календарно-тематическое планирование
календарно-тематическое планирование

Абъялилова Альбина Рауфиловна

Календарно-тематическое планироване уроков башкирского языка

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл programma_bash.yaz_5-9.docx77.87 КБ
Файл rab_progr_5-9_rodnoy.docx52.68 КБ
Файл 2_kl_gos.docx17.46 КБ
Файл 3v_gos.docx20.11 КБ
Файл 4v_gos.docx22.89 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципальное общеобразовательное   бюджетное учреждение          02-13

средняя общеобразовательная школа №4

муниципального района Мелеузовский район

Республики Башкортостан

Рассмотрено                                          Согласовано                                           Утверждаю

  На заседании МО                                  Зам. директора по УР                                   Директор МОБУ СОШ№4

Протокол №1                                 …………Файзуллина А.Ф.                             ….Ю.И.Зайцев

от «_ » августа 2019г                            «31» августа  2019г                               « 31»  августа 2019 г.

                                                                                                                               Приказ_447-ОД  от 31.08.2019.

Рабочая программа

по башкирскому (государственному) языку

для 5-9 классов 

Разработана учителем

башкирского языка и литературы

 Абъялиловой А.Р.

                                                                                                           

                                                                               __________/     __________________    

                                                                                                                     

                                                                         Подпись                   (расшифровка)

                                                Башkортостан Республикаhы                                               02-13
Мәләүез районы муниципаль районы
муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы
4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Ҡаралған

ММБ ултырышында

протокол  № 1

« _»  август  2019й.

Килешелгән:

Уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса

директор урынбаҫары

______ / Фәйзуллина А.Ф.

«31» август 2019й

Раҫлайым:

мәктәп директоры

                   __________/ Зайцев Ю.И. /

« 31»  август 2019г.

                    Приказ №_4470-ОД 31.08.19

5-9 кластар өсөн

 башҡорт теленән

эш программаһы      

Төҙөүсеһе:

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Әбйәлилова А.Р.

 

Мәләүез-2019

 

      Башҡорт теле – башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристикаһы булып тора.

       Эш программаһы “ Башҡорт теле” (5-9 – сы, 5-11-се класс) уҡыу ҡулланмаһына өлгө программалар; уҡытыу рус телендә алып барылған төп белем биреү ойошмалары осөн (башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн)/ төҙ. З.М Ғәбитова-Өфө: Китап , 2015 й. нигеҙендә төҙөлгән.

 

                               Уҡыу предметына дөйөм характеристика.

Күп милләт халыҡтары төйәк иткән Башҡортостанда, башҡа милли республикаларҙағы кеүек үк, төп аралашыу теле булып рус теле хеҙмәт итә. Рус теле аша башҡорт халҡы ла, рус булмаған башҡа милләт халыҡтары ла илебеҙ, донъя әҙәбиәте, мәҙәниәте, сәнғәте, һәйбәт йолалары, йәғни рухи байлыҡтары менән таныша. Юғары уҡыу йорттарына абитуриенттар рус теле һәм әҙәбиәтенән һынау тапшырып инә. Дәүләт ойошмаларында ла эш рус телендә алып барыла.

Был күренештәрҙең эҙемтәһе шул: республикалағы милли составы күп төрлө булған ауыл, ҡасаба һәм ҡалаларҙа башҡорт балаларының байтағы туған телендә һөйләшә, аралаша белмәй. Шул арҡала туған теленән, мәҙәниәтен туған халҡының тарихынан айырылған, уны белмәгән кеше генә түгел, ә башҡа илдәргә, башҡа халыҡтарға, уларҙың телдәренә, мәҙәниәтенә ҡарата ихтирам һәм иғтибар тойғоһо булмаған быуын үҫә, ә былар бөтәһе лә ошо йәһәттән һиҙелерлек саралар күреү зарурлығын тыуҙыра.

.


Уҡыу предметының уҡыу планындағы урыны

Уҡыу планында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 5 -9 кластарҙа   34сәғәт (аҙнаһына 1 сәғәт) бүленгән.


  Уҡыу предметын үҙләшереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре

Башҡорт телен өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү; танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу; уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

Предмет һөҙөмтәләре:

башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә).

А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында этикет диалог алып барыу;

- уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу; тыңлап аңлауҙа:

уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;

уҡыуҙа:

өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

яҙыу техникаһына эйә булыу;

үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм шәхси хат яҙыу.

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

5 класс

Һаумы, мәктәп! - 6 сәғәт

Был тема (1 сентябрь – Белем көнө.Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса “Көҙ” темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә.Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Сифат.

Үҙем тураһында - 2сәғәт

Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында, үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында һөйләргә өйрәнергә тейеш. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. к-г, ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы.

Йыл миҙгелдәре- 6 сәғәт

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары.

Башҡортостанды беләһеңме? - 4 сәғәт

Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары.

Тән ағзалары. Шәхси гигиенаАҙыҡ-түлек. - 6 сәғәт

6 класс

1.Беҙҙең мәктәп. - 6 сәғәт

1 сентябрь –Белем көнө темаһы Көҙ темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүҙәре тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыу. Был темаға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөү, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңыларын үҙләштереү. Яңы текстар уҡыу. Диалог, монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөүҙе дауам итеү.

Мәктәп, белем алыу, китап тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар менән танышыу.

Тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, тексты мәғлүмәтиэшкәртеүҙе тормошҡа ашырыу, уның йөкмәткеһен план   ябай, ҡатмарлы, тезис), конспект, аннотация, схема, таблица һ.б. биреү. Бәйләнешле текст төҙөү талаптарын иҫкә алып, үҙ тексыңды төҙөү һәм мөхәррирләү.

2.Башҡортостан ере буйлап. - 6 сәғәт

Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы. Өфө ҡалаһы, уның үткәне һәм хәҙергеһе тураһында әңгәмә үткәреү. Өфө ҡалаһы буйлап телдән сәйәхәт.Өфө ҡалаһының иҫтәлекле урындары тураһында һөйләшеү. проект эше башҡарыу.Башҡортостан, уның байлығы, халҡы, батырҙары, сәнғәте хаҡында уҡыу, әңгәмәләр ойоштороу. Тыуған илгә һөйөү тойғоһо тәрбиәләү. Аралашыу мәҙәниәтенең кеше тормошонда ролен аңлау; телдән һәм яҙма телмәрҙең үҙенсәлектәрен белеү. Коммуникатив маҡсат һәм һөйләүсенең мотивын характерлау. Диалог һәм монологтарҙы сағыштырыу, тасуири уҡыу.Телдән һәм яҙма телмәр өлгөләрен анализлау; уларҙы маҡсат, ситуация һәм аралашыу шарттары менән тиңләштере.

3.Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел. - 6 сәғәт

Башҡортостан Республикаһында төрлө милләттәр дуҫ йәшәүе, халыҡтар дуҫлығы тураһында текстар уҡыу. Әңгәмә ойоштороу. Кешеләр араһындағы мөнәсәбәт, ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы, уны һаҡлай белеү тураһында һөйләшеү. Бөйөк шәхестәр тормошонан, көндәлек тормоштан алынған күренештәр менән бәйләп алып барыу. Башҡорт халыҡ ижады жанрҙарын ҡулланыу. Иң төп темаларҙың береһе- берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ. Бында кешеләр араһындағы дуҫлыҡ тураһындағы һөйләшеү менән бергә халыҡ-ара булған мөнәсәбәттәр ҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш.Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлыап фекер йөрөтөргә һәм һөйләй белергә өйрәтеү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса фекер алышыу, әңгәмә ойоштороу. Һандың дөйөм категориаль мәғәнәһен, морфологик билдәләрен һәм синтаксик ролен анализлау.Һандарҙың дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү. Алмаштарҙы һөйләмдәрҙе, текст өлөштәрен бәйләүҙә, телдәге этик нормаларға ярашлы телмәрҙәҡулланыу.

4.Ҡыш дауам итә. - 6 сәғәт

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән таныштырыу. Тәбиғәт күренештәрен күҙәтә һәм алған тәьҫораттарҙан сығып һөйләй белеү. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Фекерҙе, хисте, эмоцияны сағылдырыуҙа һәм формалаштырыуҙа һүҙҙең ролен аңлау; үҙ лексиконыңды киңәйтеү; һүҙҙе телдең башҡа берәмектәренән айырыу; башҡорт теленең һүҙлек запасын классификациялау принциптарын белеү. Лексик сараларҙы һайлауҙы тормошҡа ашырыу сфераһына ярашлы ҡулланыу. Теүәл, булдыҡлы һәм урынлы һүҙҙе ҡулланыу күҙлегенән сығып, үҙ һәм сит телмәрҙе баһалау.

5.Яҙ килә, яҙ! - 6 сәғәт

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән таныштырыу. Тәбиғәт күренештәрен күҙәтә һәм алған тәьҫораттарҙан сығып һөйләй белеү. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән (аңлатмалы һүҙлек, синоним, антоним, фразеологик һ.б. һүҙлектәрҙән) кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу һәм төрлө эшмәкәрлек төрҙәрендә уларҙыҡулланыу.

6.Йәмле йәй килә. - 4сәғәт

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән таныштырыу. Тәбиғәт күренештәрен күҙәтә һәм алған тәьҫораттарҙан сығып һөйләй белеү. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән (аңлатмалы һүҙлек, синоним, антоним, фразеологик һ.б. һүҙлектәрҙән) кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу һәм төрлө эшмәкәрлек төрҙәрендә уларҙы ҡулланыу.


7класс

I. Яңынан мәктәпкә - 4 сәғәт

5-6-сы кластарҙа алған белемдәрҙе тулыландырыу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла. Көҙ, көҙгө эштәр, уңыш йыйыу темаһы төп урындарҙың береһен алып тора.

Мәктәп, уҡыу, китап, икмәк, уңыш, емеш-еләк тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар менән танышыу.

Грамматика:6-сы кластаүтелгәндәрҙеҡабатлау.

II. Ауыл тормошо- 4сәғәт 

Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, хеҙмәт. Игенсе эшенең нескәлектәрен һөйләү. Ауыл тормошоноң ҡала тормошонан айырмалы яҡтары тураһында аңлатыу. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле шәхестәрҙең тормош юлы менән таныштырыу, осрашыуҙар ойоштороу. Был тема буйынса яҙылған әҫәрҙәр уҡыу.

Грамматика:

Ҡылым. һүҙбәйләнеш. һөйләмтөҙөлөшө.

III. Башкортостан буйлап сәйәхәт - 5 сәғәт

Башҡортостан тураһында 1-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлап, белгән фактик материалды эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү. Был тема буйынса уҡыусыларға яңы мәғлүмәт биреү. Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағы тарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экспедициялар мәғлүмәттәре менән таныштырып китеү («Арҡайым», «Сынташты», боронғо ҡалалар, алтын әйберҙәр табыуһ.б. тураһында), быныңөсөнһуңғыйылдарҙасыҡҡанматбуғатбаҫмаларынамөрәжәғәтитеү. Был тема буйынсатәҡдимителгәнәҫәрҙәрменәнтанышыу, уҡыусыларҙыңяҙыуһәмһөйләүтелмәренүҫтереүөҫтөндәэшалыпбарыла.

Грамматика:

Яңғыҙлыҡисемдәр.

IV. Спорт. Спорт кәрәк-ярактары - 5 сәғәт

Кешегә сәләмәт булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм был турала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмә ойоштороу. Уҡыусылар үҙҙәре спорт менән ҡыҙыҡһыныуҙары, күренекле спортсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында теле-радио тапшырыуҙары, газета материалдары буйынса һөйләү.

Башкортостанда спорт төрҙәре. Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр.

Грамматика:

Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәреф, өндәре, һөйләмтөрҙәре.

V. Мин һәм беҙҙең ғаилә 2- сәғәт

Уҡыусы үҙенең ғаиләһе тураһында тулы һәм иркен һөйләй белергә тейеш. Сөнки был тема йылдан-йыл ҡабатлана. Ғаилә ағзаларын дөрөҫ атау, уларға ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтеү Телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Был бүлектә билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре күпкенә урыналған. Картинаны ҡарай, аңлай һәм уның йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү.

Грамматика:

Ҡылым. Ҡылымдарҙыңзаман, зат, һанменәнүҙгәреше.

VI. Әсәй, әсәкәйем… - 6 сәғәт 

Әсә тураһында яҙылған әҫәрҙәр уҡыу, уларҙы аңлы ҡабул итергә өйрәтеү, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план төҙөргә өйрәтеү, план буйынса һөйләү.

Грамматика:

Теркәүестәр.

VII .Сәнғәт оҫталары. - 3 сәғәт

Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт оҫталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле-радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү. Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән йырҙар өйрәнеү. Мәктәп сәхнәһе өсөн концерт номерҙары әҙерләү.

Грамматика:

Эйәртеү теркәүестәре. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Теркәүес темаһын нығытыу.

VIII. Исемең матур, кемдәр ҡуйған? Исемдәрҙә - ил тарихы- 2сәғәт 

Был тема кеше исемдәренән башҡа тау, ер, һыу атамалары мөнән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холоҡ-фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләрҙең исемдәренә бәйләп, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләү, әҫәрҙәр уҡыу. Атамалар буйынса легендалар, риүәйәттәр уҡыу ҙа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам итәсәк.

«Исемдәрҙә – ил тарихы», «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?» темаһына иртәлектәр үткәреү, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә, кеше алдында сығыш яһау өсөн ярҙам итәсәк.

Грамматика: Бәйләүестәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһен ҡабатлау.

IX. Борон-борон заманда... - 1 сәғәт

Башҡорт халыҡ ижады темаһын киңәйтеү, уҡыусыларҙың белгәндәрен тулыландырыу, һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү маҡсат булып тора. Күберәк иғтибарҙы тексты аңлы ҡабул итеү һәм йөкмәткеһен һөйләй белеүгә йүнәлтеү. Бында башҡорт халыҡ әкиәттәренән башҡа, Ф.Туғыҙбаеваның «Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?» әкиәте лә урыналған. Уларҙың айырмаһын билдәләп үтеү кәрәк.

Грамматика:

Киҫәксә тураһында төшөнсә.Киҫәксәләрҙең бүленеше. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Х. Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ- 1 сәғәт 

Иң төптемаларҙың береһе - берҙәмлек, дуслык, тыныслыҡ. Бында тик кешеләрараһындағыдуҫлыҡтураһындағынаһөйләшеүбармаясаҡ, ә халыҡ-ара булғанмөнәсәбәттәрҙәиғтибарүҙәгендәторорғатейеш. Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлап фекер йөрөтөргә   һәм   һөйләй белергә өйрәтеү. Уҡылған   әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса фекералышыу, әңгәмәойоштороу.

Грамматика:

Мөнәсәбәтһүҙҙәр. Ымлыҡтар. Уларҙыңдөрөҫяҙылышы

ХI. Йәмле йәй - 1 сәғәт

Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уҡыусыларҙың һүҙбайлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған Милли байрамдар

Менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү. Балаларҙың йәйге ялы, хеҙмәте, ололарға ярҙамы тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.

Грамматика:7-се класта үткәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.

8 класс

Алтын көҙ етте- 4 сәғәт

5-6 класта үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.Көҙгө үҙгәрештәрҙе бергәләп күҙәтеү, кешеләрҙең көҙгө хеҙмәтен күҙәтеү. Темаға ҡағылышлы текстар уҡыу. Муллыҡ, хеҙмәт тураһында мәҡәл, әйтемдәр менән танышыу. Һынамыштар уҡыу. Синтаксис. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре. Логик баҫым. Исем менән ҡылымды ҡабатлау.

Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы- 4 сәғәт

Өфө - башҡортостандың баш ҡалаһы. Өфө ҡалаһы, уның үткәне, бөгөнгөһө тураһында әңгәмә үткәреү. Уның иҫтәлекле урындары тураһында һөйләшеү, һүрәттәр ҡарау. Һөйләм телмәрен үҫтереү. Рефераттар яҙҙырыу һәм уны класс алдында ҡыҫҡаса һөйләтеү кеүек эштәр ҡулланырға мөмкин. Башҡорт ҡылымдарының төҙөлөшө. Барлыҡ төшөнсәһе һәм уның бирелеше.

Хеҙмәт төбө - хөрмәт- 4 сәғәт

Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, тигән темаға әңгәмә ҡороу. Данлыҡлы хеҙмәт ветерандары менән осрашыу ойоштороу. Уҡыусыларға ниндәй һөнәр оҡшауы тураһында һөйләтеү, яңы мәғлүмәттәр биреү. Һөнәрҙәр тураһында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу. Хеҙмәт, һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Ябай һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы. Юҡлыҡ, булмағанлыҡ төшөнсәләре.

Ап-аҡ ҡыш етте- 5 сәғәт

Ҡыш миҙгеле тураһында белгәндәрҙе системалаштырыу, һүҙлек байлығын арттырыу кеүек эштәр ентекле алып барыла. Ҡыш тураһында текстар, шиғырҙар, мәҡәлдәр, һынамыштар уҡыу яңы йылға бағышланған йырҙар, мәҡәл һәм әйтемдәр. Яңы йыл менән ҡотлау открыткаһы яҙырға өйрәнеү. Уҡытыусы һайлаған текст буйынса изложение яҙыу. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

Йәмле яҙ, һағындыҡ һине! - 5 сәғәт

 Яҙ миҙгеле тураһында белемдәрҙе системалаштырыу. Яҙғы байрамдар- 1 Май һәм Еңеү байрамы тураһында һөйләшеү. Яҙғы тәбиғәт күренештәре, ҡоштарҙы ҡаршылау, баҡса эштәре тураһында әңгәмәләр үткәреү. Аныҡлаусы.Тултырыусы.

Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ- 6 сәғәт

Башҡорт халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы. Ветерандарға, батырҙарға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү. Данлыҡлы кешеләр менәнкисәләр, осрашыуҙар ойоштороу. Хәл. Һүҙлек менән эш күнекмәләре үткәреү.

Ай Уралым, Уралым... - 6 сәғәт

Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү.

9 класс

Һаумы, мәктәп! - 4 сәғәт

 Эш төрҙәре «Көҙ» темаһы менән берлектә алып барыла. «Көҙ» һәм «Мәктәп» темаһына шиғырҙар, әҫәрҙәр уҡыу; мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар, һынамыштарҙы иҫкә төшөрөү.

Алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе системалаштырыу, яңы мәғлүмәт менән таныштырыу. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш дауам итә.

Башҡортостан тәбиғәте- 6 сәғәт

Тыуған Республикаға ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә. Улар тураһында һөйләргә, яҙырға өйрәтеү. Башҡортостандың ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтары тураһында әңгәмәләр үткәреү, экскурсиялар ойоштороу.

Атамалар ни һөйләй? - 5 сәғәт

Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме; ауыл, ҡала, тау, йылға һ.б.) роле ҙур. Атамалар бик күп.

Был теманы үтеү уҡыусының бала саҡтан уҡ үҙҙәре йәшәгән ауыл, ҡала, уларҙың янындағы атамаларҙың мәғәнәләрен белергә теләгән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерә, тыуған төйәк менән ғорурланырға мөмкинлек бирә. Сөнки атамаларҙа ил тарихы, ер һәм ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың тел үҙенсәлектәре, халыҡ тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары һ.б. сағыла.

Башҡортостан мәҙәниәте- 3 сәғәт

Республикабыҙҙың театрҙары, уларҙың барлыҡҡа килеү тарихы, бөгөнгөһө, киләсәге тураһында һөйләү, Башҡортостан театры Рәсәй кимәлендә үҙ урынын билдәләүе хаҡында, данлыҡлы театр оҫталары, театр артистары менән танышыу, уларҙы таный һәм улар ижады тураһында һөйләй белергә өйрәтеү, улар хаҡында яҙылғандарҙы уҡыу, видеояҙмалар ҡарау

Халыҡ ижады – халыҡ хазинаһы- 3 сәғәт

Уҡыусыларҙы башҡорт халыҡ ижады, уның жанрҙары менән таныштырыу. Халыҡ ижады кеше тормошонда мөһим роль уйнағанын аңлатыу. Тема буйынса халыҡ ижадының төрлө жанрҙарынан тәҡдим ителгән текстар менән танышыу, улар буйынса әңгәмә ойоштороу, фекер алышыу. Тема буйынса уҡыусылар менән эҙләнеү-тикшереү эштәре ойоштороу. Видеяҙмалар ҡарау, аудиояҙмалар тыңлау. Уҡылған, ишеткәндәр буйынса уҡыусыларҙың үҙ фекерҙәрен әйтә алыуҙары, фекер алышыуҙа иркен ҡатнаша алыуҙары һәм бер-береһен тыңларға, ихтирам итергә өйрәтеү.

Грамматика буйынса һөйләм төрҙәрен ҡабатлау.

Беҙ ҡышты ла яратабыҙ- 3 сәғәт

Ҡыш миҙгеле, уның үҙенсәлектәрен дөрөҫ билдәләү, үтелгәндәрҙе системаға килтереү, яңы мәғлүмәт менән уҡыусыларҙы тәьмин итеү. Тәҡдим ителгән материал буйынса эш төрҙәре башҡарыу, уҡыусыларҙың телмәрен, һүҙлек байлығын үҫтереү. Грамматика буйынса “Өндәш һүҙҙәр” темаһы үҙләштерелә.

Менгән атым-уң ҡанатым- 3сәғәт

Аттар, уларҙың кеше тормошондағы биләгән урыны. Аттар тоҡомо, башҡорт аттары, уларҙы йәш, төҫ менән билдәләү үҙенсәлектәренә төшөндөрөү. Тема буйынса уҡыусыларҙы яңы мәғлүмәт менән таныштырыу, ҡыҙыҡһыныу уятыу. Тәҡдим ителгән материал буйынса эш төрҙәре башҡарыу, уҡыусыларҙың телмәрен, һүҙлек байлығын үҫтереү өҫтөндә эш даими алып барыу.

Грамматика буйынса “Өндәш һүҙҙәр”, “Сифат“  темаларын ҡабатлау.

Тәбиғәт йәшеллеккә төрөнә- 3 сәғәт

Уҡыусыларҙың йыл миҙгелдәре буйынса булған белемдәрен киңәйтеү. Бирелгән һүҙҙәр йыйылмаһынан, текстарҙың йөкмәткеһенә ҡарап, яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен башҡорт телендә дөрөҫ, аныҡ итеп әйтә белеү, һәр миҙгел буйынса уҡыусыларҙың иркен һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Өҫтәлмә сығанаҡтар ҡулланып, проект эше ҡора белеү. Үҙ аллы, индивидуаль, төркөм, парҙарҙа дөрөҫ итеп эшмәкәрлекте ойоштороу. Тәҡдим ителгән текстарҙа күтәрелгән проблемаларҙы табыу, уны хәл итеү буйынса уртаҡ фекергә килеү, үҙ фекереңде дәлилләй белеү.

Грамматика буйынса ябай һөйләм төрҙәре темаһын ҡабатлау

Йәмле йәй айҙары- 3 сәғәт

Уҡыусыларҙың йәй айҙары, уларҙың үҙенсәлектәре тураһында белгәндәрен ҡабатлау, системалаштырыу. Тәбиғәт үҙгәрешен күҙәтеү, кешеләрҙең хеҙмәтен, ялдарын ойоштороу тураһында һөйләшеү. Алынған тәьҫораттар буйынса әңгәмәләр үткәреү. Уҡыусыларҙың йәй көндәрендә үҙҙәренең ялдарын нисек ойоштороуҙары тураһында һөйләтеү, тәҡдим ителгән текстарҙы уҡыуҙарын тикшереү, уларҙың йөкмәткеһен үҙләштереү буйынса эш төрҙәрен ойоштороу.

“Йәмле йәй айҙары” темаһы буйынса уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү буйынса эш дауам итә.

V-XI класс уҡыусыларының башҡорт теле буйынса белемдәрен, белеүҙәрен (умение) һәм күнекмәләрен баһалау нормалары

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

Уҡыу тиҙлеген тикшереү.

Класс

«5»

«4»

«3»

«2»

V

100

90

80

80-дән кәмерәк

VI

110

100

90

90-дан кәмерәк

VII

120

110

100

100-ҙән кәмерәк

VIII

130

120

110

110-дан кәмерәк

IX

140

130

120

120-нән кәмерәк

Башҡорт дәүләт теле дәрестәрендә проектлау технологияһын ҡулланыу

Проектлау методы - педагогик процесты планлаштырыуҙа ҡулланыла торған үҙенсәлекле методик система ул. Проект һүҙе белем биреү процесын алдан күҙаллау тигәнде аңлата. Ысынлап та, дәрестә өйрәнеләһе материалдың йөкмәткеһен, уҡытыусының һәм уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлеген, эш алымдарын, көтөлгән һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләп ҡуйыу проектлау методының төп асылын тәшкил итә. Ул эште алдан планлаштырыуҙы, эҙмә-эҙлекле этаптар буйынса ойоштороуҙы һәм ҡатмарлана барған практик эштәрҙе башҡарып, балаларҙың үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереүҙе һәм төрлө күҙәтеү алымдарын ҡулланыуҙы күҙ уңында тота.

Проектлау технологияһы төрҙәре:

  1. Уйын проекты.
  2. Эҙләнеү проекты.
  3. Ижади проект
  4. Информацион проект.
  5. Логик-мәғәнәүи модель (ЛММ) - шулай уҡ проект технологияһының бер төрө

Проект өҫтөндә эш этаптары:

  1. Проект темаһын тәҡдим итеү. Мәсьәләне ҡуйыу.
  2. Эштең дөйөм йүнәлешен һайлау. Балаларҙы төркөмдәргә бүлеү. Эш планын төҙөү. Мәғлүмәт йыйыу алымдарын һайлау һәм эҙләнеүҙе башлау. Беренсе һөҙөмтәләрҙе тикшереү.
  3. Проектты презентациялау (тапшырыу) һәм яҡлау.
  4. Йомғаҡлау. Һығымта яһау.

Проектлау технологияһының әһәмиәте:

  1. ул грамматик материалдың бөтә үҙенсәлектәрен бергә йыя, бер урынға туплай;
  2. өйрәнеү ваҡытын экономияларға ярҙам итә; практик эштәргә күберәк ваҡыт ҡала;
  3. тәҡдим ителгән проект уҡыусыға тикшеренеү, үҙ аллы белем алыуҙа таяныс ролен үтәй;
  4. проектты файҙаланып, уҡыусылар дәрестә үҙидаралыҡ алымдарын өйрәнә.

Проектлау методын төрлө маҡсаттарҙа, төрлө дәрестәрҙә ҡулланырға мөмкин. Әммә был тик ошо метод менән генә уҡытыу тигәнде аңлатмай, уны уҡытыусы үҙенә кәрәкле тип һанаған саҡтарҙа ғына ҡулланырға тейеш. Проект методы уҡыусының ихтыяр көсөн, ижади мөмкинселектәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, уҡыусылар фәнни-тикшеренеү эшенә йәлеп ителә.

Проект технологияһы түбәндәге бурыстарҙы үтәй:

  1. Эш барышы уҡыусының кәйефенә тәьҫир итә һәм теманы өйрәнеүгә теләк уята.
  2. Проект эшен ойоштороу барышында уҡыусылар үҙ-ара аралаша, бер-береһенә йоғонто яһай, уҡытыусы контролер ролен түгел, ә консультант ролен үтәй.
  3. Бөтә уҡыу процессы уҡыусыға йүнәлтелә, уның ҡыҙыҡһыныуы, тормош тәжрибәһе менән шәхси һәләттәре бергә алына.
  4. Уҡыусыла конкрет проект буйынса конкрет эшкә индивидуаль һәм коллектив яуаплылыҡ уята.

5 класс тематик план

Предмет: башҡорт теле, йылына 34 сәғәт (аҙнаһына 1 сәғәт иҫәбенән) .

Тема

Сәғәт һаны

План.  дата

фактик

дата

Иҫкәрмә

Белем көнө.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Үҙенсәлекле өндәр һәм хәрефтәр.

1

05.09.2019

Йәшә, тыуған ерем!Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.

1

12.09.2019

 Мәктәптә. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

19.09.2019

Алтын көҙ етте.Исемдәрҙең күплек ялғауы.

1

26.09.2019

Минең мәктәбем.Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

1

03.10.2019

Беҙҙең ғаилә.Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

1

17.10.2019

Минең көн режимым.Ҡылым тураһында төшөнсә.

1

24.10.2019

Нимә ул тәбиғәт?Зат алмаштары.

1

31.10.2019

Көҙ-рәссам.  Күрһәтеү алмаштары.

1

07.11.2019

Ижади эш “Урманда”(Дәреслек, 144-се б.) 

1

14.11.2019

Хаталар өҫтөндә эш.Ҡыш яҡынлаша. Билдәһеҙлек алмаштары.

1

28.11.2019

Һауа торошо.Юҡлыҡ алмаштары.

1

05.12.2019

Башҡортостан.Һорау алмаштары.

1

12.12.2019

Башҡортостан ҡалалары.Ҡушма исемдәр.

1

19.12.2019

Башҡортостандың дәүләт символдары. Һандар. Республикабыҙҙың тыуған көнө.

1

26.12.2019

Ҡурай моңо. Ҡушма һандар.

1

16.01.2020

Салауат Юлаев һәйкәле.Һөйләм төҙөлөшө.

1

23.01.2020

Башҡортостаныңды беләһеңме?

1

30.01.2020

Тән ағзалары.Ҡылым.

1

06.02.2020

Шәхси гигиена. Һаулыҡ-ҙур байлыҡ.

1

13.02.2020

Дарыу үләндәре. Ҡылым.

1

20.02.2020

Яңы йыл менән!Башҡорт телендә ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙың дөрөҫ  әйтелеше.

1

05.03.2020

Һорауҙарға яуаптар.Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Синонимдар.

1

12.03.2020

Икмәк үткән юл. Синонимдар.

1

19.03.2020

Беҙҙең уңыш. Антонимдар.

1

26.03.2020

Магазинда, баҙарҙа.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

02.04.2020

8 март – ҡатын – ҡыҙҙар байрамы.Әсә рәхмәте.  Антонимдар.

1

16.04.2020

Эш бөткәс,уйнарға ярай.Омонимдар.

1

23.04.2020

Яҙ етте. Алмаш.

1

30.04.2020

Ҡоштар ҡасан ҡайта?

1

07.05.2020

Еңеү көнө.Һөйләм төрҙәре.

1

14.05.2020

Яҙғы эштәр.Эш ҡоралдары.

1

21.05.2020

Йәйҙе ҡаршылайбыҙ.

1

28.05.2020

Диктант

Урманда.

Күктә бер генә болот юҡ. Ел иҫмәй. Ҡояш ҡыҙҙыра. Урманда ҡоштар һайрай. Уҫаҡ япраҡтары әкрен генә ҡыштырлай. Алыҫта тумыртҡа тыҡылдай. Танауға хуш еҫ бөркөлә. Сәкәләр араһында бал ҡорттары безелдәй. Сиңерткәләр һикерә. Төрлө төҫтәге күбәләктәр оса. Яҡында һайыҫҡан шыҡырыҡлай.

Контроль диктант

Һабантуй.

Һабантуй – яҙғы хеҙмәт байрамы. Ҡырҙа сәсеү эштәре бөткәс, күңелле байрам етә. Ярыштар, уйындар, йыр-бейеүҙәр – ҡарап тороуҙары күңелле! Һабантуйҙа ат сабыштыралар, көрәшәләр, йыр, бейеү ярыштары ойошторалар, йүгерәләр, ҡолғаға үрмәләйҙәр. Еүеүселәрҙе бүләкләйҙәр. Һабантуйҙа балалар ҙа әүҙем ҡатнаша.

6 класс тематик план

Предмет: башҡорт теле, йылына 34 сәғәт (аҙнаһына 1 сәғәт иҫәбенән) .

Тема

Сәғәт һаны

План.  дата

фактик

дата

Иҫкәрмә

Беренсе сентябрь.  Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.

1

05.09.2019

Исем тураһында төшөнсә. Уҡыу кәрәк-яраҡтары.

1

12.09.2019

Башҡортостанда көҙ. Диалог

1

19.09.2019

Көҙ күренештәре. Баҫым.

1

26.09.2019

К. Кинйәбулатова «Көҙҙәр еткәс». Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

03.10.2019

Беҙҙең яҡта көҙ.Һүҙлек диктант.

1

17.10.2019

Башҡортостан ере буйлап.  Сифат

1

24.10.2019

В. Меос «Тауҙарҙа томан. Белорет районы». Картина өҫтөндә эш.

1

31.10.2019

Башҡорт халыҡ батыры Салауат Юлаев. 

1

07.11.2019

 Милли батыр.Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

1

14.11.2019

Күренекле шәхестәр.  Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

28.11.2019

   Ф. Туғыҙбаева «Кем уңған?» Ҡылым.

1

05.12.2019

Ж. Кейекбаев.  Һүҙбәйләнеш.

1

12.12.2019

Дуҫлыҡ  ҡәҙерен бел. Синонимдар.

1

19.12.2019

Ысын дуҫ ниндәй була?  Антонимдар.

1

26.12.2019

Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар. (Әкиәт).

1

16.01.2020

Ҡышҡы  урман.  Һүҙбәйләнеш.

1

23.01.2020

Ҡоштар донъяһы.  Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

30.01.2020

Текст буйынса һорауҙарға яуаптар.”Башҡортостан тыуған төйәгебеҙ”

1

06.02.2020

Т. Сәғитов «Икмәк». Тәржемә эше

1

13.02.2020

Н.Нәжми «Ҡыш».  Ҡылым замандары

1

20.02.2020

И. Шишкин «Ҡарағай урмандағы иртә».

1

05.03.2020

И. Кинйәбулатов. Рәүеш

1

12.03.2020

Ағастарҙың файҙаһы.  Һүҙбәйләнеш.

1

19.03.2020

Тәбиғәт. 

1

26.03.2020

Бына тағы яҙ килде.  

1

02.04.2020

Баҡса эштәре. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

16.04.2020

Кеше һәм һан. Һан тураһында төшөнсә.

1

23.04.2020

Б. Домашников «Май. Ҡайынлыҡ». Картина өҫтөндә эш.

1

30.04.2020

Еңеү көнө. Алмаш темаһын ҡабатлау.

1

07.05.2020

Йыллыҡ үтелгәндәр буйынса контроль эш.

1

14.05.2020

Йәмле йәй килә. Исем темаһын ҡабатлау.

1

21.05.2020

Яҙғы байрамдар. Ҡылым темаһын ҡабатлау.

1

28.05.2020

Йомғаҡлау. Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе

1

КИМ-1.

Һүҙлек диктант.

Көҙ, Башҡортостан, тау, томан, күк, уҡыусы, малай, урман, Мәләүез, Салауат Юлаев.

КИМ-2.

Текст буйынса һорауҙарға яуап бирегеҙ.

I. Тексты иғтибар менән уҡып сығығыҙ һәм эстәлеген аңларға тырышығыҙ.

Внимательно прочитайте текст и попытайтесь понять его содержание.

 

Башҡортостан – беҙҙең тыуған төйәгебеҙ. Башҡортостан – башҡорт иле тигән һүҙ. Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы - Өфө. Өфөлә бик күп халыҡтар йәшәй. Улар дуҫ, татыу йәшәй.

Башҡортостан ерендә йылғалар, күлдәр бик күп. Бында иң ҙур йылға – Ағиҙел. Ул Кама йылғаһына ҡоя. Башҡортостанда күлдәр ҙә бик күп. Иң ҙур күл – Асылыкүл.

Башҡортостан һыуыҡ көндәре менән Себерҙе, шифалы һыуҙары менән Кавказды, көслө елдәре менән тайганы хәтерләтә.

Бер генә дөрөҫ яуапты билдәләгеҙ.Ответьте на вопросы. Отметьте один правильный ответ.

1. Башҡортостандың баш ҡалаһы нимә?

а) Салауат;

б) Өфө;

в) Сәрлетамаҡ.

2.     Башҡортостан ерендә нимәләр күп?

а) йылғалар,күлдәр;

б) халыҡтар, кешеләр;

в) машиналар, автобустар.

3.     Башҡортостанда иң ҙур йылға?

а) Ҡариҙел;

б) Дим;

в) Ағиҙел.

4. Башҡортостан һыуыҡ көндәре менән нимәне хәтерләтә?

а) тайганы;

б) Себерҙе;

в) Кавказды.

5. Республикала халыҡтар нисек йәшәй?

а) дуҫ;

б) матур;

в) көслө.

6. Тәржемә итегеҙ. Переведите.

Тыуған төйәк -

Халыҡ –

Баш ҡала –

Һыуыҡ көндәр –

Дуҫ йәшәй –

7. Текстҡа исем бирегеҙ.

Озаглавьте текст.

_________________________________________________

КИМ-3

1. Һандарҙы һүҙҙәр менән тоташтырығыҙ. Соедините цифры словами.

 

17                               егерме һигеҙ

35                               ун туғыҙ

52                               ун ете

28                               илле ике

19                               утыҙ биш

2. Был  ниндәй  йыл  миҙгеле? Это какое время года?

Аҡ ҡар яуа, һыуыҡ, балалар саңғы шыуалар.        …….

Ҡоштар йылы яҡҡа оса, мәктәптә уҡыуҙар башлана, ямғыр яуа.  ……

Эҫе, каникулдар, һыу инәбеҙ, матур сәскәләр үҫә.        ……..

Ҡар ирей, ҡоштар йылы яҡтан ҡайта, йылы, тамсы тама.     ……..

3.Һөйләмдәрҙе яҙып бөтөгөҙ. Допишите предложения.

1) Башҡортостанда иң ҙур йылға - ………………….. .

2) Башҡортостанда иң ҙур күл - ………………………….. . 3) Башҡортостанда иң бейек тау………………………………..

2) Бирелгән исемдәргә сифатын (билдәһен) ҡуйып яҙ. Допишите прилагательные к словам.

 

     ................ күл, ............. төн, ................ урман, ................... уҡыусы,

.................... ҡыш.

3)  Һөйләмдәр дөрөҫмө? Правильны ли предложения?

 

Һөйләмдәр (предложения)

Дөрөҫ

Дөрөҫ түгел

Бер йылда дүрт миҙгел.

 

 

Ҡыш – иң һыуыҡ миҙгел.

 

 

Яҙ көнө ҡоштар ҡайта.

 

 

Йәйҙән һуң ҡыш килә.

 

 

Яҙ уҡыу башлана

 

 

4) Напишите числа словами:  1.4,2,8,11,13,50,65,96,34,1000,104.

5) Кем?Нимә? һорауына яуап биргән һүҙҙәрҙе айырып яҙырға.Распределять слова по вопросам кем? нимә?

Китап,бесәй, ҡуян, малай, уҡыусы,мәктәп, китапханасы, эшсе,йәй,башҡорт.

Тематик планлаштырыу

7 класс тематик план

Предмет: башҡорт теле, йылына 34 сәғәт (аҙнаһына 1 сәғәт иҫәбенән) .

Темалар

Сәғәттәр һаны

Планл.

Дата

Фактик

Дата

Иҫкәрмә

1

 Белем байрамы. М.Кәрим “Уҡытыусыма”.

1

5.09

04.09.2019

2

Т.Дәүләтбирҙина «Миҙгелдәр». В (уы), (үе) өндәренең ҡулланылышы

1

12.09

11.09.2019

3

Мәктәп. 6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

19.09

18.09.2019

4

Икмәк үткән юл.Текст.

1

26.09

25.09.2019

5

Алтын көҙ.Тексҡа анализ.

1

3.10

02.10.2019

7

Тәбиғәтте һаҡлау – беҙҙең бурыс. Тулы текст булдырыу юлдары.

1

17.10

16.10.2019

8

Башҡорт балы. “Текст” темаһын  ҡабатлау.

1

24.10

23.10.2019

9

М.Кәрим “Башҡортостан”. Яңғыҙлыҡ исемдәр.

1

31.10

30.10.2019

11

Һорауҙарға яуаптар.

1

7.11

06.11.2019

12

Хаталар өҫтөндә эш. Башҡортостан байлыҡтары.

1

14.11

13.11.2019

13

Башҡортостан ҡалалары”. Уртаҡлыҡ исемдәр.

1

28.11

27.11.2019

14

Спорт кәрәк-яраҡтары.  Милли уйындар.  

1

5.12

04.12.2019

15

Башҡортостан ҡалаларында спорт.

1

12.12

11.12.2019

16

Башҡортостан-чемпиондар иле.  

1

19.12

18.12.2019

17

Ғ.Рамазанов «Яңы йыл менән»! Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе  

1

26.12

25.12.2019

18

Спорт – ул һаулыҡ.  Йомғаҡлау.

1

16.01

15.01.2020

19

К.Шафикова “Әсәй күҙҙәре”.

1

23.01

22.01.2020

20

“Ҡошҡа әйләнгән әбей” әкиәте. Ҡылым.

1

30.01

29.01.2020

21

Шәжәрә. Автобиография.  

1

6.02

05.02.2020

22

Ижади эш “Урал имәне”(Дәреслек, 35-се б.)        

1

13.02

12.02.2020

23

 Хаталар өҫтөндә эш. Ф.Рәхимғолова “Беҙҙең әсәй”. Теркәүестәр.

1

20.02

19.02.2020

24

“Етегән йондоҙ” легендаһы. Теҙеү теркәүестәре.

1

5.03.

04.03.2020

25

 Композитор  Х.Әхмәтов. Эйәртеү теркәүестәре.

1

12.03

11.03.2020

26

Ҡубыҙсы Р.Заһретдинов . Бейеүсе Р.Туйсина.

1

19.03

18.03.2020

27

 “Сәнғәт оҫталары” темаһын йомғаҡлау.

1

26.03

25.03.2020

28

Исемдәрҙә – ил тарихы.  Бәйләүестәр.

1

16.04

01.04.2020

29

Исемдәрҙең яҙылышы һәм мәғәнәһе.

1

23.04

15.04.2020

30

Ш.Бикҡол “Тыныслыҡ кәрәк”. Киҫәксәләр.

1

30.04

22.04.2020

31

 К.Кинйәбулатова “Дуҫтарым күп”. Мөнәсәбәт һүҙҙәр.

1

7.05

29.04.2020

32

Урман – ҙур байлыҡ. Ымлыҡтар.

1

14.05

06.05.2020

33

 Диктант “Янғантау” (Йыйынтыҡ, 54-се б.)          

1

21.05

13.05.2020

34

Хаталар өҫтөндә эш. Йәмле йәй. Һөйләм төрҙәре.

1

28.05

20.05.2020

27.05.2020

Контроль күсереү

                                                                          Янғантау.

     Республикабыҙҙың Салауат районында Янғантау шифаханаһы урынлашҡан.

Унда ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ эҫе пар һәм газ сығып ята. Тау 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә, ләкин әлегә тиклем уның сере асылғаны юҡ.

Янғантау шифаханаһында быуын ауырыуҙарын дауалайҙар. Тау янында Ҡорғаҙаҡ йылғаһы аға. Был шишмә ҡышын да туңмай. Ундағы һыуҙың температураһы йыл әйләнәһенә 16-17 градус була. Һыуы шифалы: ашҡаҙан-эсәк һәм бөйөр ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланыла.

  1. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең аҫтына һыҙырға.
  2. Исемдәрҙең күплек ялғауын билдәләргә.

8 класс тематик план

Предмет: башҡорт теле, йылына 34 сәғәт (аҙнаһына 1 сәғәт иҫәбенән) .

Темалар

Сәғәт һ

План

Дата

План

Дата

Иҫкәрмә

1

Мәктәпкә барабыҙ. Көҙ күренештәре.

1

02.09.2019

06.09.2019

2

С.Муллабаев.Көҙгө урман.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

09.09.2019

13.09.2019

3

Р.Шаммасов.Тыуған яғым.Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре.

1

16.09.2019

20.09.2019

4

Һынамыштар.Хәбәр һөйләмдәр.

1

23.09.2019

27.09.2019

5

Өфө - беҙҙең баш ҡалабыҙ.. Һорау һөйләмдәр. Өндәү һөйләмдәр.

1

30.09.2019

04.10.2019

6

Башҡортостаным-илем. Ҡылымдарҙың төҙөлөшө.

1

07.10.2019

18.10.2019

7

Р.Абдулатипов.Өфө тарихы. Барлыҡ төшөнсәһе

1

14.10.2019

25.10.2019

8

Өфө ҡалаһы исеменең этимологияһы.

1

21.10.2019

01.11.2019

9

Хеҙмәт төбө - хөрмәт

1

28.10.2019

08.11.2019

10

Ижади эш. “Башҡортостаным илем”

1

11.11.2019

15.11.2019

11

Хаталар өҫтөндә эш.  Хайуандар нисек яраҡлашҡан? Ябай һөйләм төрҙәре.

1

18.11.2019

29.11.2019

12

Геологтар көнө.Юҡлыҡ төшөнсәһе.

1

25.11.2019

06.12.2019

13

Ҡышҡы биҙәктәр. Һөйләмдең баш киҫәктәре.

1

02.12.2019

13.12.2019

14

Ҡыш дауам итә. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

1

09.12.2019

20.12.2019

15

Н.Нәжми.Ҡыш..Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.

1

16.12.2019

27.12.2019

16

С.Әлибай.Ҡышҡы урман.Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.

1

23.12.2019

17.01.2020

17

Е.Кучеров. Бураны ла,тамсыһы ла булыр.

1

30.12.2019

24.01.2020

18

Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры  

1

13.01.2020

31.01.2020

19

Палдискиҙа Салауат музейы. Аныҡлаусы.

1

20.01.2020

07.02.2020

20

Салауат һәйкәле.

1

27.01.2020

14.02.2020

21

М.Харис. Хат. Үлемһеҙ батырлыҡ.

1

03.02.2020

21.02.2020

22

C.Юлаев. Тыуған илем.

1

10.02.2020

06.03.2020

23

Һорауҙарға яуаптар.

1

17.02.2020

13.03.2020

24

Г.Яҡупова. Өмөтлө яҙ. Яҙ тураһында һынамыштар.

1

24.02.2020

20.03.2020

25

8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Тултырыусы.

1

02.03.2020

27.03.2020

26

Р.Ниғмәти. Ватан.

1

09.03.2020

03.04.2020

27

Тәүге космонавт.

1

16.03.2020

17.04.2020

28

Яҙғы эштәр

1

23.03.2020

24.04.2020

29

А.Игебаев.Башҡортостан-илгенәм!

1

30.03.2020

08.05.2020

30

Р.Ниғмәтуллин.Башҡортостан.

1

13.04.2020

15.05.2020

31

Р.Ниғмәтуллин.Ерҙе һаҡлайыҡ!

1

20.04.2020

22.05.2020

32

Тыуған ерем биҙәктәре. Урманды һаҡлайыҡ!

1

27.04.2020

29.05.2020

33

. Контроль диктант. Ай Уралым, Уралым.

1

04.05.2020.

34

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Йомғаҡлау дәресе

11.05.2020

18.05.2020

25.05.2020

        

 1.Ижади эш       

 Башҡортостан — бай республика. Унда____,_____,_____ күп. Урманында___,____,_____,______ үҫə. Киң болондарын ____,_____,_____,_____, ____ сəскəлəр биҙəй. Башҡортостан нефткə бай.. Республикабыҙ нефть сығарыу буйынса илдə өсөнсө, ə нефть эшкəртеү буйынса беренсе урында тора. Нефттең хужалыҡта файҙаһы бик ҙур. Өфө, Салауат, Ишембай заводтарында нефттəн  ___,____,_____,____  алына.

              Өфө ҡалаһына ____ йыл. Ҡала өс йылға -----____,_____,____ буйында ултыра. Элек Өфөнө башҡорттар ______ҡала тип тə йөрөткəндəр. Өфөлə музейҙар күп, алты театр эшлəй, унлап вуз бар, техникумдар, училищелар бик күп. Ағиҙел ярының иң бейек урынына Салауат һəйкəле ҡуйылған. Дуҫлыҡ монументы бар. Ҡала һаман матурлана, үҫə.

Слова для справок: йылғалар, күлдəр ,тауҙар, имəн ,ҡайын, ҡарағай, йүкə  , ал ҡыҙыл, һары ,аҡ, зəңгəр, бензин, кəрəсин, мазут ,вазелин, Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим, Имəн.

2.Һорауҙарға яуаптар

3. Диктант

“ Ай,Уралым,Уралым!”

      Һоҡланғыс й...йге иртә.Ҡыҙарып сыҡҡан ...ояш нурҙарында,һарғылт й...шел төҫкә инеп,әкрен генә томан күтәрелде.Күҙ яуын алып,үл...н баштарында ысыҡ емелдәй,әйтерһең дә,аяҡ аҫтында һанһыҙ ы бөртөктәре һипк...ндәр.Т...биғ...т әкренләп йо...онан уяна.Ҡайҙалыр алыҫта һайыҫҡан шыҡырлағаны ишетелде.Уға яуап ҡайтарғандай,ике тапҡыр к...күк тә саҡырып ҡуйҙы.

     Туғайҙан һандуғас йыры ишетелде.Шуны ғына көткәндәй,таллыҡта турғайҙар сутырлаша башланы.Бар тереклеккә ҡыуаныс һәм өмөт биреп,яңы я...ты көн тыуҙы.(70 һүҙ) (Б.Байымдан)

1.Перевести слова: йәй, үлән,ысыҡ, күк, һайыҫҡан,турғай,өмөт.

2.Напиште по 5 слов по темам:мәктәп,тәбиғәт,йыл миҙгеле,аҙыҡ-түлек,Башҡортостан

9 класс тематик план

Предмет: башҡорт теле, йылына 34 сәғәт (аҙнаһына 1 сәғәт иҫәбенән) .

Дәрестәр темаһы

Сәғәт һаны

План.дата

Фактик дата

Иҫкәрмә

Һаумы, мәктәп! ( 4 сәғәт)

1

Абдулхаҡ Игебаев.“ Тоғро дуҫым,йор юлдашым” Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Рәсәй-күп милләтле ил.

1

02.09.2019

2

Мәктәп – белем йорто. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

09.09.2019

3

Алтын көҙ. М.Аҡмулла « Көҙ». 12 июнь-Рәсәй көнө.

1

16.09.2019

4

 Көҙҙөң алтын  биҙәктәре.

1

23.09.2019

Башҡортостан тәбиғәте ( 6 сәғәт)

5

Башҡортостан тәбиғәте. Р.Бикбаев”Уралыма”. Ҡылым. Башҡортостан-суверенлы республика.

1

30.09.2019

6

Т. Ғәниәева“Оло Ялан”. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше

1

07.10.2019

7

Р.Ғарипов.Кеше. Хәлдәр.Урын хәле. .Рәсәйҙең күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре.

1

14.10.2019

8

 “Ҡыҙыл китап». Рәүеш, ваҡыт хәле.

1

21.10.2019

9

Һорауҙарға яуаптар. Башҡортостандың 100 йыллығы.

Ф.Мөхәмәтйәнов ижады. Ҡылымдың заман менән үҙгәреүе

1

28.10.2019

10

 Хаталар өҫтөндә эш.М.Багаев.“Башҡортостан”

1

11.11.2019

Атамалар ни һөйләй? ( 5 сәғәт)

11

Беҙҙең баш ҡалабыҙ-Өфө. Ә. Атнабаев «Ағиҙел». Һүҙлек менән эш. Дуҫлыҡ монументы.

1

18.11.2019

12

Тыуған еребеҙ – Башҡортостан! Ҡ.Аралбай ижады

1

25.11.2019

13

 “Ҡаруанһарай». Шарт, күләм - дәрәжә хәле.

1

02.12.2019

14

Хаталар өҫтөндә эш. И.Насиров”А.Матросов ” Яңғыҙлыҡ исемдәр.

1

09.12.2019

15

Күренекле шәхестәр. Сәбәп, маҡсат, кире хәл.

1

16.12.2019

Башҡортостан мәҙәниәте ( 3 сәғәт)

16

.Башҡортостан  театрҙары. Өҫтәлмәлек.Рәсәйҙең театр эшмәкәрҙәре.

1

23.12.2019

17

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры

1

30.12.2019

18

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры .Һүҙлек менән эш. Музейҙар.

1

13.01.2020

Халыҡ ижады- халыҡ хазинаһы ( 3 сәғәт)

19

Башҡорт халыҡ ижады. Һөйләм.

1

20.01.2020

20

“ Урал батыр” эпосы. Ябай һөйләм төрҙәре.

1

27.01.2020

21

Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Ябай һөйләм төрҙәре Хан менән Алдар (әкиәт) Рәсәй геройҙары-беҙҙең замандың батырҙары.

1

03.02.2020

Беҙ ҡышты ла яратабыҙ. ( 3 сәғәт)

22

Беҙ ҡышты ла яратабыҙ. Р.Ғарипов.Тәүге ҡар. Өндәш һүҙ

Ижади эш. Башҡортостан.

1

10.02.2020

23

Н.Исламов “Ҡышҡы биҙәктәр”

1

17.02.2020

24

Ш.Бабич “Ҡышҡы юлда”

1

02.03.2020

Менгән атым-уң ҡанатым(3 сәғәт)

25

Башҡорт аты ниндәй була? “.Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр.

1

16.03.2020

26

Шифалы эсемлек-ҡымыҙ

1

23.03.2020

27

С.Агиш “Турыҡай”

1

30.03.2020

Тәбиғәт йәшелеккә төрөнә ( 3 сәғәт)

28

А.Игебаев “Яҙ бүләге” Рәүеш. Рәсәй халҡы берҙәмлеге менән көслө.

1

13.04.2020

29

Ғ.Дәүләди “Яҙғы донъя” 

1

20.04.2020

30

Бына тағы яҙҙар етте..Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре.  Үтелгән темалар буйынса һүҙлек диктанты.

1

27.04.2020

Йәмле йәй айҙары (2 сәғәт)

31

Хаталар өҫтөндә эш .

Һабантуй.Йәй.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.Милли байрамдар.

1

11.05.2020

18.05.2020

32

Етте селлә мәлдәре.Йомғаҡлау.

1

КИМ-1

Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең

9-сы класс уҡыусылары өсөн  башҡорт  теленән контроль эш

Һорауҙарға яуаптар. Башҡортостандың 100 йыллығы.

1. Түбәндәге шиғыр юлдарының авторы кем?

Ер шарының картаһына

Ҡараһаң яҡшы ғына, -

Башҡортостан шул картала

Бер япраҡ саҡлы ғына.

Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың

Бер япрағы ни бары.

Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй –

Шундай йәшел, юғары….

2. Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары ғына яҙылған юлды билдәләгеҙ.

1) М.Кәрим, С.Агиш,  Р.Ғарипов, З.Биишева;

2) Т.Ғәниева, Р.Бикбаев, Т.Юлдашбаева, Р.Мифтахов;

3) Г.Юнысова, Ә.Атнабаев, И.Кинйәбулатов,  Н.Нәжми;

4) З.Биишева, Н.Мусин, Ә.Хәкимов, Ғ.Хөсәйенов.

3.Башҡортостан Республикаһының дөйөм майҙаны күпме?

1) 141,1;

2) 143,6;

3) 142,2;

4) 140,3.

4.“Ҡыш”    темаһына  5 һөйләм яҙығыҙ.

5.Тәржемә итегеҙ.

Байрам, мәктәп, ҡала, ауыл, ағас, ғаилә, китапхана, егеттәр, ҡыҙҙар;

Китте, килә, уҡый, яҙыр, ашай, йылмая, көлә, йүгерә, илай;

Ҙур, бәләкәй,матур,йомшаҡ, ҡыҙыл, йәшел, ап-аҡ, ҡараңғы, яҡты.

 

КИМ -2

Ижади эш. Башҡортостан.

Ф.И.-------------------------------------------------------------------------

  1. Текст менән танышып сыҡ, һорауҙарға яуап бир.

                                         Башҡортостан.

Башҡортостан тәбиғәте бик бай һәм гүзәл. Унда нимәләр генә юҡ! Бейек-бейек тауҙар, иркен яландар, таҙа һыулы күлдәр, оҙон йылғалар, ҡуйы урмандар бар. Яландарында ҡыҙыл, һары, күк, аҡ сәскәләр үҫә. Ҡуйы урмандарында ҡоштар һайрай. Шулай уҡ унда төрлө ағастар үҫә. Урмандарында ҙур айыуҙар, уҫал бүреләр, хәйләкәр төлкөләр, йүгерек ҡуяндар, тейендәр йәшәй. Тәрән йылғаларында балыҡтар йөҙә.

Беҙ йәшәгән ерҙең байлыҡтарын һанап бөткөһөҙ. Нефть һәм газ, күмер һәм металл, алтын һәм көмөш – бөтәһе лә бар бында.

  1. Башҡортостан тәбиғәте ниндәй?____________________________________

____________________________________________________________

  1. Урмандарында ниндәй йәнлектәр йәшәй?______________________________

_____________________________________________________________

  1. Һин тағы ниндәй йәнлектәрҙе беләһең?________________________________

___________________________________________________________________________________________________________________________

  1. Ҡаҙылма байлыҡтарҙы һана.____________________________________

_________________________________________________________

  1. Тәбиғәт һүҙе менән һүҙбәйләнештәр төҙө. __________________________

_________________________________________________________

  1. 3-сө, 4-се һөйләмдәрҙе  рус теленә тәржемә итеп яҙ.____________________________

_____________________________________________________________________________________________________________________________________

  1. Текстан башҡортса тәржемәһен табып яҙ.

Богатства нашей земли не счесть. _____________________________________

Чего только там нет!_______________________________________________

  1. Һандарҙы һүҙ менән яҙ. 55, 162, 397, 1994, 2011

_______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

КИМ-3

Һүҙлек диктанты: Башҡортостан, башҡорт теле, Мостай Кәрим,тәбиғәт,яҙыусы, шихандар, хазина,Урал батыр,ҡунаҡ,ҡыш, биҙәк,урман,йылға, тәбиғәт, байрам, ҡоштар.



Предварительный просмотр:

Муниципальное общеобразовательное  бюджетное учреждение                  02-13

средняя общеобразовательная школа №4

муниципального района Мелеузовский район

Республики Башкортостан

Рассмотрено                                          Согласовано                                                Утверждаю

На заседании МО                                 Зам. директора по УР                                Директор МОБУ

Протокол №1                                         …………Файзуллина А.Ф.                                   ….Ю.И.Зайцев

от «_ » августа 2019г                            «31» августа  2019г                               « 31»  августа 2019 г.

                                                                                                                                   Приказ_447-ОД  от 31.08.2019.

Рабочая программа

по  родному (башкирскому) языку

 для 5 -9 классов

Разработана учителем

башкирского языка и литературы

Нигматуллиной Р.Г.

                                                                                                                 __________/     __________________    

                                                                                                                          Подпись                      (расшифровка)

Мелеуз- 2019

Башkортостан Республикаhы
Мәләүез районы муниципаль районы
муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы
4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Ҡаралған

ММБ ултырышында

протокол  № 1

«   »  август  2019й.

Килешелгән:

Уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса

директор урынбаҫары

______ / Фәйзуллина А.Ф.

«31»  август  2019й

Раҫлайым:

мәктәп директоры

__________/ Зайцев Ю.И. /

« 31»  август 2019 г.

Приказ №_447-ОД 31.08.19.

5-9 кластар өсөн

 Туған (башҡорт) телдән эш программаһы      

Төҙөүсеһе:

башҡорт теле һәм

 әҙәбиәте уҡытыусыһы

 Ниғмәтуллина Р.Ғ.

Мәләүез-2019

Башҡорт теле - башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.

Туған телдең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа «Туған(башҡорт) теле» предметының универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора.

Эш программаһы “Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-11-се кластары өсөн “Туған(башҡорт) тел һәм әҙәбиәт” предметы буйынса белем биреү өлгө программалары (Төҙөүселәре: В.И.Хажин, Ә.Х.Вилданов, Ф.Ә.Аҡҡужина)– Өфө:Китап,2017) нигеҙендә төҙөлгән.

 Туған(башҡорт) тел  дәресенең уҡытыу планындағы урыны

 Уҡыу планында уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең  туған  тел  булараҡ уҡытыуға 5-9 кластарҙа барыһы 170 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 1 сәғәт,  һәр класта 34 дәрес).

 Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре

Төп мәктәп сығарылыш уҡыусыларының туған телдән программаны үҙләштереүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

1)        башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

2)        башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;

3)        аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Туған тел программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:

1)        телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

•телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

•төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

•төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);

•төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

•һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

•стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү һәм яҙыу:

•алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

•тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;

•төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына карап яҙма текст төҙөй алыу;

•телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

•  ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

•телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

•грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу;

•туған телде башҡа фәндәрҙә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара (сит тел, әҙәбиәт һ.б. дәрестәрҙә) ҡулланыу

Предмет һөҙөмтәләре:

1)телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел менән халыҡ мәҙәниәттең бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

2)гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

3)туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

4)телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

5)һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

       Туған (башҡорт) тел предметы  4-се мәктәп һайлаған уҡыу планына ярашлы Яңы мәғариф стандарттары буйынса 5-9 кластарҙа аҙнаға 1 сәғәт уҡытыла. Программа буйынса өйрәнелергә тейешле темаларҙы өлөшләтә һаҡлап, уларға бирелгән ваҡытты ҡыҫҡартып төҙөргә тура килде.

5-се класс

 Туған тел – 6 сәғәт

Туған телдең ҡәҙере, уны белеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә.

Тел буйынса башланғыс кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Фонетика һәм орфоэпия. Өн һәм хәреф. Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр. Башҡорт теленең өндәр системаһын рус теленең өндәр системаһы менән сағыштырыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙы белдергән хәрефтәр.

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һуҙынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен рус телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Тартынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге тартынҡыларҙың әйтелешен рус телендәге тартынҡыларҙың әйтелеше менән сағыштырыу.  Фонетик күнегеүҙәр.

Башҡорт телендәге к-г, һ-х, н-ң, с-ҫ, з-ҙ тартынҡыларының дөрөҫ әйтелешенә күнекмәләр үткәреү, фонетик күнегеүҙәр эшләү.

Телмәр ағышында өндәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо. Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше. Башҡорт теленең ҡанундарына ярашлы һөйләү күнекмәләре үткәреү.

Башҡорт телендә сингармонизм. Башҡорт телендә сингармонизм, уҡыусыларҙы уларҙың төрҙәре менән таныштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Синонимдар,антонимдар,омонимдар – 4 сәғәт

Синонимдар, антонимдар, омонимдар  тураһында төшөнсә биреү, һүҙлектәр ҡулланыу.

Ижектәр,баҫым– 4 сәғәт

Башҡорт телендә ижектәр. Ижектәрҙең төрҙәре. Башҡорт һәм рус телдәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәләре менән танышыу.

Башҡорт телендә баҫым, уның үҙенсәлектәре. Баҫымдың һуңғы ижеккә төшөүе һәм ялғау ҡушҡан һайын күсә барыуы. Башҡорт һүҙҙәрендәге һәм рус теленән һуңғы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге баҫымды сағыштырыу.

Һүҙ составы – 6 сәғәт

Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең тамыры, ялғауҙар тураһында төшөнсә биреү. Тамырға ялғау ҡушҡанда һүҙҙәрҙең мәғәнәһе үҙгәреүен күҙәтеү, күнегеүҙәр эшләү. Башҡорт телендә һүҙьяһалыш. Һүҙ составы. Башҡорт теленең агглютинатив тел булыуына күнегеүҙәр. Тамыр. Нигеҙ. Ялғауҙар. Ялғауҙарҙың төрҙәре: һүҙ һәм төр яһаусы ялғауҙар, үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ялғауҙарҙың варианттары менән практик таныштырыу, ул варианттарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыу, практик күнегеүҙәр башҡарыу.

Рус теленән үҙләштерелгән бер төркөм һүҙҙәрҙә ялғау ҡушҡанда һүҙ аҙағындағы тартынҡы өндөң төшөп ҡалыуын, йәки һуҙынҡылар өҫтәлеүен практик үҙләштереү.

Ялғауҙар ҡушҡанда ҡайһы бер һүҙҙәрҙә өндәрҙең сиратлашыуы. Практик танышыу.

Башҡорт һәм рус телдәрендәге һүҙьяһалыш юлдарын асыҡлау, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһын билдәләү: тамыр һүҙ, яһалма һүҙ, ҡушма һүҙ. 

Башҡорт теленең һүҙлек байлығы- 5сәғәт

Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу, нығытыу буйынса практик эштәр башҡарыу.

Башҡорт теленең һүҙлек байлығы, уның сығанаҡтары. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы.

Нығынған һүҙбәйләнештәр – 2 сәғәт

Башҡорт телендә нығынған һүҙбәйләнештәр, улар аңлатҡан мәғәнәне асыҡлау. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе һүҙҙәр менән сағыштырыу, алмаштырыу күнегеүҙәре. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең телмәрҙәге ролен билдәләү. Башҡорт һәм рус телендәге һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу, тәржемә итеү, улар менән һөйләмдәр төҙөү.

Грамматика,ҡабатлау -  5 сәғәт

Башҡорт теле буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Орфоэпик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланыуға, тексты интонация менән уҡыуға күнегеүҙәр.

6-сы класс

Туған тел–2 cәғәт

Башҡорт теле буйынса алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Башҡорт әҙәби теле, уның нормалары тураһында төшөнсә биреү.

Һүҙ төркөмдәре – 2 сәғәт

Һүҙ төркөмдәре тураһында төшөнсә.Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре.

Исем – 4cәғәт

Исемдәрҙең һан, килеш һәм хәбәрлек категориялары менән үҙгәрешенең үҙенсәлектәрен, ялғауҙарының фонетик варианттарының ҡулланышын практик күҙәтеү күнегеүҙәре.

Исемдәрҙең эйәлек категорияһы  – 4cәғәт

Исемдәрҙең эйәлек категорияһы менән үҙгәрешенең үҙенсәлектәрен күҙәтеү.

Исем буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау-2 сәғәт

Исем буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

 Сифат  – 6cәғәт

  Сифат. Сифат дәрәжәләре. Дәрәжә формаларының яһалышы. Тамыр, яһалма, ҡушма сифаттар.

Алмаш – 6cәғәт  

Алмаш. Төп үҙенсәлектәре. Рус телендәге алмаштар менән сағыштырыу, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Килтерелгән текстарҙан алмаштарҙы табыу. Алмаш төркөмсәләре.

 Архаизмдар, неологизмдар, варваризмдар  – 3cәғәт

 Архаизмдар, неологизмдар, варваризмдар тураһында төшөнсә..

Һандар– 2cәғәт

 Һандар. Фонетик күнегеүҙәр. Һан төркөмсәләре. Һандарҙың яҙылышы. Цифрҙар менән яҙылған һандарҙы уҡыу һәм яҙыу күнекмәләрен үткәреү.

Грамматика.Ҡабатлау – 3c

 Грамматик темаларҙы  ҡабатлау, дөйөмләштереү. Тел буйынса йыл  буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.

7-се класс

Туған тел –1сәғәт

Башҡорт теле буйынса алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 

Ҡылым-5 сәғәт

Ҡылымдарҙың затлы һәм затһыҙ, барлык-юҡлык формалары. Ҡылымдарҙың күләм һәм йүнәлеш категориялары менән практик таныштырыу күнегеүҙәре. Төп йүнәлештән башҡа ҡылым йүнәлештәренең айырым ялғауҙары булыуын күрһәтеү һәм башҡорт телендә биш йүнәлеш: төп йүнәлеш, ҡайтым йүнәлеше, төшөм йүнәлеше, йөкмәтеү йүнәлеше һәм уртаҡлыҡ йүнәлеше барлығын практик миҫалдарҙа күрһәтеү.

Ҡылымдарҙың затлы формаларының үҙенсәлектәрен: һан, зат, заман менән үҙгәрешен асыҡлау, уларҙы рус теленә тәржемә итеү күнегеүҙәрен эшләтеү.

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың мәғәнәләре, заман формалары, һан, зат менән үҙгәреше, ниндәй һөйләм киҫәге була алыуы. Хәҙерге заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың мәғәнәһе, яһалышы, үҙгәреше.         Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үткән заманы.

Ҡылым һөйкәлештәре – 5 сәғәт.

Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының эш ҡушыуҙы, бойороуҙы белдереүе, яһалышы, һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡта йәки юҡлыҡта килеүе. Теләк һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың яһалышы, мәғәнәһе, үҙгәреше.

Шарт һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың яһалышы, мәғәнәһе, үҙгәреше.

Ҡылымдарҙың затһыҙ формалары – 5 сәғәт.

Ҡылымдарҙың затһыҙ формалары: сифат ҡылым, хәл ҡылым, исем ҡылым, уртаҡ ҡылым. Уларҙың зат, һан менән үҙгәрмәүе.

Исем ҡылым, уның эш, хәл һәм хәрәкәттең исемен атауы, яһалышы. Исем ҡылымда ҡылымлыҡ билдәләре: барлыҡ - юҡлыҡ, ҡылым күләмдәре һәм йүнәлештәре ялғауҙарын ҡабул итә алыуы.

Исемлек билдәләре:  килеш,  һан,  эйәлек  категориялары  менән үҙгәреүе.

Исем ҡылымдарҙың исемгә күсеүе. Исем ҡылымдарҙы рус теленә тәржемә итеү.

Сифат ҡылым, унда бер үк ваҡытта сифатлыҡ һәм ҡылымлыҡ мәғәнәһенең булыуы, йәғни предметтың, заттың билдәһен уның эше, хәрәкәте буйынса белдереүе. Сифат ҡылымдың заман менән үҙгәреүе. Хәҙерге заман сифат ҡылымдың ике төрө, ябай һәм ҡушма формалары, менән практик таныштырыу, уларҙың барлыҡта йәки юҡлыҡта тора алыуы.

Үткән заман сифат ҡылым, уның яһалышы, барлыҡта, юҡлыкта килә алыуы. Киләсәк заман сифат ҡылым, уның яһалышы, төрҙәре, мәғәнәләре. Сифат ҡылымдарҙың исемләшеүе, был осраҡта исемдәргә хас категориялар менән үҙгәреүе. Рус теленән айырмалы рәүештә, башҡорт телендә исем алдында   килеүсе   сифат   ҡылымдарҙың   һан,   эйәлек,   килеш ялғауҙарын ҡабул итмәүе.

Уртаҡ ҡылым, уның мәғәнәһе, яһалышы, барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәреше. Рус телендәге уртаҡ ҡылымдың башҡорт теленә төрлө ҡылым формалары менән тәржемә ителеү мөмкинлектәрен миҫалдарҙа күҙәтеү. Киреһенсә, башҡорт телендәге уртаҡ ҡылым рус теленә төрлө ҡылымдар менән тәржемә ителә алыуын практик эштәр үтәлешендә асыҡлау.

Уртаҡ ҡылымдан һуң ярай, ярамай, тейеш, тейеш түгел, кәрәк, мөмкин модаль һүҙҙәре килеп, төрлө модаль мәғәнәләр белдерә алыуын практик күҙәтеү, уларҙы рус теленә тәржемә итеү.

Хәл ҡылым, уларҙың яһалышы, мәғәнәләре, төрҙәре, үҙенсәлектәре. Хәл ҡылымдар процестың билдәһен белдереүҙәре менән рәүештәргә оҡшай, ә уларҙың барлыҡ-юҡлыҡ, күләм, йүнәлеш ялғауҙары ҡабул итеүе - ҡылымлыҡ билдәләре. Хәл ҡылымдарҙың ҡулланышы һәм дөрөҫ яҙылышы.

Ҡылым төркөмсәләрен ҡабатлау – 2 сәғәт.

Ҡылым төркөмсәләренең рус теленә тәржемә ителеү үҙенсәлектәрен практик эштәр башҡарғанда күҙәтеү, уларҙы тәржемә итеү күнекмәләрен үҫтереү. Ҡылымдарҙы дөйөмләштереп ҡабатлау.

Рәүештәр-4 сәғәт.

Рәүештәрҙең мәғәнәләре. Рәүеш төркөмсәләре: төп рәүештәр, ваҡыт рәүештәре, урын рәүештәре, оҡшатыу-сағыштырыу рәүештәре, күләм-дәрәжә рәүештәре, сәбәп-максат рәүештәре тураһында төшөнсә.

Рәүештәрҙең яһалышы: тамыр, яһалма, ҡушма рәүештәр. Дәрәжәләре. Рәүештәрҙең телмәрҙә ҡулланылышы.

Теркәүестәр – 2 сәғәт.

Теркәүестәр. Уларҙың һөйләм киҫәктәрен һәм ҡушма һөйләмдә ябай һөйләмдәрҙе бәйләп йөрөүе. Теркәүестәрҙең төркөмсәләре: теҙеү һәм эйәртеү теркәүестәре, уларҙың телмәрҙәгө ҡулланышын күҙәтеү.

Теркәүес һүҙҙәр: парлы һәм яңғыҙ теркәүес һүҙҙәр, уларҙың һөйләмдәрҙе һәм һөйләм киҫәктәрен бәйләүе күрһәтеү алмаштары менән белдерелә, яңғыҙ теркәүес һүҙҙәр: һорау һәм күрһәтеү алмаштары менән белдерелгән парлы теркәүес һүҙҙәр.

Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

Бәйләүестәр- 2 сәғәт.

Уларҙың эйәреүсе киҫәк менән эйәртеүсе киҫәкте, эйәрсән һөйләм менән баш һөйләм араһындағы бәйләнеште барлыҡҡа килтереүе. Бәйләүестәрҙең төркөмсәләре, мәғәнәләре. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәте. Синоним бәйләүестәрҙе ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу. Бәйләүестәрҙең килештәргә мөнәсәбәте.

Киҫәксәләр- 2 сәғәт.

 Уларҙың айырым һүҙгә йәки һөйләмгә ниндәй булһа ла мәғәнә төҫмөрләнеше биреүсе ярҙамсы һүҙ булыуы тураһында төшенсә. Киҫәксәләрҙең төркөмсәләре, уларҙың дөрөҫ яҙылышы, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

Мөнәсәбәт һүҙҙәр-2 сәғәт

 Уларҙың һөйләмдә хәбәр булып килеүе, шулай уҡ һөйләмгә төрлө модаллек мәғәнәләрен биреүгә лә хеҙмәт итеүе, дөрөҫ яҙылышы.

Ымлыҡтар- 1 сәғәт.

 Уларҙың кешеләрҙең хис-тойғоһон, теләк-ынтылыштарын белдереүе. Ымлыҡ төрҙәре, телмәрҙәге әһәмиәте, дөрөҫ яҙылышы. Ымлыҡтарҙың яңы һүҙҙәр яһауҙа нигеҙ булыуы.

Ҡабатлау-3 сәғәт.

Грамматик темаларҙы  ҡабатлау, дөйөмләштереү.

8-се класс

Ябай һөйләм синтаксисы-4 сәғәт

Тел ғилеменең бер бүлеге булараҡ синтаксис тураһында төшөнсә. Ябай һөйләм синтаксисы. Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм- 4 сәғәт

 Һүҙбәйләнештәрҙең яһалышы. Эйәртеүле бәйләнештәрҙең төрҙәре.

Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәр. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре-6 сәғәт

 Аныҡлаусы. Өҫтәлмәлек. Тултырыусы.  Тура  һәм ситләтелгән тултырыусылар.

 Хәлдәр- 4 сәғәт.

 Хәлдәрҙең төрҙәре.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре- 2 сәғәт

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре  тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Ябай һөйләмгә  синтаксик анализ.

Тиң киҫәкле һөйләмдәр, уларҙа тыныш билдәләре- 4 сәғәт

  Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр. Бер составлы һәм ике составлы һөйләмдәр. Тулы һәм кәм һөйләмдәр.

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре-4 сәғәт

 Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы. Өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы. Хәл әйтемдәре һәм уларҙың айырымланыуы. Ябай һөйләм синтаксисы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Өндәш һүҙҙәр,инеш һүҙҙәр- 2 сәғәт

Өндәш һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләре. Инеш һүҙ һәм инеш һәйләмдәр.

Тура телмәр- 2 сәғәт

Тура  телмәрле һөйләмдәр. Тура һәм ситләтелгән телмәр. Тура телмәрле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. Диалог.

Грамматика  буйынса алынған төшөнсәләрҙе ҡабатлау һәм системалаштырыу-2 сәғәт

Грамматик темаларҙы  ҡабатлау, дөйөмләштереү.

9-сы класс

5-8 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау- 4 сәғәт

 Фонетика  буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.Сингармонизм. Ябай һөйләм синтаксисы.

Морфология - 4 сәғәт

Баҫым. Һүҙ баҫымының үҙенсәлеге. һөйләм төрҙәрен, тыныш билдәләрен үҙләштереү.

Һүҙ төркөмдәренең бүленешен ҡабатлау.

Һандар -2 сәғәт

Һан. Һандарҙың төркөмсәләре. Ҡушма һандар.

Сифат– 2 сәғәт

Сифат. Сифат дәрәжәләре.

Ҡылым– 4 сәғәт

Ҡылым.Ҡылым формалары.

Һөйләм – 2 сәғәт

Ябай һөйләм төрҙәре.

Ҡушма һөйләм синтаксисы- 4 сәғәт

Теҙмә ҡушма һөйләм.Эйәртеүле ҡушма һөйләм.

Эйәрсән һөйләм төрҙәре- 4 сәғәт

Эйәрсән һөйләм.

Ҡатмарлы синтаксик конструкциялар -3 сәғәт

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау,дөйөмләштереү дәрестәре- 3 сәғәт

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау,дөйөмләштереү дәрестәре.

5-9 класс уҡыусыларының туған(башҡорт) тел буйынса баһалау критерийҙары  

Грамоталылыҡты баһалау:

1. Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә,

2. Фактик хата булмаһа,

3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ),

4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менән айырылып торһа,

5. Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа, телмәре тасуири булһа,

Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 1 орфографик, йәки 1 пунктуацион, йәки 1 грамматик хата (тимәк,бөтәһе 1 генә хата) булһа,«5» билдәһе ҡуйыла

1.Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, темаға тура килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа),

2.Йөкмәтке, нигеҙҙә, дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ булһа ла, фактик хаталар осраһа,

3.Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,

-Яҙма эш, нигеҙҙә,синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа,

-Эш бер төрлө стилдә я6ылыуы һәм тасуири булыу менән айырылып торһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өҫтөндә, йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа,уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хата,йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа, йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа,

«4» билдәһе ҡуйыла

1.Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа,

2.Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа, әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа,

-айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,

-яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа, һүҙлеге ярлы, һүҙҙәрҙе ҡулланыуға хаталар булһа,

-эш тема һәм уны аңлатыу (асыу) талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа,

Иҫкәрмә.Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән, йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә,эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә орфографик һәм 4 пунктуацион хата,йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа, шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә,

«3» билдәһе ҡуйыла

1.Яҙма эш темаға тура килмәһә,

-фактик хаталар күп булһа,

-эштең бөтә өлөштәрендә фекер аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,планға ярашһыҙ булһа,

1.Һүҙлегелеге ғәҙәттән тыш ярлы булһа,эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлөконструкциялы ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталар осраһа,

-эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә.Яҙма эштәге телмәр хаталары 7-нән, йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә лә, уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар ҙа 7-нән артһа,

«2» билдәһе ҡуйыла.

Уҡыусыларҙың проект эшмәкәрлеге

Проект һүҙе белем биреү процесын алдан күҙаллау тигәнде аңлата. Ысынлап та, дәрестә өйрәнеләһе материалдың йөкмәткеһен, уҡытыусының һәм уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлеген, эш алымдарын, көтөлгән һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләп ҡуйыу проектлау методының төп асылын тәшкил итә. Ул эште алдан планлаштырыуҙы, эҙмә-эҙлекле этаптар буйынса ойоштороуҙы һәм ҡатмарлана барған практик эштәрҙе башҡарып, балаларҙың үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереүҙе һәм төрлө күҙәтеү алымдарын ҡулланыуҙы күҙ уңында тота.

Проект өҫтөндә эште уңышлы үтәү өсөн маҡсаттар:

-проект эше менән уҡыусының интеллектуаль үҫешен тәьмин итеү,

 -уның фекерләү һәләтен үҫтереү,

- үҙ эшенә баһа бирергә, башҡортса дөрөҫ һөйләшергә, уҡырға, яҙырға өйрәтеү менән бергә уларҙа әҙәп-әхлаҡ, толерантлыҡ тәрбиәләү.

- уҡыусыны эш талаптары менән таныштырыу,

-ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға, күренештәрҙең төбөнә үтеп инергә өйрәтеү.

 Бурыстар:

  • Эш барышы уҡыусының кәйефенә тәьҫир итә һәм теманы өйрәнеүгә теләк уята.
  • Уҡыусыны билдәле бер тема өҫтөндә ижади эшләргә, төрлө сығанаҡтарҙы ҡулланып, үҙ аллы мәғлүмәт табырға өйрәтә.
  • Проект эшен ойоштороу барышында уҡыусылар үҙ-ара аралаша, бер-береһенә йоғонто яһай, уҡытыусы контролер ролен түгел, ә консультант ролен үтәй.
  • Бөтә уҡыу процесы уҡыусыға йүнәлтелә, уның ҡыҙыҡһыныуы, тормош тәжрибәһе һәм шәхси һәләттәре иҫәпкә алына.
  • Уҡыусыла конкрет проект буйынса конкрет эшкә индивидуаль һәм коллектив яуаплылыҡ уята.
  • Бергәләп эшләү уҡыусыға башлаған эште аҙағына тиклем еткерергә, эш һөҙөмтәһен документаль күрһәтергә өйрәтә.

Проект эшенең һөҙөмтәләре һәм уларға талаптар:

Проект эшенең һөҙөмтәһе булып теге йәки был предмет- продукт та, фекер йөрөтөү, эмоциональ, бергәләп эшләү тәжрибәһе лә булырға мөмкин. Тәүгеһе презентацияла күрһәтелһә, икенсеһе иһә рефлексия барышында билдәләнә.

Эштең һөҙөмтәһе: газета, журнал, сценарий, презентация, видеофильм, доклад, буклет, йыйынтыҡ, һүҙлек, һүрәттәр, плакаттар, альманах, музыкаль альбом, макет, web-сайттар, фильмдар һ.б.

Проект эшенә баһа бер нисә өлөштән торорға мөмкин: эксперт баһаһы, үҙ баһа, төркөм баһаһы; уҡытыусы баһаһы, проект консультанты баһаһы.

Уҡыу йылы буйына  ошондай проекттар тәҡдим ителә:

5 класс өсөн- “Һандар илендә”,”Исем донъяһында ҡунаҡта”

6класс өсөн- “Ҡәрҙәш телдәр”, ”Грамматика иленә сәйәхәт”,”Исем”

7 класс өсөн- “Ҡылым батшалығы”, “Тел һәм уның үҙенсәлектәре”

8 класс өсөн- “Туған телем-башҡорт теле”,”Һөйләм киҫәктәре”

9 класс өсөн- “Һан төркөмсәләре”,”Морфология иленә сәйәхәт”

        

КИМдар

5 класс

Ким №1

Күсереп яҙыу

Ҡурай моңо

Ҡайҙандыр ҡурай моңо ишетелә. Моң йөрәктәргә үтеп инә. Ҡоштар ҙа, йәнлектәр ҙә, йылғалар ҙа тынған. Ағастар әкрен генә тирбәлеп ойоп ултыра. Урман сәскәләре лә ошо тәьҫиргә бирелгән. Улар хатта тын алыуҙан да туҡтаған кеүек.

Ә һеҙ, балалар, ҡурай моңон тыңлағанығыҙ бармы?

                                                                            Ким №2

                                                                       Ижади эш

                                                                         Ҡыш

      Ғинуар. Ғинуарҙа яңы йыл башлана. Ғинуар – беҙҙең Башҡортостанда ______ай. Ыжғыр_____ көндәр күп була. Әсе ____һыҙғыра, төндәрен ул олой, ҡоторона. ______,_____,______ҡалын ҡар аҫтына күмелгәндәр. Улар сатлама һыуыҡтарҙың уҙғанын көтәләр. Тик____,___ ғына көслө һыуыҡтарҙа ла соҡсоналар. Улар кеше йәшәгән урындарҙан ___ эҙләйҙәр. Ябалаҡ үткер күҙҙәре менән ҡар өҫтөн күҙәтә. Ҡар аҫтындағы өңөнән сыҡҡан сысҡанды һағалай.

Белешмә өсөн һүҙҙәр: иң һыуыҡ, буранлы,ел, селдәр, ҡорҙар, һуйырҙар һайыҫҡандар, турғайҙар,аҙыҡ.

                                                                      Ким №3.

                                                                        Диктант

                                                                 Яңғыҙ ҡайын

     Бына, көтә торғас, көндәр ҙә йылына башланы.Ҡарҙар иреп, һыуҙар ташты.Ҡайынға ла йән инде.Тамырҙан күтәрелгән татлы һуттан һәр бөрөһө хәрәкәткә килде.Ҡайын бер кемдән дә бөрөһөн йәлләмәне:улар бик файҙалы бит.Көндәр үтә торҙо.Ҡайын аҡ зифа буйлы, йәшел күлдәкле күркәм ағасҡа әйләнде.(48 һүҙ)(Ф.Фәтҡуллина)

1.Ҡайын һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.

2.Сифаттарҙың аҫтына һыҙығыҙ.

7 класс 
Ким №1

Ижади эш «Көҙ» 
Ноябрь –көҙҙөң ____айы. Иртәнсәк һәм кистәрен бик ____ була. Көслө елдәр иҫә. Ел ағастарҙың һуңғы япраҡтарын ҡоя .______ һәм _____боҙ менән ҡаплана. Ноябрҙә һуңғы өйрәктәр көньяҡҡа китеп бөтә. Баҡсаларҙа, өй тирәләрендә _____күбәйә.Улар _____емештәре менән туҡланалар. Ноябрь аҙағында баҫыуҙарҙы,яландарҙы ____ ҡаплай. Ҡоштарға ем табыуы ауырлаша. 
Белешмә өсөн һүҙҙәр: һуңғы, һыуыҡ, күлдәр,йылғалар, ҡыҙылтүштәр, миләш, ҡар 

Ким №2 
2. Һорауҙарҙа яуаптар.Ҡылым һөйкәлештәре. 

Ким №3.

Диктант 
Йәйге иртә. 
Һоҡланғыс йәйге иртә.Ҡыҙарып сыҡҡан ҡояш нурҙарында,һарғылт йәшел төҫкә инеп,әкрен генә томан күтәрелде.Күҙ яуын алып,үлән баштарында ысыҡ емелдәй,әйтерһең дә,аяҡ аҫтында һанһыҙ ы бөртөктәре һипкәндәр.Тәбиғәт әкренләп йоҡонан уяна.Ҡайҙалыр алыҫта һайыҫҡан шыҡырлағаны ишетелде.Уға яуап ҡайтарғандай,ике тапҡыр кәкүк тә саҡырып ҡуйҙы.

 

8 класс

Ким №1

  1. Һорауҙарға яуаптар

1.Нимә ул һөйләм?

2.Интонация буйынса һөйләмдең ниндәй төрҙәре була?

3. Һөйләм төрҙәренә берәр миҫал яҙығыҙ.

4. Һары япраҡтар ергә ҡойола.Ошо һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатығыҙ.

5.Бөгөн беҙ класс менән киноға барабыҙ.Эйә менән хәбәрҙе табығыҙ,грамматик анализ эшләгеҙ.

Ким№2

 Ижади эш

1. Тексты уҡығыҙ, йөкмәткеһен аңларға тырышығыҙ.

Прочитайте текст и постарайтесь понять содержание.

Беҙҙең дуҫ.

Олатайым атайымдың тыуған көнөнә компьютер бүләк итте. Мин дә, атайым да быға бик ҡыуандыҡ. Атайым компьютерҙы өҫтәлгә ҡуйҙы ла:

-            Был беҙҙең яҡшы дуҫ булыр, - тине.

Хәҙер атайым компьютерҙа нимәлер иҫәпләй. Әсәйем шиғыр баҫа. Мин уйындар уйнайым, һүрәттәр төшөрәм, шахмат уйнайым. Һеңлем компьютерҙа һүрәттәр төшөрә.

Ысынлап та, компьютер беҙҙең  дуҫ булды.

(Ф. Ғөбәйҙуллина.)

 2. Тәржемә итегеҙ.  Переведите слова и словосочетания.

Тыуған көн –

Иҫәпләй –

Уйнайым –

Беҙҙең дуҫ –

Минең олатайым –

Һеңлем һүрәт төшөрә –

Бүләк –

 

3.Һорауҙарға яуап бирегеҙ. Ответить на вопросы.

Атайым олатайыма нимә бүләк итте?

__________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Атайым компьютерҙы ҡайҙа ҡуйҙы?

__________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Әсәй компьютерҙа нимә эшләй?

__________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Атай компьтерҙа нимә эшләй?

__________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Һин компьютерҙа нимәләр эшләйһең?

_______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

 

4. Дөрөҫ һөйләмде тап. Найдите правильное предложение.

а) Атайым компьютерҙа һүрәттәр төшөрә.

б) Мин уйындар уйнайым, һүрәттәр төшөрәм.

в) Һеңлем нимәлер иҫәпләй.

5. Һөйләмдәр төҙөгөҙ. Составьте предложения.

Әсәй                                   бүләк итте

Һеңлем                               шиғыр баҫа

Атайым                               һүрәт төшөрә

Олатай                                нимәлер иҫәпләй

6. Аҫтына һыҙылған һөйләмде тәржемә итегеҙ.

Переведите подчеркнутое предложение.

_______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

 Фамилия, исем ____________________________________________

Класс ______                                                       Дата _________________

Ким№3 Диктант

Матур иртә
     Июнь- йылдың иң матур айы. Болон, туғайҙар гөрләп сәскә ата. Был айҙа Өфө ҡалаһына яҡын аҡландарҙа 40-тан ашыу сәскә төрөн күрергә мөмкин. Йылға, күлдә өҫтөн ап-аҡ һәм һап-һары томбойоҡ сәскәләре ҡаплай.      Май, июнь – ҡоштарҙың бала сығарыу ваҡыты. Улар балаларына ашарға ташып бер була. Мәҫәлән, бәләкәй генә себен сәпсеге тәүлегенә 560 тапҡыр осоп, аҙык килтерә. Июндә күбәләктәр оса. Бал ҡорто күс айыра.Июнь - тәүге еләктәр айы. Иң тәүҙә ҡайын еләге бешә. 

9 класс

Ким№1

I. Тексты иғтибар менән уҡып сығығыҙ һәм эстәлеген аңларға тырышығыҙ.

Внимательно прочитайте текст и попытайтесь понять его содержание.

 

Башҡортостан – беҙҙең тыуған төйәгебеҙ. Башҡортостан – башҡорт иле тигән һүҙ. Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы - Өфө. Өфөлә бик күп халыҡтар йәшәйУлар дуҫ, татыу йәшәй.

Башҡортостан ерендә йылғалар, күлдәр бик күп. Бында иң ҙур йылға – Ағиҙел. Ул Кама йылғаһына ҡоя. Башҡортостанда күлдәр ҙә бик күп. Иң ҙур күл – Асылыкүл.

Башҡортостан һыуыҡ көндәре менән Себерҙе, шифалы һыуҙары менән Кавказды, көслө елдәре менән тайганы хәтерләтә.

 II. Текст буйынса һорауҙарға яуап бирегеҙ. Бер генә дөрөҫ яуапты билдәләгеҙ.

Ответьте на вопросы. Отметьте один правильный ответ.

1. Башҡортостандың баш ҡалаһы нимә?

а) Салауат;

б) Өфө;

в) Сәрлетамаҡ.

1.     Башҡортостан ерендә нимәләр күп?

а) йылғалар,күлдәр;

б) халыҡтар, кешеләр;

в) машиналар, автобустар.

2.     Башҡортостанда иң ҙур йылға?

а) Ҡариҙел;

б) Дим;

в) Ағиҙел.

4. Башҡортостан һыуыҡ көндәре менән нимәне хәтерләтә?

а) тайганы;

б) Себерҙе;

в) Кавказды.

5. Республикала халыҡтар нисек йәшәй?

а) дуҫ;

б) матур;

в) көслө.

6. Тәржемә итегеҙ. Переведите.

Тыуған төйәк -

Халыҡ –

Баш ҡала –

Һыуыҡ көндәр –

Дуҫ йәшәй –

7.      Аҫтына һыҙылған һөйләмдәрҙе рус теленә тәржемә итегеҙ. Переведите на русский язык подчеркнутые предложения и запишите.

________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

____________________________________________________

 

8.Текстҡа исем бирегеҙ.

Озаглавьте текст.

_________________________________________________

9. Тыуған төйәк  һүҙенең синонимдарын яҙығыҙ.

Напишите синонимы слова тыуған төйәк.

 

 

Фамилия, исем ____________________________________________

Класс  _______                                      Дата ____________________

 Ким №2

Диктант

                                                             Ҡыш
      Ҡарағайлыға ҡыш ҡапыл килде. Кис ваҡ ҡына ямғыр яуып торҙо. Ел һалҡын түгел ине. Төндә һыуытып ебәрҙе. Дымлы ер өҫтө шаҡырлап туңды. Төньяҡтан һалҡын ел иҫте. Ул көсәйҙе, ас бүре кеүек олоно. 
Таң алдынан буран күтәрелде. Ер менән күк бергә тоташҡандай булды. Хатта күрше йорттарҙы ла күрерлек түгел ине. Кешеләр аптырап ҡалды. Ярты метрҙан артыҡ ҡар яуған, һырындылар өйөлгән. Бына шулай ҡыш башланды. 


Ким №3

Диктант

                                                                    Ай Уралым, Уралым!
         Ғәжәп тауҙар теҙмәһе ул Урал. Уның ҙурлығын, оҙонлоғон тасуирлап, былай тип яҙған башҡорт халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти: “Үҙе Боҙ диңгеҙенең һыуын эсә, ә ҡойроғо ҡойона Аралда”. Эйе, ысынлап та, уның бер осо Төньяҡ Боҙло Океанға етеп торһа, көньяғы Ырымбур далалары һәм Ҡаҙағстанға барып сыға. Мәғрур Урал буйҙарында бик боронғо замандарҙан алып башҡорт халҡы йәшәгән. Ошо тауҙарға һоҡланып, ул “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”  эпостарын, бик күп йырҙар, әкиәттәр ижад иткән.

       “Урал” атамаһы башҡорт теленән алынған. Урал образы башҡорттарҙың Тыуған ил символы булып һанала. 



Предварительный просмотр:

Тематик план

Предмет: башҡорт  теле, йылына 34 сәғәт (аҙнаһына 1 сәғәт иҫәбенән) 
Класс: 2 аг

Тематик планлаштырыу  

  Сәғәт

Планл.дата

Планл.дата

Фактик дата

Фактик дата

Танышыу. Сәләмләү. Алфавит.

Әә, Һһ хәрефтәре

1

07.09.2020

01.09.2020

Танышыу. Сәләмләү.

ң хәрефе

1

14.09.2020

08.09.2020

 Һин ҡайҙа йәшәйһең? Ҙҙ хәрефе

1

21.09.2020

15.09.2020

 Һиңә нисә йәш?

Был мин. Үү, Ҡ ҡ хәрефтәре

1

28.09.2020

22.09.2020

 Тән өлөштәре. Ҡ ҡ хәрефе

1

05.10.2020

29.09.2020

 Минең ғаиләм.

Бармы?  Ғғ хәрефе

1

19.10.2020

06.10.2020

 Нимә эшләй?  Өө  хәрефе

1

26.10.2020

20.10.2020

 Мин нимә яратам? ҫ хәрефе

1

02.11.2020

27.10.2020

  Минең мәктәбем.

1

09.11.2020

03.11.2020

 Минең класым. Һөйләмдә  һүҙҙәр тәртибе

1

16.11.2020

10.11.2020

 Мин мәктәпкә йыйынам. Эйәлек ялғаҙары

1

30.11.2020

17.11.2020

 Мин дәрестә. Ҡайҙа? һорауы

1

07.12.2020

01.12.2020

 Мин дәрестән сыҡтым. Нимә эшләйем? һорауы

1

14.12.2020

08.12.2020

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

1

21.12.2020

15.12.2020

 Уйынсыҡтар. Ни  эшләйбеҙ?һорауы

1

28.12.2020

22.12.2020

 Уйынсыҡтар магазины. Ниндәй? һорауы

1

11.01.2021

29.12.2020

 Уҡыусылар өсөн ҡағиҙәләр. Ни  эшләмә?һорауы

1

18.01.2021

12.01.2021

 Мин уйнарға яратам.  Ни эшләйбеҙ?һорауы

1

25.01.2021

19.01.2021

 Ҡышҡы уйындар.

1

01.02.2021

26.01.2021

 Кейем-һалым. Һөйләмдә  һүҙҙәрҙең килеү тәртибе.

1

08.02.2021

02.02.2021

 Һандар

1

15.02.2021

09.02.2021

 Һандар. Һөйләм. Һөйләм төрҙәре.

1

01.03.2021

16.02.2021

 Минең тоғро дуҫтарым. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе

1

15.03.2021

02.03.2021

 Зоопаркта. Ҡайҙа? һорауы

1

22.03.2021

09.03.2021

 Ҡырағай хайуандар.  Ҡайҙа?

Ҡасан? Һорауҙары

1

29.03.2021

16.03.2021

 Ҡоштар.

1

12.04.2021

23.03.2021

 Йорт хайуандары һәм ҡоштар. Бәйләнешле текст төҙөү

1

19.04.2021

30.03.2021

 Ваҡыт. Һандар.

Нисә? Нисәнсе? һорауы

1

26.04.2021

13.04.2021

 Сәйәхәт. Менән  һүҙен практик ҡулланыу

1

17.05.2021

20.04.2021

 Көн тәртибе. Ни  эшләйбеҙ? һорауы

1

24.05.2021

27.04.2021

Күсереп яҙыу “Урал”

1

31.05.2021

04.05.2021

 Йәй килде. Башҡорт теленең  үҙенсәлекле өндәре.

1

11.05.2021

 Йомғаҡлау дәресе.

1

18.05.2021

 Резерв

1

25.05.2021

Контроль күсереү

Урал

       Урал –башҡорт иле. Элек башҡорт ере бик ҙур булған. Унда башҡорттар ғына йәшәгән. Башҡорт ерҙ.ренә татарҙар,ру.тар,сыуаштар,латыштар ,мариҙар һәм башҡа халыҡтар килеп ултырған. Шуға күрә хәҙер Башҡортостанда төрлө милләт кешеләре йәшәй. Уларҙың һаны йөҙҙән ашыу.



Предварительный просмотр:

Тематик планлаштырыу

3в класс,башҡорт теле

Темалар

Сәғәт һаны

 План. дата

         3в                      

Факт. дата

         3в

2-се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.Танышыу.

1

01.09.2020

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.Һин ҡайҙа йәшәйһең?

1

08.09.2020

Һин ҡайҙан?Хәлдәр нисек?Һорау һәм хәбәр һөйләм.

1

15.09.2020

Мин белем алам.Был нимә?Бармы?Хәбәр һәм һорау һөйләм.

1

22.09.2020

С.Әлибаев.Өсөнсөләр.Нимәһеҙ? һорауы.

1

29.09.2020

Мин һәм минең ғаиләм.Кем нимә эшләй?Кем? һорауы.

1

06.10.2020

Өләсәйем.Нимә эшләргә тейеш?

1

20.10.2020

Т.Дәүләтбирҙина.Әсәйемә. Нимә эшләргә тейеш?

1

27.10.2020

Һорауҙарға яуаптар “Ғаилә”

1

03.11.2020

Мин һөнәр һайлайым.Кем ҡайҙа эшләй?

1

10.11.2020

Һөнәрҙәр.Ата-әсәйемдең һөнәре.Һөйләм төҙөү.

1

17.11.2020

Мин тәбиғәтте яратам.Нимәләр? Нимә  эшләйҙәр?

1

01.12.2020

Нимә ул тәбиғәт?Яңы һүҙҙәр менән танышыу.

1

08.12.2020

Ун ике ай.Һөйләм.

1

15.12.2020

Башҡортостанда үҫкән үләндәр.Нимәләр?

1

22.12.2020

Башҡортостан тәбиғәте.Ниндәй?

1

29.12.2020

Бөжәктәр.Нимәләр?

1

12.01.2021

Ҡоштар.Нимә эшләйҙәр?

1

19.01.2021

Минең яратҡан миҙгелем. Нимә?Нимә эшләй?Ҡасан?

1

26.01.2021

 Беҙҙең яҡтың тәбиғәте.

1

02.02.2021

Яҙ.Яҙғы тәбиғәт.Синоним.

1

09.02.2021

     22

С.Әлибаев “Боҙбармаҡтар ниңә илай?”Нимә?

1

16.02.2021

23

Йәй.Еләктәр.Нимә?Нимә эшләй?

1

02.03.2021

24

Үләндәр.Мәтрүшкә.Нимәләр?

1

09.03.2021

25

Көҙ.Көҙгө уңыш.Нисә? һорауы.

1

16.03.2021

26

Хәреф диктанты.

1

23.03.2021

27

Телмәр үҫтереү.Тыуған яҡтың тәбиғәте.

1

30.03.2021

28

Минең гардеробым. Ниндәй?

1

13.04.2021

29

Кейем-һалым. Ф. Туғыҙбаева”Яңы күлдәк”.Ниндәй?

1

20.04.2021

30

Минең тыуған көнөм.Ҡасан?

1

27.04.2021

31

Контроль эш “Йәй”

1

04.05.2021

32

Хаталар өҫтөндә эш.Мин сәйәхәтсе.Нимә менән?Нисек?

1

11.05.2021

33

Юл.Юл ҡағиҙәләре.Нисек?Тел күрке-мәҡәл. Йомғаҡлау.

1

18.05.2021


КИМ- 1                                                 Күсереп яҙыу

Йәй

            Ҡояш йәй көнө ныҡ ҡыҙҙыра. Көндәр оҙон һәм эҫе була. Йәйге йылы ямғырҙар тиҙ үтәләр.

Болондарҙы, аҡландарҙы сәскәләр ҡаплай. Ҡоштар бала сығара. Улар иртәнән кискә тиклем ем ташыйҙар.

Июндә ер еләге өлгөрә. Июлдә төрлө еләктәр бешә, бәшмәктәр ҡалҡып сыға. Йәй ҡыр эштәре күп була.



Предварительный просмотр:

Тема

Сәғәт

План. дата

Фактик дата

Беренсе сентябрь – Белем көнө.

1

02.09.2019

Мин мәктәпкә ни өсөн йөрөйөм? Һөйләм.

1

09.09.2019

Мин ниндәй дәресте яратам? Һөйләм.

1

16.09.2019

Мин нимә уҡырға яратам ? Исем.

1

23.09.2019

Мәктәптәге дуҫтарым менән таныштырайыммы ? Исем.

1

30.09.2019

Беҙ мәктәптә нимә тураһында һөйләшәбеҙ ? Исем.

1

07.10.2019

. «Минең атайым».

1

14.10.2019

Уҡыу күнекмәләрен тикшереү. «Нимә ул яҡшы, нимә ул  насар ?».

1

21.10.2019

Һорауҙарға яуаптар

1

28.10.2019

Минең өйҙәге бурыстарым. Сифат.

1

11.11.2019

Минең яратҡан шөғөлөм. Сифат.

1

18.11.2019

Мин йәшәгән бүлмә. Сифат.

1

25.11.2019

Минең кескәй дуҫтарым. Сифат.

1

02.12.2019

Мин йәшәгән Ер. Алмаш.

1

09.12.2019

Мин йәшәгән йорт. Алмаш.

1

16.12.2019

Минең тыуған ҡалам. Һан.

1

23.12.2019

Башҡортостандың ҡалалары һәм ауылдары. Һан.

1

30.12.2019

Күнегеүҙәр эшләү

1

13.01.2020

Уҡыу күнекмәләрен тикшереү. «Ҡыш һәм йәй».

1

20.01.2020

Йәнлектәр йыл миҙгелен беләме ? Рәүеш.

1

27.01.2020

Контроль күсереү “Ҡыш”

1

03.02.2020

Бөжәктәр нисек йәшәй? Рәүеш.

1

10.02.2020

Һауа торошон белеү ниңә кәрәк ?Рәүеш.

1

17.02.2020

Киләсәктә тәбиғәттә үҙгәрештәр булырмы ? Рәүеш.

1

02.03.2020

Минең тормошомдағы ҡыҙыҡлы хәлдәр. Ҡылым.

1

16.03.2020

Минең иң ҙур хыялым. Ҡылым.

1

23.03.2020

Минең кумирҙарым. Ҡылым.

1

30.03.2020

Минең бюджет. Ҡылым.

1

Мин кейем һатып алам. Ҡылым.

1

13.04.2020

Уҡыу күнекмәләрен тикшереү. «Магазинда».

1

20.04.2020

  Һүҙлек диктанты.

1

27.04.2020

Мин модалы кейем яратам. Ҡылым.

1

Бүләк һайлайым. Ҡылым.

Йомғаҡлау.

1

18.05.2020

КИМ-1

Ҡыш.

?ышын 7оштар4а 7арап, 3ауа торошон алдан белеп була. "г2р тур4ай 32м с21к2л2р 3ауала 0йр0л32- 7ар яуа. Улар   ерг2 т0ш32- к0н йылыта. Шул 7оштар а4ас башына 7ун3а, 3ыуы7 булырын к0тт2 тор. А4асты8 а97ы бота7тарына ултыр3алар, ел , буран сы4аса7.

        Л2кин шулай 6а 7ыш и8 матур ми6гелд2р62н 3анала.

КИМ – 2

Һүҙлек диктанты: мәктәп, китап, уҡыусы, уҡытыусы,көндәлек,дәреслек,ҡыш,ҡоштар,Башҡортостан, Өфө, айыу, ҡуян,Урал,өләсәй, олатай,бәхет, һаулыҡ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Календарно-тематическое поурочное планирование к УМК «New Millennium English» 7 класс

Календарно-тематическое поурочное планирование подготовлено к УМК «New Millennium English» для 7 класса, авторы: Н.Н.Деревянко, С.В.Жаворонкова, Л.В.Козятинская, Т.Р.Колоскова, Н.И.Куз...

Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11)

Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11) Авторы: В.П. Кузовлев, Н.М. Лапа, Э.Ш. Перегудова, И.П. Костина, О.В. Дуванова, Е.В. Кузнецова, Ю.Н. БалабардинаМ.: ...

Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11)

Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11) Авторы: В.П. Кузовлев, Н.М. Лапа, Э.Ш. Перегудова, И.П. Костина, О.В. Дуванова, Е.В. Кузнецова, Ю.Н. БалабардинаМ.: ...

Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-2” (серия УМК 2-11) Авторы: В.П. Кузовлев, Э.Ш. Перегудова, С.А. Пастухова, О.В. Стрельникова М.: Просвещение, 2006

Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-2” (серия УМК 2-11)Авторы: В.П. Кузовлев, Э.Ш. Перегудова, С.А. Пастухова, О.В. СтрельниковаМ.: Просвещение, 2006(рассчитан на 3 часа ...

Календарно-тематическое поурочное планирование к УМК “English-9” (серия УМК 5-11; Кузовлев В.П.)

Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-9” (серия УМК 5-11)Авторы УМК: В.П. Кузовлев, Н.М. Лапа, Э.Ш. Перегудова, Л.Н. Григорьева, И.П. Костина, Е.В.Кузнецова, О.В.ДувановаМ.: Прос...

Календарно-тематическое поурочное планирование к УМК “English-10-11” (10 класс); (серия УМК 5-11; Кузовлев В.П.)

Календарно-тематическое поурочное планирование  по УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11) Авторы УМК: В.П. Кузовлев, Н.М. Лапа, Э.Ш. Перегудова, И.П. Костина, О.В. Дуванова, Е.В. Кузнецова, Ю.Н. Ба...

Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11)

Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11)...