Методические разработки уроков
методическая разработка (6 класс) по теме

Якшигулова Гульсасак Арслановна

Разработки уроков.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 30-sy_yyldar_zbite.docx22.67 КБ

Предварительный просмотр:

Тема:   Утыҙынсы   йылдар   әҙәбиәте.

Маҡсаттар:  1. Уҡыусыларға  башҡорт  әҙәбиәте осорҙары үҙенсәлектәрен аңлатыу.

                       2.  Уҡыусыларҙа  универсаль уҡыу күнекмәләре булдырыу (монологик, диалогик телмәр).

                      3. Балалар күңелендә башҡорт әҙәбиәте өлгөләренә һөйөү, яҙыусыларға ҡарата ҙур ихтирам тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслек, хрестоматия, ХХ быуат башы әҙәбиәте китабы, Һайланма  әҫәрҙәр һ.б.

Дәрес барышы.

I.Ойоштороу мәле.

-дәрескә әҙерлекте (уҡыу әсбаптары, көндәлек) тикшереү,

-кабинеттың әҙерлеген тикшереү,

-барлыҡ-юҡлыҡты тикшереү.

2.Белемдәрҙе актуалләштереү.

-Үткән   дәресте  хәтергә  төшөрөү  өсөн   Дуэль уйынын уйнап китәйек (уйындың барышын аңлатырға).

-Кем иң сос, башлайбыҙ. (уҡыусылар логик эҙмә-эҙлелектә М.Буранғолов тураһында бер-береһенә һорау бирергә тейеш).

Уҡытыусы  һүҙе: Афарин!  Йырып  сыҡтығыҙ, уйында  логик  эҙмә-эҙлелек   һаҡланды.

II. Яңы  тема. (Дәфтәрҙәргә  теманы  яҙабыҙ).

Утыҙынсы    йылдар    әҙәбиәте.  Тема буйынса   уҡыусылар  мәғлүмәт әҙерләнеләр. Уларҙы  иғтибар  менән  тыңлап  ултырырға   кәрәк, сөнки   һәр сығышты  тыңлап, 1-се  группа  дәфтәрҙәрҙә  план төҙөргә тейеш буласаҡ, ә 2-се группа   сығыштар  буйынса  яҙма  эш  эшләйәсәк.

1-се  уҡыусы  сығышы.  (План төҙөйҙәр).

2-се уҡыусы сығышы. (План төҙөйҙәр).

3-сө уҡыусы  сығышы. (План төҙөйҙәр).

4-се уҡыусы  сығышы. (План төҙөйҙәр).

Нығытыу.

План.

(Таҡтаның  икенсе  яғында уҡытыусының  планы)

 1. 30-сы йылдарҙа илдәге ижтимағи тормош.

 2. Башҡорт әҙәбиәте йылъяҙмаһы.

3. Прозалағы  тематик  даирә  киңлеге.

4. Драматургиялағы  ике  стиль ағымы.

Уҡытыусы  һүҙе. Сығыштар бөттө. План төҙөүселәр  эште тамамлайһығыҙ. Икенсе төркөмгә эш таратып бирәбеҙ. (Бер бала биремде  уҡый).

Эш:  ХХ быуаттың  30-сы йылдар  әҙәбиәтендә  өҫтөнлөк   алған   темаларҙы  билдәләргә.

Темалар:

  • Аталар   һәм    балалар   темаһы,
  • Колхозлашыу  темаһы,
  • Мөхәббәт   өсмөйөшө   темаһы,
  • Производство   темаһы,
  • Революцион   ваҡиғалар  темаһы,
  • Илде   индустриялаштырыу темаһы,
  • Бөйөк Ватан  һуғышы  темаһы,
  • Социализм   төҙөү   темаһы,
  • Йәшәү һәм үлем темаһы.

1-се төркөмдә эшләгән уҡыусыларҙың сығышы. Уҡытыусының  комментарийы.

 Уҡытыусы  һүҙе.   Шулай  итеп,  30-сы  йылдар  әҙәбиәтенә хас булған күренештәргә   туҡталып  киттек. Был  осорҙа ижад иткән яҙыусыларҙы, уларҙың әҫәрҙәрен белдек.  Ике  шиғыр  уҡығандан һуң тағы  ла  бер үҙенсәлекте  айырып әйтергә кәрәк буласаҡ. Һеҙҙең маҡсат-айырмалығы нимәлә булыуын асыҡларға?

1-се бала  Ғ.Сәләмдең,  2-се бала Н.Нәжмиҙең  шиғырын  уҡый. (комментарий).

Йомғаҡлау. Баһалау.

Эш:  ХХ быуаттың  30-сы йылдар  әҙәбиәтендә  өҫтөнлөк алған   темаларҙы  билдәләргә.

Темалар:

  • Аталар   һәм    балалар   темаһы,
  • Колхозлашыу  темаһы,
  • Мөхәббәт   өсмөйөшө   темаһы,
  • Производство   темаһы,
  • Революцион   ваҡиғалар  темаһы,
  • Илде   индустриялаштырыу темаһы,
  • Бөйөк Ватан  һуғышы  темаһы,
  • Социализм   төҙөү   темаһы,
  • Йәшәү һәм үлем темаһы.

Эш:  ХХ быуаттың  30-сы йылдар  әҙәбиәтендә  өҫтөнлөк алған   темаларҙы  билдәләргә.

Темалар:

  • Аталар   һәм    балалар   темаһы,
  • Колхозлашыу  темаһы,
  • Мөхәббәт   өсмөйөшө   темаһы,
  • Производство   темаһы,
  • Революцион   ваҡиғалар  темаһы,
  • Илде   индустриялаштырыу темаһы,
  • Бөйөк Ватан  һуғышы  темаһы,
  • Социализм   төҙөү   темаһы,
  • Йәшәү һәм үлем темаһы.

Поэзияны  замандың  йылъяҙмаһы  тип  йөрөтәләр.  Ысынлап та , 30-сы йылдар  поэзияһында  яңы заман  яңы йырҙар һорай тигән декларациялар йыш ишетелә. Поэзия социализмды төҙөү эшенә ярҙам итергә тейеш тип ҡарала.

Шул ерлектә социалистик Башҡортостан образы күҙ алдына килтерелә. Декларацион саҡырыу рухы публицистик лириканы алға сығара. Ғәлимов Сәләм, Дауыт Юлтый, Рәшит Ниғмәти һ.б. шағирҙар поэзияны  ҡорал итеп ҡулдарын алып, шиғыр-плакат, поэтик өндәмә, шиғри репортаж, шиғри телмәр, диалог,  инсценировка  кеүек жанр формаларына  иғтибар итәләр.

Мәҫәлән,

 Һеҙ менәсәк фәндәр тауы

Бик бейек һәм бик текә.

Уның үренә ҡыйыуҙар

Тырыштар ғына етә.

Теләйем бәхетле юлдар,

Һөйөклө улдар, ҡыҙҙар!

Коридор. Балалар.Шау-шыу.

Гөр килә мәктәп бөгөн,

Берәүҙәр күрешә, берәүҙәр

Дәртләнеп һөйләй һүҙен.

-Походта булдыҡ,- ти берәү.

-Колхозда булдыҡ,- яуап.

-Һыу,урман күрҙек, - ти берәү.

-Беҙ ураҡ урҙыҡ,- яуап.                       Һ.б., һ.б.

Етешһеҙлектәре итеп, 30-сы йылдар әҙәбиәтенән башланған партияны данлап, юлбашсыларҙы  маҡтап, тормошто ал  да гөл  итеп күрһәтеүҙе һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк. Йомғаҡлап әйткәндә 30-сы йылдар поэзияһы киң үҫеш юлына сыға, илдең алдынғы  поэзияларына яҡынлаша.

Проза. Әҙәбиәттең өлгөрөп етеүен, ғәҙәттә,  проза әҫәрҙәре билдәләй. 30- сы йылдар әҙәбиәте повесть, роман кеүек ҙур күләмле әҫәрҙәргә байығыуы менән айырыла. Был осорҙа башҡорт прозаһының  тематик даирәһе киңәйә. Дауыт Юлтый, Афзал Таһиров, Имай Насыри, Али Карнай, Сәғит Агиш, Һәҙиә Дәүләтшина һ.б. тормошто тәрәнерәк, тулыраҡ итеп һүрәтләй башлай. Повесть,хикәйә,очерк һәм романдарҙың художество сифаты күтәрелә. Әҙәбиәтте тормошҡа яҡынайтыу өсөн яҙыусылар халыҡ араһында йышыраҡ булырға тырышалар. Хатта  колхоздарға, завод-фабрикаларға барып эшләүселәр һаны күбәйә. Шулай итеп, яҙыусылар хеҙмәтсән халыҡ менән  яҡындан аралашып  илдә  барған колхозлашыу, индустриялашыу процесын эсенән күрәләр. Шул хаҡта күберәк яҙалар.  Шулай производсто темаһы өҫтөнлөк ала. Очерк жанры үҫешә. Алт Карнайҙың Ишембай  тигән очерктар китабы ҙур  урын биләй, сөнки  1932  йылда республикабыҙҙа беренсе тапҡыр нефть фонтаны ата.  

        Социализм күкрәп сәскә атҡас   уйын-көлкөгә лә юл асыла.  Шулай итеп,әҙәбиәттә сатира һәм юмор оҫталары үҫеп сыға. Сәғит Агишты  әйтеп китергә кәрәк. Ул үҙе лә тормошта бик күңелле кеше булараҡ билдәле.

        30-сы йылдарҙа башҡорт романистикаһы  үҫешә башлай. Иң беренсе роман ул беҙҙең артабан уҡыясаҡ Боролош романы.  Авторы Ғәйнан Хәйри.

30-сы йылдар драматургияһы  тағы бер нисә социаль-психологик драма, комедия  һәм тормош-көнкүреш драма  әҫәрҙәре менән тулыланды. Социаль һәм социаль-психологик ағымды  Афзал Таһировтың  Үрнәк, Себерәк Ғилман, Сәғит Мифтаховтың  Һаҡмар, Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт, Ялан ҡыҙы кеүек драмалары ҡеүәтләп ебәрә. Башҡорт драматургтары күберәк колхоздар төҙөү,  уларҙы  нығытыу, кулактарға  ҡаршы көрәш  кеүек темаларға өҫтөнлөк бирә.

         Драматургияла икенсе  стиль ағымы тәшкил иткән драмаларҙан  Мөхәмәтша  Буранғоловтың Гөлсәсәк, Баязит Бикбайҙың Ҡарлуғас, Ҡадир Даяндың Таңсулпан кеүек сәхнә әҫәрҙәрен атап китергә була.  Исемдәренән  үк  күренеп  тороуынса  уларҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың  элекке ауыр яҙмыштары, колониаль һәм синфи иҙеү мотивтары сағылыш ала. Авторҙар социаль мотивтарҙы көнкүреш-йола, йыр-бейеү  менән оҫта бәйләйҙәр. Шуның яҡшы үрнәген беҙ Мөхәмәтша Буранғоловтың  Башҡорт  туйы  мелодрамаһында күрҙек.

Дәрес темаһы. Һан. Һан төркөмсәләре.

Дәрес тибы. Ҡабатлау – йомғаҡлау.

Маҡсаттар. 1. һан, һан төркөмсәләре темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.

2. Уҡыусыларҙың логик фекерләүен, һөйләү телмәрен үҫтереү.

3. Башҡорт халыҡ ижады өлгөләре нигеҙендә рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү.

Бурыстар. 1. Һандарҙы телмәрҙә һәм яҙма эштәрҙә дөрөҫ ҡуллана белеү.

2. Һандарҙы телмәрҙә ҡулланыу төрлөлөгөн күрһәтеү.

3. Төркөмләп һәм парлап эшләү нигеҙендә аралашыу мәҙәниәтен тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. Дәреслек, компьютер, проектор, карточкалар.

Дәрес барышы.

I. Ойоштороу мәле.

II. Дәрес темаһын асыҡлау.

- уҡыусылар, барығыҙ ҙа экранға иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ. Һеҙҙең алда цифрҙар яҙылған квадраттар. Әйҙәгеҙ, алфавитты иҫкә төшөрәйек, һәр цифр аҫтына тура килгән хәрефтәрҙе яҙһаҡ, бөгөнгө дәрестең темаһын асыҡларбыҙ.

(Уҡыусыларҙың яуабы- Һан төркөмсәләре.)

Шулай итеп, бөгөнгө дәрестең темаһы – Һан. Һан төркөмсәләре. Беҙ һеҙҙең менән был һүҙ төркөмө тураһында  үткән дәрестәрҙә һөйләшкәйнек. Нисек уйлайһығыҙ, бөгөн дәрестә беҙ нимәләр эшләрбеҙ? Әйҙәгеҙ, дәрескә бурыстар ҡуяйыҡ. (Уҡыусыларҙың яуаптары тыңлана) Беҙҙең фекерҙәр тап киләме икән?(Слайдта бурыстарҙы уҡыу.)

III. Төркөмдәрҙә текст өҫтөндә эш.

- Һеҙҙең алдығыҙҙа текст яҙылған карточкалар ята. Бирем: ошо тексты уҡып сығырға, һандарҙы табып, был һүҙ төркөмө тураһында мәғлүмәт бирергә. Миҫалдар ярҙамында үҙ ҡарашығыҙҙы иҫбатларға.

“Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсеһе – үҙеңдең сығышыңды, йәғни үҙ ырыуыңды, ете быуыныңды белеү; икенсеһе – йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу; өсөнсөһө - риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе белеү

Уҡыусыларҙың яуаптары 1.һандар предметтың иҫәбен, күләмен белдерә. 2. Нисә? Нисәнсе? Күпме? Һорауҙарына яуап бирәләр. 3.һөйләмдә күп осраҡта аныҡлаусы йә тултырыусы булып киләләр. (слайд күрһәтеү, уртаҡ фекергә килеү.)

IV һорауҙар.

Слайдта күрһәтелгән һорауҙарға тулы яуап алыу.

-һүҙ төркөмө булараҡ һандың мәғәнәһен һәм грамматик билдәләрен әйтегеҙ. Һандарға ғына хас үҙенсәлектәр ниндәй?

-яһалышы яғынан һандар ниндәй төркөмдәргә бүленә?

-һандарҙың ниндәй төркөмсәләре бар?

-һан ҡайһы осраҡта килеш, эйәлек заты менән үҙгәрә һәм күплек ялғауы ҡабул итә?

-һандар һөйләмдең ниндәй киҫәктәре була? Миҫалдар менән иҫбатлағыҙ.

(Слайдтарҙа дөрөҫ яуаптар күрһәтелә.)

V  Уҡыусыларҙың алған белемдәрен нығытыу.

1. Экранда күрһәтелгән һандарҙы төркөмләп таблицаны тултыр.

Ике, меңенсе, өс, берәү, унлаған, бишәр, өстән ике, етеле лампа, йөҙөшәр, етәү, йөҙәр, бер-ике, етмеш, ундан өс.

(Парлап эшләү. Һуңынан тикшереү. Һығымта яһау)

2. Дәреслек менән эш.

144-се күнегеү. Тексты уҡыу. Нимә тураһында һүҙ бара? Һандарҙы үҙҙәре асыҡлап килгән һүҙҙәр менән яҙып алырға. Ниндәй һандар исемләшеп килгән? Улар ниндәй ялғауҙар ҡабул иткән? Ниндәй һөйләм киҫәге булып килгәндәр?

3. “Нисек дөрөҫ яҙырға?”

- 20 китап, 7 сәғәт эш;

-бер-ике сәғәт, 5-6 көн;

-сәғәт 5-тә китте, 6-сыларҙың йыйылышы; 2-шәр, 10-ар;

-31 ғинуар, 2012 йыл; Ләкин 12-се урта мәктәп, 1-се рәт, V бүлек;

-1997-2002 йылда университетта уҡый;

-2012/13 уҡыу йылы.

(Ҡағиҙә сығарыу, һәр төркөмдә һөйләмдәр уйлау.)

4. “Экранда мин нимә күрәм?”

Экранда күрһәтелгән һүрәттәрҙе ҡулланып һөйләмдәр яҙыу. Һандар төрлө төркөмсәләрҙә ҡулланылһын. (Тикшереү, һығымта яһау.)

VI Йомғаҡлау.

- Шулай итеп, дәрескә йомғаҡ яһайыҡ. Нимәләр белдек бөгөнгө дәрестә?

(Слайдта күрһәтелгән мәҡәлдәргә иғтибар. Дәрес менән нисек бәйләп була?)

Ете атаһын белмәгән – етемлектең билгеһе.

Бер ағас мейестә лә янмаҫ,

Ике ағас далала ла һүнмәҫ.

Уҡысыларҙың яуабын тыңлау, йомғаҡлау.

VII Өй эше.  Карточкалар таратып биреү, бирелгән һөйләмдәрҙә һандарға морфологик анализ яһарға.

VIII Рефлексия.

 “Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсеһе – үҙеңдең сығышыңды, йәғни үҙ ырыуыңды, ете быуыныңды белеү; икенсеһе – йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу; өсөнсөһө - риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе белеү


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Методическая разработка урока по теме «Разработка проектов в системе программирования Visual Basic»

Данный урока проводился в группе первокурсников техникума.Тип урока: комбинированный, использовался контроль знаний, закрепление практических навыков. На уроке использовались разноуровневые задания.Це...

методические разрадотки,презентации к уроку и конспекты уроков : Методическая разработка урока 6 класс математика "Проценты. Решение текстовых задач"

Урок по теме " Проценты" составлен так, что начало урока представлено  как путешествие в сказочную страну.Решение текстовых задач показывает межпредметные и метопредметные связи.  Происходит...

Методическая разработка урока по теме "Вклад отечественных ученых в разработку учения о высшей нервной деятельности"

Тема «Высшая нервная деятельность.  Поведение. Психика.».Урок «Вклад отечественных ученых в разработку учения о высшей нервной деятельности».Цель урока:  освоение  учащимися знания о вк...

методическая разработка урока биологии в 6 классе по теме "Движения живых организмов" и презентация к ней. Методическая разработка урока биологии в 6 классе по теме "Дыхание растений, бактерий и грибов" и презентация к ней.

Методическая разработка урока с поэтапным проведением с приложениямиПрезентация к уроку биологии в  6 классе по теме "Почему организмы совершают движения? ".Методическая разработка урока с поэтап...

Методическая разработка урока "Амины. Анилин", Методическая разработка урока "Многоатомные спирты"

Урок, разработан для учащихся 10 класса, обучающихся по базовой программе. Учебник "Химия 10" О.С. Габриелян.Урок, разработан для учащихся 10 класса, обучающихся по базовой программе. Учебник "Химия 1...

Методическая разработка урока "В зоопарке" методическая разработка по английскому языку (5 класс)

Данный урок основан на учебнике Spotlight 5. Тема урока: В зоопарке . УМК: «Английский в фокусе» (Spotlight- 5) Ю.Е. Ваулина, Дж.Дули, О.Е. Подоляко, В.Эванс. Тип урока: урок актуализ...