методические разработки
методическая разработка на тему
Литературно-музыкальный вечер о жизни и творчестве М.Карима
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 42.45 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы
Благовар районы Таң урта дөйөм белем биреү мәктәбе
М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң,
беҙҙең илдең йәме.
(Шағирҙың 95 йыллыҡ юбилейына арнала)
Башҡарҙы: Хәмиҙуллина Земфира Кинйәбай ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
2014
Тема: М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме.
Маҡсат: 1) М. Кәримдең тормошо һәм ижады менән ентекләберәк
таныштырыу;
2) Бөйөк әҙиптең үҙенә һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү.
Кисә барышы.
Уҡытыусы. Заманыбыҙҙың оло шәхесе, милләтебеҙҙең ғорурлығы, башҡорт
шиғриәтенең титаны М. Кәрим һуңғы шиғырҙарының береһендә былай тип яҙҙы:
Китеп барһам, ҡан-ҡәрҙәштәр, һеҙгә
Нимә ҡалдырам, тип ҡаңғырам.
Түп-түңәрәк Ер ҡалдырам һеҙгә,
Сатнамаған Ҡояш ҡалдырам.
Янып торған ут ҡалдырам һеҙгә,
Ағын һыу ҡалдырып китәмен . . .
Эйе, Мостафа Сафа улы Ер, Ҡояш, ут, һыуҙан башҡа беҙгә бөтмәҫ урғылып торған ижад шишмәһен ҡалдырып китте.
Бөгөн мин һеҙҙе шиғриәт һуҡмаҡтарында йөрөргә саҡырам. Был шиғриәт юлы халыҡ шағиры, әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы, заманыбыҙҙың популяр, күренекле әҙиптәренең береһе М. Кәрим тарафынан һалып ҡалдырылған.
Мостай Кәрим бөгөн беҙҙең арала. Һүҙҙе уға бирәйек. Шағирҙың үҙе уҡыуында шиғырҙарын тыңлайыҡ.
Мостай Кәрим уҡыуында шиғырҙарын тыңлау.
1-се алып барыусы.Әлбиттә, һәр кемдеке кеүек, уның да тормошҡа юлы үҙ тыуған йортонан башлана. М. Кәрим 1919 йылдың 20 октябрендә йәмле Дим йылғаһы буйында Ҡыҙҙар тауы итәгендә урынлашҡан Шишмә районы Келәш ауылында тыуып үҫкән. Үҙенең ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө рабфагына уҡырға инә. Быны бөткәндән һуң, Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Уның тиҙерәк уҡытыусы булырға, ауылдаштарына белем өләшергә теләге була. Ул үҙе лә нәҫелендә икенсе белемле кеше була.
14 йәшендә 1-се шиғырын яҙа. Был шиғыр «Беҙ еңербеҙ» тип атала һәм С. М. Кировтың үлеменән һуң яҙыла. Беренсе шиғырында уҡ М. Кәрим еңеүгә ынтыла һәм үҙ ғүмерендә бөтә ерҙә лә Еңеүҙәр яулай: тормошта ла, әҙәбиәттә лә, яуҙа ла, тыуған халҡына хеҙмәт иткәндә лә.
20 йәшендә уның 1-се китабы донъя күрә. Ошондай ҙур шәхесте беҙгә бүләк итеүсе Мостафа Кәримовтың әсәһе Вазифа инәйҙе бөгөн иҫкә төшөрмәй мөмкин түгелдер.
1-се уҡыусы.Шиғыр «Бер йыр йырланған».
2-се алып барыусы.Әсәһе теләгәнсә, шағир үткән юлдарҙы үлән ҡапламаған. Вазифа инәйҙән: «100 йәшкә етеүҙең сере ниҙә?» - тигән һорауға – Илгә килгән ҡайғыларҙы ил менән күтәрҙек, ә бына балаларым ҡайғыртыу түгел, ғәмләндермәне лә, шулдыр сәбәбе», - тине.
Мостафаның шиғриәт һуҡмағы, әлбиттә, өйҙән мәктәпкә һуҙыла. Уның өсөн мәктәп, уҡытыусы – иң иҙге ҡәҙерле һүҙҙәр. Уҡытыусы – иң бөйөк исем. Уҡытыусы һөнәренә эйә булып та, эшләргә насип булмаһа ла, ул үҙен педагог тип хис итә. Ниндәй генә осрашыуҙарҙа булмаһын, М. Кәрим үҙенең яҡшы һүҙе, аҡыллы, фәһемле әҫәрҙәре менән кешенең рухи аңын үҫтерә.
М. Кәримдең «Уҡытыусыма» тигән йырын тыңлайыҡ.
1-се алып барыусы.Шиғриәт һуҡмағы буйлап илебеҙ киңлектәрен иңләп-буйлап сығайыҡ.
2-се уҡыусы.Шиғыр «Иңләнем дә, буйланым да . . . »
Йыр «Йылғалар төнөн серләшә».
1-се алып барыусы Ләкин йәшәү гел шулай имен генә тормаған. Яҙмыш был тормоштоң төрлө яғын «ауыҙ иттерҙе» тип яҙған шағир. Шиғриәт һуҡмағы беҙҙе шанлы һуғыш йылдарына алып килде.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ул институт тамамлап, өйләнеп, Рауза ханым менән Йәрмәкәй районына эшкә, башҡорт һәм рус телдәрен уҡытырға ебәрелә. Ләкин уға уҡытырға насип булмай, һуғыштың беренсе көнөнән үк, фронтҡа китә. Ул ҡыҫҡа сроклы хәрби курстарҙа уҡығас, башта элемтә бүлеге һәм артиллерия дивизионы штабы начальнигы булып хеҙмәт итә.
Һуғыш ваҡытында, йәғни 1942 йылда, фашист снаряды ярсығы уның комсомол билетын тишеп йөрәгенән бер нисә мм ғына ситтәрәк үтә. Тап ошо ваҡиға М. Кәримдең 1938 йылда, йәғни һуғыштан алда яҙылған «Дуҫтың үлеме» шиғырында сағылдырылған. Тимәк, ошо хәлде шағир алдан уҡ һиҙенгән.
3-сө уҡыусы.Шиғыр «Дуҫтың үлеме».
2-се алып барыусы Бәхеткә ҡаршы, М.Сафич, госпиталдә дауаланып,иҫән ҡала. Ә иптәше Фомин Владимир һәләк була. 19 йыл үткәс, йәғни 1961 йылда,М.Кәрим «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» тигән шиғырын яҙа.Был шиғыр баҫылып, уны радио,телевизорҙа укыгандан һуң, шағирға бик күп хаттар килә.Барыһы ла Фомин фамилиялы кешене эҙләйҙәр.М.Кәрим уларҙың барыһына ла яуап яҙа.Ләкин шиғырҙағы Фомин Владимир балалар йортонда тәрбиәләнгән була.
Йыр “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”.
1-се алып барыусы. М.Кәрим үҙен тормошта бик бәхетлеләрҙән һанай. Ул һуғышҡа киткәнсе үк үҙенең мөхәббәтен осратып өйләнә. Һуғышҡа киткәндә Илгиз исемле улы тыуып ҡала. Һуғыштан иҫән ҡайтыуын ул:” Хоҙай мине йәлләгәндер, уның бит ҡыҙы тыуырга тейеш, тигәндер”, - тип аңлата.
Бер уҡыусылар менән осрашыуында балалар унан: «Бәхет төшөнсәһен нисек аңлайһығыҙ?» - тигән традицион һорау бирәләр. «Бәхет – күп мәғәнәле төшөнсә. Ул күктән төшмәй. Бәхет өсөн көрәшәһең дә, уны көтәһең дә, сабыр ҙа итәһең. Бер мәл килеп моратыңа етәһең. Кемдер өсөн, мәҫәлән, яҡтылыҡтан мәхрүм кешегә быяла киҫәгенә төшкән ҡояш нурын күреү – бәхет; туптар шартлаған ерҙә тыныслыҡтың тамыр йәйеүе – бәхет; оло быуын кешеләре өсөн балаларының, йәштәрҙең шат тауышын ишетеү, тормоштоң кеүәтле яңырыуын күреү – бәхет һ. б. Бәхет төшөнсәһе һәр кешенең күңел палитраһында мең-мең төҫтә балҡый» - тип яуапланы әҙип.
4-се уҡыусы Шиғыр «Еңеүҙәрем, уңыштарым булды . . .»
5-се уҡыусы Шиғыр «Уңдым».
Йыр «Һаумы, тиҙәр гөлдәр».
2-се алып барыусы. Мостафа ағайҙың яратҡан ҡыҙы Әлфиәгә әйләнеп ҡайтайыҡ. Хәҙерге көндә Әлфиә Мостафа ҡыҙы Кәримова – үҙе өләсәй, Өфө авиация университетында инглиз теле уҡытыусыһы.
- Әлфиә турында ниндәй әҫәрҙәр уҡығанығыҙ бар? Иҫкә төшөрөп китәйек. ( «Әлфиәнең тыуған көнөнә» шиғыры, «Теге яҡҡамы», «Сыйырсыҡ балаһы», «Урманда», «Ҡыш бабай бәләкәй саҡта» хикәйәләре).
- Ауыл йортонан башланған һуҡмаҡ континенттар буйлап гиҙеүсе таҡыр юлға әйләнгән.
6-сы уҡыусы. «Россиянмын» шиғыры.
1-се алып барыусы. М. Кәрим «Минән уңды микән бүтәндәр?» - тигән һорау ҡуя.
- Эйе, әлбиттә. Кем ул М. Кәрим?
( Социалистик Хеҙмәт Геройы, Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт премияһы лауреаты, Ленин премияһы лауреаты, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург, прозаик, публицист, һүҙ оҫтаһы ).
Уҡытыусы. М.Кәрим – күп яҡлы талант эйәһе.Уның «Европа - Азия», «Вьетнам яҙмалары», «Болгар дәфтәренән» шиғырҙары;«Үлмәҫбай», «Сер», «Йылмайыу», «Ҡара һыуҙар» поэмалары;
«Өс таған», «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Ярлыҡау» повестары;
«Ҡыҙ урлау», «Айгөл иле», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей», «Ай тотолған төндә», «Йәләлетдин атай» драмалары бар.
Әҫәрҙәре рус, украин, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, таджик, грузин, латыш һ. б. телдәргә тәржемә ителгән. Уның исеме бөйөк яҙыусылар: Сыңғыҙ Айтматов, Ҡайсын Кулиев, Рәсүл Ғамзатов, Михаил Дудиндар менән бер рәттән йөрөнө.
- Хәҙер мин М. Кәрим әҫәрҙәренән өҙөктәр килтерәм, һеҙ уларҙың ҡайһы әҫәренән икәнен асыҡларға тырышығыҙ.
- «Нисә ҡарама, сыйырсыҡ ояһына дүрт күҙ төбәлгән була. Болдорҙа сәсенә ҡыҙыл таҫма таҡҡан ҡыҙ ултыра, уның исеме - Әлфиә. Ике күҙ – ана шул ҡыҙҙыҡы. Ә теге икеһе – кәртә башында йоҡлағанға һалышып ултырған ала бесәй күҙҙәре».
- «Рәхмәт, әсәй, ошо мәлдә мине 30 йәшкә олоғайттың. Йөрәгемә аҡыл индерҙең. Хәҙер инде егет булып түгел, ир уртаһы булып әйтәм: Зөбәржәтһеҙ бер көн йәшәй алмаясаҡмын . . .»
- «Хазина ине уҙған төн:
Йондоҙло, айлы ине.
Немецҡа тоҙаҡ һалырға
Бигерәк яйлы ине.
Значит, ике еңемә
Ике «туҡмаҡ»ты алып,
Кәйеф өсөн бер кружка
Русский горькийҙы һалып,
Күркәләнеп сығып киттем,
Ергә лә теймәй табан,
Әйтерһең, тыуған Уралға
Ҡунаҡҡа ҡайтып барам . . . »
- «Айҙар урамда тороп ҡалды. Ғабдулла йүгереп өйгә инеп китте. Бер ҡыйырсыҡ икмәк менән өләсәһенең һалма киҫә торған быҫағын эләктереп, болдорға сыҡҡас ҡына, Нәғимә инәй ҡайтып инде».
- «Минең оло инәйемде «кендек әбейе», ә үҙемдә «кендек бабайы» тип йөрөтәләр. Мин бәләкәймен әле. Оло инәйемдең камзул кеҫәһенә буйым саҡ-саҡ етә».
- «Оялмайынса нимә һәйләйем мин тағы?Әсәйем тыңлап торһа, ни әйтер ине? Был ҡыҙ әллә аҡылдан яҙғанмы, тип аптырар ине.Әсәй,әсәйем! Әсәкәйем! 13 йыл саҡырам бит инде мин һине, ниңә яуап ҡайтармайһың? Ниңә? Һин миңә бик кәрәкһең, хәҙер бигерәк тә кәрәкһең, әсәкәйем! Миңә бит 16 йәш! 16 ! Оһо – һо! »
- «Оксана менән беҙ икәүләп баҡса буйындағы бүрәнәләр өҫтөнә менеп ултырғанбыҙ. Был бүрәнәләрҙән яҡын баҫыу күренеп тора. Баҫыуҙа беҙҙең әсәй машина менән бойҙай сәсеп йөрөй.
- А – а – на, Йәмил,алдағы тракторҙың сәскесенә баҫҡан беҙҙең әсәйҙер, - ти Оксана.»
8) «Әлфиәнең күҙҙәре йәнә Ҡыш бабайға туҡталды. Ул,моғайын, өшөйҙөр әле. Эйе шул.Бит алмаларын, ана һыуыҡ ҡыҙартҡан, һаҡал-мыйығына боҙ ҡатҡан.Бәләкәс ҡыҙҙың кескәй йөрәге леп-леп тибә башланы.Ул һаҡ ҡына урынынан торҙо ла, Ҡыш бабайҙы алып, юрған аҫтына йәшерҙе.»
2-се алып барыусы. М.Кәримдең спектаклдәр өсөн яҙылған ҡайһы бер йырҙарын тыңлап
үтәйек.
«Шофер йыры» - 5 класс уҡыусылары башҡара.
Йыр «Яҙмыштарҙан уҙмыштар»
Уҡытыусы. Мостай ағай ҡасандыр: «Шағир биографияһы ил биографияһы
менән ҡушылғанда ғына поэзия оло була,»- тигән ине.Был һүҙҙәр уның үҙ тормошона,үҙ ижадына бик тура килеп тора.Халыҡ ашағанды ашаған,халыҡ йәшәгәнде йәшәгән, халыҡ күргәнде кисергән,халыҡтың үҙ эсенән сыҡҡан һирәк осрай торған ҙур талант ул.Заманының етеҙ ағышын, кешеләрҙең бәхетен, һағышын йырға әйләндереү тылсымына эйә булған шағир шулай йәшәне һәм йәшәйәсәк,халыҡ күңеленә өмөт сәсеп йыр игеүсе,ил гиҙеүсе сәсән булып йәшәйәсәк!»
По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Методическая разработка урока по волейболу в 5 классе на основе инновационной технологии спортивно-ориентированного физического воспитания. Методическая разработка урока по волейболу в 5 классе на основе инновационной технологии спортивно-ориентированн
урок по физической культуре с ипользованием инновационной технологии спортивно-ориентированного физического воспитания...

Методические разработки внеклассных мероприятий по физической культуре и спорту. Методические разработки внеклассных мероприятий по физической культуре и спорту.
Аннотацияк учебно-методическим разработкам внеклассных мероприятий по физической культуре с использованием нестандартного оборудования. 1....
Методическая разработка по физкультуре по теме: Методическая разработка внеклассного мероприятия "Веселые старты" для учащихся начальной школы по предмету: "Физическая культура"
Внеклассное мероприятие "Веселые старты" проводится с целью пропаганды здорового образа жизни, где учащиеся развивают двигательные качества, укрепляют здоровье, дружеские отношения....

«Откуда есть пошла земля русская…» методическая разработка интегрированного внеклассного мероприятия, посвященного 1150-летию образования российской государственности «Откуда есть пошла земля русская…» методическая разработка интегрированного внекласс
Данная работа посвящена 1150- летию образования российской государственности. В работе представлены: история образования российской государственности, история симво...

методическая разработка урока биологии в 6 классе по теме "Движения живых организмов" и презентация к ней. Методическая разработка урока биологии в 6 классе по теме "Дыхание растений, бактерий и грибов" и презентация к ней.
Методическая разработка урока с поэтапным проведением с приложениямиПрезентация к уроку биологии в 6 классе по теме "Почему организмы совершают движения? ".Методическая разработка урока с поэтап...
Методическая разработка Методическая разработка (для факультативных занятий по английскому языку для учащихся 10-11 классов) Создание банка дистанционных уроков с использованием инструментов современного интернета (Googl Docs, Delicious/BobrDoobr, Mind
Методическая разработка входит в серию дистанционных уроков английского и немецкого языков , разрабатываемых с целью подготовки учащихся к выполнению письменной части ЕГЭ по указанным дисциплина...

Методическая разработка урока "Амины. Анилин", Методическая разработка урока "Многоатомные спирты"
Урок, разработан для учащихся 10 класса, обучающихся по базовой программе. Учебник "Химия 10" О.С. Габриелян.Урок, разработан для учащихся 10 класса, обучающихся по базовой программе. Учебник "Химия 1...
