«Мостай Кәрим – башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы» темаһына әҙәби – музыкаль кисә.
методическая разработка (6 класс) на тему

Шарафисламова Залифа Муратовна

«Мостай Кәрим – башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы»  темаһына әҙәби – музыкаль кисәнең сценарийы.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл mostay_krim._zbi-muzykal_kis.docx24.24 КБ
Реклама
Онлайн-тренажёры музыкального слуха
Музыкальная академия

Теория музыки и у Упражнения на развитие музыкального слуха для учащихся музыкальных школ и колледжей

Современно, удобно, эффективно

Посмотреть >


Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Ҡалтасы районы муниципаль районының Краснохолмский 1-се урта дөйөм белем биреү муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы

«Мостай Кәрим – башҡорт әҙәбиәтенең

ғорурлығы»  темаһына

әҙәби – музыкаль кисә.

                                              Төҙөнө:  Краснохолмский 1-се урта мәктәбенең

                                                                       башҡорт теле  һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                                   Шәрәфисламова Зәлифә Морат ҡыҙы.

Муниципальное  общеобразовательное бюджетное учреждение Краснохолмская общеобразовательная школа №1 муниципального района Калтасинский район Республики Башкортостан

Литературно-музыкальная композиция на тему  “Мустай Карим – гордость башкирской литературы”.

Составила: учитель башкирского языка и литературы

Краснохолмской общеобразовательной школы №1

Шарафисламова Залифа Муратовна.

             

                  Мостай Кәрим – башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы.  

( Әҙәби – музыкаль кисә)

   Маҡсат. Уҡыусыларҙа тыуған еребеҙ, арҙаҡлы шәхестәребеҙ менән ғорурланыу тойғоһо, М.Кәримдең үҙенә һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү, уның әҫәрҙәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм уларҙы өйрәнеүгә ынтылыш уятыу.

   Йыһазландырыу. Зал байрамса биҙәлгән. М.Кәримдең портреты, плакаттар, шиғырҙар яҙылған стендтар ҡуйылған, әҙәби әҫәрҙәрҙән күргәҙмә ойошторолған. Слайдтар күрһәтеү өсөн проектор, ноутбук, экран; аудиокассеталар.

Кисә барышы.

       М.Кәримдең «Ҡоштар осорам» шиғырын  һөйләгән видеоролигын ҡарау.  (5-9 синыфтар өсөн «Башҡорт әҙәбиәте» электрон ҡулланмаһы).

Экранда М.Кәримдең портреты һәм шиғырҙарынан өҙөктәр яҙылған слайдта

бер-бер  артлы алышынып тора. 

        Егет. Һаумыһығыҙ,  хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙең белем йортонда оло, иҫтәлекле ваҡиға. Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙәбиәтебеҙҙең ғорурлығы М.Кәримдең 95 йәшенә арналған кисәгә йыйылдыҡ. Был кисәлә әҙиптең данлы тормош юлы, ижад һуҡмаҡтары, уҡыусылар күңелен яулаған ҡабатланмаҫ ижад гәүһәрҙәре күҙ алдына баҫыр һәм әҙәбиәт донъяһына сәйәхәткә илтер. Барығыҙға ла күтәренке кәйеф, рухи байлыҡ юллап, кисәбеҙҙе башлайбыҙ.

     Ҡыҙ. Эй, ғүмерҙең сая, ҡабатланмаҫ миҙгелдәре… һәр кемдең үҙ яҙмышы, үҙ тормош юлы, үҙ ҡарашы бар был донъяла. Тик яҙмыштарҙан уҙмыш ҡына юҡ шул… Аҡҡан һыуҙар кире ҡайтмай икән. (Ҡурай моңо яңғырай)

     Егет Р.Ғариповтың «Бала саҡ» шиғырын һөйләй.

    Сәхнәгә түбәтәй, ыштан, аҡ күлдәк кейгән бәләкәй кендек сыға. Ул түмәргә ултырып уйлана.

     Ҡыҙ. Дим буйының гүзәл тәбиғәтле Шишмә районы Келәш ауылында бер малай тыуа. Барлыҡ ата-әсәләр кеүек үк, изге ниәттәр юрап, Мостафа тип исем ҡушалар. Ауылдың башҡа малайҙарынан бер нимәһе менән дә айырылып тормай Мостафа, улар кеүек шуҡ һәм зирәк була. Бала саҡ хәтирәләре Мостафаның күңел һандығында мәңгелеккә урын алалар һәм, тормошоноң яҡты нурҙарына әүерелеп, һәр саҡ йәнәш атлайҙар.

       Бәләкәй Кендек. Минең оло инәйемде  «кендек әбейе», ә үҙемде «кендек бабайы» тип йөрөтәләр. Мин бәләкәймен әле. Оло инәйемдең камзул кеҫәһенә буйым саҡ-саҡ етә. Ул тылсымлы кеҫәнән тәмле-томло нәмәләр һис ваҡытта ла өҙөлмәй, йә берәй шаҡмаҡ шәкәр, йә дүрт-биш бөртөк йөҙөм емеше, йә перәник валсығы, йә кипкән муйыл, йә ҡурылған борсаҡ була. Торғаны менән хазина инде ул кеҫә -  бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазина!

     (Кендек һөйләп бөтмәҫ элек, ат сабышҡан тауыштар менән музыка ишетелә. Атҡа «атланған», сыбыҡ тотҡан малайҙар баҫтырышып, сәхнәгә сығалар ҙа Кендекте уратып алалар. )

- Эй, Кендек! Ни хәл,  Кендек!  Бәпес ҡоймағы тәмлеме, Кендек?

      Кендек. Ҡуйығыҙ әле, малайҙар, шаярмағыҙ!

      - Кендегеңде күрһәт әле, Кендек! Беҙгә лә бәпес күстәнәсе алып кил әле. Кендек! Кендек! Кендек!

     Кендек. Етәр инде! Күп шаярмағыҙ, уйнамам да ҡуйырмын!

     Малай. Ярай инде, үсекмә, Кендек! Беҙ киттек, уйнарға килерһең. Көтәбеҙ! (Сабышып сығып китәләр)

     Кендек. Эйе, бына былары, минең бала саҡ дуҫтарым! Шаяндар! Ҡыйыуҙар!Зирәктәр! (Уларҙы ҡарашы менән оҙатып ҡала, уйлана.) Һәр өйҙә тиерлек, иртәһенә-кисенә, яҙына-көҙөнә ҡарамай, үҙ ваҡыты еткәс, кеше тыуа. Шул кешене ҡаршы алырға оло инәйем менән мин һәр саҡ кәрәк инек. (Сабый тауышы яңғырай) . Оло инәйемдең шифалы ҡулдары, яҡты күңеле һәр сабыйға тик изгелек, тәүфиҡ ҡына өләшә ине. Шул ваҡиғалар миңә оло һабаҡ булды һәм күп нәмәгә өйрәтте. Эх, бала саҡ, бала саҡ… (Түмәргә ултыра.)

     Алып барыусы. Ғәзиз тыуған яғының гүзәл тәбиғәте, инәһенең изгелекле кәңәш-теләктәре, дуҫтарының эскерһеҙлеге, ярҙамсыллығы Мостай күңеленә мәңгелеккә һалына һәм ғүмере буйына оҙата килә. Ул ҡайҙа ғына йөрөһә лә, ниҙәр генә күрһә лә йәнтөйәгебеҙҙең гәлсәр шишмәләренән илһам алып йәшәй һәм моңло йыр кәрәҙҙәре ҡоя.

     Йыр ( «Һаумы, тиҙәр гөлдәр». Н.Мөстәҡимов музыкаһы, М.Кәрим һүҙҙәре.) яңғырай. Йырлап бөткәс, Кендекте алып сығып китә.

     Оло Кендек. (15-16 йәштәрҙә, һөйләп сыға). Донъя, ғәмһеҙ бала саҡ үҙ яйы менән бара бирҙе. Малайҙар менән ыҙғыштыҡ та, яраштыҡ та. Әммә «Кендек»те миңә барыбер йәбештерҙеләр.   Эй, хикмәтле ваҡыттар бик күп ине беҙҙең бала саҡ илендә! Баш ҡалаға ҡалас ашарға барыу ғына ниндәй әкәмәт булғайны!!! (Ситтә торған түмәргә ултырып, иҫләй ).    

     «Ҡалас ашарға барыу» сәхнәләштерелә.

     Әсғәт. Малайҙар!  Малайҙар, тим! Әле генә йомро Талип ағайым менән атайым һөйләшеп торҙо. Йомро Талип әйтә, иртәгә ҡалала урыҫтарҙың «Ҡалас» байрамы икән, ти. Шул байрамда бөтә кешегә лә бушҡа аҡ ҡалас өләшәләр икән, ти. Бына шундай, күперелеп торған ап-аҡ, йомшаҡ ҡалас, ти. Хәтәр тәмле була, ти, ҡаластары!

     Ибрай. Кит әй! Ышанмайым, йә алдайҙыр.

     Әсғәт.  Алдаһа, атайым ышаныр инеме ни?

     Ибрай. Йомро Талиптың шыттыра торған ғәҙәте барын бар ҙа ул, әллә инде, ышанырғамы, юҡмы?

     Вәлитдин. Малайҙар, беләһегеҙме ҡалас ҡайҙан килеп сыҡҡанын?

     Ибрай. Ҡайҙан булһын, мейестән инде.

     Әсғәт. Һин  үҙең мейестән сыҡҡанһың, тик ашығыбыраҡ сығарғандар – бешеп етмәҫ борон. (Көлә)    

     Бәләкәй Кендек. Ҡаласты бит ул ап-аҡ ондан бешерәләр.

     Ибрай. «Ҡалас» һүҙе ул, егеттәр,  «ҡала» һүҙенән килеп сыҡҡан. Йәғни «ҡаласа икмәк – ҡала ашы» тигәнде аңлата.

     Кендек. Ҡасан һуң ул «ҡалас» байрамы?

     Вәлитдин. Иртәгә, ти, иртәгә!

     Әсғәт. Эх, ҡалаға барып, ауыҙ тултырып, ҡорһаҡ кәпәйтеп, ҡалас ашап ҡайтһаң, вәт шәп булыр ине, ивет!

     Вәлитдин. Тәк, егеттәр, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, эш шулай була… теҙелегеҙ әле бер рәткә! Мине тыңлағыҙ! Смирно! Иртәгә ҡояш сыҡмаҫ борон уҡ юлға сығабыҙ! Кистән әҙерләнеп ятығыҙ, йоҡлап ҡалмағыҙ тағын. Аңлашылдымы?

     Барыһы. Эйе. Аңлашылды.

     Ибрай. Ә Кендекте алайыҡмы һуң?

     Кендек. Әлбиттә, минең дә ҡалас ашағым килә. Мин бөгөн үк китергә риза.

     Вәлитдин. Ярай, улай булғас алырбыҙ. Ә хәҙер өйҙәргә таралышабыҙ, юлға ашарға һәм йыр алырға онотмағыҙ.

    Йырлашып сығып китәләр:

          Беҙ малайҙар һәр саҡ бергә,

          Дуҫтар менән һин дә мин.

          Ҡалас булһа – Уфа едем,

          Ҡалас нет – Шишмә сидим.

     Оло Кендек. (16 йәш).  Шулай, дуҫтар, яҙмыш менән бәхәсләшеп, беҙ үҫә барҙыҡ. Буйға еттек. Һабаҡ алырға ла ваҡыт етте. Һөйөклө Оло инәйем   мине мөғәллимәгә алып барып тапшырҙы. Ғазаплы һәм серле мәктәп йылдары, белем һуҡмаҡтары минең йөрәгемдә уҡытыусыма ҡарата йыр булып яралды.

     «Уҡытыусыма» йыры (М.Кәрим һүҙҙәре, З.Исмәғилев музыкаһы) башҡарыла.

     Оло Кендек. Ғүмер уҙған һайын бөтәһе лә артта ҡалды, яҡшыһы ла, яманы ла онотолоп барҙы. Ә «Кендек»те берәү ҙә онотманы. Ул миңә ғүмерлеккә тағылды. Үҙем дә күнектем. Минең ҡушаматым миңә хатта оҡшай ҙа. (Йылмая)

     Алып барыусы. Эйе, «Кендек» ул ғүмерлеккә кешелек донъяһында үҙенсәлекле ҡушамат булып ҡалды. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә. Уның артынан ҡалманы, яҡлаусыһы, һаҡлаусыһы булды. (талғын ғына хәрби көй урғыла).

     Кендек. Яҙмыш миңә был тормоштоң төрлө яғын «ауыҙ иттерҙе». Шанлы һуғыш йылдары… (Уйлана).

     (Гимнастерка кейгән уҡыусы М.Кәримдең «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!» шиғырын ятҡа һөйләй)

     Ҡыҙ. Шағир, драматург, прозаик һәм публицист Мостай Кәрим Бөйөк Ватан һуғышының башвнан аҙағына тиклем яу юлдарын үтә. Шул дәһшәтле һуғыш йылдарында уға ғәзиз халҡы, ижад рухы һәм мөхәббәте оло терәк, таяныс була. 

     Егет. Шағирҙың һәр әҫәрендә Тыуған илгә, гүзәл әсәгә, ҡатын-ҡыҙға мөхәббәт, дан йырлана. Йәшәй, йәшәртә, илһам бирә;  күкрәй ҙә ул,   күкрәтә лә!

     (Сәхнәгә Кендек сыға, 1 ҡыҙ талғын ғына бейеү көйөнә бейей. Кендек ҡыҙға «Йөҙҙәреңә ҡыйып ҡарай алмайым» шиғырын һөйләй).

     Ҡыҙ. М.Кәрим – таштарға ла гөлдәр үҫтерер шағир. Тыуған ере – йәмле Шишмә туғайҙарының хуш еҫле сәскәләренән мәңге һулымаҫ ижад гөлләмәләре үрә ул. Һәм ижадының сәскә атҡан нигеҙе – баш ҡалабыҙ Өфөлә, әҙәбиәт донъяһына рухи йәдкәрҙәр сәсә.

     Кендек. Йылдар уҙғас, ошо ҡалаға китермен дә, бөтөнләйгә нигеҙләнермен тип, кем уйлаһын инде?

                      Был донъяны бик күп гиҙҙем,

                      Балтырҙарым талғансы.

                      Шатлыҡ эстем, хәсрәт йоттом,

                     Танһыҡтарым ҡанғансы. (Сығып китә).   

    ( Электрон ҡулланманан фотоальбом ҡарау)

     Егет. Баш ҡала М.Кәрим өсөн ижад толпарҙарының төп йортона, зәңгәр офоҡтарға әйҙәүсе хыял ҡошона әүерелә.  Әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы, сәсән телле  М.Кәрим һәр быуын кешеләренең яҡын дуҫы, замандашы, халҡыбыҙҙың ғорурлығы булып күңелдәргә сорналған.

     Ҡыҙ. Оҙон һәм бай ғүмер юлы уҙған шағирыбыҙ «Уңдым» шиғырында былай тип яҙа:

                       Күп нәмәнән уңдым.

                       Рәхмәт һеҙгә,

                       Хәйерле төн һеҙгә, үткәндәр!

                       Эйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым.

                       Минән уңды микән бүтәндәр?

     Егет. Эйе, беҙ,  һинең халҡың, һинән мең-мең тапҡыр уңдыҡ. Йәш быуын ижад ҡаҙанығыҙҙа ҡайнап йәшәй һәм йәшәр, оло фәһем. Тәрбиә алыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

                 Электрон ҡулланманан М.Кәримдең «Үткәндәргә - салауат» шиғырын уҡыған видеоролигын ҡарау.

                Кисә М.Кәрим һүҙҙәренә яҙылған йырҙар тыңлау менән  тамамлана.                                                                                                                                      


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий к спектаклю "Тень"

Сценарий был написан мною для Театральной недели 10 класса по мотивам произведения Е.Шварца "Тень", по этому сценарий был поставлен спектакль. Постановка была показана также в Префектуре ЦАО в рамках ...

Проектирование танцевального номера объединения народного танца "Русский сувенир" "Тень - тень над водою"

Проектирование танцевального номера  «Тень – тень над водою».Каждая эпоха как в зеркале отражается в танцевальной культуре народа.Фольклор наполняет душу каждого человека гордостью за свой народ,...

«Мостай Кәрим – беҙҙең өйҙөң йәме, беҙҙең Башҡортостандың йәме» темаһына әҙәби – музыкаль кисә.

«Мостай Кәрим – беҙҙең өйҙөң йәме, беҙҙең Башҡортостандың йәме»  темаһына әҙәби – музыкаль кисә....

Что же случилось на Круглянском мосту? (по повести В.Быкова «Круглянский мост»)

Урок литературы в 7 классе "Что же случилось на Круглянском мосту?" (по повести В.Быкова «Круглянский мост»)...

Әҙәби – музыкаль композиция «Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо»

Уҡыусыларҙа тыуған еребеҙ, арҙаҡлы шәхестәребеҙ менән ғорурланыу тойғоһо, М.Кәримдең үҙенә һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү, уның әҫәрҙәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм уларҙы өйрәнеүгә ынтылыш уя...

Мостай Кәримдең ижадына арналған музыкаль кисә.

Мостай Кәримдең ижадына арналған музыкаль кисә....

Кры́мский мост, также Керченский мост

Занимательная  информация. П...