәр таныш, шиғырҙарын яратып өлгөргәндәр.
Мәнзүрә апай 1944 йылдың 8 июлендә тау-ҡаялар менән уратып алған бәләкәй генә Бриштамаҡ ауылында һунарсы ғаиләһендә донъяға килә. Ялан аяҡлы бала саҡтары тәбиғәттең иң матур ҡосағында Инйәр йылғаһы буйҙарында үткәнгә күрәме бар шиғриәте уның ауыл тормошо, тыуған ер матурлығы менән һуғарылған. Шиғырҙары гүйә акварель буяуҙары менән буялған, ҡояш нурҙарына мансылған саф һәм тормошсан.
- Ҡурай моңо аҫтында М. Абдуллинаның “Таң” шиғыры уҡыла.
Алһыуланып ҡына таң беленә,
Ҡояш сыға күктә һыҙылып.
Ҡоштар һайрап ерҙе уяталар-
Бар тереклеп ҡалыр ҡыҙынып.
Тыуам төҫлө гүйә өр-яңынан-
Һоҡланып та бөтмәҫ матурлыҡ!
Йырлар инем данлап һәр ал таңды-
Гүзәллеге һушты алырлыҡ.
Керпек остарымда уйнай бер нур,
Наҙға күмеп мине иркәләй.
Ҡыуанамын сикһеҙ яңы таңға
Бәхетлемен ошо иртәләй.
- Мәнзүрә тыуған ауылында башланғыс, ете саҡырым ятҡан Асы ауылында йәйәү йөрөп һигеҙ йыллыҡ, Инйәр ҡасабаһында ун йыллыҡ мәктәптәрҙә белем ала. Белорет педагогия училещеһын тамамлап үҙ ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Мәнзүрә Уйылдан ҡыҙы 15 йыл Белорет металлургия комбинатының завод идараһы бүлек инспекторы булып эшләй.
- “Ҡыҙҙар бейеүе”. Уҡыусылар башҡарыуында.
Алып барыусы: Мәнзүрә Абдуллина-Горбачеваның бик күп матур-матур шиғырҙары, нәҫерҙәре бар. Улар күпселеген “Урал”газетаһы биттәрендә, “Шоңҡар” журналдарында донъя күргән. “Тау ҡыҙы” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 2002 йылда, 2006 йылда “Аҡ томандар” (“Аҫылташтар йыйыр саҡ” йыйынтығында), 2007 йылда “Инйәр ҡыҙҙары моңо” (шағирә Р. Сәитгалина менән берлектә) исемле шиғырҙар йыйынтыҡтары баҫылып сыға.
- “Инйәр ҡыҙҙары моңо” йыйынтығында шағирәнең тәү ҡарашҡа гелән һоҡланыуға, һөйөүгә генә төрөнгән кеүек шиғыр юлдары артыннанан томош һулышы ишетелә. “Мөғжизә” исемле шиғыры:
Оло шәмен яғып түңәрәк ай
Яйлап ҡына күктә тәгәрәй.
Ҡул һондом да алдым ус эсемә-
Бармаҡтарым уны иркәләй.
Йондоҙҙарҙан ҡайып ашъяулығын,
Алтын нурҙар менән тирәсләп
Һәр көн һайын уны Айҙағы ҡыҙ
Ҙур таҡтаға йәйә ҡәҙерләп.
Һиллек, тынлыҡ ерҙә! Урмандарым
Көмөш тараҡ менән таралған
Арыпмылыр әллә, ай һылыуы
Болоттарға ятып йоҡлаған.
Сылт иткән дә тауыш ишетелмәй,
Мөғжизәме? Тынлыҡ тыңлайым.
Моңға күмеп, сихри тынлыҡ ярып,
Кемдер һуҙҙы башҡорт ҡурайын.
-Бөтөнлөккә, матурлыҡҡа арналған шиғырҙары менән бер рәттән йәшәйештең мәңгелек проблемалары ла күтәрелә:
-Балта тейҙермәйек ағастарға,
Ерле –юҡҡа йәнен ҡыймайыҡ.
Ыңғырашып ауған саҡтарында
Бәддоғаһын бер үк тыңлайыҡ! .
Иҫтәлектәрҙән:
-Ошо “Инйәр ҡыҙҙары моңо” шиғри йыйынтығы донья күргәс, минең дә уға арналған бәләкәй генә мәҡәләм сыҡты һәм Мәнзүрә Уйылдан ҡыҙы, (минең өс туған апайым була ул атайым яғынан, минең дә ҡыҙ фамилиям Абдуллина) автографлы китабын бүләк итте.
Ә Мәнзүрә апайымды иң беренсе күргәндә мин уның яҙыусы икәнен белмәй инем әле. Мин 7-8 се кластарҙа уҡыған ҡыҙ бала. Ул ваҡытта Бриштамаҡта күпер юҡ ине, юлдар һалынмаған ине әле. Бар ауыл халҡының төп транспорты поезд, ә туҡталышҡа барып баҫыр өсөн көслө ағышлы Инйәр йылғаһы аша кәмәләрҙә ишеп сығыр кәрәк. Беҙ йылға буйында торғанға, кәмәбеҙ һәр ваҡыт булды. Мәнзүрә апай ауылға ҡайтҡан һәм кире юлға сыҡҡан, беҙгә инеп сыҡты. “Мине кәмә менән йылға аша сығара алмаҫһығыҙмы?”-тип үтенеп һораны. Әлбиттә мин ул йылғаны көнөнә әллә нисә ишеп, йә булмаһа этәп сығып өйрәнгәнгә күрә, бер ҡыйынлыҡ талап итмәне. Мәнзүрә апай менән йәнәш атлап барабыҙ, ул туҡтай-туҡтай, тәбиғәтте күҙәтеп яйлап ҡына күңеленән иҫтәлектәрҙе һөйләй. Үҙенең бала саҡтарында ауылдың ниндәйерк булыуын, йылғаларҙың ағышы башҡараҡ булыуын, ауыл халҡын һорап, иҫләп алды, шул ваҡыт мин апайҙың күңеле тулып илап алғанына бик сәйерһенеп ҡараған инем: “Ниңә, был апай илап тора икән, ҡалай ҡыҙыҡ”,-тип уйлап та алған инем. Йылдар үтеү менән, шаулы ҡаламдан айырылып гүзәл тыуған яҡтарыма юлдарым төшкәндә минең дә күңелдәрем тула, күҙҙәремдә йәш эркелә.
-Ҡурай моңдарын тыңлап алыу( (ҡурайҙа уйнаған уҡыусыны саҡырыу кәрәк)
Иҫтәлектәрҙән : Бынан бер нисә йылдар элек 2007 йылда мәктәп уҡыусылары менән берлектә Мәнзүрә Уйылдан ҡыҙын үҙенең ижадына бағышланған менән кисәгә саҡырыу бәхете тейҙе. Ошо кисәлә шағирәбеҙ үҙенең ҡосаҡ-ҡосаҡ шиғырҙарын уҡыны, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр үткәрҙе, төрлө һорауҙарға яуап бирҙе. Биографияһын һөйләне:
-Мин әлеге көндә хаҡлы ялдамын, ләкин тик ултырырға бер ҙә генә ваҡытым юҡ, буш торғаным да юҡ, - тип башланы ул һүҙен.
Мәнзүрә апай үҙҙәре йәшәгән йортта староста булып һайланған икән, шуға күрә йортта ут һүнһенме, ҡайҙалыр затоп булһынмы, тағы бик күп сетерекле һорауҙар килеп тыуһынмы, уның телефоны ярыла башлай.Уға бөтәһе лә ярҙам һорап киләләр, бер кемде лә яуапһыҙ ҡалдырмай, ярҙам итергә ашыға.
Йәштән үк Мәнзүрә апай бер эштән дә баш тартмай һөнәре буйынса уҡытыусы булыуға ҡарамаҫтан күпмелер ваҡыт балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып та эшләй. “Урал” газетаһында секретарь ҙа, горком партияһында ла, педучилещела ла, заводта йәшерен эштәр буйынса инспектор булырға ла насип була. Хаҡлы ялға сыҡҡас Белорет ҡалаһында башҡорт гимназияһында дин дәрестәрен алып бара. “Урал” гәзитендә “Иман” бүлегенең яуалы сәркәтибе булып та эшләй.
Буласаҡ тормош иптәшен рус егетен Алексейҙы тәү күреүҙән оҡшата, ул да мәктәптә математика фәндәре уҡытыусыһы була. Һөйөү емештәре - Светлана һәм Ирина исемле ике ҡыҙҙары донъяға килә. Уларға яҡшы тәрбиә һәм юғары белем алырға ярҙам итәләр. Мәнзүрә Горбачеваның ейәнсәре лә өләсәһе кеүек шиғырҙар яҙа икән, хатта бәләкәй генә йыйынтығы ла бар.
-Ниндәй йырҙар оҡшай?-тигән һорауға боронғо башҡорт халыҡ йырҙары тигән ине ул саҡта Мәнзүрә апай.
Әйҙәгеҙ башҡорт халыҡ йыры “Таштуғай”ҙы тыңлап алайыҡ.
- Ҡәләм оҫтаһының әҫәрҙәрендә тәбиғәттең гүзәллеге, тирә-яҡтың матурлығы, мөхәббәт тоғролоғо, айлы төндөң сихрилеге, йылғалар тауышының сыңлауы ишетелеп кенә ҡалмай, ә төрлө борсоған проблемалар: күңелде ҡырған күренештәр , халыҡты бөлгөнлөккә төшөргән эскелек, бала йорттарында ташланып ҡалған сабыйҙарҙың аяныслы ғүмере, үҙ милләтен онотоп исемдәренән ваз кискән бәндәләрҙең, аҡса ҡоло булған кешеләрҙең вайымһыҙлығы, урмандарҙың иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ҡырҡылыуы заман шаңдауы булып яңғырай.
Яр буйында мыжғый халыҡ-
Бал ҡортолай гөж килә.
Яланғас тәндәр түшәлгән,
Эҫе ҡомдоң өҫтөнә.
Мин дә ял итергә килдем
Тәбиғәт ҡосағына.
Йәшел сирәмгә ултырып
Уйға ҡалдым аҙ ғына.
Теләгәнсә ял итәләр:
Балалар һыу ҡойона,
Йәш ҡатындар ярым шәрә
Салҡан ятып ҡыҙына.
Эттәр саба, Хәжәт ҡыла,
Уларға ни- хөрриәт!
Бала-саға уйнай шунда,
Донъя, гүйә әкиәт.
Бер төркөм йәштәр йыйылып,
Эргәлә шарап эсә.
Үбешәләр, көлөшәләр,
Ял итәләр үҙенсә.
Буш һауыттар, ярыҡ шешә
Ҡағыҙ, тоҡсайҙар туҙған.
Бөтә ерҙә тәртипһеҙлек,
Сүп-сарҙар менән тулған.....
( “Тәбиғәт ҡосағында” шиғырынан)
- Әйткәндәй Мәнзүрә апайҙың кескәйҙәргә арнап яҙған шиғырҙары бихисап. Был шиғырҙарында ябай ғына балалар тормошондағы ваҡиғаларҙан бик ҡыҙыҡлы, фәһемле фекерҙәр барлыҡҡа килгән, мажаралар шул тиклем ылыҡтырғыс та, уйландырырлыҡ та. Кескәйҙәрҙең донъяны танып белеүенә ҡоролған.
Кескәй Зилә көлө-көлә
Йүгереп өйгә керә.
Әсәһен тышҡа саҡыра,
Үҙе алдан елдерә.
-Анау торған аҡ болоттоң
Эсенә нимә кергән?
Әсәй күрәһеңме, ана,
Болот ҡалай һимергән...
(“Кескәй Зилә” шиғырынан)
-Тәгәрәй туп, тәгәрәй.
Баҫтыра уны Гәрәй.
Уҙып китте йүгереп,
Хәҙер уны туп эҙләй.
Йүгерә торғас Гәрәй,
Эләкте лә йығылды.
-Гәрәй , һиңә ни булды?
Ҡана бирсе ҡулыңды!.
(“Гәрәй һәм туп” шиғырынан)
- Алып барыусы: Башҡорт халҡының йәшәйеше, үҙенсәлекле ғөрөф ғәҙәттәре булыуы, әҙибәнең “Таба һәм сәйнүк” мәҫәлендә сағылыш тапҡан. Таба образында маһайып, эреләнеп, маҡтанып йәшәгән кеше һүрәтләнһә, сәйнүк образы ябай халыҡтың, эшсән тырыш тормошо бирелә:
“Таба һәм сәйнүк” мәҫәленән өҙөк ( костюмлы инсценировка ).
Таба:
Сәйгә мода үткән инде белһәңсе.
Торорһоңмо мине еҫкәп үлгәнсе?
Бушамайым бер мин генә тырышам.
Тәмле итеп һуған менән ит ҡурам.
Сусҡа ите, колбаса ла турайҙар.
Хәләлме ул, хараммы ул тип тормайҙар.
Бармаҡтарын ялай-ялай ашайҙар.
Туҡ кикереп ҡорһаҡ йәйгән ағайҙар.
Автор:
Ғәрләнеүҙән сәйнүк ҡыҙҙы, ҡайнаны.
Әммә ләкин ул саманан уҙманы.
Ҡапҡасын ул бер күтәреп , бер япты.
Ҡатып бөткән майлы табанан ул ялҡты
Моронан ҡайнар һыуҙар бөрктө
Таба ҡапыл “шыж” итте лә өрөктө.
Сәйнүк:
Башҡорт халҡы мәңге тәмләп сәй эскән.
Һанап ултыр, теҙеп сығам мин тиҙҙән:
-Күрше – күлән инһә лә,
Ҡайғы-хәсрәт кисерһә лә,
Шатлыҡтарға иҫерһә лә,
Талашһа ла , ярашһа ла,
Көйрәткәнсе сәй эскән.
Иң осһоҙо, иң уңайы сәй булған,
Сәй артында кәңәш ҡорған бар туған,
Кем килһә лә ырғып тороп сәй ҡуйған
Әлеге ҡунаҡсыл башҡорт булған.
- Мәнзүрә Абдуллинаның нәҫерҙәре башлыса тыуған яҡтарына ҡайтып ҡала. Ялан аяҡлы бала сағынан алып күңелендә уйылып ҡалған хәтирәләр, олоғайғас иҫтәлектәрҙән торған нәҫер юлдарына теҙелә. Улар “Тау ҡыҙы” китабында урын алғандар. “Һунарсы Уйылдан”, “Әғзәм шишмәһе”, Өҙөлгән ғүмерҙәр”, “Күңелемдә мейес йылыһы” һ.б.
“Көтәбеҙ” нәҫеренән юлдар:
...Хоҙай тәғәләнән гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡауҙы үтенеп. Изге теләкәтр, яңы көндәр теләп, иман. Тәүфиҡ һорап ғүмер итәбеҙ. Өмөт сатҡыларын һүндермәй бәхет көтәбеҙ. Йөрәктә сыра яндырып кемделер һағынып көтәбеҙ. Ғүмер буйы шулай итәбеҙ. Көтә-көтә ғүмер итәбеҙ, тик ҡартлыҡты һәм әжәлде генә көтмәйбеҙ.
Йомғаҡлау.
-Бөгөнгө кисәбеҙҙе йомғаҡлау өлөшө лә килеп етте, һығымталар яһап алайыҡ. (Һорауҙар ярҙамында әңгәмә үткәреп алыу).
Шиғырҙарым минең мунсаҡ кеүек
Тәгәрәйҙәр берәм-берәмләп.
Мин уларҙың һәр мәрйене тотоп,
Теҙеп ҡуям епкә, ҡәҙерләп.
Шиғырҙары, эйе ауыл ҡыҙы-
Эй саҡырам һеҙҙе ҡалаға.
Мәңге булмаһа ла аҙға ғына
Килһәгеҙсе моңло балаңа...
-Рәхмәт, Һау булығыҙ.
Баҫылған әҫәрҙәре:
- Болот: Шиғырҙар// Шоңҡар.-2000-№3
- “Тау ҡыҙы”: Шиғырҙар, хикәйәләр, очерктар.-Белорет, 2002, 112б.
- “Аҡ томандар” һ.б.: Шиғырҙар// Аҫылташтар йыйыр саҡ” йыйынтығы, Учалы, 2006.
- Инйәр ҡыҙҙары моңо//Р. Сәитғәлинә менән бергә: -Белорет, 2007
- “Рәхмәт һиңә”: Шиғырҙар// Урал.-2008. 6 март.
- Бер нәмә лә кәрәкмәй: Шиғырҙар// Урал.-2009. 16 апрель.
- “ “Уф” та, тимә”: Шиғырҙар// Урал.-2010. 21 октябрь.
- “Ямғыр һәм ҡояш” Шиғырҙар// Урал.-2013. 19 ноябрь
- Көҙгө моң : шиғырҙар // Урал.- 2010. - 21 октябрь
- Г. Хәлилова . Яңы китап сыҡты. (Инйәр ҡыҙҙары моңо” шиғри йыйынтығына мәҡәлә. // Урал. -2008. 6 март.
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 27.32 КБ |
Предварительный просмотр:
Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы
18-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе
“IV Хамматов уҡыуҙары” исемле
республика кимәлендә уҙғарылған ғилми-практик коференция буйынса
дәрестән тыш саралар конкурсына.
“Тәбиғәте шундай йырлы-моңло”
(яҡташыбыҙ шағирә Мәнзүрә Абдуллина-Горбачеваның яҡты иҫтәлегенә әҙәби кисә).
Төҙөүсеһе : Хәлилова Гөлкәй Әхмәт ҡыҙы-
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Белорет-2022

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Опыт работы в преподавании русского языка как неродного Л.Х. Абдуллиной, учителя русского языка и литературы и МХК
О работе коллектива МОБУ СОШ №2 села Инзер, материалы о работе по теме самообразования, о применении новых образовательных технологий в преподавании русского языка и литературы, о задачах, принципах р...

Индивидуальное планирование логопеда Абдуллиной Р.С. 2016-2017 уч год
Индивидуальное планирование по теме самообразования...

Индивидуальный план повышения профессионального уровня учителя музыки Абдуллина Рифата Хатмулловича на межаттестационный период 2012-2016 годы
Индивидуальный план повышения профессионального уровня учителя музыки Абдуллина Рифата Хатмулловича на межаттестационный период 2012-2016 годы...

Индивидуальный план повышения профессионального уровня учителя технологии Абдуллина Габдразака Халиулловича на межаттестационный период с 2012 по 2017 учебные годы
Индивидуальный план повышенияпрофессионального уровня учителя технологииАбдуллина Габдразака Халиулловичана межаттестационный период...

Дополнительная общеобразовательная общеразвивающая программа "Проба пера". Автор-разработчик Абдуллина А.А.
Дополнительная общеобразовательная общеразвивающая программа «Проба пера» социально-педагогической направленности, способствует формированию коммуникативной компетентности и языковой культ...

Конспект открытого занятия «Эксперименты в поэзии» (литературная гостиная) педагога д. о. МБУ ДО «РЦТДиМ «Спектр» Абдуллиной Альбины Айтмухаметовны
Цель: Привитие интереса к экспериментальной (комбинаторной) поэзии, знакомство с логогрифами. Задачи: Вырабатывать умение слушать, читать и понимать поэтическое слово,развивать эс...

Индивидуальный план профессионального развития учителя- -логопеда Абдуллиной Р.С. на 2018 - 2019 уч.год
Тема: «Развитие фонематического восприятия у детей дошкольного возраста посредством игр и упражнений»Цель: Развивать фонематический слух посредством применения дидактических игр....
- Мне нравится (1)